Атай һәм ул. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Атай һәм ул
Берәү төш күреп уянды
Төш тиһәң дә төш инде,
Әллә бары һаташыу ҙа,
Әллә юрау-юш инде.
Имеш, хәҙер кешелектә
Ғәжәйеп бер тамаша:
Атайҙар - үкһеҙ бер ҡәүем,
Сабыйҙар, имеш, - батша.
Имеш, атайҙы илтәләр
Баҡсаға һары таңдан,
Уйнаталар, ашаталар -
Тик улы юҡ шул янда.
Көнө буйы ниҙәр булмай!
Их, ҡайтҡас һөйләр әле
Тик, кисен сабыйы әйтә:
-Атай, юҡ минең хәлем!
Мәктәпкә йөрөй башлағас,
Йәнә улы өлгөрмәй,
Атаһын кем ҡыйырһыта,
Нисек уҡый - ул белмәй.
Йәшереп тәмәке тарта,
Йәшереп шарап тәмләй,
Тик балаһы быны күрмәй,
Кеше атаһын кәмләй.
Уҡытыусы ошаҡлаһа -
Улының әҙер ҡайыш,
Һөйләшеп тормай һыҙыра,
Тәрбиә - бынағайыш!
Ғашиҡ була, кемдер уҙа...
Их, берәй серләшергә!
Тик улының ваҡыты юҡ,
Форсаты килмәй бергә...
Кәңәш һорарға ла ҡурҡа -
Бары тыйыу ҙа тыйыу...
Бигерәк тә ҡыйын икән
Үҙеңде яңғыҙ тойоу.
...Уянып китте лә кеше
Һөйөндө күреп улын.
Иҙрәп йоҡлай бәләкәсе,
Йомарлап кескәй ҡулын.
Уянһа, тотош һорашыр
Ваҡыт юҡ, тимәҫ, хәҙер,
Белә, үҙенә ҡайтыр бер
Улына тейгән ҡәҙер...


2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.