Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ(хикәйә). Фәниә Сынбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ ( хикәйә )
автор Фәниә Сынбулатова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ


 Атай менән әсәй — донъялағы иң ҡәҙерле кешеләр. Улар беҙҙе төрлө эштәргә өйрәтә.
Атай мине үҙе башҡарған эштәргә өйрәтә. Мин атайым кеүек балта оҫтаһы буласаҡмын. Уға ағас бысышам, таҡта йышам. Беҙ уның менән мунсаның иҙәнен яңыртабыҙ. Мин иҙән таҡтаһының бер осонан тотоп торам, атайым уны ҡаға. Ҡайһы саҡ ул тотоп тора, мин — ҡағам.
Атайым мине ат егергә, туғарырға, уны тышарға өйрәтә. Атайыма бал ҡорттарын ҡарашам. Ул миңә умартасылыҡ серҙәрен төшөндөрә.
Һеңлем әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлаша. Ул иҙән йыуа, өй йыйыштыра, ашарға бешерешә. Әсәйем һеңлемде сигергә, тегергә өйрәтә.
«Йәшәгән йортоң күркәм, матур булырға тейеш. Ә был матурлыҡты ҡатын-ҡыҙ тыуҙыра», — ти әсәйем. Беҙҙең йорттоң һәр бүлмәһен аллы-гөллө сәскәләр биҙәй.
Әсәйемдән гөлдәрҙе тәрбиәләргә һеңлем генә түгел, мин дә өйрәндем.
«Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән», — ти ҡартәсәйем.

 


2006 йыл