Jump to content

Атылмаған йондоҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *


Атылмаған йондоҙ

Төнгө күктән утлы тамсы -
Йондоҙ тама,
Тама ла уҡтай атыла
Ергә табан.
Тик ер генә күкрәгенән
Бирмәй урын
Кире һелтәй, ҡуйынына
Инмәҫ борон.
Яҡтыртыр вазифаң әле
Бөтмәгән, ти,
Йыһандан өҙөлөр мәлең
Етмәгән, ти.
Миңә әле һинең яҡтың
Шундай зарур,
Төндәремде биҙәп торһон
Һинең ал нур.
...Ҡыш өҫтөндә дәһшәтләнеп
Күк күкрәне.
...Өс йондоҙҙо кире борҙо
Ер күкрәге.

2013 йылдың ҡышында Мораҡҡа барғанда Лариса Абдуллина, Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин юл һәләкәтенә эләккән ерҙән, мөғжизә менән имен ҡалғандар ине. Шиғыр шул айҡанлы яҙылды


2014


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.