Jump to content

Ат ҙурлыҡ ҡуян(француз халыҡ әкиәте)

From Wikisource
Ат ҙурлыҡ ҡуян(француз халыҡ әкиәте) (әкиәт)
автор француз халыҡ әкиәте
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ат ҙурлыҡ ҡуян(француз халыҡ әкиәте)


 Бер крәҫтиән улын һарыҡ көтөргә ебәргән. Малай көтөүлеккә барып етмәгән, ярты юлдан кире боролған.
— Атай, атай!— тигән ул, ҡайтып ингәс.— Мин әле генә ат ҙурлыҡ ҡуян күрҙем. Мылтығыңды ал да — әйҙә тиҙерәк!
— Ат ҙурлыҡ, тиһеңме? Алдашма.
— Ат ҙурлыҡ уҡ булмаһа ла, үгеҙҙән бер ҙә кәм түгел.
— Үгеҙ ҙурлыҡ ҡуян! Юҡты һөйләмә!
— Эйе шул, хатта быҙауҙан да ҙур!— тип ҡысҡырған малай түҙемһеҙләнеп.
— Быҙау? Шикле, бик шикле...
— Эйе, һарыҡ ҙурлыҡ инде!
— һарыҡ ҙурлыҡ?
— Эйе, бәрәс хәтлем.
— Бәрәс кеүек, тиһеңме?
— һис юғында, ул ҡуянды бесәй менән дә сағыштырып була.
— Бесәй менән? Әһә...
— Сысҡандан да ҙурыраҡ инде.
— Сысҡан тиклем ҡуянмы?
— Бәлки, сысҡандан бәләкәйерәктер. Шулай ҙа себендән дәүерәк.
— Ҡуян себен ҙурлыҡмы? Моғайын, улым, һин бер нәмә лә күрмәгәнһеңдер? Бар, улым, бар, һарыҡтарыңды көт!


1996 йыл