Асыуландың... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Асыуландың


Асыуландың, үртәләндең,
Үрһәләндең үрле-ҡырлы,
Ғүмереңдең бер өлөшөн
Быялалай ваттың-ҡырҙың.
Йә, шунан?
Сәбәбе лә ваҡыт уҙғас
Пүстәк кенә тойолор ҙа...
Тик был көнөң кире ҡайтмаҫ -
Ҡомдай ергә ҡойолор ҙа...
Йә... Шунан?…


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.