0%

Атайыма. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Атайыма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2005.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улына арнайым.

Һин окопта ҡанһыраған мәлдә,
Йәки атакаға барғанда,
Дошманыңа мылтыҡ төҙәгәндә,
Йәйәү илдәр аша уҙғанда
Мин яныңда, атай, булманым,
Туҙҙырғанһың юлдар туҙанын.

Ҡанлы саҡрымдарың урау булған,
Илдәр, юлдар аша үткәндәр,
Өйҙә һине өҙөлөп әсәй көткән,
 Апай-ағайҙарым көткәндәр.
Оҙон юлдар илдәр ураған,
Әсәй һаман төштәр юраған.

…Мин ашығып-йүгереп эшкә барам,
Донъя көтәм, бала үҫтерәм,
Көн артынан шулай көн үткәрәм,
Һәүетемсә ғүмер кисерәм.
Һин янымда, атай, һәр ваҡыт,
Тораһың гел көтөп, оҙатып.

Тормошомда йәнәш була алманың,
Ғүмереңде һуғыш ҡыҫҡартҡан,
Шулай ҙа һин, атай, минең янда
Кәңәш биргән, аңлап-йыуатҡан,
Ғүмерем буйы йәнәш бараһың,-
Яҡыная йәштәр араһы…

Күптән инде беҙҙе ташлап киттең,
Беләм, йәнең һинең йәннәттә,
Тормошомда уңыш юлдаш булһа,
Беләм, атай, һинең теләктән.
Ғүмерем буйы һине һағынам,
Атай, һинең рухҡа табынам…