* * *
Етем ҡалған йортта-ихатала
Нимә тотһаң - яҡты иҫтәлек,
Атай үҙе йышҡан ултырғыстар,
Ул яһаған ризыҡ өҫтәле.
Һырлы-һырлы иитап кәштәһе лә
Һаҡлай уның ҡасау эҙҙәрен,
Иҫ белгәндән торған һандығыбыҙ,
Йәтеш ҡынлы сүкеш-беҙҙәре.
Тырма тешен хатта сәнғәт күреп
Сынъяһауҙар итеп юнлауы,
Ҡолағымды һаман наҙлай кеүек
Ҡупшы һаплы салғы сыңлауы.
Йортобоҙ ҙа, һарай-ҡапҡалар ҙа
Уның ҡулы, уның эштәре
Бирешмәйсә торған була һаман
Юйылһа ла буяу төҫтәре.
Атай...
Ҡырҡыу, үтә ҡырҡыу ине,
Иркә һүҙе юҡ та иҫемдә,
Ә китте лә - Һағындыра хәҙер,
Гел йылмая ғына төшөмдә.
Һуңғы юлы әйткән булды үҙе:
-Атай була белмәй йәшәлде,
Ҡайҙан беләйем һуң - етем үҫкәс...-
Мөлдөрәшеп күҙен йәш алды.
Һигеҙ йәштән дошман балаһы тип
Типкеләнеп үҫкән бер малай...
Үпкәләрем, йәнем һыҙлауҙары
Йыуылды ла ҡуйҙы бер талай.
Йылы һүҙгә мохтаж булғанмын да
Һиҙмәгәнмен атай һөйөүен,
Үкендереп ҡат-ҡат йәнде тырнай:
"...атай күрмәй үҫкәс ", - тиеүе.
Бына бөгөн ҡалған донъяһынан
Һөйөү һөйләй һәр бер әйбере,
Барыһын да төшөндөрөп бирҙе,
Үкенес, тик атай ҡәбере.
Шиктәрем юҡ, һис бер шиктәрем юҡ -
Атай була белгән атайым.
...Кешнәп кенә көтөп торған кеүек
Атайымдың туры атҡайы...
2014
|
|
--Гүзәл Ситдиҡова (talk) 13:44, 4 February 2016 (UTC)