0%

Атлан, батыр. Дауыт Юлтый

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Атлан, батыр (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый


Атлан, батыр


Атлан, батыр, атҡа, тот һөңгөңдө!
Әйҙә, саптыр, яуға — дошманға!
Сәс ғәйрәтең дошман сафтарына,
Ауаздарың ашһын асманға!

Күрмәйһеңме, унда уҫал көстәр
Ҡуҙғап ҡара дауыл, елдәрҙе,
Ҡан йылғалар түгеп, уттар бөркөп,
Баҫып килә ярлы илдәрҙе.

Әйҙә, батыр егет, алға саптыр!
Аҡтар ҡара көстәр диуарын,
Тар-мар килтер, барыһын батыр ҡанға,
Ырғыт йәһәннәмгә ни барын!

Ҡаҙалһындар мәңге иҙеп килгән
Ҙур батшалыҡ, король, ҡаанлыҡ!
Шунһыҙ ярлы илгә юҡ тыныслыҡ,
Юҡ саф ирек, мәңге туғанлыҡ!