0%

Артыҡбикә. (Повесть). Рәйлә Сабитова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Артыҡбикәе ( повесть )
автор Рәйлә Сабитова


Артыҡбикә



Шулай итеп, мин йәнә мәркәздә, йәғни Өфөлә. Юҡ, әлбиттә, ауылдан сыға белмәгән "ҡырағай" башҡорт бисәһе түгелмен түгеллеккә. Элек тә килгеләп торҙом баш ҡалаға, хатта бер-ике төн ҡунып ҡалырға ла насип итте. Әммә әлеге килеүем ул саҡтағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән йөрөү ише түгел. Әлеге сәйәхәтте минең бында тәүге килеүем менән генә сағыштырырға мөмкин. Мәркәз үҙе бер ҡарағай джунгли һымаҡ ҡаршыланы мине. Ул саҡтағы мин – 16 йәшлек үҫмер ҡыҙыҡай... Саманан тыш бәреп торған мин-минлегем менән бер рәттән, биләүҙән үк тыҡып-тыҡып баҫалҡылыҡ һеңдерелгән төшөнсәләрҙең ниндәйҙер бер шикле йыйылмаһы. Сәнғәткә уҡырға килгән берәү, йәнәһе. Әсәй бахыр, мәркәздең аппетиты хаҡында ғүмерҙә лә хәбәрҙар булмаған ябай ауыл ҡарсығы, 50 мең аҡса биргән булды. Барып-ҡайтыу хаҡы ул саҡ 30 мең ине. Ҡалғанына мин ҡайҙалыр, нисектер йәшәргә, нимәлер ашарға тейешмен. Бесәй балаһы һауытынан да бәләкәйерәк бер шәшке сәй менән ваҡ бәлеш мең һум ярым тора ине ул саҡта. Шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ, оло бесәйҙән дә апаруҡ дәү ун алты йәшлек үҫә торған организм нимә эшләй ала ине? Юҡ, әлбиттә, ниндәйҙер мөғжизә менән ятаҡ хаҡы тәүлегенә 5 мең булмаһа, консультация һәм имтихандарға йөрөүҙә уҙған аҙнаны уйламай ҙа йәшәргә мөмкин ине. Әммә... Әммә мин бахыр ғүмер буйы ниндәйҙер уңышһыҙ юлдарҙа йөрөр кеше булдым, буғай. Өфөлә күпме уҡыу йорто бар, һәм һәр береһендә абитурҙарға йәшәү бушлай булғанда, бер миңә нишләп шулай тура килгән? Бүлмәләш ҡыҙҙар һөйләшә: "Әсәйгә шылтыраттым, асыҡмайһыңмы, тип һорай, мин шунда уҡ прибедняться иткән булам, ашханала әҙерәк туйынам да ул, тип." Ә үҙенең кеҫәһендә 250 мең һум аҡсаһы бар, минең әсәй ҡарсыҡтың бер айлыҡ пенсияһы! Улар миңә бик йәлләп ҡарайҙар ине, аслыҡҡа түҙмәй, имтихандар бөтөүен дә көтмәйенсә ҡайтырға йыйынғас, береһе юлға дүрт перәник бирҙе. Юлға аҡса юҡ ине. Ятаҡта йәшәүгә түләгәндән һуң янсыҡ төбөндә 1 мең 800 һум аҡса ҡалды. Район үҙәгенән ауылға тиклем билет та 3 мең тора...

Автовокзалға тиклем бер туҡталыш ҡалғас, арып, эскәмйәгә ултырҙым. Автобусҡа тиклем ике сәғәт самаһы ла барҙыр, ашығаһы юҡ. Тормоштоң тәүге һынауында уҡ юғалып ҡалыуым йөҙөмдә сағыла ине микән? Таяҡҡа таянып йөрөгән ҡотһоҙ бер ҡарт хәлем менән ҡыҙыҡһынды. Һөйлә лә бир беренсе осраған бәндәгә хәлемдең бөтә аяныслығын. Тиктомалдан, киң күңеленә сыҙаша алмай, аҡса бирер, тип өмөтләндемме? Иҫәр ҡыҙыҡай. Теге ҡартлас паспортымды ҡараны. "Хәҙер нишләйһең инде, – ти. – Попуткаға сыҡһаң, хәҙер үҙеңде берәй ерҙә көсләп, урман буйына ырғытып китәсәктәр". Мин әлбиттә, кеше тигән хайуандың ни дәрәжәлә түбән була алыуы менән осрашҡаным юҡ, әммә телевизор ҡарап, гәзит уҡып бындай хәлдәрҙең булып тороуон бик яҡшы беләм. Асығыуҙан, арыуҙан шул тиклем миңрәүләнгәнмен, әлеге хәлемдән тағы ла ҡот осҡосораҡ, тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәл-ваҡиғалар була алыу мөмкинлеген мейем бөтөнләй ҡабул итә алмай. Аңра кеше кеүек, ҡартты йөпләйем. "Эйе шул". "Әйҙә миңә, – ти "яңы таныш", – мин, әлбиттә, инде булдыра алырлыҡ йәштә түгелмен, тотоп ҡына ҡарай алам, ҡурҡма". Һүҙҙәрен дәлилләптер, тубығыма тотона. Минең миңрәүләнгән башта эмоциялар шулай ҙа бөтөнләй үлеп бөтмәгән булғандыр – ғәжәпләнеүҙән күҙҙәрем аҡайҙы, "Мин һиңә сәй эсерермен, – ти теге ҡомо ҡойолған ҡарт. Минең ихтыярҙы сәпсим һындыра алырҙандыр инде, үҙенсә "көслө" дәлил килтерә: – Колбасалап". Шулай. Минең мәркәзгә тәүге сәйәхәтем бик уңышлы булды. "Был донъяла кеше кешегә дуҫ һәм иптәш" тигән өлкәндәр тарафынан аңға һеңдерелгән бер алдаҡсы фекер һабын ҡыуығы булып шартланы. Эйе, иллюзиялар ул теш кеүек ҡойола – ҡойола һәм яңыһы үҫеп сыҡмай. Яһалманы ғына ҡуйырға мөмкин. Бер ҡасан да ирҙәр күҙенә һәм һүҙенә ышанмау, һәр саҡ уяу, һиҙгер булыу шул көндән ҡалды, ахыры. Мин тороп киттем, әйләнеп тә ҡараманым, вокзалға атланым. Теге бабай артынан эйәреп китеп, кешелек ғорурлығын юғалтмауҙан мине бер өмөт араланы: миһырбанлы шофер осрап, район үҙәгенә тиклем алмаҫ микән, тип уйлағайным. Бөтөнләй өлөшһөҙ бала түгелмендер: шофер ысынлап та миһырбанлы булды: аҡсам юҡлығына ышанманы-ышаныуын, әммә алды. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте, мин уға рәхмәт уҡыйым. "Башҡа улай алдашып йөрөмә", – тип мине алдаҡсыға тиңләп кәмһетте-кәмһетеүен, әммә был бәләкәй кәмһетеү менән ул мине оло түбәнлектәрҙән араланы.

Район үҙәгендә ике туған апайға барып ҡундым, аҡса һораным, ауылға ҡайтырлыҡ, тип, бирмәне. Шулай уҡ ышанманы шикелле. Һуңғы меңемде түләп попуткаға – боролошҡа сыҡтым. Машиналарға ҡул да күтәрмәйем, тик торам. Ә ниңә улар мине ултыртырға тейеш, барыбер аҡсам юҡ бит?! Шул тиклем был яҡты донъяға, тормошҡа, саҡ башланып торған йәш ғүмеремә битараф инем... Тағы ла бәхет йылмайҙы: ауылдаш агроном ағай танып, туҡтап, саҡырып алды. "Ниңә ҡул күтәрмәйһең?" – тип аптырай үҙе. Бығаса теплица шарттарында ғына үҫкән нәфис гөлдө ҡырыҫ, асыҡ тәбиғәткә күсереп ултырт әле, ерегер микән? Ерекһә лә, апаруҡ ваҡыт шиңеп, хәлһеҙләнеп ҡалыр. Мин инем шул гөл. Ҡаланың ҡырыҫ, ауяһыҙ тәбиғәте ҡырау урынына бөгөп һалды. Ай самаһы уйнаманым-көлмәнем, ниҙәр кисергәнемде бер әҙәм затына һөй-ләмәнем. Күңелемдең бер өлөшө туңып ҡалды. Һәм ул өлөш әсәйгә ҡарата ине. Ул бит аҡсаны күберәк тә бирә ала ине. Күпме кәмһенеүҙәрҙән азат була инем мин? Йәнәһе, донъя күрмәгән йәш ҡыҙыҡай, аҡса тота белмәй, берәүҙең хәләл аҡсаһын һағыҙ сәйнәп, газировка-маҙараға туҙҙырып бөтөр, тип уйлағандыр инде әсәй. Һа, үҙенсә ул да хаҡлы.
 Ваҡыт үтеп, күңел тынысланғас, ҡабат юлландым мәркәзгә. Уҡырға кереп, ваҡытлыса булһа ла пропискалы, йәшәр урыны булған үҙ-үҙенә ышанған туташ булып еткәс, теге ҡартты тағы шул уҡ туҡталышта осраттым. Был юлы мин уның күҙенә тәкәббер һәм кәмһетеүле баҡтым: күрҙеңме, ҡартлас, һин мине кешелек намыҫымдан яҙҙырырға, ҡыҙ ғорурлығымды аяҡ аҫтына һалып тапарға теләгәйнең, нисауа, бирешмәне әле был апайың! Ул, таяғына таянып, шәп-шәп ат-лап китеп барҙы. Кейем-фәләнендә бер үҙгәреш бар ине: кепкаһын сисеп, сигеүле түбәтәй кейеп алған. Ике ҡуллап битен һыпырып, ауыҙ ҡыймылдатҡан булып, кемдәрҙелер алдап йөрөйҙөр инде. Уның ҡарауы, мин уның ысын йөҙөн күрҙем. Ул шунан ҡасты – үҙенең ысын йөҙөн күреүсенән. Ә мин тантана итеп тороп ҡалдым. Ғәжәп, аҙаҡ был һөнәрҙән мин тәм таба башланым. Йәғни кеше алдында төкөрөк сәсеп хаҡ тоғролоҡ, рухи ҡиммәттәр тип боғаҙ йыртҡан булып сибәр ҡатын-ҡыҙ менән аулаҡта ябай ғына бер хайуани теләктең мәхлүк ҡо-лона әүерелеп, кеше тигән субъекттың иң түбән яғын йылан тәпәйен күрһәткән кеүек сығарып күрһәтеүен тамаша ҡылыуҙан тәм таба башланым.
Тиҫтәгә яҡын йылдар элек шулай бер ижади конкурста ҡатнашырға дәрт иткәйнем. Нимәгә кәрәк булды ул? Миңә унда ҡатнашыуҙың ғына түгел, еңеүҙең дә бер ниндәй ҙә профессиональ уңыш килтерәсәге юҡ ине бит! Тәүге турҙан уҡ үтмәнем. Торам фойела ҡатып, аптырап. Тәкәбберлегем көслө булғандыр, үтмәҫемә ышанмағайным, юғалып ҡалдым. Килде яныма сал сәсле бер уҙаман, ҡыҙыҡһынды – сәбәбен әйттем. Ярҙам итер, тип уйланыммы?" Бәлки, киләһе йыл килеп, тура миңә мөрәжәғәт итерһең? Әҙерләрбеҙ", – ти. Төҫкә танымағас, исем-шә-рифен һорайым, улары таныш, билдәле генә бер режиссер, имеш. Ма-шинаһына саҡырҙы, ултырҙым. Ниндәйҙер дуҫына квартира һорап шылтырата башланы, юлда берәй магазиндан шарап алырға булып китте. Мин алйотҡа шунда саҡ барып етте был «бейәҡаҙанған» бәндәнең бушлай сыр һалып йөрөүе. Көлдөм дә тәүге туҡталышта уҡ төшөрөп ҡалдырыуын һораным. Абзыйым мине, баҫалҡы ауыл ҡыҙы булғанға инәлтә, тип уйланы, күрәһең. Тотондо минең "комплек-старым менән көрәшергә". "Раскрепощайся, – ти. – Нимәһе бар уның, это нормально. Киләһе йыл лауреат итербеҙ. Күпме перспективалар асыласаҡ, раскрепощайся!" Һәм үҙенең боҙҙай һалҡын һәм еүеш устары менән ҡулымды ҡармай. Ерәнгес һыуыҡ тәлмәрйен, тип тертләгән ҡулымды саҡ тартып алманым. Ағайҙың буйтым талантына, оло йәшенә, сал сәстәренә ихтирамым хаҡына түҙҙем. Әммә хахылдап көлөүҙән тыйыла алманым. "Абзыйым, – тинем. – Әгәр мин, һеҙҙең уйығыҙса, закрепощенный булһам, эйәреп китер инем. Әммә мин тап комплекстарҙан азат. Азат кеше – ул, тимәк, һайлау мөмкинлегенә эйә кеше. Иремә хыянат итергә теләһәм, мин, пардон, һеҙҙең һымаҡты түгел, ә бер 17-18 йәшлек боҙолмаған егетте һайлар инем. Миңә тоже йәш тән оҡшай, һеҙҙе аңлайым», – тинем. Битенә сәпәгәндән дә көслөрәк тейҙе, әлбиттә, һүҙҙәрем. Тормош – ул үҙе лә апаруҡ бәғерһеҙ нәмәкәй. Күпмелер ваҡыттан был абруйлы абзыйҙың ниндәйҙер төҫлө металл юбилейы булды. Уның ижадына ах та ух килеп дан йырланылар, фотоһын гәзит һайын баҫтылар. Берәүһендә ҡатыны менән әңгәмә ойошторғандар. Ирен иҫ киткес яҡшы ир, шәп атай итеп һүрәтләгән. Бөтә ғәм алдына "өҫтөмдән йәш, сибәр актрисулькалар менән йөрөүен һаман дауам итә" тимәҫ инде, билдәле. Уҡып, хихылдап көлдөм дә тирә-яҡтағыларға сәбәбен аңлатып торманым. Ниңә кәрәк ул? Кешенең йөҙөн йыртыу ҡәнәғәтлек килтермәй, ә артыҡ таралмаған информацияны белеүем ҡәнәғәтлек уята. Үҙенә күрә тәкәбберлек инде. Булһа һуң. Минең кеүек сибәр, аҡыллы ханымдың ниндәйҙер етешһеҙлеге булырға тейеш тәһә. Ә тәкәбберлек ул кәкре аяҡ йәки икенсе эйәк түгел – тәүге ҡараштан уҡ күренмәй. Шулай булғас, ҡалһын әйҙә.
Был юлы мәркәзгә шәхси мәнфәғәттәрем түгел, оло бурыс әйҙәне. Әммә ул "оло бурыс" шәхси ҡиәфәтемә турана-тура бәйле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер миңә түгел, туранан-тура ауыл яҙмышына ҡағылышлы төҙөлөштө туҡтатып торған бер имза хаҡына "ҡорбан" ише һайландым мин. Сөнки ниндәйҙер бер чиновник ниндәйҙер сәбәп менән беҙҙең төбәкте бик яратмай. Былай ҙа етеш йәшәмәгән халыҡҡа йәлсеп китергә бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Ниндәйҙер оҙон ҡолаҡтар аша беҙҙең начальство ул бәндәнең йөрәгенә юлдың тәпән-тәпән бал-дар, шаҡтай буралар аша үтмәгәнен белеп ҡалған. Төргәк-төргәк банкноттарға ла битараф, ти, ул бәндә. Абруйлы ағайҙар, таныш-тоноштар аша ла эш сыҡмағас, һуңғы сара ҡалды – көсһөҙ зат ярҙамында абордаж. Сибәрҙәр күп беҙҙә, белемлеләр ҙә бар. Әммә йәрәбә миңә төштө. Сөнки мин бер нисә йыл инде ирһеҙ бисә статусында йәшәп ятам. Ҡаса-боҫа күңел күреүсем дә юҡ. Тимәк, мин, күптәрҙең аңлауынса, иргә "һыуһаған" булырға тейеш. Тейеш һәм – вәссәләм. Ә минең үҙ ғүмеремдә, ниндәй генә оятһыҙ тәҡдимдәр ишетеп тә, иремдән башҡа берәү менән хатта үбешеп ҡарамаған юғары әхлаҡлы ҡатын икәнем бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Сибәр – тимәк, кәнтәй. Әле бер кемде лә яҡын юллатмай, тимәк, – һайлана, ҡиммәтен арттырмаҡсы. Әммә утыҙҙы уҙҙы, ике балаһы бар, тимәк – үтмәҫ тауар. Үҙе лә шуны аңларға һәм һайланыуҙан туҡтарға тейеш. Ә ниңә әле шул барыбер тик ятҡан "тауар"ҙы ҡулланып ҡарамаҫҡа? Килеп сыҡмаһа ла, үкенес түгел, килеп сыҡһа – йәмғиәткә файҙа. Улар шулай уйланы һәм тиҙ генә миңә рәсми делегатмы, депутатмы, тағы әллә ниндәй "гад"мы мандаты әҙерләп, кәрәкле макулатураны күн папкаға тығып, бер аҙ "командировочный" тамыҙып, сығарып та ебәрҙеләр. Ә отпуск, әлбиттә, ҡаҙнанан түгел, үҙемдең елкәнән. Улар нимә уйлаһалар ҙа, минең ваще-то мораль принциптарым барлығы ха-ҡында ауыҙ асып, телемде арытып торманым. Сусҡаға мәрйен мунсаҡ кейҙермәйҙәр, улар быны аңларлыҡ түгел, тип үҙ-үҙемде йыуаттым да сығып олаҡтым.
Вокзалда арлы-бирле ҡаранып, тапанып торҙом да әхирәтемә саптым. Уның, менән сер бүлешеүгә өҫтәп, тағы файҙаһы тейерҙәй өлкә бар. Ул – косметолог. Ә миңә профессиональ белгес кәңәше, ай-һай, кәрәк. Мәрмәр иҙәндәрҙән генә тәпәйләп оҙон тырнаҡлы, төҫө-башы күркәм ханым вә туташтар араһында ғүмере үткән чиношаны һыйыр һауып, бәрәңге ҡаҙып тупаҫланып бөткән ҡулдар, биҙәнгесте, ғөмүмән, урыҡ-һурыҡ файҙаланған йөҙ менән шаҡ ҡатырып булмаҫын аңламайыммы ни мин? Гардероб та моданан бер-ике саҡрым артта тороп ҡалған. Ауыл еренә кәп кенә булған "галуштың яҡшыртылған варианты" – туфлиҙар ҙа офистың көҙгөләй ялтыраған иҙәндәренең "бите"нән көлөү булыр һымаҡ.
Әхирәт ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әлдә ҡала бисәһе булып танау сөймәй торған холҡо бар. Даланын күтәрә белгәне өсөн тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм үҙен. Республикала билдәле әллә күпме шәхестәр ятаҡта йәшәп пенсияға сыҡҡанда, ул инде утыҙ йәшен ҡала уртаһындағы фатирында билдәләне. Кейәү балаҡай бик уңған егет булып сыҡты. Сибәр ҙә, буйсан да, эшсән дә булыу өҫтөнә, эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Бер нисә эштә бер юлы эшләй. Ҡағыу-һуғыу түгел, ҡатыны яғына ҡырыныраҡ ҡараш ташлағаны юҡ. Бергә үҫкән яҡын серҙәшемдең бәхетенә шатланып бөтә алмайым. Ул был бәхеткә лайыҡ та бит инде. Өйләнешкәндәренә тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, ирен иркәләп, үбеп кенә уята, кеше алдында ғына түгел, былай ҙа кәпкәкләп-битәрләп тормай. Үҙ ваҡытында береһенән-береһе матур, аҡыллы, һөйкөмлө ике ҡыҙ бала табып бирҙе. Улары ла ата-әсәһенә мөхәббәтле, етмәһә, бик талантлы балалар булып үҫеп килә. Үҙемдең ҡыҙҙарым булмағас, көнләшеп тә ҡуям. Рушаннаның, йәғни әхирәтемдең үҙ-үҙен тәрбиәләүе һуң? Ванна бүлмәһенә керһәм, әйләнеп сыға алмайым. Ниндәй генә таҙартҡыс, йәшәрткес, ағартҡыс, дауалағыс крем-майҙар юҡ! Биҙәнгестәренең ҡиммәтлелеге иҫ киткес. Минең косметичкамдың эсендә ятҡан, йылдар буйы яҙҙыртылмаған косметикамдың хаҡын бергә ҡушһаң да, Рушаннаның помадаһының хаҡына етмәҫ. "Нисек итеп арзанлы нәмәне битең хәтле ҡәҙерле ереңә оялмай һөртәһең? Йәшлекте йәш саҡтан уҡ һаҡлайҙар, аңлайһыңмы? Арзанға риза булырға арзан ҡатын-ҡыҙмы ни һин!" – Эй, әрләп бөтә мине. Маркетинг менән дә шөғөлләнә, төп эшенән тыш арыу ғына тамып торған килеме лә бар. Бай һәм эшлекле ханымдарға ҡыйбатлы косметика һата ул, етмәһә дизайнер. Яҡшы-яҡшы фирмаларҙың сығарған пробник помада, хушбуй майҙарын миңә лә көсләп бүләк итеп өлгөрә.
Маҡсатлы, оҙайлы хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалмай икән ул, әй! Үҫмер саҡта уртаса ғына ҡыҙҙар рәтендә йөрөгән Рушанна әле класташ ҡыҙҙар араһында иң сибәре. 5 –10 йылға бер йыйылышып осрашыуҙан ул һәр саҡ һушы китеп ҡайта. Кластың иң сибәр ҡыҙҙарының ҡот осҡос ҡартайған, йәмһеҙләнгәнен күреп шаңҡый инде.Талсыбыҡтай билдәр күптән инде ҡыяр тоҙлау мискәһе размерына еткән, ебәктәй сәстәр төҫө уңып, йылтыры бөтөп, быҙау сәйнәп ташлаған ҡәҙерһеҙ сепрәк ише һалынып-һалынып тора. Алма биттәр янып ҡарайып, ки-беп бөткән емеш ише, йыйырсыҡлана башлаған... Ә иң мөһиме, күҙҙәр инде йондоҙҙай балҡып-баҙрап тормай. Һүнгән улар, баштар түбән эйелгән. Рушанна менән бер өҫтәл артында ултырғанда күбеһе ҡулдарын өҫтәл аҫтынан да сығармай. Ауыр эштән, сифатһыҙ көнкүреш химияһын йыш ҡулланыуҙан шағирҙар аҡҡош ҡанаты менән сағыштырған нәфис бармаҡтар ҡармаҡтар булып ҡарайып ҡатҡан.
Рушанна был осрашыуҙарҙан һуң ныҡ әсенеп йөрөй. Үҙеңдең йәш, сибәр ҡалыуың ғына етмәй шул күңелгә. Әле генә бергә дискотекаларҙа күңел асҡан, егеттәр күҙләгән, тормошҡа ғәмһеҙ һәм шаталаҡ ҡараш менән баҡҡан тиҫерҙәреңдең туҙып-таушалып, әбейгә әйләнә башлауын тыныс ҡына күҙәтеп буламы... Замандаштарың шундай икән, тимәк, йәшлек һинән дә киткән, киткән... Был әсенеүле тойғо беҙҙең икебеҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта, буғай. Беҙ төҫ ташламаныҡ бит әле. Йәшлектең һуңғы йылдарына йәбешеп ятҡан булабыҙ. Ру-шаннаның үҫмер саҡтан уҡ бит тиреһе бик наҙлы булды. Һытҡы-фәлән сығырға ла әҙер тора. Ҡояш нурына ла тигеҙ генә түгел, мотлаҡ ала-йола булып янып бара. Шуға кремдары ла әллә нисә төрлө. Битенең бер еренә – майлай торғаны, икенсе ергә – киптерә, өсөнсөһөнә – дымлай, дүртенсеһенә – ағарта һәм башҡа әллә ниндәй төрлөһөн һөртөп сыға. Крандан аҡҡан һыуҙы йөҙөнә тейҙергәне юҡ. Тоник-лосьондар, махсус таҙартҡыстан үткән саф һыу ғына. Иртәнгеһе – айырым, төнгөһө – айырым. Ҡышҡа – бер төрлө, йәйгә – икенсе. Бина эсендә буласаҡ сараға – бер төрлө, асыҡ һауалағыһына – икенсе... Сит телдә генә яҙылған һауыттарҙы яңылышмай айырыуын әйт! Донъя көтөү араһында бер нисә йылға бер генә килеп киткән сағында уның кәңәшен теүәл генә үтәп, шул иҫәпһеҙ һауыттарҙан минең дә буянып сыҡҡаным бар. Ғәжәп тәьҫораттар! Үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башлайым. Бер нисә крем һатып алырға теләк тә уянғылай. Әммә, хаҡтарын самалау менән үк, кикерек шиңә. Яра-мағанмы миңә шунда ҡатыҡ-ҡаймаҡтан, бәрәңге-ҡыярҙан битлек? Мәркәзгә килеп, ялтыр витриналарын театр урынына тамаша ҡылып йөрөү ҙә – минең өсөн ҡыйбатлы күңел асыу сараһы ине ул саҡта. Билет хаҡына ауылда ғаиләмде аҙна буйы тәм-том менән һыйлай ала инем бит. Әммә шул ваҡытта яңғыҙыма шундай сәйәхәттәр ойоштормаһам, аҡылдан яҙылыр ине. Үҙемде өй тауығы тормошо менән йәшәргә мәжбүр итһәм дә, күңел кәлбем башҡа булғандыр, тим. Тәнем өй-йорт эсендә йөрөй, ә күңел әллә нимәне һағынып көтә. Ул һағышҡа түҙә алмай, тамаҡ йыртып ҡысҡырғы, олоғо килә. Нимәлер етмәй, тынғыһыҙлай, йәшәргә ирек бирмәй. Әйтерһең дә, йөрәгем – ситлектәге турғай. Бәреләм-һуғылам, үрһәләнәм, ә ҡайҙан килеп сыҡҡан был тойғо – аңлай алмайым. Тәүҙә мауығып ултыртҡан сәскәләремдең шау гөлгә күмелеп ултырғаны ла һөйөндөрмәй. Бәрәңгем уңып, тәңкәйешеп ятһа ла – шатланмайым. Сереп бөтһә лә ҡайғырмаҫ инем, моғайын. Үҙем ҡорған донъяға шул тиклем би-тарафлыҡ тыуҙы бер заман. Өйөмдө йыйыштырғым да килмәй, хатта сәсемде лә тарағым килмәй, иремдең эшен-хәлен һорашырға, һөйләшергә лә хәлем юҡ. Бөтә күңелемде бер үлтергес тойғо биләй – үҙ тормошом түгел был. Мин – мин түгел. Мин тормош урманында тәки аҙаштым. Аҙаштым. Аҙаштым. Ҡайҙа күрмәй ҡалдым икән, ҡасан? Шулай уҡ ғүмер буйы ошо һыҙланыуҙарға түҙергә тейешменме икән? Нимә икән ул күңел тыныслығы? Был һорауҙарҙан шаңҡып, башым эшләмәй башлай. Ғаиләмдә лә тыныслыҡ ҡалмай, холҡом сыҙап торғоһоҙ рәүештә боҙола. Шул ваҡытта сығып китәм мин мәркәзгә. Ҡомһоҙланып һаҫыҡ һауаһын еҫкәйем, асфальтын арып йығылғансы тапайым, алдаҡсы ялтыр-йолтор нурҙарына иркәләп танһығымды ҡандырам. Күргәҙмә-театр тирәһенә барып эләкһәм, күңелем урынына ултыра. Әхирәтемдең палантинына уранып, ялтыр клатчын ҡыҫып тотоп, яй ғына ялтыр мәрмәр иҙәндәрҙән уҙам, белгес кешеләй, стеналарҙағы төҫлө таптарҙы тикшерәм. Күптәренең исем-шәрифен белмәгән, әммә һәр береһенең төҫөнән үк интеллигентлыҡ, юғары зауыҡ бөркөлөп торған матур кешеләр менән фекер алышҡан булам. Ауылға ҡайтҡас та әле ниндәйҙер бәхет тойғоһо мине буйтым оҙатып йөрөй. Уйнай-көлә башлайым, бәғерем йомшара. Ғаиләмә наҙ бирерлек хәлгә киләм, ниһайәт. Ләкин күпмелер ваҡыттан үҙ-үҙемде тағы эстән кимерә башлайым, тағы көн бөтә. Эргәмдәгеләргә лә – беренсе сиратта, әлбиттә, үҙемә... Шуға әлеге мәжбүри командировкама бер яҡтан асыуым килһә лә, төптәге "мин"ем бәхеттән үрле-ҡырлы һикерә ине. Бығаса үҙ-үҙемде ғаиләмдән, мәшәҡәттән "урлап" алып ҡына киткәнемә ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо ла тыуып, тулы бәхеткә ҡамасаулай килде. Ә әле ул тойғо юҡ. Үҙ-үҙемде нимәнәндер азат итеп тоям – ғәжәп.


– Тимәк, Алланың ниндәйҙер ҡашҡа тәкәһенә ҡорбанға салынаһы бәрәс итеп һайланылар инде? – Тураһын әйтмәһәм дә, зирәк әхирәтем хәлде бик дөрөҫ аңланы. – Тоже мне ауыл хужаһы. Вазифалы сутенер! Эш килеп сығып, төҙөлөш башланһа, ул – ил арыҫланы, халҡына хеҙмәт итеүсе, ә һин – ҡулланып ташланған простыня булып тороп ҡалаһың инде...
Иренемде ҡымтып, баш ҡағып ҡына ҡуям.
– Берәй бәйләнеп, отворот-поворот алғайнымы әллә? – Рушанна тишеп ҡарай.
Тағы баш ҡағып ҡына ҡуям.
– Үс ала инде, хайуан. Йәнәһе, барыбер бәҫеңде башҡалар ҡулы менән булһа ла һыпырып, ҡойоп төшөрәсәк. Әле шул яҡҡа этәрә лә, киләсәктә риза булғаның өсөн битәрләп бер булыр әле... Әпәт эшһеҙ ҡалаһың инде. Ауылдан күсеп кенә китмәһәң, белмәйем. Ғәйбәтеңде сәйнәп, бәғереңде ашап бөтөр ул бәндә!.
Минең был хаҡта уйланғым килмәй. Тормоштоң аяуһыҙ икәнен Рушанна сәйнәмәһә лә беләм дә инде. Әллә ниндәй йөрәк эсендәге һыҙлауыҡ, әрнеү менән яратам бит шул төйәгемде. Яратыуым ғына яуапһыҙ. Урыҫтарҙың, ҡайҙа тыуғанһың – шунда ярағанһың, тигән әйтеме бар. Ә мин нишләптер яраманым. Бер кәрәгем юҡ минең уға. Артыҡмын. Утыҙҙан уҙҙым, ә йөрәгемдең, аҡылымдың, һәләтемдең бөтә көсөн һалып ауылымдың яҡшыраҡ яҙмышы хаҡына хеҙмәт итерлек урыным юҡ. Минең кеүек кәрәкһеҙлегенән алйып, бәрелеп-һу-ғылып йөрөгән күпме ауылдашым, ситкә сығып, солтан булды? Яҡташтарының ҡайҙалыр алыштырғыһыҙ оҫта, иҫ киткес белгес атын күтәреп йөрөүен ишетһәләр, бындағылар аптырап бер була: "Вәт һин уны, йүнһеҙ бәндә ине. Шул да күтәрелгәс, тфү..." Республикала билдәле генә бер яҙыусы әйткән: үҙебеҙҙә олтан ғына булыр өсөн дә, ситтә солтан булып йөрөп ҡайтырға кәрәк... Минең һымаҡ әрнеп, әсеп йөрөгән сағы булғандыр инде. Сит яҡ түгел, тыуған яғың мәнфәғәте өсөн йәш, дәртле энергияңды, хеҙмәтеңде бирә алһаң ине ул! Шулай уҡ ҙур, үтәй алмаҫлыҡ хыял микән ни был? Ғәжәп. Уйлап ҡараһаң, кемгә үпкәләргә? Бойомға ашҡан даһа бер хыялым – ауылымда йәшәйем. Тик был хыял миңә бәхет, күңел тыныслығы бирмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы!
– Ул ҡашҡа тәкә ниндәйерәк әҙәм инде?
Яурын ғына һелкетәм.
– Исем-шәрифенән башҡа бер нәмә лә белмәйем. Беҙҙекеләрҙең дә күргәне юҡ. Ҡайһы райондан икәндәрен ишеткәс тә, секретаршаһына тиклем һырт йөнөн ҡабарта, ти.
– Вазифалы түрә булғас, ул-был сараларҙа ҡатнашҡаны барҙыр бит, хет фотоһы баҫылғанмы?
– Юҡ, ти. Камералар алдында бөтөнләй ялтырап йөрөмәй, интервьюлар бирмәй. Кабинет кырнисаһы...
– Туй генералы түгел, ә һоро кардинал... Быныһы ҡурҡыныс. Тимәк, ул властың ысын тәмен белә. Кешеләрҙең яҙмышы менән үҙҙәренә лә һиҙҙермәй генә уйнарға ярата. Вазифаның тышҡы ымһындырған ҡиәфәте түгел, ә мөмкинлеге генә ҡыҙыҡтыра уны. Прям ҡурылған күкәй какой-то – үҙе крутой, үҙенең бер йөйө юҡ...
Уфтанып, байтаҡҡа шымып ҡалабыҙ.
– Бына нимә, Томасик, һин уға приемға барып тормайһың, аңланыңмы? Барыбер үткәрмәйәсәктәр, таныша алмаясаҡһың. Танышҡан хәлдә лә һин уже еңелеүсе булаһың. Иҫләйһеңме "Мастер и Маргарита"ла? "Үҙеңдән көслөләрҙән бер ҡасан да бер нәмә лә һорама". Минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең, шәт. Унда ярлы-ябағай бисәләре йөрөмәй. Клиенткаларҙан ипләп кенә һорашып, кем икәнен асыҡларбыҙ, белербеҙ, ҡоралланырбыҙ. Һинең үҙеңде тәртипкә килтерәһе бар. Ауыл һауаһын яратмаған кеше янына барыу өсөн үҙеңә "мәркәз саңы" ҡундырып алырға кәрәк.
Мин инде Рушаннаның иҫәпһеҙ банка-тюбиктарында бутанып, уларҙы кәметеп, хуш еҫле ваннала аунап сыҡҡайным. Төшкән ҡанаттарым яҙыла башлағайны. Болоттай күпереп торған йомшаҡ махровой халатҡа төрөнөп, иҙрәп ултырам. Рушаннаның "тәртипкә килтерербеҙ" тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа май булып яғыла. Бер ике-өс көн уның матурлыҡ салонындағы кушеткаларҙа аунау – ниндәй шатлыҡ. Беләм, уның ниндәйҙер шикле, бысраҡ ҡына бер батҡағын нисәлер минутҡа биткә һылап тороуҙың хаҡы – минең зарплатаның өстән бер өлөшө. Әммә Рушанна үҙе әйткәс, моғайын, сараһын табыр. Әндрәй ҡаҙнам юҡлығын белә лә инде. Ул уйҙарымды "уҡып" ултыра.
– Морду нарисуем, упакуем, подарочный бантик бәйләп ҡуйырбыҙ, уларын вис өҫтөмә алам. Әммә интеллектыңдың бөтә ҡырҙарын ялтыратып һушын алырға, извини, ярҙам итә алмайым. Ул яғы тулыһынса үҙеңдән генә тора. Шылдымы?
– Шылды.
Рушанна «информация» йыйырға салонына киткәс, мин дә, бушты-бушҡа ауҙармаҫтан, ниһайәт, "мәҙәни ял итергә" – күргәҙмә залдарының береһенә юлландым. Асылған ғына мәленә тура килһәң, ифрат ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға мөмкинлек тыуа. Әле лә бер күҙем литографиялар, гравюралар, офорттарҙың бормалы-бормалы линияларын тамаша ҡыла, икенсеһе менән тамаша-сыларҙы байҡайым. О-о-о, өмөтөм аҡланды; Шәрифә Ҡәҙимовна үҙе! Ғәжәп ҡыҙыҡ ҡарсыҡ. Йәше алтмыш тирәләре, әммә ундағы энергия – егерме йәшлектәргә биргеһеҙ. Нимә генә белмәй, кемде генә белмәй! Оҙаҡ йәшәгән кеше, ғөмүмән, күпте белә инде ул. Әммә Шәрифә апай, телмәрендә башҡа бер кем дә әйтә алмаҫ әйләнештәр ҡулланып, шундай ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора белә – ауыҙ асып тыңлайһың. Аҡыллы ла, хәтере лә үткер, ә теле тағы ла үткерерәк. Алыҫ йәшлегендә ул актриса булған. Төп театрҙарҙың береһендә төп ролдәрҙе алып барған. Ҡырҡҡа етеп барғанда, тәүге һәм һуңғы балаһын донъяға килтереү хаҡына, артистка карьераһын тамамлай. Хыял иткән ролдәре үкенескә ҡалмағанғалыр инде, йәшлеген дә һағынмай, көсәнеп матурланырға ла тырышмай. Бөтөнләй үткәндәргә барырға ваҡыты ла юҡ, буғай. Һәр саҡ эсе тулы идея, яңынан-яңы шөғөл... Етмәһә, ул бер кемдән дә, бер кем фекеренән дә ҡурҡмай. Шул тиклем әсе теле менән туп-тураһын ярып һала – ҡайһы саҡта һүҙҙәренән минең ҡолаҡ ояла. Актриса сағында ниндәйҙер спектаклдәге төп ыңғай героиняны тиҫкәре образ итеп уйнай. Режиссер кулиса артынан, йоҙроҡ күрһәтеп, ни эшләйһең, тип тызандай башлағас, тегене биш хәрефкә ебәрә. Сәхнәнән, та-машасы алдында! Зал шаҡ ҡата. Ә ул ваҡытта – Советтар Союзы тигән илдә йәшәгән саҡ... Шунан ни булыуы ҡыҙыҡмы? Башта әйтеп үтәйем, был ролде режиссер башҡа актрисаға биргән була, уның менән эшләй. Шәрифә Ҡәҙимовна ул ролде ғариза яҙып ҡына алып, дублер сифатында ғына үҙ аллы әҙерләй. Биш хәрефкә ебәргән көндән һуң спектаклдең популярлығы ҡот осҡос арта, һәм бөтә сығыштарҙа ла Шәрифә апай ғына эшләй, теге актрисаны иҫкә алыусы ла булмай. Ниндәй дыуамал холоҡ һәм рух ныҡлығы булған кеше менән таны-шыуымды аңлағанһығыҙҙыр. Шуға өҫтәп: түрә ни, ҡара ни, кеше икән – аралаша, кеше түгел икән – әллә ниндәй вазифа биләһә лә, әҙәмгә һанамай. Шәрифә апай алдында ҡылансыҡланып тороу артыҡ ине, хәлде уның стилендә ҡыҫҡа һәм яланғас дөрөҫлөк сағылған һүҙҙәр менән генә аңлатып бирҙем. Ул, әлбиттә, аптыраған да, йәлләмәшеш тә булманы. Күпме матурлыҡҡа төрөүле боҙоҡлоҡ донъяһында йәшәгән, барыһын да күргән-белгән кеше ләһә.
– Исем-аты кем тинеләр, тиң әле?
– Искәндәр Сәғитович шикелле.
 О, Шәрифә Ҡәҙимовна был кеше хаҡында, күрәһең, хатта бик хәбәрҙар. Хәтеренә төшөрмәксе булып уйланып та торманы. Әлеге һүҙһеҙ ҡалыуы уның мөмкин тиклем хәҡиҡәткә яҡыныраҡ һүрәтләмә өсөн теүәлерәк һүҙҙәр эҙләүелер. Әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, миңә бик оҙаҡ көтәм кеүек тойолдо. Үҙем Шәрифә Ҡәҙимовнаның йөҙөнә ҡарап, уның ни уйлағанын күҙалламаҡ булам. Апайҙың һүҙе, дөрөҫөн әйткәндә, хөкөм ҡарары уҡыған судьяныҡы дәрәжәһендә мөһим. Нисә йылдар аралашыу дәүерендә белеп бөткәнмен – ул бер ҡасан да яңы-лышмай. Бер-ике һүҙ ҡатыуҙан уҡ кемдең кем икәнен айыра торған һәләте бар уның.
– Һин миңә шуны әйт әле, Тамара: үҙеңә нисек тойола? Был эште атҡара алырһыңмы-юҡмы?
Яурын һелкетәм.
– Ә мин әйтәм: атҡарасаҡһың. Юҡ, һин аҙғын ҡатын түгел. Иҫәп-хисапҡа ҡоролған мөнәсәбәттәргә лә шулай уҡ һәләтле түгелһең. Һин просто – идея кешеһе. Һин нишләптер, ниндәйҙер идеяға үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә тейешһең, тип уйлайһың. Был осраҡта идея – тыуған төйәгеңә ошондай ысул менән булһа ла файҙа килтереү, хеҙмәт итеү. Мин дөрөҫ аңланыммы? Был хужаң нисектер шуны тойомлаған микән инде... Әгәр улай икән – ифрат үтә күреүсән мужик, хатта аптырата.
– Аптырарлығы юҡ, минеңсә. Ул быны бер ниндәй ҙә "үтә күреүсәнлек" арҡаһында түгел, ә хаслыҡҡа барып эшләй.
– Мәҫәлән?
– Минең уйымса, былай: ул отпуск хаҡында ғаризамды йыртып кәрзингә ырғытты һәм бер нисә көндән мине "за прогулы" эштән бушатты. Урыныма шым ғына, шыма ғына рәүештә үҙенең ҡыҙынмы, ҡәйенбикәһенме эшкә алды. Әлеге моментта коллектив эсендә мине бик әүҙем "сәйнәйҙәр" һәм боҙоҡлоғом кимәле хаҡында һүҙ йөрөтәләр.
– Һин артыҡ ҡара төҫтәр гаммаһында фекер йөрөтмәйһеңме?
– Юҡ, Шәрифә апай. Мин артыҡ ныҡ яҡшы күрәм. "Үтә күреүсәнлек" – ул миңә хас сифат.
– Кеше, әлбиттә, – иң аҡыллы хайуан. Эйе, аҡыллы, ләкин хайуан. Бәлки, һин хаҡлылыр ҙа...
– Кеше хайуан икән, тимәк, мин – терпе.
– Ха-ха-ха, бик ҡыҙыҡ фекер, ә ни өсөн?
– Сөнки дуҫтар һәм дошмандар арҡама шул тиклем дәрәжәлә күп энәләр төрттөрҙөләр, беҙҙәр, бысаҡтар ҡаҙанылар – мин инде терпенән бер ерем менән дә айырылмайым.
– Ну, Тамара, һиндә тел... Мин, әлбиттә, һине хайуанға түгел, ниндәйҙер бер аҫыл ҡошҡа тиңләр инем тиңләүен. Аҡҡошҡамы, торнағамы... Моғайын, һуңғыһыналыр – аҡҡоштарҙың аяғы оҙон булмай. Ә Искәндәр Сәғитовичҡа килгәндә, былай...
Мин Искәндәр Сәғитовичтың үҙен ныҡ яҡшы уҡ белмәйем. Әммә улар – юғары мөхиттә билдәле ғаилә. Минең бер коллегам, йәғни актриса инде, оҙаҡ йылдар уның атаһының һөйәркәһе булды. Береһе – сибәр, икенсеһе – бай һәм дәрәжәле. Ҡәҙимге союз, аңлап тораһың. Йәшлеге ирһеҙ ҙә, балаһыҙ ҙа үтеп китә башлағанын тойғас, теге артистка, быны ҡатынынан айырып, үҙенә өйләндермәксе, ауырға ҡала. Теге был хәбәрҙе тыныс ҡабул итә, бала булһа, әлбиттә, бергә булырбыҙ, тип вәғәҙәләй. Уның шундай мөнәсәбәтенән күҙе томаланған йәш ҡатын һыпырта поликлиникаға, иҫәпкә баҫырға. Гинеколог быны ҡарай ҙа ҡот отҡос һүҙҙәр әйтә: "Бала урод, кисекмәҫтән рәхим итегеҙ креслоға". Күҙ алдыңа килтер: кеше ни бары ҡаралырға ғына килгән. Тышта – сират. Бер анализ да эшләнмәгән, бер ниндәй абортҡа барғанда кәрәк була торған кәрәк-яраҡ алынмаған! Ә табип береһенән-береһе ауяһыҙ дәлилдәр килтерә, ҡурҡыта, ышандыра... Йәш ҡатын, шулай итеп, һына. Аборттан һуң һөйәренең шоферы фатирына алып барып, ризыҡ-фәлән ҡалдырып, бикләп китә... Ике аҙна ята өйҙә ҡанһырап. Япа-яңғыҙ, бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Нимә уйларға ла белмәй. Әлбиттә, шулай ята торғас, башы эшләй башлай тегенең. Нисек инде: поликлиника шарттарында аборт? Ул табип та бит әле, кеше-рентген түгел, Хоҙайҙың ерҙәге илсеһе лә түгел! Был бит һөйәре тарафынан ойошторолған тишек шыуманға ултырып ралли гонкаларында йөрөү түгелме һуң? Шундай шиктәргә төшөп, күҙе асыла башлағас, килеп керә теге сәскәләр тотоп. Ҡайғыра, барыһын да беләм, ниндәй ҡыҙғаныс һәм башҡалар, һәм башҡалар... Шулай уны мәкерҙә лә ғәйепләп булмай. Әммә факт: бала юҡ, булмаясаҡ та. Һөйәркә лә үҙ урынын аңларға мәжбүр. Ундай кимәлдәге ирҙәр өсөн ҡатын-ҡыҙ барыбер кеше, шәхес булып күренмәйәсәк, ҡыҙыҡһындырмаясаҡ та. Шуны аңлап, Томочка, һин үҙеңде алдарға ирек бирмә. Эмоцияларыңды һүндер, фәҡәт файҙа һығыу яғын ғына ҡара, отолмаҫһың.
Үҙем дә һиҙмәҫтән, бөтөнләй төшөнкөлөккә биреләм. Ошондайыраҡ бер тарихты кемдер һөйләгәйне. Бер ҡатын, шулай уҡ дәрәжәле берәүҙең һөйәркәһе, хоҡуҡһыҙ статусынан ялҡып, һөйәренә ультиматум ҡуя: йә өйләнәһең, йә һинең ҡырын-мырын эштәреңде фаш итәм. Тегеһе таныш профессор ярҙамында бисәне "һары йорт"ҡа мәңгегә тығып ҡуя. Шәрифә Ҡәҙимовнаның танышы бик еңел, хатта бәхетле ҡотолған – атҡаҙанған исемдәре лә бар, ҡала уртаһында дәү фатиры. Яңғыҙ башына – биш бүлмә. Япа-яңғыҙ ҡалыу өсөн һәйбәт түләүме был? Белмәйем. Был донъяла йәшәүҙе ике улымдан башҡа күҙ алдына килтерә алмау менән сағыштырғанда, нимә инде ул – фатир? Ул балалар килтергән шатлыҡты түгел, улар өсөн кисергән һыҙланыуҙарымды ла алыштырмаҫ инем. Бер байлыҡҡа ла.
Рушанна тышҡы ҡиәфәтемә генә түгел, күңел торошома ла ныҡлап тотондо. Хәҙер мин уның аутотрениг күнекмәләре яҙмаларын туҡтауһыҙ тыңлап йөрөйөм. Ҡыҙыҡ инде: башҡалар йәмәғәт транспортындамы, башҡа ерҙәме – музыка тыңлап кинәнә, ә минең МРЗ плеерҙа – үҙ-үҙеңде түбән баһалауҙан ҡотолоу буйынса курстар. Файҙаһы шулай ҙа бар. Ысынлап та ниңә үҙ-үҙем хаҡында фекер башҡаларҙың миңә ҡарата әйткәненән бойондороҡло булырға тейеш әле? Тышҡы температураға ҡарап хәрәкәтсәнлеге, йәшәүе үҙгәреп торорға һалҡын ҡанлы бөжәк түгел дә мин? Минең үҙ йөрәк-ҡан системам бар. Тәнемдең йылыһы үҙемдән генә тора бит. Кейем кейеү-сисеү – бер ярҙамсы аспект ҡына. Үҙ-үҙемде эстән дә, тыштан да тәрбиәләү һөҙөмтәһен бирҙе шулай ҙа. Рушанна шатлана, үҙ-үҙеңде тотошоң һөйөклө, көйәҙ ханымдарҙыҡына оҡшай башланы, ти. Элек ул нимә бирһә, шуны һөртөп, нимә ҡушһа, шул процедураларҙы үтәп торһам, хәҙер "быныһы миңә оҡшамай" тип һайлансыҡлайым. Бутик-фәләнгә керһәм, эргәгә һатыусы-консультант йүгереп килеп етмәһә, ошо ла булдымы магазин, тип танау йыйыра башлайым. Ауылда арлы-бирле сәс тарап, 10 тәңкәлек помада һөртөп эшкә йүгерһәм, әле бит тиреһен ҡала һауаһынан төрлө кремдар, тон, пудралар ярҙамында ышыҡлап, сәләмәт ҡыҙыллыҡ йүгертмәйенсә урам буйына аяҡ та баҫмайым.
Рушанна клиенткалары аша кәрәкле информацияны белешеп тора. "Минең объект" үҙебеҙҙекеләр ҡуйған тамаша-фәләндәргә танауын да күрһәтмәй икән. Тик Мәскәү, Питер йә сит илдән килгән ныҡ супер-пупер класик йырсы, оркестрҙарҙы тыңларға камерный залға ғына йөрөй. Ундағы билет хаҡтарын бер күреп аһ иткәйнем инде. Ошо арала шундай кимәлдәге бер концерт көтөлә икән, унда эләгеп булһа, Сәғитович менән осрашып, танышырға форсат тейеүе мөмкин. Ярай әле, Рушанна иң шәп профессионалдарҙан һанала. Ул булмаһа, ниш-ләр инем: бер клиенткаһы үҙенең яратҡан косметологына шундай бүләкте йәлләмәгән – vip-ложаһынан урынға билет алып биргән. Ҡотолғоһоҙ көндөң килеп етеүенә ышана башларға тура килде. Тиктомалдан йөрәк лепер-лепер итеп ала ла китә. Йә ваҡыттан үтмәүен, «яу көнө» кисектерелеүен теләп баҙап ҡалам, йә был ғазаплы көтөүҙең инде тиҙерәк үтә һалып, бар нәмәнең асыҡланыуын теләй башлайым.
Театрға барырға киске күлдәкте үҙем һатып алырға булдым. Ошо йәшкә етеп, матур, нәзәкәтле күлдәгемдең булғаны ла юҡ ине бит. Хәйер, кәрәге тейгәне лә булманы, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡайҙа ғына кейә алам мин уны? Итәге менән ер һеперерлек оҙон ҡупшы күлдәк менән эрзинкә итек кейеп, ауыл батҡағына бата-сума клубҡа барып булмай ҙа инде? Етмәһә, ул киске күлдәк алырлыҡ аҡса өсөн миңә баш күтәрмәй кәмендә өс ай эшләргә кәрәк. Ярамағанмы ни беҙ бахырға ҡытай алам-һаламы, тиһең дә ҡул һелтәйһең... Ә әле юҡ, шундай мәл килеп етте – үҙемде сибәр ҡатын-ҡыҙ итеп тойғом килә. Ғүмер шундай ҡыҫҡа, йәшлек шундай тиҙ үтә! Исмаһам, ҡарт ҡарсыҡҡа әйләнгәнсе бер генә тапҡыр булһа ла бала саҡтан хыял иткән затлы күлдәк кейеп ҡарарға хаҡым барҙыр бит?!
Киске күлдәктәр һатылған бутикта күҙҙәр ҡамашты. Улар шул тиклем күп, төрлө-төрлө – ҡайһыһын һайларға белмәй аҙап ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, барыһын да кейеп ҡарағы килә. Затлы бәрхәт тә оҡшай, күбәләктәй нәфис, йылҡылдап торған органза, шыма, ауыр атлас... Ә фасондары һуң? Эсәк кеүек, тәнгә һылашып торғаны ла мине боҙмай. Өҫкө яғы һығып торған корсет, ә итәге болоттай ҡабарып, әкиәттәге принцессаны хәтерләткәне лә күҙҙе ҡыҙҙыра. Ә боронғо ампир стилендәге нескә тауарҙан иҫәпһеҙ-һанһыҙ драпировкалы күл-дәктә мин антик скульптураларҙа һынландырылған грек алиһәһенән кәмме ни?! Бер нисә сәғәт һайлана торғас алған күлдәкте күреп, Рушаннаның кәйефе ҡырылды.
– Ошо униформаны хәтерләткән сепрәкте һин иң арыуы тип таптыңмы? – Ул күңеле ҡайтыуын йәшерергә лә маташмай. – Төҫө ваще шедевр – көйә күбәләгенең тағы ла нығыраҡ төҫһөҙләндерелгән варианты.
– Ул шулай күренә, ә минең тәнемдә – бик ҡупшы буласаҡ.
– Һинең килбәтеңде септә лә боҙа алмай, әлбиттә, әммә шулай тип кенә киндер тоҡ кейеп йөрөп тә булмай инде!
– Юҡ. Рушанна, һин хаҡлы түгел! Ниндәй көйә күбәләге төҫө булһын? Белгең килһә, был – торна һырты төҫө.
– О-о-о, Тамарик, һинең менән эпитет, метафора өлкәһендә ярышып булмай, әйттең тек әйттең. Торна, имеш, табылған аҫыл ҡош. Матурлыҡ символы булып бүтән ҡоштар һанала, белгең килһә, Мәҫәлән, тауис...
– Бәлки, тутыйғош, тип тә өҫтәрһең, зауыҡһыҙлыҡ символы, ә? Ысынында иһә, ысын идеал тауис та, күгәрсен дә, аҡҡош та, хатта һандуғас та түгел. Ә торна!
– Хәҙер ниндәйҙер тотемистикаға төшөп китәһең инде, ҡуй, бәхәсләшмәйек, һин барыбер еңәһең.
– Юҡ, тотемдарға, тарихтарға төшмәй генә иҫбатларға уйлағайным.
– Нисек?
– Ишеткәнең бармы: "Һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма" тигәнде?
– Әлбиттә. Ысынлап. Бер яҡтан, һин хаҡлы ла шул. "Һауалағы торна" – идеал, "ҡулыңдағы сәпсек" – үҙ тиңең.
– Үҙ тиңең, имеш. Һинең нимәгә, кемгә тиң икәнде кем белә һуң? Ғүмер буйы һауалағыһына ынтылма тип тыйып, ҡанаттарыңды ҡырҡып торған перестраховщиктармы? Ниңә һин гел уларҙы тыңларға, баҫылырға, йәнең теләгәнеңдән баш тартырға тейеш? Рушанна, үҙең уйлап ҡара, бәлки, тирә-яҡтағы һин – сәпсек, һәм сәпсеккә генә лайыҡ, тиеүселәр һуҡырҙыр? Әгәр һин үҙең торна булһаң, ә быны үҙең дә белмәһәң? Бәлки, ниһайәт, сәпсекте бер яҡҡа быраҡтырырға ла һауалағы торна артынан осорғалыр, ә?
– О-о, Тамара... – Рушанна күҙҙәрен тәгәрәтеп баҡты. – Әйтәм бит, са-ғыштырыу, үткер тел өлкәһендә һине еңеп булмай. Мин бөтөнләй башҡа ла алмаған әллә нәмәләр хаҡында фекер йөрөтәһең. Етмәһә, үҙ уйыңды кешегә һеңдерерлек тәьҫир итергә ниндәйҙер ярһыу көс бар үҙеңдә. Батшабикә Томирис һин, Тамарик – комарик ҡына түгел. Шулай итеп, һин был торна төҫөндәге күлдәктә күптәр өсөн – буй етмәҫлек хыял, ә бер һунарсы өсөн ҡомар уятырлыҡ табыш булаһың...
– Бәлки, табыш, бәлки, табышмаҡ, тигәндәй.
– Ә шулай ҙа, майк-ап һәм прическа өлкәһендә минең фекер доминанта булыр, тип өмөтләнәм, хөрмәтлем.
– Рушанна, кешесә һөйләш, куртуаз телмәр бит минең стиль.
– Нимә тиҙәр әле, тиреҫтә соҡоноп, буҡҡа буялмай булмай, тигәндәрме?..
– Ҡара һин уны! Мине нимә менән сағыштырҙы!
 Күлдәкте кейеп күрһәткәс, Рушаннаның күңеле урынына ултырҙы.
– Һин хаҡлы, – тине ул, иғтибар менән тикшереп сыҡҡас. – Матур прическа, сағыу макияж менән күлдәк бәхәсләшмәйәсәк. Етмәһә, фасонының тағы бер үҙенсәлеге бар: бындай иҙеүгә бриллиант һәм башҡа ҡиммәтле биҙәүестәр тағыу кәрәкмәй. Өҫкө яғы – эшлекле ханымдарса, ә итәк – романтичный.
– Ә арты – в меру эротичный, – тип көлөп боролдом мин.
– Эйе, төҙ, матур артҡа күрелеүҙән зыян юҡ. Урам буйында, ана, ҡыҙҙар йөрөй, автобусҡа менергә бер аяғын күтәрһә, бөтә ярымшарҙары асыла. Күп ашаһаң, майлы бутҡа ла ялҡыта. Ул ирҙәр яланғаслыҡтан хәҙер ялҡып бөткән.
– Шулай, ҡатын-ҡыҙҙың хәҙер сере ҡалманы. Бөтә эске нәмәне тышҡа әйләндереп сығарып, ҡағып бөттөләр.
– Сәғәт тағырға кәрәкмәҫ. Беренсенән, һинеке арзанлы, икенсенән, ваҡыт һораған булып танышыу башларға ҡамасаулай. Өсөнсөнән...
– Өсөнсөнән, бәхетлеләр сәғәт һанамай, ә мин бик бәхетле ханым ролен башҡарам.
– Сәпсим үк түгел, кәнишне. Бәхет түп-түңәрәк булһын өсөн Сәғитович абзыйыбыҙ кеүек аҫау ир-егет менән танышлыҡ вә ҡайнар дуҫлыҡ ҡына етмәй. Һәм ул шуға ышанырға тейеш.
– Уф, – мин, битемде ҡаплап, диванға бөршәйеп яттым. Бер нәмә лә белге килмәй, эшләге лә килмәй. Тик юҡ булғы килә. Үлге түгел, ә юҡ булғы – һәм бөттө. – Шул тиклем иртәгәнән ҡурҡам.
– Бөгөн әҙерәк истерить итеп ҡалырға ярай. Әҙерәк илап алһаң да зыян булмаҫ. Әммә шешенерлек итеп түгел. Бөтә нәмә эҙһеҙ үтергә йәш саҡ түгел, үҙең аңлайһың. Тик иртәгә бындай икеле-микеле уйҙарға ла, үҙеңдә шикләнеүгә лә урын ҡалмаһын, ишетһен ҡолағың.
...Баштан-аяҡ күрһәткән ҙур көҙгөгә сағылыш шикләнеүҙәргә урын ҡал-дырманы. Стилист үҙ аҡсаһын тулыһынса аҡлаған – тыңлауһыҙ сәстәрем ыҫпай, килешле. Телевизорҙан ғына арлы-бирле күреп-белгән бер нисә "таныш" та күренә. Ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар төбәлгәнен дә тоям. Концерттан һуңғы фуршетҡа эләгергә мотлаҡ шундай ҡараштарҙың береһен атҡан ир-ат затын эләктереү – әлегә төп бурыс. Театр, концерт залдарына яңғыҙ йөрөргә яратмайым мин. Сөнки тамашаны барған ваҡытында уҡ, тегеһе былай, быныһы тегеләй түгел, тип тикшереп-сәйнәп, фекер уртаҡлашып ултырырға яратам. Сәхнәләген ауыҙ асып ҡарап, һәр сығышҡа һоҡланып, бер туҡтауһыҙ ҡул сабып ултырған тамашасылар араһында ултырыу – яза. Ҡайһы берҙә яратмағаныраҡ әртис, йыр-фәлән булһа, телгә килгән үткер-үткер мыҫҡыллы комментарийҙарҙы һөйләй алмай тонсоғоп үлә яҙам. Кешеһенә тура килһәм – хөрриәт. Шыш-быш һөйләшеп, шырҡ-шырҡ көлөп, тамашанан кәйеф күтәрелеп сығам. Әлеге яңғыҙлығым ваҡытлыса ғына, тип өмөт итәйек. Юлымда осраясаҡ кешеләрҙең күңеленә мәрхәмәт һал, Хоҙайым.
Минең яңғыҙлыҡ, ысынлап та, көтөлгәндән дә ҡыҫҡараҡ булмаҡсы. Концерт башланмаҫ элек үк эргәләге урта йәштәрҙәге, уртаса размерҙағы "ҡорһаҡ" зауығыбыҙҙың һәм урыныбыҙҙың тап килеүен осраҡлы ғына түгел икәнлеген билдәләп, һөйөнөү билдәләре һиҙҙерҙе. Бының шулай икәнлегенә ризалыҡ белдереп, мин дә керпектәремде елбәҙәк кенә елпелдәтеп алдым. "Тояҡтар"ым буйлап ҡарашының тегеләй-былай йөрөүенә һарыуым ҡайнаһа ла – түҙәм. "Тома, тыныслан, был ни бары – бизнес, –" тип эмоцияларымды тәртәгә типкеләп индереп ҡуям. Әммә күпмелер ваҡыттан минең тырышып-тырышып барлыҡҡа килтергән тыныслыҡ стенаһы Берлиндыҡы һымаҡ ыуалып төшөрлөк хәл булды: ике метр самаһы ғына алыҫлыҡта үлтергес таныш профиль күреп ҡалдым. Тәүҙә ме-йеләге сканер уны идентифицировать итмәй маташты. Таныш? Эйе, таныш. Бик ныҡ? Хатта ныҡ. Ә ҡасан? Мейеләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәштәләрҙә "саңланып" ятҡан меңдәрсә осраҡтар, хәл-ваҡиғалар, сәйәхәттәр, тамаша-тапшырыуҙар, байрам-һабантуйҙар барланып сығылды. Күҙ алдына килгән "интерактив таҡта"лағы информацияны барлай торғас, ҡолағыма шыпырт ҡына: "Вот ты и стала женщиной" тигән аказ салынды. Аптырап, ян-яғыма ҡарап алдым. Ҡолаҡҡа ғына шыбырҙарлыҡ бер кем юҡ. "Бына ғәжәп,"– тип эстән әйтеп тә өлгөрмәнем, башыма күҫәк төшкәндәй шаңҡытып, хәтерем асылып китте. Бына кем ул! Минең яҙмышымды пыран-заран килтергән, иң ҙур хаталарымды яһарға этәргән әҙәм дәһә! Был донъялағы иң ҙур хатам – иң көслө, дыуамал хистәр дауылына бирелеүсәнлегем. Ә ул – шул хистәр дауылын ҡуҙғыта, дөрләтеп ебәрә белеү оҫтаһы. Минең ғүмерлек нәфрәтем һәм ҡәһәрем. Минең әлеге уңышһыҙлыҡтарымдың барыһында ла шул ғына ғәйепле. Теләгән һөнәремә уҡып, теләгән эшемдә эшләмәүемә, бала саҡ хыялдарымдың тормошҡа ашмауына, ғүмер буйы үҙ-үҙемде "ашап" йәшәүемә, ғөмүмән, ысын мәғәнәһендә йәшәмәүемә... Һәм бына ултыра Ул – бәләләрем сығанағы. Сашка, Красавчик Сашка. Был аяуһыҙ Ваҡыт уны һәр ваҡыттағыса иркәләп һыйпап ҡына алған. Ул һаман күҙ ҡамаштырғыс сибәр. Шул умырып бирелгән сибәрлек баһаһын әле өҫтәлгән сикә көмөштәре тағы ла арттырған. Ниңә инде уның бер үҙенә шул тиклем? Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йоморға, башымды борорға тырышам, килеп сыҡмай. Эсемдә ҡайнаған хистәр дауылы шул тиклем көслө – уны хатта күреп, тотоп, ипкенен тойоп ҡарарға ла була. Бына улар бер йоҙроҡ булып уҡмаштылар ҙа Сашкаға табан сойорғонолар. Улай ғына ла түгел, яңағына барып тейеүен Сашка үҙе лә һиҙҙе, хатта бәүелеп китеп, битен һыйпап алды. Һәм...һәм аптырап туп-тура миңә ҡарашын күтәрҙе. Ҡараштар осрашыуынан ток һуҡҡандағылай тертләп, мин күҙҙәремде ҡабаланып сәхнәгә төбәнем. Һиҙеп торам: ул да боролдо. Шунан файҙаланып, мин тағы уның камилдарҙан-камил профиленә текләйем. Минең ҡараш көйҙөрәме икән әллә? Тағы күҙҙәр осраша. Дежавью. Был хәл ҡасандыр, ун нисә йыл элек булғайны. Бына ул, бер аҙ халыҡ массаһы таралыбыраҡ, йөрөрлөк мөмкинлек тыуғас, миңә ҡасырлыҡ урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп ҡамап килеп баҫа һәм бындайыраҡ фраза менән һүҙ башлай:
– Танышыуҙың бындай формаһын өнәмәйем һәм ҡулланмайым. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр әйтергә мәжбүрмен: таныш булайыҡ, мин – Сашка.
Стоп! Ул бит инде Сашка түгел. Хәйер, ул ваҡытта ла ысын исеме хаҡ мосолманса ине. Башҡорт егете бит ул. Уның йөҙө-төҫө хандар, мырҙалар заманынан уҡ һайланып ҡына ҡушылған ҡан һөҙөмтәһе икәнен "ҡысҡырып" тора ине. Иҫ киткес нәфис, төҫ-йөҙ һыҙаттары, аристократ һәм интеллектуал. Ысын арий. Мин милләтсе түгел-түгелен, әммә бергә уҡыған татар ҡыҙҙарының тәьҫире һө-ҙөмтәһендә матур, сибәрҙе "башҡортҡа оҡшаған" тип әйтергә өйрәнеп киттем. Тегеләр һылыу ҡыҙҙарҙы гел "татарға оҡшаған" тип ҡылыҡһырлай торғайны. Тәүҙә ишетеүгә сәйер һымаҡ ине, аҙаҡ уларҙың үҙаң кимәле юғары булғанлыҡтан шулай тиеүҙәрен аңланым. Үҙ милләтең матур булып күренеүе ғәйепме ни? Мин хәҙер Дженифер Лопесҡа ла "сибәр актриса" тип түгел, "башҡортҡа оҡ-шаған" тип маҡтауымды белдерәм.
Шулай итеп, тәү ҡараштан күҙем төшкән был егет тә башҡортҡа оҡшаған ине. Аҙаҡ уйым дөрөҫләнде. Юҡ, һораманым, нишләптер үҙе танышлыҡтың өсөнсө минутында уҡ "Башҡортса беләһегеҙме?" тип һораны. Ниңә улай тине? Белмәйем. Вот, башты юғалттым тек юғалттым. Шул тиклем дә "егет" тип аҡылды юйып була икән. Бәләкәй саҡта китап-фәләндән бәләкәйҙән сибәрлеккә, татлы һүҙгә ышанып, егетенән алданып ҡалған ҡыҙҙар хаҡында ғибрәтле тарихтарҙы күп уҡыным. Миңә ул бер нисек тә ҡағылмаҫ һымаҡ ине. Сөнки, ниш-ләптер, бөтә классс ҡыҙҙары ғашиҡ булған сибәр егеттәр минең йөрәк ҡылдарын сиртмәй торғайны. Минән күберәк күргән, күберәк белгәндәр генә ҡыҙыҡ ине. Шулай тура килде, ҡәһәрең: Сашка сибәр генә түгел, иҫ киткес аҡыллы ла, күп ерҙәр күргән дә, мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы ла, көслө характерлы ла булып сыҡты. Уның үҙенә буйһондора торған сихырлы бер көсө бар ине. Мин, тәкәбберлек сире менән апаруҡ сирле ун һигеҙ йәшлек туташ, күҙе асылмаған көтөй кеүек, уға эйәрҙем. "Эйәрҙем" тип әйтеүем күсмә мәғәнәлә, әлбиттә. Аяҡтарым менән түгел, күңелем менән эйәрҙем. Уның фекерҙәрен, баһаламаларын, мөнәсәбәтен, күҙаллауҙарын – барыһын да бәхәсһеҙ хәҡиҡәт итеп. Уның үҙен – идеал тип ҡабул иттем. Беҙ сәғәттәр буйы һөйләшеп ултыра ала инек. Бөтөнләй үҙемдән яҙмағанмын, күрәһең, – мине ҡыҙыҡһынып тыңлай һәм үҙенә тиң әңгәмәсе итеп һанай ине. Әйткәне лә булды: дуҫтарына, һөйләшеп ултырабыҙ, тиһә, тегеләре бот сапҡан. Нисек инде? Ҡыҙҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләшеп була тиме ни? Улар бит – ярымкешеләр, һоро матдә урынында – алһыу кеҫәл... һәм башҡалар, һәм башҡалар. Мине шунда нимәлер сәнсеп алды. "Уның дуҫтары, тимәк, мине бер ҡасан да ҡабул итмәйәсәк". Был тойғо көсәйә генә барҙы. Ул – аҡыллы, сибәр, юғары ҡатламдан. Ә мин? Ни бары ҡәҙимге колхозсы балаһы. Быуаттар буйына тик зәңгәр ҡан аша ғына күсә килгән ҡайһы бер холоҡ һы-ҙаттарына, айырым мәҙәнилеккә сәсрәп киткәнсе тырышһаң да, тәрбиә менән генә өлгәшеп булмай. Тимәк, мин уға тиң түгел. Йәшлек үҙенекен итә – аралағы упҡынды бөтөнләй күрге килмәй ине. Шул тиклем уға оҡшағым, уны үҙемә ғашиҡ иткем килә, шул тиклем! Ә ул был йәһәттән үҙен ағай, күпбелмеш итеп тоя, аҡыл һата. Ул бит миңә киләсәк тормошомдо ла һүрәтләп бирҙе бер заман. Сираттағы бер сәкәләшеү ине. Ул инде байтаҡтан гормондары уйнаҡлауының танһығын ҡандыра алмай талағы ташҡан, ә мин нисәнсе ҡабат юғалтырға теләмәгән ҡыҙлыҡты араға кәртә итеп ҡуям. Физик көс ҡулланыу, хатта стенаға ҡаҙаҡ ҡағырға кәрәк булһа ла – уның өсөн түбәнлек булғас, татлы һүҙҙәргә генә иреп төшмәгәс, ул бөтөнләй икенсе тактикаға күскән.
– Һаҡлаған булаһың инде туйға тиклем. Ә буласаҡ ирең быны һанға һуғыр микән? Мин иркәләгән кеүек наҙлай белерме? Ҡыйыулыҡ өсөн берәй яртыны кәгеп, көсләп төшөр ҙә хырлап йоҡлап та китер. Иртәгәһенә хатта һинең ҡыҙ булғаның-булмағаныңды иҫләй ҙә алмаҫ. Ул ғына ла түгел, "ҡыҙ инем" тиһәң, нимә, минән башҡа бер кем дә ҡараманымы ни, тип кәмһетер. Шуны теләйһеңме? Һиндә, әлбиттә, ханжеское воспитание. Ул – ярамай, был – гонаһ, тип һеңдереп үҫтергәндәр. Һиңә ярамай тип тыҡыйҙар, ә үҙҙәре эшләйҙәр. Шулай тү-гелме ни? Ә был гонаһ түгел, был – ни бары тормош, ни бары ысын-барлыҡ!
Хәҙер аңлайым: был ни бары сираттағы атака тактикаһы булған. Уның яратыу һүҙҙәренә бирешмәгәс, ул иң көслө ҡоралды ҡулланған – үҙ-үҙеңә мөнәсәбәтте. Мин уйланып ҡалдым, ҡайҙалыр киләсәктәге "мин"де, йәғни үҙ-үҙемде йәлләнем. Ә үҙ-үҙеңде йәлләү шул тиклем көслө нәмәкәй – шунда уҡ «көрәшергә, еңергә, үтеп сығырға» тигән ниәттәреңде, көстәреңде, мөмкинлектәреңде ҡыра һуға ла ҡуя. Үҙ-үҙемде яҡларға минең ихтыярым бөттө һәм...
"Вот ты и стала женщиной" – тине ул. Үҙенсә наҙлап, шыбырҙап ҡына әйтте. Ә ысынында иһә үҙ-үҙенән ҡәнәғәтләнеп әйтте ул, үҙ-үҙенән! Мин дә шәп инде, һәтәү! Уның әйткәненә башкөллө ышан да үҙ яҙмышыңдың бәхетле булырынан төңөл дә ҡуй, имеш. Ниңә, эш туйға тиклем барып еткәс, нишләп ирем мине яратмаҫҡа тейеш? Ниңә мине хөрмәт итмәҫкә тейеш? Ә ниңә, ғөмүмән, ул туйҙа лаяҡыл эсергә тейеш? Аҡты ҡаранан айыра ла белмәгән сәпсим алйот кеше түгел бит мин, моғайын, үҙемә лайыҡлы, арыу егет һайлаған булыр инем?! Бындай уйҙар үҙен хөрмәт иткән ҡыҙ башына ғына киләлер. Минең кәмһенеүем көслөрәк булып сыҡты – айыҡ баш түгел, эмоциялар иркенә бирелдем. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ Сашка ниңә миңә өйләнмәҫкә тейеш ине һуң? Үҙемде аҡыллыраҡ тотһам, эмоцияларға ирек ҡуймаһам, уны үҙемә өйләндерә алған булыр инем. Ул бит бәлиғ булмаған бала түгел ине. Үҙ тормошон ҡорорлоҡ йәшкә еткән, миңә ҡарата йылы хистәре лә бар. Ә иң мөһиме – ул иҫәп-хисап, ике йөҙ-лөлөк, алдаҡ мал-монаят өҫтөнлөк алған, ялған ҡиммәттәр менән тулған үҙ донъяһынан ялҡҡан ине. Ихлас мөнәсәбәткә, мөхәббәткә, ябай аңлашыуҙарға һыуһаған сағы... Ул төн уның хистәрен һыуындырмағайны әле. Эште мин үҙем боҙҙом – кәмһенеүемә кереп бикләндем, ихласлығымды юғалттым, яҡты киләсәгемдән төңөлдөм. Барыбер Сашка мине ташлаясаҡ. Мин уға тиң түгел, тинем үҙемә. Шулай килеп сыҡты ла.
Ҡара ҡайғыларға ҡалып ҡайтып төштөм әсәй йортона. Иң ныҡ ҡурҡҡаным – ауырға ҡалыу ине. Уф, донъяла йәшәмәүең мең артыҡ. Ҡыҫҡаһы, бер айым әжәл көтөп уҙҙы. Йоҡола ғына әҙерәк онотолоп алам да, төшөмдә иптәш ҡыҙҙар менән дискотекаға сығып, минең ҡайтыуҙы йәки тағы берәй сәбәпте "йыуғанда" ғына уянып китһәм, әсәй ҡарсыҡ йәнде ашап бара. Саҡ ҡына ла ҡыҙыҡһынманы, иғтибар итмәне микән ни ул ҡыҙының кисерештәренә? Көноҙоно минең эш-кинмәгәнлегемә, йүнһеҙ, изгелекһеҙ бала булғаныма бәғер итемде өтә. Йәнәһе, ул ашарын ашамай, кейерен кеймәй мин тип йәшәгән, мине табырға һаулығын сарыфлаған, уҡытам тип күпме расходланған. Мине аҫрағансы, берәй быҙау аҫраһа, лутсы изгелек күрер ине. Бына шулай. Хәмер менән бер аҙ йөрәкте баҫмаһам, ул хәл иткес айҙы үткәрә лә алмаҫ инем. Берәй аҡыллы ҡатын-ҡыҙ булһа, үҙен ҡулға алған булыр ине. Йөклө түгелмен – һәйбәт, тимәк, артабан йәшәүҙе уйларға кәрәк, тип тормошон яйға һалыуҙы хәстәрләр ине. Ә мин, барыһы ла асыҡланғас та, кире ҡалаға китеп, уҡыуымды дауам иттереүҙе ҡай-ғыртманым. Тауыҡ та, ваҡыты еткәс, үҙ себешен янынан суҡып-суҡып ҡыуа башлай. Ә мин ғаиләмдә һәр саҡ артыҡ «суҡыш» булдым. Әллә ниндәйҙер сит оянан килеп эләккәнмен? Белмәйем. Суҡыу ғынамы – бәғереңде телә, теле менән бысаҡһыҙ һуя. Бер яҡтан мин уны аңлайым. Әлеге аҡылымдан сығып, әлбиттә. Илдә бер сибәр булған аҡыллы ҡыҙың тиктомалдан, дипломға ла йыраҡ ҡалмағас, уҡыуын ташлап ҡайтһын да керһен. Ана, алкаш тип даны сыҡҡан йыбытҡы Нәзиләнең дә никтыуҙы ғына ҡыҙы уҡып йөрөһөн. Һәр бер таныш хәлгә кергән бу-лып, йәлләү тулы ҡараш ташлап, кәмһеткес һорау бирә: "Нимә, ҡыу-ғандармы?" – йәнәһе...
Ысынында иһә минең "баҙар" юғары ғына ине. Үҙ ауылымда, үҙ ғаиләмдә һанламаһалар ҙа, мәркәздә баһамды белдем. Башым да эшләй, конкурентлылыҡты ла, бирешмәй, йырып сығам икән. Шулай булмаһа, төркөмдәштәр араһында һынау үтеп, үҙ коллекциям менән конкурста ҡатнашырға хоҡуҡ яулар инемме? Республиканың төрлө ерҙәренән йыйылған һәләтле кешеләр араһында. Төштәремдә күреп һаташа инем шул коллекциямды... Инде фасон һүрәттәре лә эшләнгән, кәрәкле туҡымалар һайланған, өлгөләр киҫелеү өҫтөндә. Теге йәки был моделде подиумға кейеп сығырға һайлап алған төркөмдәш ҡыҙҙарым ҡанатланып йөрөй... Осраны бит шул мәлдә теге ҡәһәр һуҡҡан бәндә! Башымды әйләндерҙе, йөрәгемде урланы, бөтөн яҙмышымды пыран-заран килтерҙе лә... Әле һаман ярсыҡтарын йыйып, бөтәштерә алмай яфаланам. Шул мәлдә тормошом кирегә китмәгән булһасы! Конкурста призлы урын алып, берәй ательеға эшкә барып, аҙаҡ, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, үҙ эшемде асып ебәргән булыр инем инде. Нимә-нимә, һәләтем дә, эшкә һерелегем дә бар ине. Иң мөһиме, ул саҡта ниндәйҙер амбицияларым, эсемдә утым бар ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер – эсем тулы үкенес. Һәм бер нәмәне лә үҙем теләгәнсә бороп ебәрә алмауыма, көсһөҙлөгөмә асыуым ғына килә. Шулай. Мин бер заман күңелсәк һәм өмөттәр тулы, яҡты ҡарашлы, яҡшы кәйефле кеше инем. Ә әле шул асыу, үс, кәмһенеүҙәр тулы бер әҙәм. Мин хатта туйҙарҙа матур итеп ҡотлау әйтә, яҡшы теләктәр теләй белмәйем. Бына шундай туң күңел.
Туйҙар инде минең өсөн мөхәббәт байрамы түгел. Барыһына ла шул Сашканың күрәҙәлеге ғәйепле. Барыһы ла ул юрағанса килеп сыҡты. Әммә бер нәмәлә ул яңылышты: туй төнөндә тотоп көсләйәсәк ир генә түгел, мин үҙем дә иҫерек инем. Бер кемгә лә кәрәкмәгән артыҡбаш тормоштоң шулай тамамлауын "туйланым". Ни тиклем алйот булынған йәш саҡта! Ғүмер саҡ башланған саҡта "бөттө барыһы ла" тип төңөлсәле!
Мин үҙемде артыҡ кеше итеп тойған ғаиләнән ҡотолдом. Ә икенсеһенә, шулай уҡ мине артыҡбаш һанағанына, барып ҡаптым. Нимә эшләһәм дә – килешмәй, оҡшамай. Һәр һүҙең – урынһыҙ. Нимәнелер урынынан шылдырҙыңмы – ҡулайһыҙ. Таҙартырға уйлаһаң – әрпеш. Ул тиклем үк йүнһеҙ бала түгел инем, килен булғас, ҡарышҡан кеүек бит ул – һауыт-һаба йыуам тиһәң, тап шул ҡәйнәнең ҡәҙерле генә шәшкеһе мотлаҡ ҡулдан ысҡынып төшөп китә. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә берәй быяла-фарфор нәмә ватмай тормай, билдәле. Бер нәмәне лә ватмаҫ өсөн бер нәмә лә эшләмәҫкә кәрәк. Нишләп шундай яңылыш ҡына осраҡты миңә булһа: "Ҡоротҡос, донъямды пыран-заран итергә килгән" тип, ә ейәнсәренә: "И-и, балам үҫкән, кәсә тоторға эшкингән" тип баһалағандыр инде ҡәйнә тигән есемдәр? Үҙ-үҙемде уның ҡаршыһында яҡларға, һүҙемде һүҙ итергә минең хатта башыма ла килмәй. "Күрә алмайым ошо өйҙө, мәңге кермәҫ инем", – тип берәй мөйөштә һығылып илайым да, барып төртөлөр башҡа ерем булмағас, баҫылам. Әйләнгән һайын иренән айырылып ҡайтҡан-киткән килендәрҙе әсәйем һәр саҡ хөкөм итте, беләм. Бер оронсоҡтан ҡотолоп тын алып ҡалғас ҡына, ике оронсоҡ булып ҡайтып керә алмам бит атай йортона. Ул балама, шөкөр, оронсоҡ булып йәшәргә тура килмәгән икән. Өҫтәл өҫтөнә ултырғыс ҡуйып менеп баҫҡайным, йығылып төшөп харап иттем сабыйымды. "Угроза выкидыша" тип дауаханаға һалырға хәл ҡылып, әйберҙәрҙе йыйып, мунса инеп килергә генә ҡайтарғайнылар шунан бер көн алда. Барып өлгөрмәнем, әлеге лә баяғы шул ҡәйнәнең ҡыш уртаһында нимә типтер былай ҙа аҡ стеналарын ағартырға ҡушып енләнеүенә түҙмәнем. Менеп киттем. Хәйер, үҙем дә ғәйепле инде. Ул өҫтәлдең кәлтәннәп торғанын күрмәйемме лә башымдың юғарыла әйләнеүсән икәнен белмәйемме? Нисә ай буйы уларҙың туҡтауһыҙ миңә төрт-төрөүен, кәмһетеүен, һанламауҙарын үткәреп ебәрә алғанды, әле ниңә түҙмәҫкә ине? Инде етлегеп бөткән тиерлек баламды йылы ҡосаҡҡа түгел, һалҡын ер ҡуйынына тығыуы ныҡ йәл булды. Башҡа балаларымдың ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуймаҫмын, нимә кисерһәм дә түҙермен, тип һүҙ бирҙем шунда.
Рушанна менән йыл ярым самаһы күрешмәй торғайныҡ. Хат та яҙышырға форсат булманы. Ата-әсәһе аша ғына сәләм күндереп торҙоҡ. Ул ҡалала студент тормошонда ҡайнай, оҫталыҡ буйынса конкурстарҙа ҡатнаша, эш урыны эҙләй, егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштыра... Ә мин, ситлектә һайрарға дәрте булмаған турғай шикелле, һирәк-мирәк эләккән шатлыҡ валсыҡтарына ла рәхмәт әйтеп көн күрәм. Үҙ туйына саҡырырға эҙләп килде Рушанна. Килде лә, миңә ҡарап, бер талай өнһөҙ ҡалды. "Таныманым",– тип аңлатты аҙаҡ. Ҡо-лаҡтарын локаторҙай тоҫҡап эргәлә уралған ҡәйнә алдында һөйләшә алмағас, һыу буйына "өйрәктәрҙе ҡарап алып ҡайтырға" төшкән инек. Һәр өндәшкәнгә тертләп, ябай ғына һорауға ла оҙаҡ итеп уйланып яуап биргәнде күҙәтеп ултырҙы ла: "Һин ҡайҙа?" – тип кенә әйтте.
– Нисек... ҡайҙа? Бына, алдыңда.
– Юҡ, мин белгән ысын Тамара ҡайҙа, тип һорайым һинән. Сибәр, аҡыллы, үткер, шаян ҡыҙыҡай ҡайҙа булды? Иҫләйһеңме, беҙ бит ошонда ағын һыуға ҡарап хыялланып ултыра торғайныҡ: киләсәктә кем булабыҙ, нимә эшләйбеҙ... Ә "Тамшан" салоны? Онттоңмо ни?
…12-13 йәштәрҙә уйлап сығарғайныҡ беҙ уны. Атамала беҙҙең исемдәр ҙә булһын, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла булһын, тип "Тамшан"ды уйлап сығарҙым. Йәғни кешене ымһындырып, тамшандырып торорлоҡ исеме лә, есеме лә. Исеме булды, ә есемен Рушанна менән беҙ икәү киләсәктә булдырырға тейеш инек. Мин иҫ киткес матур-матур киске күлдәктәр, костюмдар тегәм, ә әхирәтем моделдәрҙе биҙәндерә, ҡупшы прическалар яһай. Һәм беҙҙең был күҙ ҡамаштырғыс ижадты "Тамшан" салонының күрһәтеү залына йыйылған тамашасы һушы китеп, тамшанып, ләззәтләнеп ҡарай. Ялт-йолт фотоаппарат уттары, камералар, ялтыр-йолтор журналдарҙан интервью алырға килгән ялбыр-йылғыр репортерҙар...
Хыял тигәс тә хыял инде. Рушанна әле әйтмәһә, мин уның барлығын да онотҡайным. Абау, мин ҡасандыр хыяллана белгәнмен! Әле иһә минең көнитмештә хыялға илһам да, форсат та юҡ.
– Һуңғы тапҡыр нимә тектең?
Рушаннаның һорауы албырғатып ебәрҙе. Оҙаҡ ҡына иҫләй алмай ултырҙым.
– Ирҙең курткаһының яғаһын, еңен тегеп бирҙем, кем менәндер эсеп һуғышҡан да, айырып төшөргәндәр.
– Шунан?
– Ҡәйенбикәнең итәген ҡыҫҡартып бирҙем.
– Тағы?
– Тағы тип ни... Йөҙләгән носкиға ямау һалғанмындыр.
– Аңлашылды. Тимәк, бер нәмә лә текмәгәнһең.
– Нисек инде "текмәгәнһең"? Белгең килһә, мин ул энәне тота-тота бармағым биҙрәгән, күргем дә килмәй, теләмәйем дә!
– Беләһеңме, ниңә шулай? Иҫкене ҡормау, ямау – ижад итеү түгел. Минең аңлауымса, һин студент саҡтан бирле бер нәмә лә текмәгәнһең, хыялыңа хыянат иткәнһең, белдеңме! Шуға күрә мин һине танымайым да. Эсеңдәге утың һүнгән һинең. Эйе, тормошоңдо күрҙем. Ҡәйнәңде лә күрҙем, аһ-зарыңды ла тыңланым. Әммә, Тамара, мин шуны аңламаным: һин ниңә ҡәйнә донъяһына йәбешеп ятаһың? Үҙ донъяңды ҡороп ҡара. Башҡалар нисектер булдыра бит, ниңә һинең ҡулдан килмәҫкә тейеш? Үҙеңдең өйөңдә һине бер кем дә кәпкәкләй алмаҫ. Берәйһе башлаһа – ҡыуҙың сығарҙың да ишекте шартлатып бикләнең ҡуйҙың.
Шаҡ ҡатҡыс. Шул көнгә тиклем үҙ донъямды ҡороу тигән уйҙың үҙ башыма килмәүе – шаҡ ҡатҡыс. Иҫ кергәне бирле тирә-яҡтағылар "һинән була тиме ни инде, шуны ғына ла белмәйһең" тип тыҡып торһа, ысынлап нимәлер өйрәнергә, булдырырға ихтыяр һына икән ул. Ошо йәшкә етеп тә, әсәйемдең мине хуплап, башҡаларҙан яҡлап ниндәйҙер йылы һүҙ әйткәнен иҫләмәйем. Тәүге балам төшкәс тә йәлләмәне.
"...Шуға ла эшкинмәгән..." – тип миңә күптән һуҡҡан мөһөрөн яңыртып мисәтләп кенә ҡуйҙы. Шунан артығын көтмәгәйнем дә. Аңлау, йәлләү, яратыу өмөт итеп үҫмәнем. Күңел генә алама – булмаҫтайҙы көҫәй. Барыбер яратылып ҡарағы килә.
Рушаннаның туйына барманым. Ҡарасҡы булып ултырғым килмәне. Туйға барырлыҡ кейем, бүләк алырға ла мөмкинлегем юҡ ине, етмәһә, шул байрамды күрә алмай башлаған саҡтар ине. Саҡырылыуыбыҙ хаҡында иргә әйтеп тә торманым. Уның холҡо билдәле: минең берәй ергә ныҡ барғым килә икән, ул мотлаҡ аяғында ла тормаҫлыҡ лаяҡыл булып ҡайта һәм, әлбиттә, байрам кәйефе бөткәс, уттар һүнгәс, алдағы көнгә пландар ҡормаҫҡа, хыял йөрөтмәҫкә өйрәнергә мәжбүр булынды. Ҡайҙа, ти, ул унда "Тамшан"?! Бөткөһөҙ иҫкене ямау шул тиклем йәнгә тейҙе, түҙмәйенсә, байтаҡ ойоҡ-нәскиҙәрҙе ут тамағына ырғыттым бер заман. Әле лә энәне бик һирәк тотам. Ҡасандыр хыял иткән нәфис күлдәктәрҙе тегергә форсат булмағас, нимәгә кәрәк ул миңә? Ҡыҙҙар тапҡан булһам – бер хәл. Ҡурсаҡтай итеп йөрөтөр инем. Малайҙарға нисек тә бара, әсәйем был шөғөлдән төңөлөүемә ҡаршы булды-булыуын. "Шулайтһаң – эконом, былайтһаң – эконом", имеш. Ялҡытҡан "эконом-класс". Бына бында, – vip-ложала, ни тиклем уңайлы. Тамаша ҡылырға сәбәп буйтым.
Үҙемде саҡ ҡулға алырлыҡ хәлгә килдем. Юҡһа йөрәк тамаҡ төбөндә тыпырсына, ҡолаҡ шаулай, ҡул-тубыҡтар буйлап үрле-ҡырлы ҡалтырауыҡ йүгерҙе байтаҡ. Ниһайәт, тын алышын да тигеҙләп бөтөп барам. Үҙемдең театрҙа ултырғанымды ла, ниндәй маҡсат менән килеүемде лә оноторлоҡ дәрәжәлә шаңҡығайным. Йөрәк тамаҡ төбөнән кире урынына төштө, әммә тыпырсыныуҙан туҡтарға уйламай. Күптән, бик күптән бындай ритмды тойған юҡ. Мин хатта ҡасандыр ир-егет менән ҡараш осрашыуҙан ғына былай тулҡынланып була икәнен онотҡайным. Ҡайҙа, ти, ул ҡараш! Килеп ҡағылғанға ла бер нервы һелкенмәй торғайны. Заманында, битарафлығыма йәне көйөп, ирем дә миңә "бүрәнә" тип ысҡындырғайны. Тейҙең ни, теймәнең ни, һап-һалҡын, бисәгә оҡшамаған, йәнәһе. Ул һүҙе өсөн, тәбиғи, мин ҡапыл ҡоро утынға сәрпәкләнеп, сыра-шырпыға әйләнеп тоҡанманым, "ҡыҙыу ҡатын" булып янырға башламаным. Уны дөр-ләтеү түгел, йылытырға ла ыжламаным. Киреһенсә, үҙенә ҡарата күңелдә бығаса ул-был быҫҡыған булһа, уныһы ла һүнеп ҡуйҙы. Бүрәнә, имеш. Оҫта ҡулына эләкһә, ул ниндәй генә халәткә кермәй? Нәфис һынды ла ырып яһап була, семәр-семәр биҙәкте лә... Теләгән – сәңгелдәк яһай, теләгән – табут... Кемдер иң бай йорттарҙа ғына торасаҡ сувенир эшләй, ә кемдер битарафлығы менән серетеп юҡ итә. Бына нимә ул бүрәнә! Йәлләмә һин хәләл ҡатыныңдан йылы ҡара-шыңды, иғтибарыңды, татлы һүҙеңде, һал наҙыңды, ваҡытыңды, көсөңдө! Һәм бер заман бүрәнә лә сәскә тажын асыр...
Бәлки, ысынлап та миндә лә ғәйеп булғандыр? Улай тиһәң, тәнемдең бер ни ҙә тоймағанына мин ғәйеплеме ни? Ә икенсе яҡтан... Икенсе яҡтан ҡараһаң, бәлки, иремде артыҡ күп сағыштырғанмындыр Сашка менән? Сашка бит комплименттар менән "күмә" ине. Үҙ ғүмеремдә бер кемдән дә, хатта иң яҡын туғандарымдан да ишетмәгән иркәләү, наҙлау һүҙҙәрен бер нисә ай ғына таныш булған егеттән ишеттем бит мин. Бәлки, шуға, яҙғы ҡояш наҙына илергән умырзая һымаҡ, комплекстарымды тишеп, ысын минлегем моронлап сыҡҡандыр? Бәл-ки, шуға аҙаҡ бер кемдең дә иркә һүҙенә, арлы-бирле үпәс итеүенә бирешеп бармаған һауалы ханымға әйләнгәнмендер? Сашка минең булған матурлығым, аҡылым өсөн һоҡланмай ине. Ул алда буласағын тоҫмаллап, киләсәктә ниндәй иҫ киткес, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ була аласағым хаҡында аңлатып, минең үҙемә кем икәнемде тасуирлап – ышандырғыс итеп тасуирлап күңелемде иретте. Кеше харап эгоист шулай ҙа! Хатта мөхәббәттә лә кеше үҙ-үҙен яратыу менән мәшғүл. Мин Сашкаға уның матурлығы, аҡылы өсөн генә түгел, миңә булған һоҡланыуы, баһалауы өсөн ғашиҡ булманыммы икән? Ә уның мине яратыуы үҙ ижадына мөкиббән киткән Пигмалион ише яратыу булманымы? Уның һүҙҙәренән тәжрибәһеҙ, йәш кенә ҡыҙ сәскә атып, балҡып китһен әле! Теләһә – утҡа һала, теләһә – һыуға, теләне – өҙҙө лә алды. Юҡ, өҙөп алманы. Уның теләге буйынса сәскә үҙе тамырынан өҙөлөп, ялтырға төрөнөп алдына, әй, юҡ, аяҡ аҫтына килеп ятты... Үҙ-үҙенән ни тиклем ҡәнәғәт булды, буғай, Сашка. Тәкәбберлеккә икен-се берәүҙең тәкәбберлеге һыныуын күҙәтеү ни тиклем татлы, ләззәтле... Ә ул бының өсөн баш китерлек батырлыҡтар эшләмәне, тауҙар аҡтар-маны, күктән йондоҙ ватып алманы, ҡояш бүләк итмәне...
Ул ни бары минең күңел ҡылдарын ҡайҙан, нисек сиртергә, математик мәсьәлә сискән һымаҡ, һалҡын аҡыл менән иҫәпләп сығарҙы ла бойомға ашырҙы. Һәм иң мөһиме – уның бесәй сысҡанды уйнатҡан шикелле уйнатыуын, әүрәтеүен ҡорбан уйлап та бирмәй. Ул ғына ла түгел – алданыуы өсөн хатта рәхмәтле була! Мин дә бит ул саҡта Сашка өсөн "сысҡан" булғанымды аңламай инем. Тормош тәжрибәһе лә етмәй, "мөхәббәт" тип күҙ томаланған, бер кемде лә ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Бәләкәйҙән уҡыған фәһемле китаптарҙағы аяныслы тарихтар ҙа онотолдо. Әҙәби әҫәр ысын тормош менән ярыша аламы ни инде: әҙәби геройҙың кисерештәре хаҡында уҡыуы – бер, ә үҙең тойоу – ул бит бөтөнләй бүтән! Әммә китап тигән нәмә минең яҙмышта роль уйнамай ҡалманы.
…Сашка менән айырылышмаған саҡ. Психология менән мауыҡҡан бер курсташымдың тыуған көнө, студенттарса ғына табын. Беҙҙең һәр саҡ шулай:ололарҙыҡы кеүек, байрамдарҙан һуң өс көн ашарлыҡ тороп ҡалмай, мәлендә тамам була. Байрам хужабикәһе һәр ваҡ-төйәк бүләк иткән өсөн дә шатланып рәхмәттәр әйтте, йөрөгән егете, шундай уҡ ярлы студент, ашауҙан өҙөп тигәндәй һыңар сәскә тотоп килгән булған, уға был батырлыҡ өсөн барыбыҙ ҙа ҡул саптыҡ. Ҡыҙҙар компанияһындағы икенсе егет, Игорек, ҙур ғына китап бүләк итте. Курсташ ҡыҙ бәхетенән үрле-ҡырлы һикергәнгә, мин дә был китапты асып, арлы-бирле күҙ һалмай түҙә алманым. Авторын иҫләмәйем, ә атамаһы "АнтиКарнеги" ине, буғай. Һәр хәлдә миңә, ҡасандыр Д. Карнеги китаптарын мауығып уҡыусыға, был атама бик сәйер ине. Тулыһынса уҡып өлгөрмәһәм дә, төп мәғәнәһенә төшөндөм: автор Д. Карнегиҙың кешеләр менән аралашыу методтарын тулыһынса инҡар итә. Ул уның китабын "кеше, уның хистәре менән идара итеү буйынса методик ҡулланма" тип атай. Автор фекеренсә, кешелек ике типҡа бүленә: манипуляторҙар һәм манипуляцияға бирешеүселәр. Һәм бына тап Карнеги кеүектәр кешене маҡтап, осондороп үҙ маҡсаттарына ирешәләр. Улар ихлас түгелдәр. Уларҙың ҡылыҡтары уйланған, иҫәпләнгән, хискә бирелмәйҙәр. Манипулятор үҙ маҡсатына ирешеү өсөн "ҡорбан" менән файҙалана. Ул "ҡорбан"ды маҡтап, юхалап ҡына үҙ яғына бормай, ә кәрәк икән – үҙен йәлләтә йә үсегеп еңә, йә енләндереп көсһөҙләтә. Бер ҡасан да үҙ теләген асыҡтан-асыҡ әйтмәй, үҙе лә башҡа кешенең ихласлығына ышанмай. Ихлас – уның өсөн ах-маҡ. Ахмаҡ, – тимәк, ҡорбан.
Китапты тулыһынса уҡыманым. Әммә фантазиямдың бәләкәйҙән көслө булыуы, ғәҙәттәгесә, үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Мин Сашканың ҡылыҡтарын манипулятор формулаһына "һалып иҫәпләп" ҡараным... Һәм ҡапыл барыһын да аңлап, шаңҡыным. Үҙемдең "мөхәббәт" тип алданғанымды аңлап шаңҡыным. Быға Сашканың үҙенең абайһыҙлығы ла сәбәпсе. Минең кеүек хәтерле һәм анализлы фекерләүгә һәләтле ҡыҙ алдында ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләмәҫкә кәрәк ине. Мәҫәлән, ҡайҙалыр сәйәхәттә сағында аҡсаһы бөтә. Ул өйҙәгеләргә һағыныу хистәре, хәтирәләр тулы дүрт-биш битлек хат яҙып һала. Тегеләр хатты илай-илай уҡыйҙар ҙа Сашкаға кәрәкле сумманан байтаҡҡа артығыраҡ аҡса ебәрәләр. "Ә бит мин, – тиер ине Сашка, маһайып, – аҡса һорау түгел, кәрәклеге хаҡында ла бер һүҙ ҙә яҙманым. Ғөмүмән, матди яҡҡа ҡағылышлы һүҙ яҙманым, тик рухи донъям, кисерештәрем хаҡында ғына". Бик кәйефле сағында тағы ны-ғыраҡ асылып ташлай:
– Мин – идеаль ир. Мин ҡатыныма ҡул күтәреү түгел, тупаҫ һүҙ ҙә әйт-мәйәсәкмен. Мәҫәлән, ашты бик тәмле бешермәгән икән, ти. Мин бер нисек тә асыуланмаясаҡмын, ашамаһам да, рәхмәт әйтеп тороп китәсәкмен. Әммә шундай һүҙҙәр табырмын – ҡатыным икенсе тапҡыр тәүлек буйы плита эргәһенән китмәһә-китмәҫ, ҡулын утҡа ҡуйып, усында булһа ла бешерер, әммә ашты мин яратҡанса бешерер...
"АнтиКарнеги"ға тиклем Сашканың был һүҙҙәре һиҫкәндермәгәйне. Ә был бит – типик манипуляция! Манипулятор өсөн "ҡорбан"дың хистәре – тишектәге бушлыҡ, ноль. Уға үҙ теләге – теләк. Мәҫәлән, мин Сашканың ҡатыны урынында, ти. Ярай, аш ул теләгәнсә булды, ти. Йәки ул теләгәнсә булманы, һәм мин ҡулымды ла бешерҙем, ти. Минең һыҙланыуымды уйлап бирәсәкме ул? Бәлки, кәйефем юҡ, бәлки, арығанмын, бәлки, бөтөнләй бешерергә теләмәйемдер? Ул ми-нең хистәрҙе лә иҫәпкә һаласаҡмы? Бөтә күҙәтеүҙәрем буйынса, былай килеп сыға: юҡ, һанға һуҡмаясаҡ.
Бына шулай. Әллә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтар йыйылмаһы булыуҙан туҡтап булмай. Мин йә Сашканы күккә күтәреп һоҡланам, аҡылды юйып, хистәргә биреләм; йә бер китап арҡаһында һөйгәнемдән ваз кисәм, нәфрәт утында көйәм... Әллә ул йәшлек тигәндәре шундай ауыр мәл, әллә шәхсән минеке генә ошолай? Бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылып шул тиклем арыным.
Яратамы мине Сашка, әллә алдаймы? Мин уны яратаммы, әллә күрә алмайыммы? Аҡыллымы мин, иҫәрме? Аҡыл мөһимме, әллә тойғолармы? Бер туҡтауһыҙ шикләнеү. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫыу дөрөҫмө, әллә үҙ мәлендә көслө хистәргә дөрләп янып та, иртәгәһе – мат яғаһынамы? Белмәйем. Бер нәмә лә белмәйем дә, аңламайым да. Ә ул шиктәр шул тиклем йәнемде ҡыя, бер туҡтауһыҙ йөрәгемде күкрәк ситлегендә баскетбол тубы урынына уйната. Йөрәк үҙ урынында эленеп тормағас, ниндәй тыныслыҡ булһын инде? Йә түгелеп илайым, йә һыным ҡатып, хәл бөткәнсе шашып көләм. Дәрестәрҙә нимә хаҡында һүҙ барғанын ишетмәйем, уҡытыусылар нимә әйткәнен аңламайым. Ап-айныҡмын, ә үҙемде иҫерек кеүек тоям. Йәшәйем дә кеүек, юҡ та һымаҡ. Әллә бар мин, әллә юҡ... Бер яҡтан, аҡылы камил еткән ҡыҙмын. Икенсе яҡтан, үҙ аяғына үҙе эләгеп тарбайлап йөрөгән сабый бала һымаҡмын. Күп нәмә беләм, ә бер нәмә лә белмәйем, юҡ, йәшлек – ауыр мәл ул. Артыҡ ярһыулыҡ күп, сабырлыҡ юҡ. Бер сиктән икенсеһенә һуғылыуҙан, туҡтауһыҙ икеләнеүҙән, Сашкаға булған аңлайышһыҙ хистәрҙән, ғөмүмән, донъянан һәм үҙ-үҙемдән арып, ялҡып, тыуған йортҡа ҡайтып йығылыуҙан башҡа сара тапманым. Әле аңлайым: түҙергә аҡыл етмәгән. Иртәме-һуңмы Сашкаға ҡарата йөрәгемдә янып торған ялҡын һүрелер ине. Башым айныр ине. Ҡыҙыулыҡ менән күпме иҫәрлектәр эшләп ташламаҫ инем. Ә кем белә, бәлки, ысынлап башҡа яҡтан яңлышҡанмындыр? Мәҫәлән, Сашка ысынлап яратҡан булһа? Уның һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡҡан булһа? "Һиңә тиклем, "бәхеттең етенсе ҡаты" тигәндәре ялтырауыҡ матур һүҙ генә икән, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер аңланым: бар икән ул. Һинең менән ожмахтың етенсе ҡатында булғандай тойғо кисерҙем. Һин – мөғжизә. Һин – иң серле һәм ғәжәйеп ҡыҙһың. Бығаса донъялағы бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа минән һөйөү һүҙҙәрен ишеткәне булманы. Һин – берҙән-бер. Мин һине яратам. Я-ра-там. Беләһеңме, мөхәббәт – ул ысын бәхет икән..." Был һүҙҙәр һаман ҡолаҡта яңғырай. Ихлас әйтелгәнгә микән? Хатта ихлас әйтелмәгән осраҡта ла, уның һүҙҙәрен онотмаҫҡа ине. Ҡатын-ҡыҙ ғөмүмән ҡасандыр наҙлы һүҙҙәр ишетеп торғанын оноторға тейеш түгелдер. Юҡһа, ул артыҡ ябайлана, артыҡ ғәҙәти, ҡәҙимге бисәгә әйләнә. Унан башлана инде тағы ла хәтәрерәк "әүерелеүҙәр". Кем – аж-даһа, кем – йылан, кем – һәүкәш. Тәүбә-тәүбә. Эйе, эйе, кемдер әлеге лә баяғы "бүрәнә" лә булып китә. Ысынында иһә ул ваҡытта ҡасандыр үҙемдең мөғжизә һәм хыял булғанлығымды онотоп ебәргән сағым булған. Хатта йәшермәй әйтеү фарыз – яңы иҫемә төшә башланы. Тағы ла дөрөҫөрәк әйткәндә, үҙ баһамды күтәреү маҡсатында, Рушаннаның күрһәтмәләрен тыңлап, көсләп иҫемә төшөрҙөм. Был уйынға хатта кейәү балаҡай ҙа ҡушылды. Кухняла уның мөрәжәғәтенә, ғәҙәттәгесә, теләр-телмәҫ кенә яуап бирһәм, ҡыҙып китеп әрләп ташланы.
– Һин ҡатын-ҡыҙмы, әллә туң киҫкәме, ә? Ҡаршыңда баһадирҙай ир-егет баҫып тора, ә һин, исмаһам, юрамал да күтәрелеп ҡарамайһың, йылмайып ҡуймайһың?
– Һин бит ир-егет түгел, Рушаннаның ире!
– Булһа һуң. Сибәр ҡатын-ҡыҙҙың матур йылмайғанын тамаша ҡылып зауыҡланыу гонаһ түгелдер бит? Әммә һин миңә генә түгел, ғөмүмән, ир-атҡа ҡыҙыҡһынып булһа ла ҡарамайһың. Бына маршруткаға кергәс, кемдәр бар икәнен күҙ менән тикшереп алаһыңмы? Юҡ шул, һин шунда уҡ тәҙрәгә текләйһең. Урам буйында берәйһе ваҡыт күпмелеген һораһа, яуап бирәһеңме? Эйе, секундына тиклем әйтһәң әйтәһең, ә һораусының күҙенә түгел, йөҙөнә лә һирпелеп ҡарамайһың. Ә уға ваҡыттың күпмелеге хәжәт ине тип уйлайһыңмы?
– Хәжәт булмаһа – һорамаҫ ине.
– Ә хәҙер бөтә кешелә лә сәғәтте күрһәтеп торған мобильник барлығы, бер ҙә булмаһа, ҡалала һәр ерҙә тиерлек ваҡытты һәм температураны күрһәтеп торған йүгерек яҙыуҙар янып тороуы иҫеңә төшмәйме?
– Әллә... уйлағаным булманы.
– Уйланмайһың шул. Асылда ваҡыт һорау – универсаль танышыу ысулы. Ир-егет шул рәүешле ҡылыңды тартып ҡарай, ә һин күтәрелеп ҡарайһы, йылмайып әңгәмәне күтәреп ебәрәһе урынға "дүртенсе ун биш минут" тип боҙҙай тауыш менән әйтәһең дә ҡарашыңды ергә текләп юлыңды дауам итәһең. Унан, үҙеңдең һаман яңғыҙлығыңа аптырап, ирҙәрҙе һуҡырлығы өсөн һүгеп кинәнәһеңдер әле.
– Дөрөҫ әйтәһең, йәнекәйем, башлыһың да инде, нисек минең үҙемдең башҡа килмәгән. – Рушаннаның күҙҙәре янып китте. Ирен һәр саҡтағыса суп иттереп үбә һалып, миңә текләне. – Тамочка, баҡһаң, һин бөтөнләй ҡылансыҡлана белмәйһең икән!
– Хәжәт ине бик! – тип турһайҙым.
– Хәжәт, ишшеү нисек хәжәт әле! Беләһең килһә, ҡылансыҡлана белеү – сибәрлектән күпкә хәтәрерәк ҡорал! Әйҙә, иң ябай алымдан башлайбыҙ. Күрерһең, үҙеңә лә оҡшап ҡалыр әле...
Кешенең аҡылы, бер уйлаһаң, күпмегә үҫешкән: ниндәй генә компьютерҙар юҡ. Ҡоштан бейек оса, нисә йөҙ "ат көсө"н ултырышы аҫтында йөрөтә, нисә меңәр саҡрымдар аша һөйләшә, күрә ала һ.б., һ.б. Ә күңеле, йөрәге һаман шул уҡ – борон заманда нисек матур күҙҙәр ҡапҡанына эләккән, әле һаман эләгә тора. "Сиртте" был балыҡсы "ҡармаҡ"ҡа. Ха-ха-ха. Антрактты минән былай көтә башланы. Уң яғындағы ханымды бөтөнләй онотто. Хәләл ҡатыны түгеллеген аң-лағайным инде, әллә ялҡыта башлаған ҡарт һөйәркәһеме икән, тигәйнем. Хәлдәр күпкә ябайыраҡ: ҡәрҙәше икән. Ура, антракт. Яңылыш ҡына ҡағылыу, йән иреткес йылмайыу, иркә тауыш менән ғәфү үтенеү, кәүҙәнең бөтөн һомғоллоғон баһалап өлгөрөрлөк кенә итеп баҫып тороу, ымһындырғыс һығылмалылыҡ менән сығыуға ыңғайлау... Уйлағанымдан өс аҙымды артығыраҡ яһарға тура килде, ҡәһәрең. Уф-ф, ниһайәт, ҡыуып етте. Тәк, күрешергә беренсе ҡатын-ҡыҙ ҡул һона. Сәтәкәй бармаҡты күтәреберәк, Томочка, онотма. Артабан дело техники – күҙҙәренә мөкиббән китеп ҡарайһың, һөйләгәнен иҫең китеп, мауығып тыңлайһың, ауыҙыңды асаһың икән, мотлаҡ уға ҡарата һоҡланыуыңды белдереү өсөн генә.
О-о-о, кәйеф бермә-бер күтәрелде. Театр музейында зауыҡланып йөрөүем етмәгән, "ҡапҡорһаҡ"тың шәбен эләктергәнмен. Ысынлап та, һәйбәт әңгәмәсе генә түгел, Искәндәр Сәғитовичтың танышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел! "Объект" бөгөн бында, хатта беҙҙән йыраҡ та түгел ултыра! Ура-ура-ура. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
– Был яҡҡа таныш ҡарышлауыҡ шыуыша. Янына барып һаулашып китмәй ярамай: минең "хужа"ның "бикә"һе. – Юлдашымдың эргәмдән китеүенән файҙаланып, иркенләп һулыш алдым. Тимәк, Искәндәр Сәғитович менән осрашыуға әҙерлән. Аҫҡа, гардеробҡа, "танауҙы пудраларға" төшөп килмәй ярамаҫ. Баҫҡыс яғына үткән ыңғай яңы танышымдың ҡаршыһындағы һынға күҙ һалам. Һығып торған бәрхәт күлдәк аша хас тиреҫ ҡарышлауығыныҡы һымаҡ ҡатлы-ҡатлы май һырҙары ҡабарып тороуы күҙгә бәрелеп ҡала. О, ҡатын-ҡыҙ! Шыма, ялтырауыҡ тиреле, һығылмалы йыланға тиңләүҙәре, баҡтиһәң, комплимент була икән. Тәүбә-тәүбә, ҡарышлауыҡҡа тиңләүҙән Алла һаҡлаһын. Был эволюция тигән нәмә кеше мәсьәләһенә ҡағылғанда нишләп... киреһенсә эшләй икән? Тәбиғәттә ҡарышлауыҡ гүзәл, нәфис күбәләккә әйләнә, йөнлө, сурышлы маймыл – кешегә. Ә беҙҙең тормошто ҡараһаң... Күбәләктәй еңел кәүҙәле, ҡарап туйғыһыҙ гүзәл ҡыҙ тора-бара ҡарышлауыҡҡа әйләнә. Сибәр, баһадирҙай егеттәр иһә ҡартлыҡтарында һаҡал-мыйыҡ баҫып, йөҙө ҡарайып, йыйырсыҡ баҫҡан һәм кәкрәйгән маймыл төҫөнә керә. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек!
 Баҫҡыстан ҡабаланып төшөп барғанда уйланырға ярамай ул миңә. Бына бит, йылтырап торған шып-шыма мәрмәрҙә алабарманлығым арҡаһында тайып та киттем. Йә кеше араһында суҡынып барып төшөп оятҡа ҡалыу менән сикләнәм, йә туфлиҙарымдың беҙ үксәһе аҡтарылып-фәлән ҡазаға тарыясаҡмын, тип уйлап та өлгөрмәнем, баҫҡыстан менеп килгән бер ир-егеттең ҡосағына барып та керҙем.
– Ханым, һеҙ Золушка роле өсөн олораҡ һәм ауырыраҡ түгелме?
– Ысын ир-егеттең ышаныслы ҡулына юлыҡтыммы тиһәм, уныһы ла ит сабыусы икән.
Кәүҙә матурлығын баһалау түгел, ә, ғәҙәт буйынса, иттең йәше һәм ауырлығы менән генә ҡыҙыҡһына. Ҡотҡарыусыма үҙе кеүек тупаҫ ҡына яуаплап, туфлийымды алырға боролам.
Тәүгеһенә ҡарағанда байтаҡҡа йомшарған интонация яңғырай:
– Ҡара һин уны! Аяҡтан йыға яҙғансы килеп бәрелә, етмәһә, ғәфү үтенеү урынына, мыҫҡыл итеп маташа. Бының өсөн яуап бирергә лә тура килеүе мөмкин бит әле.
– Беренсенән, маташманым, ә иттем. – Туфлийымды аяҡҡа эләктереү менән, асыу-ярһыу көйө кире боролам. – Икенсенән, нимә-нимә, ә яуап бирергә мин аптырамайым! Өсөнсөнән, һеҙ әллә мәмерйәнән яңы сыҡтығыҙмы? "Ҡатын-ҡыҙ хаҡлы булмаһа, унан ғәфү үтенергә кәрәк" тигәнде лә белмәйһегеҙ!
Һуңғы һүҙемде таслатҡансы битенә бәргәс, аңыма барып етә. Ҡаршымда... Сашка тора. Был юлы аяҡ тайыуҙан түгел, ә ҡапыл күтәрелгән көслө тойғоларҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып, сайҡалып китәм. Ҡулым менән баҫҡыс таянғысын ҡапшарға маташҡанда, таныш ҡулдар тағы беләгемдән матҡып тотоп ала.
– Ниндәй темпераментлы ханым! Етмәһә, бигерәк хиссән. Мин шунда уҡ ғәфү үтенәме, тип кенә әллә иҫтән яҙырға уйланығыҙ? Берүк тынысланығыҙ, зинһар. Юҡһа, кешеләр миңә ен-пәрей күргән кеүек ҡарап үтә башланы. Бәлки, буфетҡа кереп, тереһыу уртлап сығырбыҙ, төҫөгөҙ ҡасҡан.
Мин телемде әйләндерерлек хәлгә етеп тынысланам:
– Беренсенән, таныш түгел әҙәм менән тереһыу түгел... – Һүҙемде әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә, Сашка элеп ала.
– Ябай һыу ҙа уртламайһығыҙ, аңланым. Икенсенән, һеҙгә, ғөмүмән, "беренсенән" тип һүҙ башлаттырырға аслан ярмай – аргументтарығыҙҙы танк урынына ҡулланаһығыҙ, ҡаршы сығырлыҡ түгел. Өсөнсөнән, хаталарымды төҙәтергә һуң түгел – әйҙәгеҙ, мин ғәфү үтенәм һәм, ниһайәт, танышайыҡ!
– Ризамын. Тамара.
– О-о-о, Тамара, ханбикәләр исеме һәм күреп тороуымса – есеме! Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Һеҙҙең ҡолоғоҙ – Искәндәр Зөлҡәрнәйен. Ябай ғына ла мөмкин – Искәндәр Сәғитович.
Секунд эсендә бер яндым, бер туңдым һәм телһеҙ ҡалдым. Сашка – Александр Македонский – Искәндәр Зөлҡәрнәев... Йә Хоҙай! Бындай хәлдең тик минең кеүек уңмаған менән генә булыуы мөмкин ине! Сашка һәм Искәндәр Сәғитович – бер кеше, ҡот осҡос! Был осраҡта мин үҙемде нисек тоторға тейеш һуң, ә? Танытырғамы-юҡмы, йә Хоҙай, кемдән кәңәш һорарға?
– Тамара ханым, өсөнсө ҡыңғырау яңғыраны. Концертты ҡарап бөтәбеҙме, әллә...
Тиҙ-тиҙ генә башымда төрлө варианттарҙы байҡайым. Ложаға кереп ултырһаң инде... Юҡ, унда, беренсенән, теге “ҡапҡорһаҡ” бар, уның кәйефен ҡырыуға ҡарағанда, серле монар булып юҡҡа сыҡҡан хәйерлерәк. Икенсенән, төп маҡсатҡа ирештем – кәрәкле кешемде таптым. Хәҙер иң мөһиме – уны ҡулдан ысҡындырмау һәм кәрәкле документтарға ҡул ҡуйҙырыуға ирешеү!
– Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң буфет та ябылмаймы икән? Ысынлап та, тереһыуһыҙ шиңергә уйлайым, ахыры.
– Зарар юҡ, минең машинала шыйыҡлыҡтарҙың һәр төрлөһө лә йөрөй торған.
– Рөхсәт итһәгеҙ, бер шылтыратып алыр инем...
– Әлбиттә, Тамара ханым, әлбиттә.
Ҡалтыранған ҡулдарым менән кескәй генә клатч эсенән кеҫә телефонын һәрмәп ала алмай йөҙәнем. Унан, иҫәрләнеп, тоҡандыра алмай бер булдым. Етмәһә, тота килеп пин-код хәтергә төшмәй ыҙалатты. Рушаннаға шылтыратып, өҙөк-тәтек Искәндәр Сәғитович менән танышыуымды хәбәр иттем. Ә бына уның ысынында Сашка икәнен бер нисек тә әхирәтемә аңлатып еткерә алманым. Ниндәйҙер кәңәш бирер, тип өмөтләнһәм, телефондың аккумуляторы ла “ултырҙы”. Хет асыуыңдан шартла. Машинала беҙҙән башҡа кәүҙәле генә ике егет тә бар ине. Йән көйөүенә түҙмәй, һалып бирелгән эсемлекте бер тынала түңкәрҙем дә... аңымды юйҙым...

  • * *

Ҡайҙа ятам мин? Кипкән ауыҙымда телемде ҡутарып әйләндерергә маташам. Тәмһеҙ. Иҫтән яҙғанда гел ошолай ауыҙ тәмһеҙләнгән була. Шәкәрле сәй эсеп алам бындай саҡтарҙа. Әммә ул мәлдә иҫтән яҙыуға ниндәйҙер сәбәп була торғайны, мәҫәлән, мунсала башҡа еҫ тейеү. Ә әлегеһе бит хатта бик шикле шарттарҙа. Театрҙа инем. Сашка – Искәндәр. Машина... Бер кем дә башҡа һуҡманы, тимәк, сәбәп – эсемлектә. Ахмаҡ һин, Тамара, төптө ахмаҡ! “Дошманыңдың йор-тонда ашамаҫҡа, эсмәҫкә, йоҡламаҫҡа“ тигән ябай ғына аҡылды оноттоңмо ни? Тормош томшоҡҡа тондороп тора, тәки аҡылға ултыртҡансы түгел, ә?!. Күҙемде асалаҡ-йомалаҡ килтереп ҡайҙалығымды аңларға маташҡанда, яҡында ғына бик тыныс, бер аҙ мыҫҡыллыраҡ интонацияла тауыш яңғырай:
– Шунан, экс-Золушка, спящая красавица хәленән арындығыҙмы, әллә берәй батша малайының килеп үбеүен көтәбеҙме?
 – О-о-о, тағы ла разочарование! Батша малайы үҙе осранымы тиһәм, әпәт сираттағы әрмәнде. Ярай әле, быныһы үбешкәнгә тиклем асыҡланып өлгөрҙө! – Ҡапыл боролоп әңгәмәсемә күҙ һалам һәм секундтың ундан бер өлөшө арағыуында ғына сағылып өлгөргән эмоцияны күреп өлгөрөп, эстән тантана итәм. Бөтөнләй үк таш булып ҡатмағанһың әле, Искәндәр әфәнде, “Ахиллес үксәһе” ерҙәреңә сәпкә тейҙергәнсе бәргәнмен бит. Ярай, Тамара, артыҡ маһайма, оппонент яуап-маҙар уйлағансы, үҙ хәлеңде хәл итеүҙе ҡайғырт. Рушаннанан кә-ңәш һорарға шылтыратһам да, “үҙемде Сашкаға танытмаҫҡа!“ тигән ҡәтғи ҡарарға килгәйнем инде. Ни тиһәң дә, ваҡыт аяуһыҙ. Үҙ йәшемә хатта бик арыу күренһәм дә, ун һигеҙ йәшлек “мин” менән ярыша алмайым инде хәҙер. Ул саҡтағы ғәмһеҙ йәшлек матурлығын әлеге тормош тарафынан оролған утыҙ йәшлек ханымдың ваҡыт үтеү менән апаруҡ таушалған тәне менән йәнәш ҡуйып булмай. Эс тирәһенә бер нисә тапҡыр бик һуҙылырға тура килде, эҙҙәрен йәшерерлек түгел инде, тән бөтөнләй бүтән һәм үҙгәрештәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур-лыҡ яғына түгел. Аһ, аяуһыҙ ваҡыт! Хәйер, ваҡыт аяуһыҙлығына түҙергә була ул... Хәтер аяуһыҙлығына түҙеп булмай. Үҙемдең баштан үткәргәс, ныҡ төшөндөм.

– Бер осрашыу күңелемдең аҫтын өҫкә килтерҙе...
– Һаумы, Тамара.
– Һаумы, тик мин һеҙҙе танымайым.
– Зөлхизә.
Был исем миңә бер нәмә хаҡында ла һөйләмәй. Иғтибар менән йөҙөнә ҡарайым, әммә был кәм тигәндә ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге ханым менән ниндәй шарттарҙа танышыу мөмкинлегемде һис күҙ алдына килтерә алмайым.
– Һуң, Зөлхизә, Өфөлә бергә уҡығайныҡ...
Шул саҡтағы шаңҡыуҙан телһеҙ ҡалыуҙарым! Ун йыл буйы күрешмәгән курсташымды, хатта бер аҙ ваҡыт серҙәшемде танымасы әле! Зөлхизә. Йөҙөнән нурҙар сәсеп торған ғәжәп һылыу ҡыҙ ине ул. Республикала һылыуҡайҙар конкурсы яңы ғына үткәрелә башлаған мәл. Шунда Гран-при алған ҡыҙға ныҡ оҡшағайны. “Шуның һеңлекәше мәллә?” – тип мөрәжәғәт итә торғайнылар. Ләкин күҙ-ҙәренән осҡон борҡолоп, керпектәренән нур һибелеп торған, бешкән сейәләй ымһындырғыс иренле гүзәлкәйҙең бынау ҡарайған сирыш битле, ялтыр металл тешле, ҡараштары һүнгән әбей менән ни уртаҡлығы бар? Һөйләшһәм дә һөйләштем, һөйләшмәһәм дә һөйләштем... Аҡылым менән шул Зөлхизә икәнен аңғарһам да, ҡабул итә алманым. Әйтерһең дә, бөтөнләй ят кеше менән уртаҡ таныштарҙың хәл-әхүәлен белешәбеҙ. Мин ул осрашыуҙан бер нисә көн айный алманым. Рушаннаға шылтыратып хәбәр иттем, курсташыбыҙҙың аяныслы хәле хаҡында фекер алышып уфтаныштыҡ, ихлас ҡайғырҙыҡ, хатта балауыҙ һығып алдыҡ... Хәҙер үҙемә Зөлхизә урынына ҡалырғамы? Алла һаҡлаһын. Сашканың күҙҙәрендә “о, ваҡыт, һин ни тиклем аяуһыҙ!” тип миңә ҡарата йәлләү күрһәм? Был кәмһенеүгә ҡарағанда әжәлең мең артыҡ. Үткәндәр үткәндә ҡалһын. Йәшлектәгенең ҡонон ҡайтарырға ҡыҙыҡмам тигән инем. Кем белһен инде Сашканың зәһәрләнгәнен. Ул, ана, һис уяулығын юғалтмаған. Нисегерәк һорау алырға тотондо. Имеш, кем тирмәненә һыу ҡоям, хәсрәт “Мата Хари”, етлекмәгән шпионка. Тамаша залында уҡ уға текләп, гипноз алымдары ҡулланып маташҡанмын. Барып сыҡмағас, махсус рәүештә аңдып тороп, баҫҡыста юрамал килеп бәрелгәнмен.
– Бәлки, мин һеҙҙең һуш китерлек сибәрлеккә күҙем сағылып ҡолаған-мындыр, әфәндем?
 – Бында шаярыу тоны урынһыҙ, ханым. – Һуңғы һүҙгә минең интонация менән баҫым яһап, боҙҙай һалҡын тауыш менән яуаплай Сашка-Искәндәр. – Яҡшылыҡ менән һорағанда яуап биргегеҙ килмәһә, насарлыҡ менән дә булдыра алабыҙ. Минең һаҡсы “бурҙай”ҙарҙы күрҙегеҙ, көс мөмкинлектәрен ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеге менән баһалап өлгөргәнһегеҙҙер. Бер тәүлеккә биреп ҡуйырмын үҙегеҙҙе унауһына бергә. Ете быуын олатағыҙҙың бөтә гонаһтарын да һөйләп бирерһегеҙ хатта. Әлбиттә, ауыҙ асып тел әйләндерерлек хәлегеҙ һәм мөмкинлеге-геҙ ҡалған булһа... Һеҙ бая мине ит сабыусы менән сағыштырыуығыҙҙа ниндәйҙер хәҡиҡәт тә бар ине. Был һеҙҙең алдан күреүсәнлек һәләтенең сағылышы икән, зинһар, мин әйткәнде эшләгәндән һуң һеҙҙең нәфис, йәш һәм, дөрөҫөн әйткәндә, ымһындырғыс тәнегеҙ менән ниҙәр буласағын күҙаллағыҙ ҙа был ҡыҙғаныс хәлде булдырмау юлдарын табығыҙ. Ышанығыҙ, мин бит бөтөнләй бәғерһеҙ түгел. Мине нисектер файҙаланырға тырышҡан һәр береһен язаға тарттыра башлаһам, исемем Гитлер менән бер рәттә торор ине. Аллаға шөкөр, әлегә улай түгел. Күрәһегеҙ, тәүҙә һүҙ менән генә тәьҫир итергә маташыуым.
Эҫеле-һыуыҡлы булып китәм. Мин аяуһыҙ тормоштоң һикәлтәләрен үтеп бөтмәнем, ахрыһы. Һаман аҡыл кермәгән. Власть эргәһендә ҡасан мәрхәмәтлелеккә урын табылғаны бар? Ниндәй аҫыл йөрәктәрҙе, яҡты күңелдәрҙе бөкмәгән ул? Кем уның аяуһыҙ көсөнә бирешмәгән дә шәфҡәт һәм миһырбан тулы кеше булып ҡала алған? Ул бик йыраҡ йәшлектә генә Сашка һинең өсөн әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаҫлыҡ ине. (Дөрөҫөрәге, ул ваҡыттағы ҡурҡыныс нәмә әле ҡурҡыныс түгел – шунда ғына айырма. Әлбиттә, ҡурҡыныс кеше. Сашка һәр ваҡыт минең өсөн ҡурҡыныс тыуҙырҙы һәм тыуҙыра.) Әле ул айырыуса хәүефле кешегә әйләнгән. Сөнки ҡулында власть һәм буйһонорға тейешле әҙәмдәр бар. Бер ымлауы булыр, ҡулың – ҡулса, ботоң ботса ботарлап та ташларҙар. Итеңде ырғытты ҡуйҙы берәҙәк эттәргә йәки берәй котлованға... Әҙме ни әҙәм һөйәктәрен юҡ итер ерҙәр. Бер кем дә эҙләмәҫ тә, белмәҫ тә. Ике улың ике көсөктәй шыңшып алыр ҙа үҫә-бара онотор. Яҡлар-ботлар кешең бер ҡасан да булманы һәм булмаҫ та. Һәр саҡ был донъяла артыҡбикә булғаныңды, үлгәс кәрәгең ҡалыр тип беләһеңме?
Ҡурҡышымдан таш һынға әйләнә башланым, ә Сашка торған һайын аяуһыҙыраҡ.
 – Минең сибәрлегемә ҡағылышлы һүҙҙәрегеҙгә мин, әлбиттә, ышана алыр инем. Тәүҙә хәлдең шулай булыуында шикләнмәнем дә. Хатта шундай көйәҙ ханымдың иғтибары ирлек тәкәбберлегемә май булып яғылды. Әммә ярҙамсыларымдың береһе һеҙҙең телефондан ни һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалған. Абайһыҙлыҡ ҡылғанһығыҙ, кем, Мата Хари! Абайһыҙлыҡ! Шпион ул аҡыллы һәм сибәр генә түгел, нығыраҡ иғтибарлы һәм түҙемле булырға тейеш. Ниңә инде танышыр-танышмаҫ отчет ебәрә башларға? Етмәһә, кем тип бит әле! “Сашка”, имеш. Кемгә – Сашка, ә кемгә – Искәндәр Сәғитович...
 Кешене стенаға килтереп терәргә ярамай ул. Сөнки юғалтыр нәмәһе лә ҡалмаһа, иң йыуаш кеше лә арыҫландай дошманға ташланырға һәләтле. Минең дә был хәлгә асыуым килә башланы. Нимә һуң был? Ниндәй шпионлыҡ, ниндәй разборка? Ниндәй гонаһым өсөн мин үлемгәме, зәғифлеккәме дусар ителергә тейеш? Яҡлаусыһы булмаһа ни... Яҡлаусыһыҙ кеше булыуҙан туҡтайһыңмы ни? Мин үҙем яҡлаусы – улдарыма. Улар, йәтим ҡалып, кеше күҙенә ҡарап ултырырмы, бынау чиношаның..... башына тай типкән тип?
Минең ҡарашым ҡапыл туфлиҙарыма төштө. Улар төҙ генә, ҡупшы ғына торалар. Келәм өҫтөндә, йыраҡ та түгелдәр. Ә кем улайтып ҡуйған? Был бит – тап Сашканың ғәҙәте. Уның минең алда өлтөрәп йөрөй торған холҡо бар ине. Кейемдәремде һыйпап-ҡағып урынлаштыра, хуш еҫле күбектәр менән ванна яһай, сәй артынан ҡуҙғалмайым да – ҡулға килтереп тоттора... Ботарлатыр өсөн һаҡсыларына ырғытырға торған фәхишәнең туфлиҙарын шулайтып ҡуялармы ни?
Уйҙарымдың был юҫыҡҡа тәгәрәүе ҡапыл ҡурҡыу бығауҙарымды ыс-ҡындырып төшөрҙө. Минең баш күтәрелде, кәүҙә турайҙы, ирендәремә йылмайыу йүгерҙе.
Хәсрәт манипулятор! Был бит блеф, ҡоро һүҙ менән ҡурҡытыу! Кеше күберәк кеше һүҙенән түгел, үҙенең фантазияһы эшмәкәрлегенән ҡурҡыуға бирелә. Бына мин дә ахмаҡланып барам. Сашканың арлы-бирле кинәйәләренән әллә ниндәй уйҙарға бирелеп, ахмалға төшөп ҡурҡып, үҙемде табутҡа апарып һалдым хатта! Нисауа, ҡасандыр һине алдымда теҙләнергә мәжбүр итә алғанмын икән, моғайын, төшөп ҡалғандарҙан булмағанмындыр. Тик ул ваҡытта, үҙ файҙамды ҡайғырта белмәгәнмен. Искәндәр был ваҡытта, үҙ-үҙе менән һоҡланыуға артыҡ бирелеп, миндәге үҙгәреште абайламай ҡалғайны. Бына ул эсемлек һалып алған бокалын тотоп, минең яҡҡа боролдо. Уның бер секундлыҡ аҙауынан файҙаланып, мин өҫтөмә ябылған пледты һирпеп ырғыттым.
– Искәндәр, әйт әле, мине бында һин үҙең күтәреп килтерҙеңме, әллә теге егеттәреңме? – Үҙем көткән реакцияны күреп, эстән генә тантана итәм. – Әлбиттә, үҙең. Бына бит, тубыҡтар тубыҡҡа терәлгән, итәк таушалмаҫлыҡ итеп яҙылып ябып ҡуйылған. Ә был йомшаҡ плед? Унан һинең еҫең килеп тора. Ҡайҙа тәмләп ҡарайым әле, вермутмы? Әлбиттә, вермут, мотлаҡ ике кубик боҙ менән. Ҡайҙа ванна бүлмәһе? Болоттай күбек менән тулған ванна әҙер түгел икән, исемем Тамара булмаһын!
Бер туҡтауһыҙ һөйләнеп, Искәндәргә айнырға ирек бирмәнем. Уның бер нәмә лә аңламай ҡалыуынан файҙаланып, ванна бүлмәһенә кереп тә бикләндем. Уф-ф-ф! Күҙемде баянан бирле ҡырып этләткән линзыларҙы сисеп, раковинаға бәрҙем. Хушығыҙ, минең ялған "күҙҙәрем"! Хуш, минең ялған битлегем, шаҡ ҡатырылған прическам! Тәнем ҡалтырауын ваннала йылыға күмелеп ятыу бер аҙ баҫты. Ох, нервылар! Ярай әле, бая, Искәндәр ҡаршыһында, "ысҡынманылар"! Ул инде бер нисә тапҡыр килеп, ванна ишеген шаҡып китте. Иҫенә килгәндер инде, миңә яңы психик атака әҙерләне, буғай.
Шунан, Тамара, нишләйбеҙ? Үҙеңде танытмай ғына эш ҡыйратып булманы, былай булғас. Танытырға тура килә. Эх-х. Танытҡы килмәгәйне, юҡ! Ярай, тыныслан. Һәр нәмәнең яҡшы яғы бар. Йәшлеген һәр кем яратып иҫкә ала. Йәшлек хәтергә төшһә, бәғер йомшай, йоҡоға талған яҡшы сифаттар уяна. Ваҡытлыса, әлбиттә, әммә уяна. Ә миңә тап шул бер нисә минут йомшаҡлыҡ менән урынлы файҙаланырға һәм кәрәкле ҡағыҙҙарҙы эшләтеп алырға ғына кәрәк. Эйе, ни бары бизнес, ни бары... Шундай уйҙар менән мин ваннанан сығам, яҡшылап һөртөнәм һәм йомшаҡ халатҡа уранам. Ни булһа – шул булыр...
– Ха-ха-ха! Мин шулай тинемме? Хатта теҙләндемме?! Вәт иҫәр, ә? Шундай һүҙҙәр һөйләнемме: «Я-ра-там»? Мин шулай тип әйттемме? Ха-ха-ха... Кемдән оттом икән бындай ахмаҡлыҡты? Берәй кинола күргәнмендер...
Битемә ахмаҡ йылмайыу йәбештерҙем дә шаңҡып тик ултырҙым. Ғәр-легемдән өнөм тығылды, бер һүҙ әйтә алмайым. Ә Сашка көлә лә көлә. Ҡапыл, уның көлөүен ниндәйҙер үкһеүгә оҡшатып, һиҫкәнеп китәм. Күҙҙәренә ҡарайым. Тап шул ваҡытта, ул быялаларын һөртөргә була, ярайһы уҡ ҡарайтылған күҙлеген сисеп, ҡайҙалыр бушлыҡҡа текәлде. Уның күҙҙәрендәге миңә ныҡ таныш оло һағышты күреп тетрәндем. Аһ, ошо ҡараштар. Шул ҡараштарҙан мин телһеҙ ҙә ҡалам, быуынһыҙ ҙа. Күпме шарҡылдап көлгән булды ул әле генә, күпме минең хистәрҙе мыҫҡыл итте! Ә үҙенең күҙе тулы бына-бына түгелергә торған мөлдөрәмә хәсрәт. Теге ваҡытта ла шулай ине. Шул ғәм тулы, зар тулы ҡараштарға арбалдым да сөңгөлөнә баттым. Белә ул үҙе тураһында. Ниндәйҙер уҡытыусыһы әйткән. Шунан бирле быялаһы ҡарайтылған күҙлек кейә. Минең менән икәүҙән-икәү ҡалғанда ғына сисеп ырғыта торғайны. "Һинең менән генә үҙем була алам», – тип әйткәне булды. Ә хәҙер иҫләмәй, миңә нимә һөйләгәнен түгел, хатта таныш булғанды ла. Ғәрлек. Илағы килә. Үҙемде көс-хәл тыйып ултырам.
– Туҡта, һинең әле генә күҙҙәрең ҡуңыр ине түгелме? – тип ҡысҡырып өндәшеүгә тертләп, күтәрелеп ҡарайым.
– Әлләсе, ғүмер буйы йөрөткән күҙҙәрем инде. Сәгер. Күҙҙәрең йәйғор һымаҡ, тип тә әйтә торғайның әле, етмәһә, бөтә хистәр сағылып тора, хәйләләшә белмәйһең, тип. Мин, бахыр, ышанған булдым.
Минең үпкә һүҙҙәремде тыңламай ине ул. Алдыма килеп теҙләнде лә үҙенең туп-тулы зарлы ҡараштары менән туп-тура миңә текләне.
– Был – һин! Был – һинең күҙҙәр!
Был юлы мин хахылдап көлдөм. Илағансы. "Искандәр Сәғитович сәгер күҙҙәр яратмай" тип төҫлө линзалар кейергә тура килгәйне бит. Ҡырыуына түҙмәй сисеп ырғыттым да, оноттом да. Ә әле, Искәндәрҙең тура ҡарашын күтәрә алмай, күҙҙәремде йомам. Йәнем аҡтарылып бара. Хыянатсыл күҙҙәр! Йәшкә мансылып, мине оятҡа ҡалдыралар!
– Хәҙер иҫемә төштө. Ысынлап та, алдай белмәй шул күҙҙәрең. Көҙгөгә ҡараған һымаҡ булдым. Әллә туп-тура йәшлегем күҙенә ҡараныммы? Иҫең китер: мин шундай һүҙҙәр һөйләй алғанмын! Мин ғашиҡ була алғанмын! Күңелгә наҙлы хистәр тулған заман булған, әй?! Беләһеңме, беҙ байрам... түгел, ни түгел, кистә лә фейерверк аттырып, урам тултырып шаярып-көлөп йөрөй белә инек. Ниндәйҙер дыуамал ҡылыҡтарға һәләтле инек! Алйот йырҙар йырланыҡ, шашып бейенек, донъяны үҙгәртеп ҡора алыуыбыҙға шикләнмәнек... Ә хәҙер? Йылдар буйы дуҫтар менән хатта шылтыратышмайбыҙ ҙа. Йыр тыңлаған да юҡ, бейеү түгел, артыҡ аҙым баҫырға ла йыбанабыҙ. Олоғайған һайын, донъя ҡыҙыҡһыҙ һымаҡ. Йәшлек яныуҙары-ярһыуҙары – бер мәғәнәгә лә эйә түгел икән. Донъя нисек ҡоролған, шулай тәгәрәп тик тора. Ә беҙ – шул тәгәрмәс араһында иҙеләбеҙ, ваҡланабыҙ, шунан саңға әйләнәбеҙ...
– Ватылабыҙ, ваҡланабыҙ – ул беҙ, ябай халыҡ. Һин беҙҙең исемдән һөйләшмә, килешмәй. Һин тап шул арбала дилбегә тотоп ултырыусылар рәтенән. Тик был темаға бәхәс башламайыҡ, йәме. Беҙгә тиклем әллә нисә меңәр йылдар буйы иң яҡты аҡыллы, алтын башлы философтар том-том трактаттар яҙып та, донъяның айышына төшөнә алмағанды, беҙҙең бәхәс кенә мәсьәләне хәл итмәҫ.
– Һәр ваҡыттағыса, һин хаҡлы. Ысынлап та, теманы тарайтыу иң отошлоһо булыр. Һөйләп ебәр: ҡайҙаһың, кемһең? Йылдар һиңә килешкән. Быға шатмын. Күрәһең, яҙмышың насарҙарҙан түгел. Быныһы минең ирлек сәмемә ныҡ тейҙе, йәшермәйем. Һине мин генә бәхетле итә алырға тейеш инем. Ә һин минһеҙ ҙә бына тигән: сибәр, һауалы, көслө. Һин бер кемгә лә буйһонмайһың, бер нәмәнән дә ҡурҡмайһың. Мин һиңә йәш ҡыҙ сағыңда һоҡлана инем. Ләкин әле һинең тағы ла нығыраҡ һоҡланырлыҡ икәнеңде күрәм. Һөйлә әле, һөйлә, тауышың танһыҡ, тыңлағым килә.
О-о-о, башланды. Китте бит эреп, хыянатсыл күңел! Теле менән йыланды ла арбай инде ул! Ниндәй ҡатын-ҡыҙ түҙһен, ти, был һайрауға? Ул бит әле бөтә йөҙөнә, тауышына шул тиклем ихласлыҡтар һалып һөйләй белә. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың был донъяла үҙеңдең берҙән-бер ҡабатланмаҫ, тиңһеҙ фәрештә икәнеңә. Хәҙер һөйләгәнеңде мөкиббән китеп тыңлап ултырасаҡ әле, ауыҙыңа керерҙәй булып. Һәр бер ҡылығыңа һоҡланыуын белдерәсәк, әленән-әле комплименттар менән күмәсәк, ҡулдарыңды ҡәҙерләп үбәсәк. Һәм бөттө – еңеләһең, уның иркенә биреләһең, һәм аҙағынан ул буйһондороусы булып ҡала-саҡ. Был сценарий миңә таныш. Ә таныш яу, билдәле, һуғышырға уңайлы.
 – Тимәк, һин – веселая вдова?
Уның, йәне көйөүен һиҙҙермәҫкә була, юрамал ғәмһеҙ интонация менән әйткәнен аңлап, көлөмһөрәйем.
– Эйе,– тим үҙем дә айырата ғәмһеҙлек менән. Шул арала йәшен тиҙлегендә бөтөн күргән-кисергәндәр күҙ алдынан үтә. Иремдең ҡар өҫтөнә һуҙылған кәүҙәһе, ҡара ҡойолған туғандары, мине ҡарғай-ҡарғай бәргеләнеп илаған ҡәйнәм, баҫырауҙай кәүҙәһе бөрөшөп, бәп-бәләкәй тороп ҡалған ҡайным. Ярҙырырға, юлына, кәфененә, хәйеренә, тағы әллә нимәләренә аҡса еткерә алмай, һо-рансылап ауыл буйлап йөрөүҙәр. Өсөн, етеһен үткәрер-үткәрмәҫ әллә ауырлыҡ төшөүҙән, әллә кисерелгәндән “ҡыҙ булырмы” тип көтөп йөрөгән ауырымдың эсемде үлтереп һыҙлатып төшөүө. Ҡанһырап бер дауаханала – үҙемдең, икенсеһендә оло улымдың ауырып ятыуы. Ҡайтыуыма донъямдың аҫтын-өҫкә әйләндереп, ҡәйнәмдең ат, һыйыр-башмаҡ, арба-сана, ваҡ-төйәк, ҡош-ҡортто ҡыуып алып ҡайтыуы, өй ҙурайтырға тип буралған төкөтмәне ҡәйенбикәнең һүтеп алып ташытҡаны, булған бензобысҡы, башҡа ир-ат ҡоралдарын үҙҙә-ренекеләй күреп һатып ебәреүҙәре, үҙ көсөбөҙ менән һалып ингән өйҙән дә ҡыуып сығарырға маташып судлашып йөрөүҙәре... Ҡыш уртаһында ике баламды ҡосаҡлап бер шырпы утынһыҙ һыуыҡ өйҙә тороп ҡалыуым, кеше яллап ҡушырға тиһәң, муйындан бурысҡа батып, аҡсаһыҙ ултырыуҙарым. Бар халыҡтың ҡырын ҡарашынан, ҡәйнәм ҡәһәрләүҙәренән, артымдан да, алдымда ла ғәйбәт сәйнәүҙәре, һаулашып ҡына уҙған һәр мужикка ҡушып нахаҡ һөйләүҙәре. Бер ҡайнағам, бахыр, ситләтмәҫкә тырышты. Бер ул ғына минең ике баланың уларҙың фамилияһын йөрөткәнен, өләсәләренең асылда уларҙың өлөшөн тартып алыуҙарын аңлай ине. Тамам көрсөккә терәлгәндә, ул бер ат йөгө (аты ла, әпсендәре лә беҙҙеке булһа, ни эш бар) утын килтереп, бысып-ярып китте. Ауыл ғәйбәтселәренә шул етә ҡалды. Бер заман апһын, меҫкен, ярһып килеп, мине “аҡылға ултырыу, намыҫҡа саҡырыу” сәхнәһе ойоштороп китте. Мин ни иларға, ни көлөргә белмәй аптырап тороп ҡалдым. Бинахаҡҡа йәберләнеүемә илағым килһә, күп эсеүҙән, ғүмер буйы ауыр эш башҡарыуҙан таушалып бөткән, тешһеҙ һәм һирәк сәсле, иллегә етеп барған ҡайнағамды ир итеп күрә алыуым мөмкинлегенә ышанып, көнләп маташҡанына көлкөм килде. Бөтөн рәнйеүҙәрем, йәшем бөткәнсе илауҙарым, улдарым өсөн һыҡрауҙарым... Барыһы ла күңелде һыҙлатып иҫемә төшөүенә албырғап, баш сайҡаным:
– Эйе, веселая вдова. – Ҡәйнәмдең, уға ҡушылып бөтә ауылдың ғәйепләгән һүҙҙәре иҫемә төшөп, шуларҙы ҡабатлайым. – Ир бысрағы йыумайым, бер кем ҡолаҡ итен сәйнәмәй. Ике улыма килгән пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп типтереп йәшәйем. Ул льготалары ғына күпме!
Искәндәрҙең ҡарашында йәшерен аптырау ғәләмәте сағылғанын күрәм. Ул минең ысынлап та елбәҙәкме, әллә юрамал шулай булып күренергә тырышыуыммы икәнен һынарға, асыҡларға маташа. Ә минең, нишләптер, уның менән үҙемдең тәрән кисерештәремде, түгелеп китерлек һағыштарымды уртаҡлашҡым килмәй. Хәйер, уның менән генә түгел, башҡа бер кем менән дә. Сөнки улар тик минеке, минеке генә. Уй-ҡайғыларымдың бер тамсыһы менән уртаҡлашһам да, ярлыланып ҡалырмын, үҙем булыуҙан туҡтармын һымаҡ. Кешеләр, ни уйлаған булып, эс-бауырыма керерҙәй итеп хәл һорашҡан була икән был донъяла? Ҡайғыңды күтәрешерҙәй, һәр күҙ йәшеңде бриллиантҡа тиңләп ҡәҙерләрҙәй булып ҡыланалар, ә ысынында иһә күптән билдәле ул хәҡиҡәт: кешенеке кештәктә. Уртаҡлаша икән, ул ни бары тыш күңелдән генә, үлә-бата яҡшы кеше булып күренергә ынтылыуҙан ғына. Ни бары шул. Әлбиттә, был кешегә ышанмауым минең, ышанмаусанлыҡ һыҙатым ғына булыуы мөмкин. Бәлки, кеше ҡайғыһын үҙенекеләй итеп ҡабул иткән ихлас һәм изге кешеләр ҙә барҙыр? Әллә инде. Булған осраҡта ла, Искәндәр улар рәтендә бер ҡасан да торманы һәм тормаҫ. Ул минән былай циник. Миңә лә унан йоҡҡандыр был сир. Йоғошло ауырыу кеүек. Йоғошло булмаһа, бөтә кешелек донъяһының күпселек өлөшөн ялмап ала алыр инеме ни ул? Уйҙар был темаға кереп китһә, бөттө, сыбыртҡы шартлатып ҡыуып та йыйып алып булмаҫ. Шуға, бына нисәнсе тапҡыр инде, был бысраҡ донъяла йөрөп ятыуымдың маҡсатын көсләп иҫемә төшөрәм: эйе, нимә әле? Ә-ә-ә, имза, рөхсәт хаты. Мин тағы Искәндәрҙең күҙҙәренә туп-тура бағам һәм ихлас йылмаям. Бергә үткән ғәжәп матур сағыбыҙҙы уның иҫенә төшөрәм. Онотам, тип үҙ-үҙемде алдап йәшәгәнмен икән. Ваҡ-төйәгенә тиклем иҫтә, ҡәһәрең. Һағынышыуға түҙә алмай, маршруткала алты туҡталыш буйы үбешкән дә әле генә һымаҡ. Ҡайҙа унда халыҡтан оялыу! Күҙгә кеше күренмәй, барлыҡ йыһанда беҙ икәү генә... Үҙ-үҙемде, тирә-яҡты, ысынбарлыҡты, ваҡытты онотҡансы, онотолоп, ярһып мөхәббәт даръяһына башкөлләй сумыуым шунда... Башҡа бер кем менән дә ҡабатланманы ундай кисерештәр: бер кемдең ҡарашында батманым, бер кемдең ҡосағында иремәнем, үҙ-үҙемде онотманым... Эй, Хоҙайым, шул тиклем дә... Шул тиклем дә йәшәмәгәнмен, үлек булғанмын нисә йылдар, ә? Тамырҙарың буйлап ҡайнар ҡандың урғылып-ярһып аҡҡанына түҙә алмай, хистәреңә тонсоғоп, йөрәгең шартларҙай булып, алҡымыңа килеп тығылғансы яратыуым... Бер “ах” тиеүе менән Йософтоң ҡамсыһын көлгә ҡалдырған Зөләйханың хәлен аңлайым мин! Ҡамсы түгел, әллә нәмәң көйрәп янып китер был ялҡынға. Бәй, нисә йылдар “һүнгән” тип йөрөгән ҡуҙҙар әллә ҡабат терелергә маташа? Тәүбә-тәүбә. Йәш сағында бәхет килтермәгән был хискә хәҙер, ҡарыуым бөткәс, бирешһәм нишләрмен? Ауыҙ бешеү генә нисауа, бында бит...
Яҙмыштары өсөн яуап тотҡан ике балам барлығы иҫемә килтерә. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен әсәлек инстинкты һәр ваҡыт еңә, Аллаға шөкөр. Бына бит, мин тағы иҫемә килдем, аҡылыма ҡайттым. Ипләп кенә әңгәмәне үҙемә кәрәк юҫыҡҡа борам. Искәндәр менән икебеҙҙең оҡшашлыҡҡа йәнем һыҙыла. Һыҙыла ғынамы – һулҡылдап-һулҡылдап әрней. Беҙҙең яҙмыш бер нисек тә оҡшарға тейеш түгел ине бит. Ул – иркәлектә үҫкән яңғыҙ бала. Ни теләһә – шул алдында, бөтә тарафҡа – таҡыр юл. Сибәр, аҡыллы. Бәхетле булырға бер кем ҡамасаулай алмай. Бер кем дә, бер ниндәй сәйәси-иҡтисади боролоштар ҙа, бер ни ҙә... Байлыҡты быуыныңа етерлек туплап ҡуйғандар. Елдер иң яҡшы машинала, биш булмағайы, илле биш йондоҙло отелдәрҙә типтереп ял ит. Карьера баҫҡысынан үрмәләргә ялҡауың килһә – лифт менән мен! Барыһы ла алдыңа “мә!” тип килтереп ҡуйылған. Ҡатыны үҙе кеүек ҡатламдан, тәрбиәле, супермоделдәрҙән былайыраҡ, ҡайҙа ҡултыҡлап барһаң да оялырлыҡ түгел.
Ә Искәндәр тормошонан ҡәнәғәт була алмай. Нимәлер етмәй уға. Ул “нимәлер”ҙе бер ҡасан да тапмаясаҡ, ирешә алмаясаҡ. Шуға уның күҙҙәре тулы һағыш, әрнеү. Ул бит мөхәббәттә лә ниндәйҙер ҡомһоҙ. Тән генә уға етмәй, ул бөтә йәнеңде һурып ала. Бөтөн донъяла һин тик уны ғына Алла дәрәжәһенә мендереп яратырға һәм табынырға тейешһең. Шуға өлгәшә бит әле үҙе. Шунан, бөтә хистәреңде һығып алып бөтөргәс, кәрәкмәгән сепрәк ише, ташлап та китә. Бер тапҡыр Искәндәр ҡапҡанына эләккәнһең икән, һин инде башҡа бер ҡасан да башҡаны ярата алмаясаҡһың. Ниндәй яратыу? Йәшәргә көс ҡалмай – вампир ише, һурып бөтөргән. Мин ана нисә йылдар буп-буш ҡыуыҡ ише инем. Күңелемдә бер нәмә юҡ. Нисә йылдар мин мейемә лә уны хәтерләмәҫкә, уйламаҫҡа ҡушып йәшәнем. Оноттом тип иҫәпләнем, әммә... Ниңә минең күңел урынында түгел ине? Ниңә мин ошо шаулы мәркәзгә әжәлгә дарыу артынан килгәндәй атлығып, талпынып, ашҡынып килә инем? Аяҡтар ниңә үҙҙәренән-үҙҙәре уның менән бергә йөрөгән һуҡмаҡтарға ғына боролоп тик тора ине? Быларҙың барыһын да аңламамышҡа, тоймамышҡа һалыштым. Йәшлекте һағынып, хәтирәләр барлап ултырманым. Ҡулымдан килһә, уй тигән нәмәне берәй ситлеккә бикләп ҡуйған булыр инем.
Тырышлыҡтарым бушҡа китмәне, әлбиттә, – хатта, ана бит, осрашҡанда танымаҫҡа маташтым. Оҙаҡ итеп иҫләгән кеше булдым. Ул икона кеүек күҙ алдында бер туҡтауһыҙ баҙлап торған образды, әйтерһең, онотоп була. Тора-бара бер ерең һыҙлауына нисек өйрәнеп китәһең, күңел әрнеүенә лә өйрәнәһең. Ул әрнеп тик тора, ә һин тышҡы тормош менән йәшәгән булаһың. Яҙ нимәлер сәскән булаһың, көҙ – йыйған. Берәй таныш бисәнең ғәйбәтен тыңлап, ҡушылып сәй-нәгән булаһың, кемдер көләмәс һөйләһә, аҡырып көлгән булаһың... Үҙ-үҙеңде алдарға маташҡанһың, ә ысынында ул һине алдаған! Мейеңдән бөтә хәтирәләрҙе, уйҙарҙы ҡыуып сығарғанһың – ул һинең ҡаның менән ҡушылған да бөтә ҡан тамырҙары буйлап һулҡылдап тик йөрөй. Шул кешене йәшәтеүсе биш литр һутты үҙеңдән һығып сығарһаң, шунда ғына ысынлап оноторһоң беренсе мөхәббәтте.
– Беләһеңме, һин бит был донъяла мин яратҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Ул һүҙҙе башҡа бер кешегә лә әйтмәнем мин? Сибәрерәктәр ҙә булды, аҡыллыраҡтар ҙа, береһе лә йөрәкте тетрәндермәне. Ә һинең бына ошолай шым ғына ултырыуыңдан да әллә ниндәй моң ағыла. Сәсрәһен донъяһы, сәсрәһен барыһы ла, әйҙә, икәү берәй утрауға олағайыҡ! Икебеҙ генә шунда йәшәйек, Әҙәм менән Һауа шикелле, әйҙә?! – Ул, сарсап килгән юлсы шишмәгә ташланған шикелле, яр-һып-шашып ҡул суҡтарымды үбә башланы.
Нисек йөрәгемде телгеләгәнен аңлармы бер заман? Ниңә шул тиклем язалай икән ул мине? Ана-бына ышанырға, ҡабат аҡылдан яҙырға торам да һуң. Ләкин ярамай. Был һүҙҙәр – ни бары ялған, алдаҡ. Ағыулы йылан да Искәндәрҙән мәрхәмәтлерәктер – саға ла бөтә. Ә был – анаконда, быуар йылан. Ә мин, ҡорбан ҡуян кеүек, илай-илай әжәлемә – уның ауыҙына кереп барам. Йә был гипноздан айнып ҡотолаһың, йә тағы бик күп йылдарға йәшәү һәләтен юғалтып, ҡоро буш тән булып тороп ҡалаһың. Ә бит нисек уға ышанғы, ҡосағында онотолғо, шашып-ярһып һөйгө-һөйөлгө килә! Нисә йылдар ут йотоп йәшәүемә күрә, бер остоҡ ҡына бәхеткә лайыҡ түгелме ни мин? Бәлки, ошо мәл өсөн генә йәшәгәнмендер бығаса? Бәлки, минең тормошомда тороп ҡалһа, ошо мәлдән дә әһәмиәтлерәк бер ни ҙә булмаҫ? Ни файҙа һуң һинең оҙон-оҙон ғүмер кисереүеңдән, аҙағында ҡоро үкенестәр генә? Минең ҡулдарым, ихтыярымдан тыш, Ис-кәндәрҙең сәстәрен, яңаҡтарын һыйпай башлағайны инде. Инде аҡылым да, хистәр көсөнә буйһоноп, “сәсрәһен донъяһы” тип битараф ҡына сигенмәксе ине. Бәхетемәме, бәхетһеҙлегемәме, ишекте туҡылдаттылар. Теге армайҙарҙың береһе Искәндәргә телефон һона. Бер нисә секундтан минең һөйөклө кешемдең бер нәмәһе лә ҡалманы. Искәндәр Сәғитович пинжәген кейҙе, галстугын рәтләне һәм бер ниндәй ҙә эмоция сағылмаған йөҙө менән миңә боролдо.
– Бына нимә, хөрмәтлем. Яуаплы хеҙмәтем арҡаһында һеҙҙе лайыҡлы дәрәжәлә ҡәнәғәтләндерә алмағаныма ғәфү үтенәм. Һеҙҙең менән осрашыуҙан ниндәйҙер күңел күтәренкелеге алыуымды иҫәпкә алғанда, бик ҡыҙғаныс. Һеҙҙә лә, миндә лә ниндәйҙер көҙөк ҡалмаһын өсөн, былай тәҡдим итәм. Бына минең визиткам, ниндәйҙер шәхси йәки башҡа төрлө мин хәл итерҙәй проблемағыҙ тыуа ҡалһа, дүшәмбе 11 сәғәт 45 минутта минең 10 минут ваҡытым буласаҡ, шунда мөрәжәғәт итегеҙ. Минең хеҙмәткәрҙәрем иҫкәртелгән, һәм бер ниндәй ҙә тотҡар-лыҡ булмаясаҡ. Ә хәҙер, ҡабатлап ғәфү үтенәм, һеҙҙең йәмғиәтте ҡал-дырырға мәжбүрмен. Номер өсөн түләнгән, киске ашҡа заказ бирелгән, тыныс күңел менән иртәнгә тиклем ошонда ҡала алаһығыҙ. Һау булығыҙ!
Уның артынан ябылған ишеккә ҡарап, шаңҡып ултырып ҡалдым. Бына шулай. Ниндәйҙер шылтыратыу, ҡарайтылған күҙлек, ҡиммәтле галстук – һәм минең Сашкам Искәндәр Сәғитович әфәндегә әйләнде. Ярай әле, мин ярыҡ ялғаш янында түгел, арыу ғына ҡунаҡхананың бик арыу бүлмәһендә тороп ҡалдым. Был да насар түгел. Ҡайҙалыр урман ситендә төн уртаһында ас-яланғас, аҡсаһыҙ һәм япа-яңғыҙ тороп ҡалыу менән сағыштырғанда. Ярар, тимәк, бөтөнләй үк бәхетһеҙ түгелмен, ошоға ла риза бул, Артыҡбикә!

  • * *

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауылға еңеүсе ҡиәфәтендә ҡайтып керҙем. Алып ҡайтҡан ҡағыҙҙарҙы иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, хужаның ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡты.
– Рәхмәт, Тамараҡай, рәхмәт. Нисә йылдар хәл ителмәй ятҡан мәсьәләне хәл иттерҙең бит, әй. Хәйер, һинең талантыңа тамсы ла шикләнмәгәйнем. Мине лә өйрәт әле шунда берәй приемчиктарыңа. – Ул, йомро ҡорһағын еңел генә күтәреп, өҫтәл артынан сыҡты ла миңә табан ыңғайланы:
– Ох, Тамараҡай, мин әйтәм, торған һайын матураяһың, торған һайын сибәрләнәһең...
– Торғоҙма һуң, ниңә торғоҙаһың! – Ныҡ ҡына дорфа тауышҡа өҫтәп, тупаҫ ҡына этәп ебәрҙем дә кабинеттан сығып олаҡтым. Коридорҙа ҡаршыма хужаның ҡәйенбикәһе осраны. Ҡағыҙҙар тотҡан, йөҙ-һынына харап эшлекле ҡиәфәт йәбештергән. Бухгалтерия яғына былай ғына һуғылһам, "трудовой"ымды тоттороп та сығарҙылар.
Шулай, мин тағы эшһеҙ. Тағы бер кәрәкһеҙ имгәкмен. Был юлы бәхетем юҡлығына ғәжәпләнергә лә, ғәрлектән иларға ла хәлем ҡалмағайны. Иламаным. Өмөттәрем киҫелеүе беренсе тапҡыр түгел бит инде, инде нисәнсе тапҡырға үҙемдең был донъяла артыҡбаш икәнемә инанам.
Ҡыҙыҡһыҙ ғына, күңелһеҙ генә ҡыш килде, Яңы йыл байрамдары үтте. Ирҙең йыллығын был юлы билдәләрлек хәл булманы. Ҡәйнә тигән есемдәргә сәйнәнергә бер сәбәп. Утын килтерт, быстырт, ярҙырт. Һәр береһенә көнлөгөн түлә, аяҡтан йыҡҡансы һыйла. Бер баланың аяғына, икенсеһенең өҫтөнә кейем йүнәт. Бына пенсия аҡсаһы бөттө-китте. Улар шуны уйлаймы ни? Ҡайнаға, бахыр, апһындан йәшереп тигәндәй, ике тоҡ фураж килтереп ырғытты. Хаҡын бирҙем. Эй намыҫланған булды, балалар хаҡын иҫенә төшөрҙө, уфтанды, ишек төбөндә тапанды, әммә аҡсаны барыбер кеҫәһенә һалды. Бер нисә тапҡыр ярҙамы тейгән күрше йәш ирҙе миңә ҡушып һөйләп сығарҙылар. Мин инде, өйрәнгән баш, үткәреп ебәрҙем. Ә килен балаҡай бик бөтөрөнгән икән. Ул шикләнер булғас, халыҡ ныҡ һөйләгән булырға тейеш. Аптырағас, өйөмә саҡырып, сәй эсереп, аңлаштыҡ. Мин үҙемдең мөхәббәт тарихын һөйләп эс бүҫкәрттем, ул үҙен кимереп торған шиктән арынып, кәйефе асылды.
 Шулай итеп, ниһайәт, яҙҙы көтөп алдым. Яратам мин яҙ миҙгелен. Тығыҙ, көслө, йылы елдәрен яратам. Боҙҙан арынған йылғаның ҡолаҡ тондороп шаулаған тауышын яратам. Тегендә-бында күләүектәрҙә турғайҙарҙың һыу инеп быстырҙауҙарын күҙәтергә яратам. Ә шулай ҙа иң яратҡаным – торна туптарын күҙәтеү. Уларҙың сәләм тауыштары әллә ниндәй сихри моң булып ишетелә, күңелемде ярһыта. Был юлы улар бөтөнләй түбәндән генә, баш осонан тиерлек сыңрай-сыңрай осоп үтте. Күҙемә йәштәр тығылды. Иҫәр кеүек, торналарҙан күңел тыныслығы, бәхет һорап иланым. Сәйер кешемен дә инде. Аҡылы теүәлдәр торналарҙан атламаған сабыйҙарға тәпәй һорап ҡысҡыра торған ине. Ә мин? Бәхет, имеш. Үҙең дә шуларға ҡушылып, бер торна булып ҡына осоп китмәһәң, был ерҙә бәхет табып булмаҫтыр. Торналар бер нисә көн ауылдан йыраҡ түгел ятҡан һаҙҙа булды. Тауыштарын тыңлап кинәндем, хатта биноклдән бейеүҙәрен ҡарап талпынып алдым. Бына бит – һорағаным ҡабул була түгелме ни? Ис-маһам, шул көндәр үҙемде бәхетле, тыныс тойҙом.
Яҙҙың тағы мин яратҡан бер мәле – сирень ҡыуаҡтарының күпереп торған шау сәскәгә төрөнгәне. Нимәһенә яратамдыр шул ҡәҙимге генә сәскәләрҙе – аптыраҡ. Ауылда һәр йорт алды баҡсаһында тиерлек бар улар. Ләкин мин нишләптер бер өйкөмдө генә барыһынан артыҡ күрәм. Атай йортонан йыраҡ түгел улар. Ауыл осондағы бер әбейҙең сирендәрен әйтәм, бигерәк күркәм. Төҫтәре лә сағыуыраҡ кеүек, сәскә суҡтары ла ҙурыраҡ һымаҡ. Хатта еҫе лә башҡаларҙыҡынан хуш еҫлерәк, тәмлерәк тойола. Шуға инде ошо мәл етһә, юҡ сәбәпте бар итеп тә әсәй эргәһенә йышлайым. Бер ҡыҫҡа ғына мәл бит ул – сәскә атыу. Күреп туйып та ҡалмайһың – уҙып та китә. Хас кеше ғүмеренең йәшлеге кеүек. Бәй, тип тә ҡалаһың – һин инде әбей.
Әбей тигәндән, сирень хужабикәһен мөрхәтһенеп етмәйем. Ул да миңә һүҙ ҡатмай. Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ҡараштары менән оҙатып ҡала. Мин йыш ҡына уның барлығын-юҡлығын да һиҙмәй үтеп китәм. Башҡа әбейҙәр кеүек, “балаң һаулыҡ ҡушмай” тип әсәйемә ошаҡлағаны булманы былай. Шулай булғас, уға ла барыберҙер.
Эскәмйәлә ултырған ҡурҡыныс кәүҙә эргәһенән, ғәҙәттәгесә, битараф ҡына үтеп киттем тигән ерҙән ҡапыл туҡтап ҡалдым. Ҡараштарҙағы бик таныш бер нәмә туҡтатты мине. Нимә ул – аңлата алмайым, әммә мин уға “теге донъя сәләме” тип исем ҡуштым. Нисә йәштәрҙән айыра башланым был нәмәне, иҫләмәйем. Әммә кеше ошондай ҡараш менән баҡһа, аҙна ла үтмәй, уның вафаты хәбәрен ишетәм. Башҡа кеше тоямы икән шуны? Был ҡараш тереләрҙән бик ныҡ айырыла. Гел таныған кешеңде ҡапыл таный алмайһың. Бөтә йөҙ һыҙаты ла урынында, килеш-килбәте лә шул уҡ, әммә ниндәйҙер күренмәгән быяла, һалҡын диуар һеҙҙе айырған кеүек. Һәм ул һиңә шул диуар аша ҡарай... Әжәл диуары аша. Был ҡараштан эстән нисектер эҫеле-һыуыҡлы булып китә, әйтәм бит: “Теге донъя сәләме”... Бер тапҡыр район үҙәгендә бер таныш уҡытыусыны танымай ҡалып, уҙып киткәс кенә сәләм ҡуштым. Тойғомдоң көслөлөгөн шунда асыҡлаған инем. Аптырап уйлайым: ул йәш, сәләмәт ҡатын-ҡыҙ, уның менән нимә булһын? Ниндәйҙер мистик тойғом – минең самаһыҙ фантазиям емеше түгелме? Үҙемде артыҡ хиссәнлек өсөн әрләп алдым. Әммә район гәзитенең шәмбе сығарылышындағы некролог тап ошо уҡытыусы вафатына арналғайны...
Әле миңә мәңгелектең үҙе һымаҡ күренгән күрше әбекәй ошолай ҡарап ултыра. Бәләкәй сағымдан ошо эскәмйәлә ошо һынды иҫләйем. Мин үҫтем, мәктәп тамамланым, кейәүгә сыҡтым, туйым уҙҙы, бәпесем тыуҙы, ул тәпәй китте, икенсеһе тыуҙы, уныһы һөйләшә башланы, тол ҡалдым... Ә был һын эргәһенән һаман битараф үтеп китеүемде белдем... Ниндәй тормош кисергән, ире-балаһы булғанмы-юҡмы, йәш сағында сибәр булғанмы-юҡмы, ниндәй хыялдар менән йәшәгән, кемде һөйгән? Бер аҙнанан был донъяла бер кем дә был хаҡта белмәйәсәк. Есеме генә түгел, исеме лә кеше хәтерендә ҡалмаясаҡ. Бына минән – ғү-мерем эргәһендә, терәлеп тигәндәй үткән кешенән, ниндәй кеше ине ул, тип һораһындар, ә мин хатта уның исемен дә әйтә белмәй торасаҡмын.
Бөтә кеше өсөн дә ул – Мөнөй әбей. Ысын исемен бер ҡасан да белмәнем дә, ҡыҙыҡһынманым да. Нисә йәш икәнен – бигерәк тә. Мин тыуғансы уҡ ул пенсионер ине. Өйөнә бер кем кермәй, бер кем сыҡмай, тигәндәй. Ул үҙе лә йомошҡа бик һирәк керә. Унда ла, башҡа әбейҙәр кеүек, йәйелеп китеп, самауырҙы йыҡҡансы хәбәр һөйләп, кеше яманлап ултырмай. Сәйгә яҡын килмәй, ишек төбөндә килеш кенә ултырып доға ҡыла ла, йомошон йомошлап, тиҙ-тиҙ генә сығып китә. Уның был донъяла барлығы бер ҡасан һиҙелмәне. Ә юҡлығы? Эс-кәмйәне ошо һынһыҙ күҙ алдына килтерҙем. Ләпәшеп бөткән ҡап-ҡара өйҙө күмеп үҫкән, күпереп торған шау сәскәлә сирень ҡыуаҡтары. Шул фонда тәпәш кенә эскәмйә. Ҡураныс ҡына, аҡ күлдәкле, аҡ яулыҡлы һын был картинаны тултырып тора икән. Алып ташла ошо кәүҙәне – эскәмйәнең дә, өйҙөң дә, шау сәскә ҡыуаҡтарҙың да бер мәғәнәһе ҡалмаясаҡ... Ошо ниндәйҙер тотоп ҡалып, туҡтатып ҡуйып булмаған бер мәлдең өнһөҙ матурлығын ҡапыл оҙаҡҡараҡ һуҙғы килде. Аяҡтар үҙенән-үҙе сирень яғына тартылды.
 – Арыу ғына ултырыумы, әбей? – Ололарҙың бер аҙ ҡолаҡҡа ҡатыланыуын белгәнгә, ҡысҡырыбыраҡ өндәштем.
– Шөкөр, ҡыҙым, шөкөр. Ҡояшҡа ҡыҙынып ултырам әле бына, Хоҙай ҡушҡас. Әсәйеңә килдеңме?
 – Эйе. – Мин иғтибар менән уның тамырҙар менән сыбарланған кескәй ҡулдарына ҡарайым, йөҙөндәге ҡатлам-ҡатлам һырҙарҙы барлайым. Ул ҡапыл өләсәй һымаҡ яҡын кеше булып күренә, ирекһеҙҙән ниндәйҙер изгелек эшләге килә. Ғүмеремдә тәү тапҡыр. Һәм, моғайын, был – һуңғы мөмкинлектер. Шуны һиҙгән кеүек, ул да миңә йомшаҡ ҡарай, йөҙөнә йылмайыу йүгергән кеүек.
 – Ғәйшә ҡойоһонан бер йотом һыу эсер инем, – тине әбей, бер аҙ шымып ултырғас. Нисектер үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ ҡына әйтте, шым ғына. Тертләп киттем. Был теләк бит миңә генә әйтелде. Тик миңә генә. Урам буйында осраған башҡа берәүгә әйтмәй торған һүҙ булды был. Күңел тигән нәмәнең барлығын кире ҡағып, тик практик аҡыл менән йәшәгән кешегә аңлашылмаҫ был хәл. Әммә һиҙенеүемде тыңламаһам, бик үкенә торғанмын.
 Әсәйемдән кереп бәләкәй биҙрә, көрөшкә алдым да Ғәйшә ҡойоһона киттем. Ул ауылдан бер саҡрымлап ситтә ята. Шуға хәҙер унда барған кеше юҡ. Һәр урамда колонка булыу менән генә мөрхәтһенмәйҙәр, күптәр өйөнә үткәреп, крандан ағыҙып ала. Ғәйшә ҡойоһо ла үҙенең һыуын эсмәгәнгә үпкәләгән шикелле – бик һайыны. Һыуы сөбөрҙәп кенә сыға, биҙрә тығып алырлыҡ түгел. Көрөшкә менән генә сайпып, тондороп ҡына алып тултыра торғас, байтаҡ ваҡыт үтте. Ғәжәп инде, бер уйлаһаң. Беҙҙең диалектта "ҡойо" һүҙе ерҙән ҡайнап сыҡҡан таҙа, эсәр һыуҙы аңлата. Ә бына Эйек–Һаҡмар һөйләшендә ул батҡаҡ араһындағы күләүекте аңлата. Күпмелер ваҡыт үтер, һәм беҙҙең Ғәйшә ҡойоһо ла Эйек–Һаҡмар һөйләшенең ҡойоһона әйләнер. Ниндәй ҡыҙғаныс... Ер-әсәнең ҡарынынан сыҡҡан татлы һыуҙы үҙем дә бер нисә ләззәтләнеп йоттом да, ваҡыт тирмәненең аяуһыҙлығын уйлап, күңелем ҡарайҙы. Ғәйшә ҡойоһоноң да алҡынып-ташып торған саҡтары, кешегә әжәлдән дарыу кеүек кәрәк саҡтары булғандыр. Хәҙер уның исемен дә, барлығын да белмәгән өр-яңы быуын үҫеп килә... Мөнөй әбейҙең дә елтләтеп баҫып гөрләтеп донъя көткән, егелеп колхоз йөгөн тартҡан саҡтары булғандыр. Ә хәҙер инде ул – үткән заман кешеһе. Бер кем уның менән ҡыҙыҡһынмай, ҡәҙерләмәй һәм вафатынан һуң ҡайғырып иламаясаҡ.
Ҡойоноң үҙенән эскән һымаҡ ҡушуслап эсте Мөнөй әбей.
– Биш йәштәр самаһы бар инеме һиңә, юҡмы, ҡулдарыңды елпелдәтеп “осҡом килә” тип йүгереп йөрөр инең. Әй, шул ваҡытта йөрәгем өҙөлөүҙәре! Мин инде – тормоштоң ни икәнен белгән, тотош ғүмер йәшәгән әбей. Кешеләрҙең бер ҡасан да ҡанат йәйеп осоп китмәй икәнен беләм. Ә һин шул тиклем ихлас, шул тиклем ярһып осорға теләйһең. “Ҙурайғас осаммы, ҡош ҡанаты ашаһам, ҡанатым үҫәме?”– тип әсәйеңдең теңкәһен ҡорота торғайның. Уның ҡулсатырын тотоп кәртәнән дә ырғының, яулыҡтарҙан да ҡанат терәкәләнең... Телеңдә гел осоу булды. Бер заман кешенең бер ҡасан да осмауын белерһең дә, ҡанатың ҡайырылыр, тип йөрәгем өҙгөләнде шул саҡта. Әсәйең әйткәндерме, юҡтырмы – һинең иннәкәң мин булдым бит.
Һуңғы хәбәре бөтөнләй һушымды алды. Һорашманым түгел, һорай торғайным. Һирәк-мирәк әсәйемдең дә кәйефле сағы була ине. Оҙаҡ ҡына уйланып, былай тине:
– Барлыҡ балаларымдың да нисек тыуғаны хәтерҙә, бер һине генә иҫләмәйем. Башҡаларына нисек ауырып киткәнемде лә, ҡайҙа тапҡанымды ла, кем ҡабул иткәнен дә, ауырлығының күпме булғанын да грамына тиклем беләм, вәт һине иҫләмәйем. Хет ат, хет киҫ бына, юҡ, иҫемдә юҡһың...
Ә әле, мә һиңә, ғүмер буйы эргәмдә булған кеше нимә ти. Үҙем хаҡында тулыраҡ белгем килеп, иннәкәмдән һөйләүен үтенәм. Ә ул әллә ҡайҙарға төшөп китә.
– Өләсәйем тирә-яҡта билдәле имсе-томсо ла, иннәкә лә ине. Мине гел бергә йөрөттө тәүҙә. Ул саҡта, ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, балалар күп тыуа ине. Мин – әсәйҙең иң өлкәне. Бала сағым булманы ла, буғай. Әсәй йыл һайын тигеләй бәпесләп тора, иртәгәһенә үк тигәндәй колхоз эшенә сығып йүгерә. Үҙем бала ғына, сабый ҡарауҙан бушамайым. Күпме ҡусты-һеңлеләремде йөкмәп йөрөтөп үҫтерҙем. Ныҡ йонсой, ялҡа торғайным. Ә әсәй, өләсәйҙән бер йылы һүҙ ҙә, йылы ҡараш та тоймайым. Берәй ергә йығылып-бәрелеп илаһалар ҙа – мин ғәйепле, аҡырһалар ҙа – мин ҡарап еткермәгән... Ун өс йәштәргә еткән булғанмындыр, түҙемлегем бөттө, һыу буйына төшөп теләк теләнем:
– Эй, Хоҙайым, балам булып торһон, үлеп торһон, – тинем. Асыу менән, ныҡ ҡаты әйттем. Ә ҡыҙ саҡта теләгән ҡабул була. Дөрөҫ теләк теләргә лә белергә кәрәк, ә мине, нишләптер, бер кем дә ваҡытында шуға өйрәтмәгән. Тыумаған балама үлем теләгәнсе, үҙемә бәхет теләһәмсе! Үҫкәс, мотлаҡ был ерҙән йырағыраҡ китәсәкмен, ошо туғандарымды мәңге күрмәһәм дә риза, тип тә өҫтәнем. Сығып китәм тигәс, өләсәйем әйтте: "Балам, – тине. – Яҙмышыңа иннәкә булыу, кеше имләү яҙылған. Тиҫкәреләнеп Хоҙай ҡушҡанды ҡабул итмәһәң, бик бәхетһеҙ булырһың, яңғыҙлыҡта ҡалырһың. Аллаһы Тәғәлә барыбер үҙенекен итер, барыбер бер балаға иннәкә булырға тура килер. Ул баланы ҡабул итеүгә ҡырҡ баланы ҡабул иткәнгә тиң сауап яҙылыр, шуның эргәһенән күрмәй үтеп китмә, аслан! Был донъялыҡта кисергән һуңғы көнөңдә шул баланың ҡулынан һыу эсергә насип итер. Үҙең кеүек юлында аҙашҡан кеүек күрһәң, дөрөҫ йүнәлеште күрһәтеп ебәр". Өләсәйемде тыңламаным. Ситкә сығып киттем, туғандарым менән араларҙы өҙҙөм, им серҙәрен белеүемде бер кемгә лә асманым. Иремә бер бала ла табып үҫтереп бирә алманым – барыһы ла тыуып, сығыр-сыҡмаҫ ауаз һалдылар ҙа миңә рәнйеп китеп барҙылар. Иҫемә төшә лә бит һыу буйында теләгән теләгем – терһәкте тешләп булмай, һуң. Түккән йәштәремде бергә йыйһаң, даръя булыр... Бөтә йәшем сығып бөткән, күңел нишләһен, таш булып ҡатты. Бөтә көсөмдө эшкә генә бирҙем. Эш – бала түгел. Бөтә һутымды һығып алды ла, кәрем бөткәс, китте-барҙы. Тороп ҡалдым ошолай яңғыҙлыҡта, өйөмә бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Мин үҙем дә кешегә кермәйем. Әллә нин-дәй артыҡ баш итеп тоям үҙемде. Кешегә генә түгел, бөтә донъяға кә-рәкмәгән бер артыҡ баш. Һин тыуаһы төндә атайыңды миңә фәрештәләр ебәргәндер. Иҫ киткес көслө ҡойон уҙҙы ул төн. Яҡты юҡ, сымдар өҙөк. Эҫе йәйҙә тауыҡ та кисеп сыҡҡан шишмә, диңгеҙ кеүек, ярға һыймай дулап ятты. Балнисҡа бара торған күперҙе ағыҙҙы. Беҙҙең ярҙа телефон-маҙар ҙа булманы, буғай, ул заман, ҡайҙа инде әлегесә “ҡолаҡ” менән һөйләшеү. Шундай дөм-ҡараңғы, шомло төндә ишекте берәү дөбөрҙәтте. Аптыраным, шулай ҙа астым. Ҡараһам – атайың.
– Киленең бәпескә ауырый башланы, зинһар, ярҙам ит, – ти. – Малай булһа, бер һарыҡ бирәм, ҡыҙ булһа – бер нәмә лә.
– Тыумаған баланың өлөшөн киҫеп торма, бер ҡулъяулыҡ бирһәң дә риза булырмын, – тинем.
Тәүҙә бармаҫҡа уйлағайным, күрше урамда Ғәйникамал ҡарсыҡ бар, шуны саҡыр, тиергә иткәйнем, гәрсә Сәбилә бахырҙың йөҙлөгөн урлаған һымаҡ, урлашып ҡуймаһын тип, ары атланым.
– Йөҙлөк аҡсаһын урлағанмы ни?
– Ниндәй аҡса, йөҙлөк, тим бит. Әй, бында әллә морондоҡ, әллә күлдәк тип әйтәләр, ҡыҙыҡһынғаным булманы. Беҙҙең яҡта баланың битен ҡаплап торған пәрҙәне йөҙлөк тип йөрөтәләр. Йөҙлөк менән тыуған бала сибәр, бәхетле була. Унан эшләнгән һөйҙөргөс бик көслө, шуға ҡиммәтле лә. Ҡайһы бер Ғәйнүш кеүек намыҫһыҙ иннәкәләр баланың йөҙлөгөн шым ғына урлай ҙа берәйһенә һөйҙөргөс бетеү эшләй. Әйҙә, был баланың бәхете теге кешегә күсә. Сәбилә меҫкендең яҙмышы бик аяныслы булды. Иргә сыҡты, уныһы эскесе, һуғышҡаҡ бәндә ине. Сәбиләнең күҙенән күк китмәне. Ҙурайып бөткән ике малайын, эскән баштан, ире арбаға ултыртып алып сығып киткән. Нисек булғандыр, бер КАМ-АЗдың аҫтына барып кергәндәр. Иргә бер ни ҙә юҡ, малайҙарын ҡара гүргә һуҙып һалдылар. Ҡайғыһынан Сәбилә аҡылдан яҙҙы, “Бәхетемде һин генә урланың” тип, урам буйлап сәс-башын туҙҙырып, Ғәйникамалды ҡарғап йөрөп үлде. Ғәйнүш үҙе лә бәхет күрмәне, бахыр. Сәбиләнең генә түгел, әллә кемдәрҙең дә ҡарғышы төшкәндер. Бер бөртөк ҡыҙы ла уйнаштан бала тапты, уныһы ла үҫкәс уйнаштан бала тапты, эй-й, уның нимәһен һөйләп торорға. Яҙмышына шулай яҙылған булғандыр.
Шулай итеп һеҙгә керҙем. Гөләмзә килен ята аҡырып, хәле бөткән тамам. Тулғаҡ бер тота ла туҡтай, ә һинең башың да күренгән. Үлтерәһең бит баланы, Гөләмзә, нисек итһәң дә ит, Айҙарыңа булған асыуыңды онот, ғәфү ит, әтеү балаң быуыла, – тип ҡаты ғына әйттем. Әсәйең тиҫкәреләнә:
– Баҡса арты Фәғилә менән өҫтөмдән йөрөй, хайуан, – ти.
– Йөрөһөн, эш хаҡын һиңә алып ҡайта, һиңә донъя көтә, туҡмап әр-һеҙләнмәй, шул етмәгәнме һиңә, – тип пыр туҙҙырып ташланым тегене. – Ә бында яңы ғүмер ярала, өр-яңы тормош тыуып килә. Балаң үлһә, ирең йөрөмәй башлар тиһеңме? – тим.
Шунан саҡ ҡабат тулғағы башланып, һин килеп сыҡтың. Кендегең өс тапҡыр муйыныңды уратҡан. Үлемдән саҡ ҡалғанһың. Белгән кеүек килгәнмен, йөҙлөгөң дә бар ине.
– Малаймы? – тип өмөтләнеп һорай әсәйең.
– Юҡ, бик матур, бик бәхетле ҡыҙыҡай, – мәйтәм.
– Эй, Аллам, Зөбәйҙәм тыуғанда, һуңғы ҡыҙым ошо булһын, тип теләгәйнем бит, ниңә тағы ҡыҙ һуң ул? – тип илай әсәйең. – Былай булғас, һаман йөрөр инде, йөрөр. Малай тапһам, йөрөмәҫме икән әллә, тип өмөтләнгәйнем, булманы былай булғас. Лутсы үлһен ине, ҡыҙыҡай булғансы.
– Әстәғәфирулла тәүбә, килен, ауыҙыңдан ел алһын. Балаңа үлем теләмә, бәхет телә. Тыумаҫ элек ҡыҙыңдан баш тартҡас, унан ниндәй изгелек көтәһең. Һинең ҡырыҫлығыңа уҫаллыҡ менән яуап бирә башлаһа, кемгә үпкәләрһең?
– Барыбер ҡыҙыҡай теләмәйем, нимәгә ул миңә? – тип үкһей әсәйең. – Булғандары еткән.
– Күр ҙә тор, бына ошоноһо арала иң матуры ла, иң аҡыллыһы ла буласаҡ, Айҙарың да йөрөүенән туҡталасаҡ. Ошо бала гонаһ юлдан ҡурсып торасаҡ атаһын.
Шулай тигәс кенә һине имеҙҙе әсәйең. Үлән төнәтмәһен эскәс, тыныс-ланып йоҡлап китте. Урыныңды, кендек бауҙарыңды биҙрәгә һалып алып сыҡһам, атайың тора.
– Малаймы? Малай булһа, бер һарыҡ, – ти.
– Ҡыҙыҡай, – тинем. – Кем тип ҡушаһың?
– Артыҡбикә! – тип екеренде Айҙар. – Ҡулъяулыҡ та тәтемәй һиңә...
– Эй, Аллам, ниңә ошо баланы өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышаһығыҙ икәүләшеп тороп, ә? Хоҙай Тәғәлә өлөшөн биргән инде уға, муллыһынан биргән. Һеҙҙеке булыуын теләмәһәгеҙ, һеҙгә булмаҫ! Бөтөн илдә балҡып торған бер йондоҙ булыр, иншалла. – Шулай тинем дә киттем.
Бына бында, сирень төбөндә, кендек ҡаныңды шунда күмдем. Йөрәгең турылығында апаруҡ ҡына миңең бар ине. Күрше ауылда ишан улы тере ине әле. Шуны саҡырып, “миңле” исем ҡушығыҙ, тип ныҡыттым ата-әсәңде. Тыңламанылар, йәнәһе, совет заманы. Исем ҡағыҙы булғас, етмәгәнме, тинеләр. Етмәй шул. Мулла ҡушҡан исемен әйтеп, ҡолағына аҙан ҡысҡырмағас, Хоҙай Тәғәләнең күктә ҡоло өсөн әҙерләп ҡуйған өлөшө нисек насип булһын? Аҙашып тик йөрөй инде. Шөкөр, үҙеңә әйтеп өлгөрҙөм, бер бурысым төштө. Хәйереңде тоторһоң да, мәсеткә барып, үҙең ҡуштырырһың.
Ҡулдарымды, ҡалтырағанын баҫырға була, кеҫәмә тыҡтым. Бөгөн генә яңы ҡулъяулыҡ алып сыҡҡаным иҫемә төштө. Өнһөҙ генә уны әбейгә һондом. Уның йөҙө яҡтырып, йыйырсыҡтары буйлап нурҙар таралып китте.
– Бына бит, ғүмер булғас, мин дә өлөшөмдө – һөйөнсө бүләген көтөп алдым. Һин дә көтөп алырһың, иншалла. – Оҙаҡ ҡына уҡынып доға ҡылғас, һүҙен дауам итте. – Белеклеһең, ҡыҙым. Ярты һүҙҙән дә аңлап тораһың. Күп-күп көстәр бар һинең йөрәгеңдә, күп көстәр. Мин уны һин тыуғас та белдем, ә, үҫә килә, күренә лә башланы. Бәләкәй генә сағыңдан ошонда, оста, ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында сабыр ғына күпме бәпкәләр көттөң. Әсәйеңә ҡаршы һүҙ әйтмәнең, “уф“ тимәнең. Сәғәттәр буйы һине уйлаған кеше юҡ. Эсерергә лә, ашатырға ла оноталар, эҫе ҡабыр, тип тә борсолмайҙар. Ҡәҙерһеҙләүҙәренә шым ғына йәнем дә көйә, артыҡ сабырлығыңа ла бошонам. Бала иннәкәһенә оҡшай, тиҙәр бит. Сабыр булып-булып, бер көн сабыр ҡанаттарың һыныр ҙа, әллә нимә ҡыйратырһың, тип ҡурҡам. Гөләмзәгә лә әйтеп ҡарайым, уның үҙ һүҙе һүҙ. “Изгелеген дә күрмәгәс, нимәгә табаһың ул баланы. Бәпкә ҡарау ҙа булдымы ауыр эш. Ана, өлкәндәренең эше аҙмы: сөгөлдөр, бәрәңге утаған – улар, һыйыр һауған – улар”, – тине лә ҡуйҙы. Эйе, апаларыңдың эше күп, бәхәс тә юҡ. Тик улар бит гел тиң-тоштары менән бергә. Гөрләшәләр-серләшәләр, ял да итәләр. Ә һин гел яңғыҙ. Ҡайһы берҙә быуындарың ҡатып китәлер инде: үҙ алдыңа үҙең көйләп, бейеп әйләнә башлайһың. Шул мәлдәрҙе бигерәк һағынам. Торна ғына балаһы инде – нәҙек кенә, нәфис кенәһең. Муйының да оҙон, аяҡтарың да. Ҡулдарыңды елпетәһең, ҡупшы ғына баҫаһың. Ҡайһы саҡта ҡарап ултырам да “аһ“ тип тертләп ҡуям. Саҡ ҡына талпынһаң, осоп китерһең кеүек. Ата-әсәйең алдында бер бейе-мәнең һин. Бер күрһәләр, туң йөрәктәре ирер ҙә төшөр ине, моғайын.
Әллә ниндәй көс бар һиндә. Күңелде күтәрә, сафландыра торған көс. Эйәрә торған кешеләр була, эйәртә торғаны була. Бына һин эйәртә торғандарҙан. Шулай, йылдар үтә тора. Һинең дә танауыңа еҫ керер мәлдәр етте. Йәштәш ҡыҙҙарың кейенеп-яһанып егет-елән, клуб-дискотека яғын ҡайыра башланы. Ә һине һаман әҙәмгә һанаған кеше юҡ. Өлкән итеп тә һөйләшмәйҙәр, кесе итеп тә һанламайҙар. Өҫтөңдә шул һаман апайыңдарҙан ҡалған алам-һалам. Һинең үҙеңә кейем алырға баштарына ла килмәй. Ә һинең нимәлер талап итеп һо-рарға башыңа ла килмәй. Үҙеңдең буй-һыныңа килешле итеп, иҫкене боҙоп тегәһең дә ҡуяһың. Эйе, алтынды сүкешме-һәнәкме итеп ҡойһаң да, ул ҡиммәтен юғалтмай, барыбер аҫыл булып ҡала. Шуның шикелле, һинең дә септә япһаң да аҫылҡош төҫөңдө юйып булмай ине. Ҡайһы берҙә “күрмәй микән ни Гөләмзә шул аҫыл һөйәк балаһын” тип ғажиз булып китәм дә тағын баҫылам.
Был донъяла Хоҙай нимә һорайһың, шуны бирә. Килен дә бит, апайыңды тапҡас, башҡа ҡыҙым булмаһын, тип теләгән. Шуға һиңә ҡарата күҙе быуылғандыр, тим. Маңлай күҙе күрһә лә, күңел күҙе асыҡ булмағас, һинең һылыу, аҡыллы, нурлы бала икәнеңде күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ине ул. Барлығыңды аҙаҡ тойҙо Гөләмзә. Йыл да ер ябып йөрөй торған ҡаҙҙары, өйрәктәре бер көн килеп юҡҡа сыҡҡас ҡына. Мин дә өйөгөҙҙә инем ул көн. Әсәйеңдең кәйефе шәп. Яңы ғына йо-мортҡаларын инә аҫтарынан алып йөҙҙөрөп ҡараған. Барыһы ла йәнле, ҡыймылдай икән. Мин кергәнсе ниндәйҙер һөйләшеү булған, ахыры, – һинең һөмһөрөң ҡойолған ине. Әсәйең һөйөнөстәре менән уртаҡлашҡан ғына мәлдә:
– Сыҡмаһын шул сепейҙәрең! – тип бер ҡысҡырҙың да ишекте шарт ябып сығып киттең.
– Ах! – тип ҡалдым мин дә, Гөләмзәнең дә йөҙө ағарҙы.
 Һүҙеңдең көсөн шунда уҡ самаланым. Мин әйткән бер нисә йылдан төшә ине, һинеке шундуҡ барып етте. Бер бәпкә лә сыҡманы ул йыл һеҙҙең йортта. Бер ҙә! Нисә оя ҡаҙ, нисә оя өйрәк, нисә оя тауыҡ! Беренсе тапҡыр ҡурҡтым шунда. Һинең өсөн ҡурҡтым, киләсәгең өсөн. Минең кеүек, бер абайһыҙ һүҙе менән үҙ яҙмышын ҡыйратмаһа ярар ине, тип ҡурҡтым. Икенсе тапҡыр уҡыуыңды ташлап ҡайтҡас әсендем. Мин бит инде йәшәгән кеше, нимә буласағын төҫмөрләп торам. Гөләмзә йөрөй талағы ташып. Уразбайҙың малайы менән кети-мети уйнайҙар икән, тегеһе алмаҫҡа итә икән, тигән хәбәр таралып китте бер заман. Килен башын ҡайҙа тығырға белмәй, һине һүгә. “Нахаҡ бит ул, әсәй, ниңә миңә ышанмайһың?” – тип һин илайһың. Кеше тигәндәре шулай ҡоролған шул, балам. Күптәр яҡындары һүҙенә түгел, урам буйындағы ғәйбәткә ышана. Ул һүҙҙе, моғайын, Уразбай малайы үҙе таратҡан булғандыр инде. Һиңә ымһынған да булғандыр, буйы етмәҫен дә тойғандыр. Ә былай, һин ҡыл өҫтөнән тел өҫтөнә төш-кәс, кемдең дә буйы етә. Тик барыбер Уразбай малайына тәтемәнең, Расихтыҡы яусы ебәрҙе. Һүҙҙән дә ҡурҡманы, ғәйбәтенән дә. Арпа араһында бер бойҙай кеүек ине, мәрхүмең. Эсеүгә әүрәп харап булмаһа, башын боғалаҡҡа ла тыҡмаҫ ине. Һай, шул эскелек! Әҙәм булды тигәндә, әрәм итә ирҙәрҙе.
Һинең үҙеңдә лә ғәйеп булғандыр, тим. Тәнеңде бирһәң дә, йәнеңде бирмәгәнһеңдер. Ә ир бирмәк – йән бирмәк ул. Уның мәғәнәһен төшөнмәй һөйләйҙәр түлкә хәҙер. Йәнәһе, ир – һиңә йән кеүек ҡәҙерле... Юҡ, улай түгел. Ир кешегә бисә үҙенең йәнен бирә. Йәғни ҡурсауын, көсөн, бар мөхәббәтен бирә. Ир-егетте ҡатынының һөйөүе һаҡлап торһа, уның көсө күберәк, ғүмере оҙонораҡ була. Ауырыуын да һирәк ауырый, эшендә гел уңышҡа осрай, тормошо гел ыңғай тәгәрәй. Ә йәнен икенсе өсөн һаҡлап, үҙ иренә тәнен генә бирә икән – үҙе лә бәхет күрмәй. Үҙе, ире генә түгел, балалары лә өлөштән мәхрүм ҡала. Һинең, ана, ҡыҙ балаларың төшөп торҙо. Юҡҡа ғына түгел бит ул. Ҡыҙ балаға наҙ күп кәрәк, ә һинең наҙың үҙеңә юҡ. Әсәйгә иркәләп үҫмәгәнгә шулай. Һине ҡыҙ бала итеп, наҙлап ҡараманылар, шуға һин дә наҙлай белмәйһең, әҙер түгелһең әле. Әммә һинең яҙмышыңа ҡыҙ тәрбиәләү яҙылған. Белмәйем ҡасан – әммә буласаҡ. Күңелең бөтәйгәс, төрлө яҡҡа һуғылыуҙан туҡтағас, үҙең кеүек бик матур, аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ бүләк итер Хоҙай. Эргәңдә күргән дә һымаҡмын, тик нишләптер төҫө һиңә оҡшамаған. Күҙҙәре лә ҡара, сәстәре лә ерән түгел, аҡһыл һымаҡ. Атаһына оҡшағандыр. Ярар, инде алйып, ҡәбер еҫе керә башлағас, кеше аптыратып ултырмайым әле, етәр. Күп һөйләһәң дә артыҡ була. Мин бит һиңә иң мөһимен генә әйтергә тейеш, иң кәрәген, иң етмәгәнен генә.
Был донъяла бер кемдән дә мөхәббәт көтмә һин. Үҙең башлап ярат. Хоҙай Тәғәлә һиңә күп-күп мөхәббәт биргән. Һинең бурыс – шуны кешеләргә таратыу. Был донъяла бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә бәхет көтмә. Үҙең бәхет бул. Кешегә мохтаж кеше булма. Барыһының да һиңә мохтажлығы төшөрлөк бул.
Им-томға тыным килешә ине, кешегә ҡарау менән нимәгә мохтажлығын аңлап-һиҙеп тора инем. Әммә минең, – тип дауам итте иннәкәм. – Өләсәйем һымаҡ, бер тынғы белмәй, гел кеше ҡайғыһын көйләп, гел башҡаларға ваҡыт, көс сарыф иткем килмәне. Шул бер туҡтауһыҙ килеүсе-китеүсе мохтаждарҙан ялҡҡайным. Шуға, был яҡҡа килгәс тә, һәләтемде, белгәнемде кешегә асманым. Бына, яҙмыш мине үҙе язаланы. Кешегә мохтаж сағымда ла килеп-китеүсе юҡ. Бер кемгә минең һүҙ ярҙамым да, ҡул ярҙамым да, хатта им ярҙамым да кәрәк-мәй. Хәйер, мин үҙем дә ярҙам итә алмайым хәҙер – кәрем дә бөткән, ғүмерем дә. Бер ҡасан үҙеңде йәлләмә. Ҡаның ҡайнар саҡта бир үҙеңде был тормошҡа, уның һиңә нимәлер биргәнен көтөп ятма. Онотма: һинең үҙең бәхет был донъяла, һин һауа кеүек кәрәк кешеләр бар. Эҙләп тап шуларҙы ла, уларҙы бәхетле ит. Шул бурысыңды үтәһәң, тыныслыҡ табырһың. Бөгөнгә етеп торор. Иртәгә килерһең, сығырға хәлем булмаһа, өйҙә көтөрмөн. Аслан килмәй ҡалма. Һиңә ҡайтараһы бурысым бар. Теге донъяға мине бурыслы итеп ҡайтарып ҡуйма, кил! Кил, йәме?!
Һуңғы һүҙҙәрен артымдан ҡысҡырып ҡалды. Мин, йөрәкһеүемә сыҙамай, ҡабат Ғәйшә ҡойоһо яғына йүгергәйнем. Хәлем бөтөп, сәсәп йығылғансы йүгерҙем дә йүгерҙем. Әллә ташҡын булып башымдан уҡ ҡаплап килгән хәтирәләрҙән ҡасмаҡсы инеме? Белмәйем. Әммә тыныс ҡына ултырырлыҡ, бер ни булмағандай гәпләшерлек йәки ваҡ-төйәк эш тоторлоҡ рәтем ҡалмағайны. Иҫемә килгәндә Ғәйшә ҡойоһонан арыраҡ урынлашҡан ереклектең бер олонон ҡосаҡлап ҡатҡан инем. Тағы саҡ ҡына барһаң, теге торналар төшкән һаҙлыҡ башлана.

Был йәшәү тигәндәре нимә икән ул? Бар ғүмерең буйы үҙ-үҙеңде алдау ғынамы икән әллә? Нисек тә үҙ-үҙеңде оҫтараҡ һәм нескәрәк алдарға, үҙ-үҙеңде быуырға, йөрәгеңдең тауышын ишетмәҫкә, аңламамышҡа һалышырға... Башҡаса нисек аңлатырға һуң был хәлде, ә? Әле ҡасан ғына үҙемде Сашканы онотҡаныма ышандырып, йөрәгемдең һыҡрап өҙгөләнгәнен һиҙмәмешкә һалышып йәшәп тик ята инем, әле иһә...
Әле бынауы Мөнөй әбей үҙенең хәтирәләре менән бөтөн донъямды аҡ-тарып сығарҙы. Мин бит инде бала сағымды ерләгән кеүек инем. Бер ҡасан дә хәтирәләргә бирелмәнем, иҫтәлектәрҙә соҡонманым. Ниндәй хыялдар хыялланғанмын, киләсәгемде нисек күҙаллағанмын, атай менән әсәйгә ниндәй бирелмәгән, яуабы табылмаған һорауҙарым ҡалған, үпкәләүем, рәнйеүҙәрем, маҡсаттарым, һабаҡтарым... – барыһын да һепереп түктем. Нимәгә кәрәк булды әле шуларҙы соҡоп сығарыу? Ысынында иһә соҡорға ла кәрәкмәне – улар гел минең менән йөрөгән. Барса үпкә-хәсрәттәрем һикерешеп килделәр ҙә сыҡтылар. Ниңә үткәндә тороп ҡалмағандар һуң барыһы ла? Нисә тиҫтә йылдар артымдан эйәр ҙә йөрө, имеш...
Бахыр бәпкәләрем... Һеҙ инде моронлағайнығыҙ. Әсәгеҙ менән сипелдәшеп һөйләшеп ята инегеҙ. Оҙаҡламай үҙегеҙ кеүек һары ҡояшҡа йылынырға, йәшел генә үләнде наҙлы томшоҡҡайҙарығыҙ менән тартырға, йылы ғына инештә сума-сума ҡыуышып уйнарға хыялланғанһығыҙҙыр. Тыуа ғына алманығыҙ был донъяға. 13-14 йәшлек кенә ҡыҙ баланың асырғанып ҡысҡырыуы күпме гонаһһыҙ йәндең ғүмерен ҡыйырын кем уйлаған һуң ул саҡта? Йылдар буйы бер ҡыҙыҡһыҙ йәйҙең ҡабатланыуынан йәнем көйгән саҡ ине бит. Башҡалар лагерҙарға китә, күңел аса, дуҫтар таба. Рәхәтләнеп һыу инә, ҡыҙына, еләк-емеш тирә. Ә минең өсөн донъя – һаман шул бәпкә буғы таҙартыу. Эй, уйнағы килә, ҡолас ташлап йөҙгө килә, әхирәттәр менән юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып көлгө килә. Юҡ бит, юҡ! Инде бер оя бәпкәне ҡарға алмаҫлыҡ итеп үҫтерҙемме тиһәң, сираттағылары, унан һуң тағы... Һәм мә һиңә: емештәр кипкән, һыу һыуынған, мәктәпкә ваҡыт еткән, ә һин әле йәйҙе күреп тә, ҡәҙерен белеп тә өлгөрмәгәнһең...
Илай-илай үҙем күмдем тиреҫкә моронлап та сыға алмаған өмөттәрҙе. Ай буйы йомортҡа баҫып та һөҙөмтәһен – ғәзиз балаҡайҙарын көтөп ала алмаған инәләр, ҡайҙа барырға белмәй аптырап, толҡа тапмай шаңҡып йөрөнө. Аһ, төштө бит шул йән эйәләренең рәнйештәре, аһ, төштө! Аңлауын һуң аңланым. Бер-бер артлы үҙемдең нисә ғәзизем тыуып өлгөрмәй төшкәс...
Кисерегеҙ мине, бәпкәләрем-бәбекәйҙәрем! Башҡа бер ҡасан да рәнйеш-ҡарғыш әйтергә ауыҙ асмам. Тик һеҙ генә ғәфү итә күрегеҙ...
Илап бушанғас, еңел булып ҡалды. Ул ваҡытта мин, әсәйемә ҡушылып, үҙемде ҡәһәрләнем, күрә алманым, үкендем – шул булды. Нисектер, Хоҙайҙан ярлыҡау һорарға, киләсәккә һабаҡ итеп алырға баш етмәгән. Өйрәтеүсе лә табылмаған. Ул хәтирәләрем шуға күрә эйәреп тик йөрөнөмө икән әллә миңә? Һабаҡ ал, аҡыл ал, тип... Ысынлап та, еңел булып ҡалды, күңел ныҡ һыҙламай. Әрнеү түгел, бер хәтирә генә иҫкә алырға. Күпме шундай үкенестәрем, хаталарым ҡалды икән минең?
 Тағы бер осраҡ ялт итеп мейемде ярып үтте. Ҡул һыртымда әллә ниндәй бер аҡ тап барлыҡҡа килде. Һыҙламай ҙа, ауыртмай ҙа. Әммә ҡулымдың шул ерҙәре мәйетме ни – төҫө ҡасҡан, ниндәйҙер йәнһеҙ-йәмһеҙ. Һәр ваҡыттағыса, атай-әсәйҙең күҙ һалғаны, иғтибар иткәне юҡ. Улар донъя көтә, ә мин шунда аяҡ араһында буталған бер ҡамасау, оронсоҡ ҡына. Тап ҙурая, нимә икәнен белгән юҡ. Бер көн урам буйында әлеге лә баяғы Мөнөй әбей тотоп алды. Ҡулымды тотоп, әлеге тапҡа оҙаҡ итеп текләп торҙо.
"Тимерәү бит был, – тине. – Тимерәү был". Ҡытыршы ҡарт ҡулдары менән оҙаҡ ҡына тапты һыйпаны. Тағы ниҙәр әйткәндер, онотҡанмын. Тик әбей китеү менән күрше ҡыҙҙары һырып алды.
– Ҡана, беҙгә лә бир әле, – тиҙәр.
– Нимәне, – тип аптырайым.
– Әле генә Мөнөй әбейгә ус тултырып симешкә бирҙең дәһә, беҙҙән йәлләгән булаң, – тип үпкәләй ҡыҙҙар.
Һәр кемебеҙ үҙ фекерендә ҡалды. Мин, бер нәмә лә бирмәнем, тинем, улар “йәлләмсек”тән һалдырҙы. Шул көндән һуң теге тап юғалды. Ҙурайғас, әсәй булғас ҡына белдем нимә менән сирләгәнемде. Витилиго тигән нәмәкәй булған икән. Бер ниндәй крем-майҙарға, дауалауға бирешмәй торған серле сир. Ныҡ ҡурҡыу, стресс арҡаһында барлыҡҡа килә икән. Ул саҡта нимәгә ҡурҡҡан булыуымдың осона сығып уйланып торманым. “Шул тимерәү бөттө бит әлеү!” – тип һөйөнөп-аптырап ҡуйҙым да, бөттө. Нимәнән ҡурҡтым икән? Хәйер, уныһын оҙаҡ уйларға ла тура килмәй. Был донъяла иң ҡурҡҡаным – әсәйҙең үлеме булды. Миңә 5-6 йәштәр самаһы. Атай менән ниндәйҙер һауыт-табаҡ шылтыратҡан ваҡыттары булғандыр, ахырыһы. Уларҙың ниңә һыйышмағанлығын бала аҡылы аңлай аламы ни инде. Миңә тышҡы торош ҡына күренә: әсәйем һығылып төшкән. Илаймы, шыңшыймы:
– Оҙаҡламай үлермен, ахыры. Мине Хоҙай алғас, кемде алһаң да ал, түлке шул Хафизаңды алма. Һис фатихам юҡ. Ҡәберемдән тороп та килермен, әммә йәшәтмәм уның менән.
Был, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ истерикаһы булғандыр. Бер тамашасы – ир өсөн генә тәғәйен сәхнә. Унда һүҙҙәрҙе уйлап түгел, йәберһетелеүсе бисара роленә кереп, уйнап ҡына әйтәһең. Йәлләтеп, буйһондороп, ниндәйҙер бер теләгеңде үтәтеү өсөн. Хәйлә. Миңә, сабый аҡылға, ул нисек тәьҫир итте! Әгәр әсәй үлһә? Ҡояш һүнә, донъя бөтә ләһә ул саҡта! Минең өсөн тамуҡ башланды. Һәр нәмәгә “терт” итеп торам. Йоҡлай алмайым. Йоҡлап китһәм, әсәйемде гел үлгән итеп күреп, ҡотом осоп уянам. Ни тиклем дәрәжәлә ҡурҡырға кәрәк булған уның өсөн? Көндөҙ ҙә, төндә лә тынғы белмә, нервылар гел көсөргәнештә... Әллә ниндәй сирҙәргә тарырһың ундай хәлдә, нисек әле аҡылдан яҙылмаған?!
Егерме йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы, Аллаға шөкөр, әсәй шап-шаҡтай. Ул минең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнемде белмәй ҙә ҡалды. Ярай, белмәһен. Уйланиһәң, мин уның кисергәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным булдымы? Яраттымы ул берәй ҡасан? Ниңә тап атайҙы ире итеп һайлаған? Ниндәй хыялдар менән йәшәгән, тормошонан ҡәнәғәтме? Бер ни ҙә белмәйем. Беҙҙең бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙарса серләшкәнебеҙ булманы. Мин уны ҡырыҫлыҡта ғәйепләйем, ул – мине. Ҡайһы берҙә ҡылыҡтарын аңлайым кеүек, күпселектә – юҡ. Ул һалҡын мөнәсәбәте менән үҙенән биҙҙереп тора, ә мин һаман уға йылышам. Үҙ эшемде ҡуйып тороп, тәүҙә уныҡын эшләйем. Гел ярай алмайым. Теге ере тегеләй, был ере былай һ.б., һ.б. Үҙемдең әсәй өсөн бер һөйөкһөҙ йән эйәһе булыуыма күнеп тә киттем инде. Күнеү генә түгел, ҡулайһыҙ, шыҡһыҙ, артыҡ баш икәнемә ыша-нып бөттөм. Шуға күрә бер кемдең дә әйткән яҡшы һүҙҙәренә ышана алмайым. Аҡыллы, матур, булдыҡлы булыуыма ышанмайым. Үҙ көсөмә ышанмайым. Мөхәббәткә, яратыуға, һоҡланыуға лайыҡ икәнемә ышанмайым. Был – минең бәләм һәм төп бәхетһеҙлегем.
Иртәгәһенә, һыйырҙы көтөүгә ҡыуыу менән, Мөнөй әбейгә керҙем. Ул мине көткән. Аҡ кейемдән, дини китап тотоп һикеһендә ултыра. Уныһы – күп уҡыуҙанмы, әллә боронғолоҡтанмы – ылбырап бөткән.
– “Мөхәммәдиә” был. Яҙыуы ғәрәпсә түгел, иҫке төркисә. Түркенемдән алып киткән берҙән-бер монаят. Төҫөм итеп һаҡларһың. Бына быныһы, – ул китап араһынан кескәй генә бер төргәкме-нимәме килтереп сығарҙы, – быныһы һинең йөҙлөгөң. Бетеү итеп эшләгәйнем, ғүмерем буйы ошо китап араһында һаҡланым. Бә-ләкәй сағыңда аңламайынса юғалтып ҡуйырһың, тип ҡурҡҡайным. Ҙу-райғас, ышанмаҫһың, һанламаҫһың, тип бирмәнем. Әле биреп ҡуям. Тағып йөрөр булһаң, көмөш сылбырға таҡ. Беҙгә, башҡорт ҡатындарына, көмөш килешә.
Ул тағы ла кисәге әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы: “Үҙең бәхет бул”. Сығырға ишек бауын тотҡас-икәс, исемен һораным.
– Миңлекәй, – тине. – Мин дә, һинең һымаҡ, миң менән тыуғанмын. Йөрәк турлығында.
Ниндәй үкенестәр тулы донъя был? Мин ғүмерем буйы Мөнөй әбей кеүек кешегә мохтаж инем. Көнләшкәнем – өләсәйле балалар булды. Миңә өләсәйҙе алыштырырлыҡ, миңә кәрәк аҡылдар бирерлек, аңларлыҡ, яратырға өйрәтерлек кешем, баҡтиһәң, эргәмдә йәшәгән. Ул да миңә мохтаж булған! Ул үҙен был донъяла артыҡ итеп иҫәпләгән, ә миңә, минең донъяма ул ныҡ кәрәк ине бит... Ул күптәргә кәрәкле була ала ине, күптәргә! Мөнөй әбейҙең ғүмер юлы үҙе минең сираттағы һабағым түгелме ни? Ул үҙе лә бит асыҡ әйтте: фәһем ал, минең хаталарымды ҡабатлама, тине. Һин кәрәк кешеләр күп, шуларҙы эҙләп тап, тине. Эйе, эйе, үткәнгә үкенеп ултыр, тимәне.
Мөнөй әбей таңға үткәйне. Нәҫел-ырыуы булмағас, ерләү мәшәҡәттәре “силсәүит”кә төшөргә тейеш. Беренсе тапҡыр әсәйем һүҙемде кире ҡаҡманы – өсөн, етеһен үҙебеҙ уҡыттыҡ. Кәфенлек-хәйерлектәрен әбей үҙе әҙерләп һалып ҡуйған булған. Хәйер, беҙҙә бөтә оло кешеләрҙең ундай нәмәләре әҙерләнгән була ул. Йәштәр генә йүнһеҙ, үҙҙәре әле шундай сығымдарҙы уйламаған-хәстәрләмәгән, ә боғалаҡҡа тығылырға баштары еткән...
Кешеләр таралғас, әсәйемә кендек инәйемдең Мөнөй әбей булғанын һөйләнем. Бот сабып аптыраны, байтаҡ ҡына баш сайҡап ултырҙы.
– Ниңә әйтмәне, иҫемә төшөрмәне икән шуны иҫән сағында? Иннәкә бүләге лә бирелмәй ҡалғандыр, эй, Хоҙайым. Бурыслы булып ҡалдыммы ни? Ҡырҡын, йыллығын да уҡытһам, бәхилләр микән әруахы...
Әсәйемдең был мөнәсәбәтенә аптыраным да, һөйөндөм дә. “Булһа ни булған, башты ҡатырма әле, былай ҙа эш муйындан”, – тип илтифат итмәҫ тип ҡурҡҡайным. Юҡ, әсәй кеше балаһын белә-күрә өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышмаҫ.
Дөрөҫөн әйткәндә, Мөнөй әбейҙең һөйләгәндәрен ауыр кисерҙем мин. Атай-әсәйҙең әле тыуып ҡына килгән балаға, йәғни миңә, шундай ҡаты бәғерле булыуҙарын белеү рәхәт тиһеңме. Үпкәләнем дә, рәнйенем дә. Үҙ ҡанынан яралған сабый өсөн бер ҡулъяулыҡ йәлләп торһонсо әле... Баланың киләсәге, бәхете, был донъяла яулаясаҡ урыны менән шаярғандарын аңламанылар микән ни? Нисек үҙ сабыйыңдың бәхетен киҫмәк кәрәк? Шул үпкәләремә тонсоғоп, бер аҙ һөйләшә алмай йонсоном. Әле әсәйемдең ихласлап хафаланыуы, хатаһын төҙәтергә тырышып ятыуы күңелемде бөтәйтте. Мин уларға насар бала булма-ным, буғай. Имгәк-фәлән түгелмен, саҡырғандарын көтмәй, беренсе башлап эшкә йәбешәм, ҡаршы һүҙ әйткән юҡ. Эйе, серҙәш булманым булыуын. Күңелемдәген асманым, уларҙың бикле йөрәк ишектәрен ҡаҡманым. Ә үҙем ғүмер буйы уларҙан хуплау, яҡлау, саҡ ҡына булһа ла атай-әсәй мөхәббәте көттөм. Әле лә көтәм. Тик был турала әйткәнем генә юҡ.
Баҡсалағы балан да сәскәһен ҡойҙо. Яҙҙың һуңғы аҡ сәскәләре... Тимәк, минең йәйге депрессия башлана. Ап-аҡ ҡышты яратып еткермәһәм дә, яҙҙың ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлен иҫем китеп яратам. Шул сәскәләрҙең ҡойолоуын ауыр кисерәм. Ҡайҙа ҡарама – йәм-йәшел. Ҡыҫҡаһы, “тоска зеленая”. Бызырлап торған шеш-мәҙәрҙе йәм-йәшел итеп буяп ҡуялар бит әле, нәҡ шул...
Атайым да заманында “етте шул хәсрәт айы” тип көйөп йөрөр ине. Хәҙер үҙем шуны уҡ ҡабатлайым: хәсрәт айы етте. Ҡаланыҡыларға рәхәт: уларға – ял, отпуск. Байыраҡтары өсөн – диңгеҙ буйы, яхта, пляж... Ярлыраҡтарына – тәбиғәт, һыу буйы, шашлыҡ-машлыҡ... Ауыл кешеһенә ал да юҡ, ял да юҡ. Таңдан төнгәсә аяҡтан йығылырҙай булып мал аҙығы хәстәрләү. Ирлеләргә, ишле ғаиләләргә еңелерәк, әлбиттә. Гөр килешеп, салғы менән ҡолас ташлап сабалар, тәбиғәттә ҡаҙан аҫып, күмәкләшеп тирләшәләр ҙә эш тә тиҙ бөтә. Ә мин бер йөрөйөм сапҡыслы трактор эҙләп. Икенсегә йыйғыслыһы артынан сығып китәм. Алып ҡайтыуы тағы бер бәлә: был юлы арбалы трактор ғына түгел, тейәшергә көнлөксөләрен дә эҙләргә кәрәк. Мәшәҡәт әҙ саҡта эшселәр табыуы ныҡ ҡыйын түгел, аҡсаң булһын да асыҡ йөҙөң менән һыйыңды йәлләмә. Ә бесән ваҡытында, һәр береһе үҙ хәстәре менән янғанда, ай-һай, ауырға тура килә. Ҡайһы саҡта, бе-рәй тракторсының һөйәркәһе генә булырға микән әллә, тигән алйот уйҙар ҙа һикерә башҡа, валлаһи...
Бигерәк арытты һәр береһенә йөҙ һыуҙары түгеп инәлеү. Һөйәркә итеү түгел, өйләнергә теләгәне лә табылыр ине. Тәҡдим менән килгәндәре лә бар. Элек нимә ҡамасаулағанын аңламай торғайным, хәҙер беләм: яҡшымы-насармы, Сашка-Искәндәр образы күңелемде бикләгән. Башҡа бер кемгә лә күңелем төшмәй, ә донъя көтөү өсөн генә сығырға... Күрәһең, әле тормошом тамам көрсөккә терәлмәгән – яңғыҙым да йырып сыға алам, шөкөр. Һәр йылдағыса, быйыл да алда торған сығымдарҙы барлайым, керемдәрҙе самалайым. Бер гектар бесәнде сабыу хаҡы тағы артҡан, тиҙәр. Йөк килтереү ҡышын уҡ ҡиммәтләнде: утын килтергәс, беләм. Көнлөксөләрҙең дә эсмәгәнерәге, уңғанырағы хаҡты ҡайыра торған. Көтөүлеккә, бесәнлеккә түләргә кәрәк, малға һалым да бар, көтөүсегә ай һайын хаҡын биреп бараһы... Был ир тигәндәре, үлгәс-үлгәс, өйөн һалып, донъяһын нығытып үлһә ни булған?! Күрше-тирә йорттарын заманса материалдар менән көпләп, кем таш, кем профнастил кеүек нәмәләр менән ихаталарын уратып бөттө. Ә минең ун йыл торған штакетниктарым ҡойолорға әҙер. Нисек яңыртырға? Белгән юҡ. Төкәтмә-фәлән менән өйҙө ҙурайтыу хаҡында хатта хыял да итмәйем. Йәй пенсияһын шулай итеп “һыйыр ялап” бөтөрә. Барлы-юҡлы һөт һатҡан аҡса көндәлек кәрәк-яраҡҡа, тамаҡҡа китәсәк. Уҡыу башланыр алдынан тағы бер мәшәҡәт – балаларҙы мәктәпкә әҙерләү. Кесеһенә ағаһыныҡы ҡалһа ла, олоһона костюмын-башҡаһын алырға... Енем һөймәгән эш булһа ла, зарплатаһы ярап тора ине әле. Былай булғас, теләйһеңме-юҡмы, эшкә кереү хаҡында уйларға тура килә. Хәҡиҡәтте таныйым: хәҙер миңә ундай “йылы” урын тәтемәйәсәк. Бюджет өлкәһендәге ниндәй штатҡа ла ауыл башлығы хужа. Ә мин уның ирлек ғорурлығын етерлек мыҫҡыл иттем. Нәҫелдәре менән эскерле, тәкәббер зат улар. Рәхәтләнеп үс аласағын белә инем, әлбиттә. Үкендермәксе, теҙ сүктермәксе инде. Ниндәй эшкә керергә ғариза яҙһам да, “Мораль яҡтан тотанаҡлығы шикле, махсус белеме юҡ” тип кире ҡағып ҡына тора. Әйтерһең, ул үҙе хакимиәт башлығы профессияһына уҡыған! Юғары белемле белгес, имеш... Эйе, белгес, тик кешеләр менән идара итеү буйынса түгел, ә зоотехния буйынса. Беренсе ҡулдарын йүгерткеләгәндә: “Һыйырҙы яһалма ҡасырыу методын тормошта ҡулланып ҡарамаҡсы булғайнығыҙ мәллә? Яҡшыраҡ уҡырға булған: минең бит мөгөҙөм юҡ. Туҡал һыйыр менән бутарға ҡойроғом юҡ”, – тип ныҡ ҡына ирештергәйнем. Юҡ, түбән тәгәрәмәгәнем өсөн ниңә үкенергә тейешмен мин? Үкенмәйем. Ундай буҡҡорһаҡтарға кәнтәй булғансы, ошолай бар нәмәне яңғыҙ һөйрәүсе йөк аты булыуың хәйерлерәк. Нисауа, әле хәлем йәшәрлек. Ә бына эш-көш табырға кәрәк шулай ҙа.
Шәхси эшҡыуарҙарҙы күңелемдән барлап сығам. Ауылдағы киоскыға һатыусы булып урынлашырға мөмкин, әммә бер нисә йыл элек эшләп киткәнемдә ныҡ ялҡып сыҡҡан инем. Төшкө ял сәғәте лә, ял көнө лә булыуы етмәгән, йома-шәмбе-йәкшәмбе төн уртаһынаса эшләтә. Йәш-елкенсәктең аҡсаһын, һыра менән алдап, һура. Ҡарт-ҡоро, бахыр, пенсияһын ашап-эсеп бөтә лә сәғәттәр буйы бурысҡа биреүемде инәлеп, йәнемде көйҙөрә. Туҡтауһыҙ эсеүҙән һаҫып бөткән була ҡайһыһы. Янында торорлоҡ түгел, күңел болғандырғыс еҫтәр һаңҡы-тып, меҫкенләнеп теңкәмде ҡоротоп тора. Аҡһаҡал булып, йәштәргә аҡыллы кәңәш-төңәш биреп, түр башында намаҙҙан тормай ултырырға тейеш ҡарттар бит ул! Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарыһүҙҙәр һөйләп, гонаһ эштәрҙән тыйып, ҡурсалап торорға тейеш инәй булаһы әбейҙәр бит ул! Ер емертеп эшләп, донъя тотҡаһы булырға тейеш ирҙәр, ҡарт инәһе кеүек түл йәйеп, матур-матур балалар табаһы ҡатындар бит ул! Кешелектәрен, үҙ-үҙҙәрен юғалтҡан бисараға әйләнеп, бер көтөүгә әйләнеп юҡҡа сыҡҡан улар. Алкаштар көтөүе. Ә магазин хужаһы өсөн – килем килтереүселәр. Көноҙоно эшләүгә рәхмәт әйтеүсе юҡ. Ул ғына ла түгел, ҡаныңды эсә. Хеҙмәт кенәгәһе менән договор төҙөп эшкә ҡушҡанмы ни – барлы-юҡлы аҡсанан “подоходный налог” алып ултыра! Ауыр-ауыр һыра йәшниктәре, тағы әллә нәмәләр ташыта әле, йөк ташыусы ялларға йөҙ тәңкәһен йәлләп. Юҡ, ул тормошҡа үҙем теләп ҡабат барып инәһем юҡ! Күргәнем еткән.
Шулай уйланып ҡайтып килһәм, ни күрәм: ике сабыйым абына-һөрөнә тигәндәй гәрбил һөйрәтеп маташа. Күршенең һәндерәп бөткән атаһы дәртләндереп, һай-һайтлап торған була, ҡулында – сүкеш-ҡаҙаҡ. Бәрәңге баҡсаһы яғынан кәртә һүтелеп төшкәйне шул. Шуны ямап булашалар. Нисә көн инде эргәһенән теште ҡыҫып үтеп йөрөйөм. Көсһөҙлөктән күҙгә йәштәр тығылды. Тиҫтерҙәренең балта тотоу төшөнә лә инмәйҙер, ә минең оло малай утын ярырға өйрәнде. Әҙ булһа ла аҡса ситкә китмәҫ, тип тырыша. “Эшсе”ләремдең күңеле булһын тип, һый әҙерләгән булдым. Маҡтарға ла аптырамайым. Көсө етмәҫтәйҙе күтәреп биртенеп ҡуйыуынан ҡурҡтым. Ыуыҙ ғына бит әле уның һөйәктәре, быуыны ҡатмаған. Уға үҫергә лә үҫергә, уйнарға, хыял итергә кәрәк. Ваҡытынан алда өлкәнәйергә түгел...
– Йонсомаҫҡа ине, бәлки, бабайың килгән сағында йүнәтеп китер ине, – тиеүемә, ҡолонсағым:
– Әҙерәк донъяны нығытырға кәрәк, яңғыҙың ҡалғас ауыр булыр, – тип ололарса фекерләп, һушымды алды.
– Яңғыҙың ҡалғас, тисе?
– Беҙ, әсәй, кадет корпусына уҡырға китәбеҙ. Бабайым әйтә, әсәй ҡуйынында ғына үҫкән малайҙар мәмәй була, ти. Армияла тиҙ һына, ти. Атайымды ла, армияла “һынып” ҡайтты, шуға йәшәй алманы, ти. Минең һынғым килмәй. Алкаш та булғым килмәй. Минең летчик булғым килә. Ә унда, әҙерәк үҫкәс, парашюттан да һикертәләр, ти. Йәй көнө һиңә утын әҙерләшәбеҙ ҙә көҙгә китербеҙ, йәме.
Мин шаңҡыуҙан улыма ни тип тә яуап бирә белмәнем. Бына һиңә мә! Мин нисә йылдар буйы үҙ ҡайғымды ғына уйлап, үҙ кисерештәремә батып, балаларымды иҫкә лә алмағанмын. Миңә ир кәрәкмәһә лә, уларға атай кәрәк, имеш. Үҙемдең тормошҡа ашмаған хыялдарымды уйлап, үҙемде йәлләп һыҡтағанда, эргәмдә генә үҙ улымдың хыялдары яралып, минән айырым шәхес үҫеп килеүен күрмәй ҙә торам түгелме? Шаҡ ҡатҡыс. Балаларҙы ситкә ебәреү ҙә ҡыйын. Сабый ғыналар бит әле! Етмәһә, аҡса еткерергә кәрәк. Ҡала һиңә ауыл түгел, урам буйына алам-һалам кейеп сығып булмай. Аҡсаһыҙ ҙа туҡ йәшәргә баҙ тулы бә-рәңге, итең-һөтөң юҡ. Ни эшләргә? Юҡ, бер ҡайҙа ла сығып китмәйһегеҙ, тип ҡырт киҫһәм, теләгебеҙгә ҡаршы төштөң, бәхетебеҙгә ҡамасауланың, тип ғүмер буйы үпкәләмәҫтәрме? Уф, бигерәк ҡыйын йәш булыуҙары!!! Ҡалай эшләһәм – дөрөҫ була, ҡайһылай – юҡ, нисек белергә һуң? Етем бала булараҡ, ниндәйҙер льготалары барҙыр, әлбиттә. Тәртип тә арыу, тип яҙалар. Бәлки, улым хаҡлылыр? Летчик, ти бит әле ул! Осорға, һауаға күтәрелергә тигән теләк минән уға ҡан менән күсте микән әллә? Ҡыҙыҡ... Мөнөй әбей иҫкә төштө. Минең ҡа-наттарым үҫмәйәсәкте белеп бәғерем өҙөлөүен һөйләгәндә, йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. Әле улым өсөн йөрәгем өҙөлә. Уның хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә маташып та ҡарамаһам, ғүмер ахырынаса үкенәсәкмен.
Эй, ялҡтым да инде ошо фәҡирлектән. Ялҡтым ошо “эконом-кластан”! Уйланып арығас, бер көндө мәтрүшкә йыйырға сығып киттем. “Төпкөл-төпкөл” тип кәмһетеп һөйләһәләр ҙә, төпкөлдә йәшәүҙең үҙенең яҡшы яҡтары бар. Нисәмә-нисә тиҫтә араларға тиклем бер завод-фабрика һымаҡ экология боҙоусы сәнәғәт предприятиеһы юҡ. Тәбиғәт тап-таҙа, үлән-емешкә бай. Оҙаҡ та йөрөмәнем – бер ҡосаҡ йыйҙым. Ҡайтышлай зыяратҡа һуғылдым, Рәсим янына. Ҡәйнәмдәр онотмай уны, ҡәбере тәрбиәле. Арзанлы ғына ҡәберташ-памятник эшләткәндәр фотолап. Өйләнмәгән сағындағы фотоһүрәтен ҡуйғандар. Тора йылмайып, йәш кенә, ихлас ҡына. Былай матур ғына булған икән төҫкә. Әле тыныс һәм ситтән, бер мөнәсәбәтһеҙ ҡарағас, шулай күренә. Бергә йәшәгәндә ул миңә һылыу, күркәм булып түгел, минең яҙмышыма аҙашып килеп кергән оронсоҡ һымаҡ ине. Вафаты алдынан – бигерәк тә. Эргәһендә сыҙағыһыҙ, ниндәйҙер бөтә донъяға үсегеү бар ине унда. Бөтә яҡшылыҡ та уға яһалма булып тойолдо. Йәғни изгелек битлегенә төрөлгән яуызлыҡ булып. Улымдың һүҙенә тиклем был турала уйлағаным юҡ ине. Ысынлап һынып ҡайтҡандыр Рәсим “ҡайнар нөктә”ләрҙән. Миңә уның уйҙары ла, хистәре лә, кисергәндәре лә ҡыҙыҡ түгел ине. Ҡыҙыҡһынырға башыма ла килмәне. Аңларға ла теләгем юҡ ине. Мин тик үҙемә бикләнеп, үҙ ҡайғым менән генә йәшәнем. Үкенәм, тип тә әйтә алмайым. Уның күңе-лендәге менән ҡыҙыҡһыныуымдан нимә үҙгәрер ине? Мин, нимә, уны ярата башлар инемме? Юҡ. Әлеге аҡылым булһа, мин уға кейәүгә сыҡмаҫ инем. Үҙемдең бәхетте генә уйлаған өсөн түгел, юҡ. Мин инде уның да бәхетен уйлар инем. Рәсим йәш, матур егет ине, ике бала табып бирерлек булғас, ул тиклем насар бәндә лә булмағандыр. Уның һөйөп-һөйөлөп йәшәргә хоҡуғы юҡ инеме ни? Мин уның тәҡдимен ҡабул итеп, бәхетенә кәртә булып яттым. Ул үҙенең яртыһын, мөхәббәтен эҙләүҙән туҡтаны. Ә, бәлки, тапҡан булыр ине. Яралы йә-ненә дауа булған булыр ине ул мөхәббәт, йәшәргә көс бирер ине. Ә мин Рәсимгә бер ниндәй йылы ла бирә алманым. Сөнки ул ваҡытта үҙем буп-буш инем. Иргә бирә торған йәнемде Сашка һурып бөткәйне. Математикала ғына минусты минусҡа ҡабатлаһаң плюс була. Ә тормошта – киреһенсә: ике бәхетһеҙҙе бергә ҡушһаң, бәхетһеҙлек нығыраҡ көсәйә...
Мөнөй әбейемдең баш осонда торланым. Уның кәртәһе лә юҡ, памятнигы ла, фотоһы ла... Ҡалдырҙың һин миңә йомаҡтар, ҡалдырҙың. “Үҙең бәхет бул” тинең. Ҡырҡың да етеп килә бит әле. Уҡытыр микән әсәйем? Үкенеүе ихлас инеме икән? Әллә “бесән ваҡытында нимәгә был өҫтәлмә мәшәҡәт” тиерме? Исемем юҡлығын әйтмәнем дә бит әле мин уға. Бетеү хаҡында ла ләм-мим. Рушаннаға ғына әйттем. Ире гранат ҡашлы алтын алҡалар бүләк иткән икән. Хаҡы апаруҡ ҡына. Ниһайәт, скидка карточкаһын “платиновый”ға алыштырғандар. “Бетеүеңә күндән матур ғына тышлыҡ тек тә минең карточка менән алтынмы, көмөшмө сылбыр алып тағып ҡуйырһың. Исем ҡушыу айҡанлы бүләгем булыр”, – тине.
Мәркәз иҫкә төшкәс, йөрәк леперҙәп китте. Барһаң ине! Теге ваҡыттан бирле барған юҡ. Сашка-Искәндәр менән кабинетында һуңғы осрашыу сәйер генә булды. Документ әҙерләп ҡуйған, имза ҡылды. “Ошо ғына инеме теләгең” тип, күрәләтә битараф тон менән өндәште. Мин уның ғәмһеҙ тауышында үпкә һәм рәнйеү ишеткән һымаҡ булдым. Тик тойғома ышанманым. Ә әле, шул ваҡ-төйәк деталдәрҙе бергә “йәбештереп”, уйлана ҡалдым. Ул “ныҡ ҡыйын ваҡытта – көн тимәй, төн тимәй,– шылтырат” тип телефон номерын бирҙе. Ишеккә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Хушлашып һонғанында ҡулы еңелсә ҡалтыранған һымаҡ тойолдо. Әммә мин шул тиклем ныҡ тулҡынлана инем. Ҡулым дерелдәгәнен баҫырға маташып, хистәремә әүрәп, уға иғтибар итмәнем. Әле шуларҙы иҫләп-иҫләп ҡуям да... Бәлки, алданмағанмындыр әле мин? Бәлки, уның да хистәре ихлас бул-ғандыр? Бәлки, һуңғы осрашыуҙа ул минән нимәлер көткәндер? Башлап аҙым яһауымды, мәҫәлән. Башлап был темаға һүҙ бороуымды. Юҡһа, беҙ әллә ҡайҙағы Американың һауа торошон һәм Австралия урынлашҡан мередиан градусын асыҡлап бөттөк, ә иң кәрәклеһенә ҡағылманыҡ. Кем булдыҡ беҙ бер-беребеҙ өсөн? Кем кемде ташланы? Һәм ни өсөн? Һорауҙар, һорауҙар. Бөтә тормошом һорауҙарҙан торасы, йәнде көйҙөрөп. Хет бер яуап булһасы. Мәҫәлән, фәлән-фәлән көндө был мәсьәләләр сиселәсәк, тигән.
Мәтрүшкәһен ауыл янынданыраҡ йыйып алдым алыуға. Тик бына бе-сәнлегем ер аяғы ер башы яҡта. Әлеге лә баяғы – яҡлаусы юҡлыҡ. Байҙарҙың, хәллеләрҙең сабыны ла ауылға терәлеп торған яландарҙан. Ни тиһәң дә, уларҙың был эште яйларға яйы, майларға майы бар. Сабынлыҡҡа ла бит әлеге лә баяғы теге шайтан таяғы хужа. “Силсәүит”те әйтәм. Минең һымаҡ көсһөҙөрәктәргә иң йыраҡ, үләне ҡойто яландарға ғына күҙ терәп торорға тора килә. Тракторсыһы ла алыҫҡа техника ҡыуғыһы килмәй, инәлтеүсән, алһа, хаҡын да ҡутара ала. Юҡ, бөтә яңғыҙаҡ, тол ҡатындар минең һымаҡ йонсомай, һүҙ юҡ. Хатта донъяның артына тибеп йәшәй ҡайһылары. Иренең ҡырҡын уҡытыр-уҡытмаҫтан йәш егет керетә ҡайһыһы. Кемдер йортло-ерле, уңған ғына буйҙаҡҡа барып керә. Ауылда бит ир-ат заттары күберәк, ҡатын-ҡыҙ әҙерәк. Кемдер йортҡа ла керетмәй, кейәүгә лә сыҡмай, ғаиләле арыу ғына ирҙе һыйындыра. Аҡмаһа ла тама, тигән шикелле, тәүҙә ҡатынынан ҡаса-боҫа, аҙаҡ асыҡтан-асыҡ ярҙам итә уныһы. Кемдер иң анһат юл таба – көмөшкә ҡыуырға тотона. Даими аҡса ла тамып тора, ваҡ-төйәк мәшәҡәтеңде атҡарышырға һәр ваҡыт сәрхүш батрактарың бар, шулай уҡ батрачкаларың да. Ҡәйнә яҡтары инде нисә йыл минең ниндәй “юл һайлағаным”ды белә алмай яфалана. Ә минең бер ниндәй ҙә юл һайламағанымды аңларға әллә баштары етмәй, әллә теләктәре. Хәйер, һуңғы йыл-йыл ярымда ниндәйҙер үҙгәреш һиҙә башланым. Элек урам буйындағы һәр ғәйбәт һайын мине һүгеп китеүҙән тәм табалар ине. Әле нисә тапҡырында ул-был һүҙ әйтмәй, ҡушҡан һаулығымды алып үттеләр. Ишетмәй ҡалғандарҙыр, тиһәң, ауылда бер ниҙе лә йәшереп булмай. Күрәһең, тыныслана башлағандарҙыр. Оло кешеләр ҙә инде, бәлки, кемдең кем икәнен, ниһайәт, айырғандарҙыр. Әле ҡәйенбикәнең оло малайы хәбәр килтергән. Бесәнемде һаман саптыра алмағас, “күрше”ләр байтаҡ ҡына өлөшөмә кереп, һелтәп ташлағандар, ти. Асыу-ярһыу менән киттем сабынымды ҡарарға. Бер-ике саҡрым йәйәү, бер нисәһен бесән-селәр техникаһына эләгеп барып еттем. Апаруҡ ҡына йәмһеҙләшеп, һүҙләшеп алыуға, ҡотто осороп, кеҫә телефоным шылтыраны. Кем икәнен аңғармай ҙа ҡалдым, “Өйөң яна, пожар!” тип ҡысҡырыуға быуынһыҙланып төштөм. Иң беренсе уйым: “улдарым!” Шаңҡыуҙан телефонымдың ҡулдан һыпырылып төшкәнен дә аңғармай, ауыл яғына йүгергәнмен. Әле генә минең менән изгәләшкән ирҙәр, хәлде һорап-белеп, артымдан еңел машина менән ҡыуып еткәндәр. Юл буйы нимәлер һөйләп тынысландырырға маташалар. Ҡайҙа ти ул! Бер ни ҙә ишетмәйем дә, аңламайым да. Эсемдән генә тик Хоҙайға ялбарам: “Ниндәй ауырлыҡ бирһәң дә түҙермен, балаларым ғына иҫән-һау булһын!” Эҫе көндә ҡоп-ҡоро бәләкәй генә ағас өйгә күп кәрәкме ни? Етмәһә – бесән өҫтө, йүнле әҙәм яланда. Йортта шул ҡарт-ҡоро ла бала-саға. Ярай әле, ваҡытында пожарниктарға хәбәр иткәндәр. Ҡура-ҡаралтылар ҡалған, күршеләргә күсеп, буйлап китмәгән. Ярай әле, улдарымды фәрештәләре һыу инергә алып киткән булған. Ба-рыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, әммә яланғас, документтарһыҙ һәм аҡсаһыҙ килеш урамда тороп ҡалдыҡ. Хәлемдең аяныслығы тәүҙә башыма барып та етмәне. Уттан ҡалған “мөлкәт”те барлап, милиция менән аңлашып, балаларға ятыр-торор урын хәстәрләп мәж килдем. Булдыра алған кеше үҙенән артҡан кейем-маҙарын килтергән була, ҡайғымды уртаҡлашып уфтанған, баш сайҡаған була, әбейҙәр: “Инде ни хәл генә итерһең инде”, – тип бот сабып аптыраша. Уларҙың аптырағанынан миңә ни файҙа инде? Былай ҙа эсем яна. Аһ, өйкәйем! Ҡәлғәм бул-ғанһың икән һин миңә, ҡәлғәм! Тәнем генә түгел, йәнем өшөгәндә лә һиңә ышыҡландым. Кешеләргә рәнйегәнемдә лә һиңә кереп бикләнә лә йыуана инем. Бәләкәй генә булһаң да, минең өсөн азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡтоң үҙе булғанһың икән!
Ни эшләргә һуң, ни эшләргә? Атай йортонда оҙаҡҡа ҡалып булмай, уныһы көн кеүек асыҡ. Тәүҙә “боролорға ла урын ҡалманы” тип уфтана башларҙар. Унан китә кәпкәкләү. Унан китә һәр телем икмәк менән дә битәрләү... Мин, ярай, өйрәнгән баш. Ә улдарым? Мин бит уларҙы, артыҡ тыңлаусан, йыуаш булмаһындар тип, үҙ көйөмә бейегәнде талап итмәй үҫтерҙем. Әле иһә аптырап ҡалдылар: улар, имеш, дөрөҫ ултырмайҙар, ашай белмәйҙәр, ни эшләһәләр ҙә еренә еткермәйҙәр, боҙалар... Минән яҡлау көтөп мөлдөрәп ҡарағандарында әллә ҡалай булып китә. Ни эшләй беләм инде? Ошо кешене үҙ-үҙен үҙгәртергә маташып саҡырыу – файҙаһыҙ. Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр. Үҙең аҡылға ултырмаһаң, яныңдағы бер кемдең дә тәьҫире ярҙам итмәйәсәк.
Ауылда буш торған өйҙәр бар-барын. Ҡайһыһына күсһәң дә, хәтһеҙ генә ремонт кәрәк буласаҡ. Кеше тупһаһы – кеше тупһаһы инде, үҙеңдеке түгел. Бер ҡайҙан килем дә, ярҙам да юҡ икән, үҙ өйөңдө нисек һалырға? Хатта ҡаза күреүселәргә ярҙам йөҙөнән делянканы льготалы шарттарҙа бирһәләр ҙә, мин, ҡатын кеше, нисек урман эшен йырып сыға алам? Күпме ир-атты тыңлатыр кәрәк уның өсөн! Ә минең “тыңлатҡыс”ым тамаҡ аҫрарға саҡ-саҡ. Күпме документ юллайһы бар. Уның өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсамды алыр өсөн... документтарҙы тер-геҙергә кәрәк! Минең әле улар артынан район үҙәгенә йөрөр өсөн хатта өҫтөмә, аяғыма кейерлек әҙәмсә кейемем дә юҡ...
Был – тупик. Вәт терәлдем тек терәлдем. Проблемаларымдың осо-ҡырыйы күренмәй. “Юҡтырһың да, Алла, булһаң әгәр...” – тип айға ҡарап олорға ғына ҡалды.
Хәйер, Алла бар ул, бар! “Мөхәммәдиә”мде муллалыҡҡа уҡып йөрөгән бер шәкерт алып торғайны. Бетеүем, көмөш сылбырым булмау сәбәпле, телефонда брелок булып йөрөй. Шулай итеп, ике ғәзиз балам һәм ике ҡәҙерле ҡомартҡым үҙем менән ҡалды. Шуға шөкөр ҡылмай, ни тип әйтәһең?
“Тупик” тип алдараҡ “шатланғанмын”, имеш. Баҡтиһәң, әсәй үҙенең иң яҡын әхирәттәре менән минең яҙмышты үҙенсә яҡшы итеп ойоштормаҡсы икән.
– Инде йәшең дә апаруҡ. Етмәһә, ике малайың бар. Яңғыҙың барыбер өй һалып булаша алмаҫһың. Бында ла урын тар. Хәшиә әхирәттең күрше ауылда арыу ғына ҡоҙаһы бар икән. Өйө ҙур, ти, хужалығы ла ҡараулы. Йәше ҡырҡтан уҙған-уҙыуға, зато бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, һәләк уңған, ипле, ти. Әсәһе менән генә йәшәй. Оҙаҡламай һоратырға килерҙәр. Йәш ҡыҙ кеүек, ҡуҡырайып, инәлтеп ултырма. Үҙегеҙҙе үҫтергәнмен, хәҙер, ҡартайған көнөмдә, балаларыңды ҡарап ултыра алмайым. Мин Хәшиәгә ризалыҡ бирҙем. Танышып, килешеп китергә тырыш, ҡыш бауыры оҙон, һалҡындарға тиклем урынлашып ҡалғаның хәйерле.
Әсәйгә текләнем дә шаҡ ҡаттым. Ни эшләйһең һин? Бер тапҡыр кейәүгә ҡыуып сығарып, яҙмышымды боҙҙоң бит! Инде тағы шул “тырма”ға баҫтырырға тырышаһыңмы? Асырғанып ҡысҡырғым килде. Ҡысҡырманым. Сыҡтым да киттем. Ҡайҙа киттем? Үҙем дә белмәйем. Уй-һағыштарымды елгә осорайыммы икән, һыуға ағыҙайыммы? Тормош – ормош. Ошолайтып оролғансы, торна булып берәй яҡҡа ғына олаҡһамсы!
Күңелле генә итеп телефон зыңланы. Рушанна икән.
– Минең хәлдәр йырҙағыса. Срочно ғына кил, срочно! Осрашҡас һөйләшербеҙ барыһын да. Автобусҡа аҡса тапһаң, ҡалғаны һинең проблема түгел. Көтәм, кил!
Ялҡауым килеп кенә уйлана ҡуйҙым. Ҡайҙан аҡса таба алам мин? Баҡ-самдағы булған еләк-емеште һыпырып йыйып алдым да, бер күршегә – бер силәк сейә, икенсеһенә ҡурай еләге һатып, юллыҡ аҡса йүнләнем. Иртәгәһенә Рушаннаның квартираһында бер-бер артлы матур-матур кейемдәр ҡарай инем инде. Ул үҙенең буй-һынды ҡыҫып торған иң затлы юбка-салбарҙарын, күн курткаһын, бейек үксәле туфли-ботильондарын килтереп сығарҙы. Ахырҙа түҙмәнем:
– Ниңә улай ҡыланаһың, былар бит үҙеңә кәрәкле әйберҙәр! – тинем.
– Ҡалдыҡ-боҫтоҡто бирергә һин мине кем тип уйлайһың?
– Юҡ, Рушанна, бигерәк ҡиммәтлерәр, үҙең генә кей.
– Мин бит һиңә, хәлдәрем йырҙағыса, тинем.
– Йыр кеүек булғас, һәйбәт инде.
– Ниңә “ниндәй йыр?” тип һорамайһың?
– Ну... Ниндәй йыр?
– “А я беременна, и это временно” тигәнен ишеткәнең бармы?
– Бар... Ой, Рушанна, ҡотлайым. Малаймы?
– Шулайҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Шуға күрә был кейемдәр миңә байтаҡ ярамаясаҡ. Ә ярай башлағас, модаһы үткән була. Яҡшы булды әле, гардероб яңыртырға бер сәбәп, исмаһам.
Әлдә яҙмышымда Рушанна бар. Йәнемде ҡыйып, миңә ҡушылып уфтанмай. Юҡ-бар нәмә һөйләп көлдөрөп, эске көсөргәнешемде йомшартырға, хәсрәтемде таратырға тырыша. Бының өсөн уға шул тиклем рәхмәтлемен. Арығанмын уйланыуҙарҙан. Тағы саҡ ҡына – аҡылдан да яҙырмын, тип ҡурҡам. Нисек һиҙә шуны Рушанна? Ҡасан, нимә менән мине “уятырға”мы, йыуатырғамы – һәр саҡ белә.
– Теге “көйә күбәләге”... әй, “торна ҡаурыйы” күлдәгеңде миндә онотоп ҡалдырғанһың бит. Алып ҡайтаһыңмы?
– Нимәгә, никахымамы ни?
– О-о-о, һинең әле минән йәшерен кавалерың да бармы ни? Ғәфү итмәм бит, малай!
Ҡыҫҡаса ғына хәлде аңлаттым. Рушанна, күҙҙәрен шаҡмаҡ итеп, башын сайҡай. Байтаҡ ҡына өндәшмәй ултырабыҙ. Әхирәтемде көсөргәнешле уйҙарға һалыуыма оят та булып китә. Уға бит хәҙер нервыларын һаҡларға кәрәк.
– Ҡайҙа, бир әле, үҙ күлдәгемде лә кейеп ҡарайым, бер “дефиле” менән шөғөлләнгәндә.
Көҙгөләге үҙемә, танымаған кеүек, бер аҙ аптырап бағып торам. Был күлдәктә бик бәхетле лә булдым бит әле мин. Оҙаҡламай бер йыл да тула. Прическа, макияжһыҙ ябай ғына йәйге күлдәк һымаҡ күренә икән. Рушанна тағы уйҙарымды уҡый:
– Бигерәк килешә. Һин уны никахҡа түгел, туйға кей.
– Ярама һин тоҙ һалма, исмаһам.
– Исем туйыңа, тим бит. Әйҙә, иртәгә мәсеттәрҙең иң матур, күңелеңә оҡшағанын һайлайбыҙ ҙа...
– Мәсеткә кейергә уңайһыҙыраҡтыр ул.
– Бер ҙә уңайһыҙ түгел. Кергәндә жакет кейеп, яулыҡ ябынаһың да – эше лә бөттө. Давай-давай, ҡушабыҙ тигәс ҡушабыҙ. Ике балама ла ауылда атай-әсәй ҡуштырғайны. Өсөнсөһөнә үҙебеҙ исем туйы уҙғарырбыҙ. Һин – “эксперимент ҡуяны” булып тор, беҙгә лә киләсәккә тәжрибә кәрәк. Һинең әле бер документың да юҡ түгелме ни? Бына, исмаһам, беренсеһе булыр – хәҙер мәсеттә исем ҡағыҙы бирәләр.
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә Рушанна менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ. Хәйер, ҡаршылашҡым да килмәй...
– Исемең Миңлеғәйшә булһын! – Йөҙөнән нисектер шәфҡәт, миһырбанлыҡ бөркөлөп торған мулла исемемде әйтеп, ҡолағыма өргәндә, күңелемә һиллек килеүен тойҙом. Мәсет ихатаһынан сыҡҡанда, үҙемдең был ауырлыҡтарҙы ла үткәреп ебәрә алыуымда шикләнмәй инем инде. Бығаса булмағанса үҙ көсөмә ышаныс барлыҡҡа килде. Автобусҡа тиклем байтаҡ ваҡыт бар ине. Килгәс-кил-гәс, күренеп китәйем, тип галерея яғына боролдом. Шәрифә Ҡәҙимовна, ғәҙәтенсә, бик ихлас ҡаршыланы.
– О-о-о, бик матур күренәһең, аҡыллым, маладис. Ә был ниндәй ҡупшы кулон?
– Иҫке-моҫҡо күн киҫәктәренән әтмәлләп алғайным шунда...
– Кулон бик матур, һинең зауығың барлығында шикләнгәнем дә юҡ. Әммә мөнәсәбәтең дөрөҫ түгел. Хәҙер исемле-аҡсалы байҙар ҙа һендмейдерҙар ижадын хуп күрә. Ҡулың эш белгәндән оялырға ярамай. “Әтмәлләгәйнем иҫке-моҫҡо”, имеш. Үҙ хеҙмәтең менән ғорурланып, башыңды юғары тотоп, тантаналы интонацияла әйтергә кәрәк был турала. Аңланыңмы?
– Мотлаҡ шулай итәсәкмен, Шәрифә ханым!
– Әйткәндәй, гел һорарға уйлайым да, форсаты сыҡмай. Һинең һынлы сәнғәт-фәлән буйынса махсус белемең бармы әлеү?
– Ике йыл модельер һөнәренә уҡып маташҡайным. Сәнғәт тарихын өйрәнә торғайныҡ... – Шәрифә апайҙың ҡарашында шелтә тойоп, айнып китәм. – Ой, ғәфү, хәҙер төҙәтәм. Маташманым, ә уҡыным. Төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Үҙ алдыма күп уҡыным, әле лә төрлө баҫмаларҙы даими күҙәтеп барам. Тик хәҙер ҡулға энә генә тотҡом килмәй. Бөтөнләй.
– Нишләп улай?
– Әллә... Нисектер үҙемде алданған һымаҡ тоям. Әллә ниндәй ялған хыялдар булып сыҡты. Алданылар... Бойомға ашманылар...
– Нишләп ашманы? Һин иң беренсеһенән башла. Кем булырға теләгәйнең?
 – Әйтеүе лә көлкө... – Икеләнһәм дә, һөйләргә булдым. Ысынында иһә йәндәй күргән Рушаннам да белмәй был хаҡта. – Балерина булғым килә ине... Бер заман “Сыңрау торна” фильм-балетын күрҙем. Күрҙем дә һушым китте. Минең дә шулай ҡанатһыҙ ҙа көйө осҡом килде. Үҙ алдыма аяҡ остарында бейеп маташам... Был хыялым баштан уҡ өмөтһөҙ ине, әлбиттә. Беренсенән, мин унда балет өсөн “ҡарт” та инем. Икенсенән, балет түгел, ябай бейеү түңәрәге генә лә эшләмәгән төпкөл ауылда тыуғанмын. Шунан... ябайыраҡ хыял тыуҙы. Сәхнәлә осоп йө-рөһәм, илаһи заттар өсөн болоттай, күбәләктәй затлы-нәфис күлдәктәр теккем килде. Шул серле донъяға нисек тә яҡынлашҡы килә ине, нисек тә... Аҙаҡ әхирәтем менән уртаҡ хыялға бирелдек. Үҙебеҙҙең театр-студия, тип әйтәйемме... Ҡыҫҡаһы, костюмдар уйлап сығарып, хәрәкәттәр ҡуйып, показдар ойоштороу ине уйҙар. Йәнәһе, ул прическа-макияжға яуап бирә, ә мин – костюмдар һәм хоре-ографияға... Әммә яҙмыш әллә нисек боролоп...
– Ә ниндәй мауығыуҙарың бар ине?
– Мауығыуҙар ни... Төрлөһө булып алды. Бер шулай георгиндар үҫтерергә елкендем. Кешеләрҙән дә йыйҙым, почта аша ла алдырҙым. Ниндәйе генә юҡ ине! Бер егермеләп төргә еткергәнмендер. Өйөм күмелеп тиерлек ултыра ине инде. Тәүге сәскәләрен атҡан ғына мәл... Август урталарында ҡырау килтереп һуҡты. Өйөмдөң ҡап-ҡара үле сатыр-соторҙар араһында ултырыуын күреп, күңелем өшөнө. Шунан бирле сәскә үҫтереүгә ҡул һелтәнем.
– Ул бүлбеләрҙе ҡаҙып алып, икенсе йылына ла үҫтерһәң булмай инеме? Ҡайҙа һиндә сәм тигән нәмә?
– Ул уй башҡа ла инмәне. Теләмәйһегеҙ икән, мин дә һеҙҙе теләмәйем, тинем дә ҡуйҙым.
– Артыҡ көслө “теләйем” һәр саҡ “теләмәйем”гә әйләнә, ивет. Нимәнелер көсәнеп-көсәнеп үҙеңдеке итергә теләйһең, ә ул шул тиклем нығыраҡ килеп сыҡмай. Етә бер көн – һин инде иң көслө хыялыңды күрә алмаҫ дәрәжәгә етәһең...
– Шулай шул, Шәрифә апай... Нишләп улай һуң? Нәфсем артыҡ ҙур ҙа түгел кеүек, ә барыбер... Бер теләгем дә ашмай. Уның ҡарауы, бәхетһеҙлектәр... Улары инде башыма биҙрәләп ҡойола...
– Ой, Тамараҡай... Минең йәшкә еткәс, һин әлеге мәлеңде һағынып, яратып иҫкә аласаҡһың. Сөнки әле һин сәләмәт, матур, көслө һәм иң мөһиме – йәшһең.
Мин иҫәр кеше кеүек йылмаям. Шәрифә ханымдың һүҙҙәренә, әлбиттә, тамсы ла ышанмайым. Ул да был турала белеп тора. Ололар барыһы ла бер иш: йәшлекте ышанмаусылыҡта һәм аҡылһыҙлыҡта ғәйепләй. Шулай уҡ йәштәр ҙә бер иш: һәр ваҡыт ололарҙы бер нәмә лә аңламауҙа ғәйепләй.
– Әйткәндәй, һин теге былтырғы миссияңды үтәнеңме? Таныштыңмы Сагитович иптәш менән?
– Иптәш түгел, әфәнде. Үтәмәй ни... Әле ауылда төҙөлөштөң ҡыҙған мәле. Тағы ярты йылдан цех үҙ эшен башлар, тип көтөлә. Тимәк, ярты силсәүит халыҡҡа эш урындары буласаҡ...
– О-о-о, ниндәй официоз... Күрәһең, һин тағы ярыҡ ялғаш янында. Тағы эшһеҙ ҡалдыңмы?
– Маңлайға яҙылғанмы әллә? Бәлки, ҡалған яҙыуҙарын да уҡып бирерһең мин томанаға?
– Уныһын аҙағыраҡ. Ә Сагитовичты нисек “һындырҙың” һуң? Нисек “зацепила”?
– Ул бит минең тәүге мөхәббәт булып сыҡты! Һөйләмәнемме ни?
Яратам ошо әртистәрҙең эмоциональ йөҙҙәрен. Шәрифә апайҙың ҡаштары матур һикереп китә, күҙҙәре түңәрәкләнеү түгел, хатта “шаҡмаҡлана” ала...
– Туй, өйләнешеү, ғаилә кеүек темаларҙы беренсе ул башланымы, һинме?
– Ул.
– Тимәк, ул һине ҡатыны итеп күҙ алдына килтерә алған. Ир-егет ваҡыт уҙғарырға ғына йөрөгән ҡатын-ҡыҙ менән бер ваҡытта ла был темаға һөйләшмәй.
– Ысынмы? Бына ғәжәп.
– Ысын. Ә һиңә уны ҡойроғонан шаҡара тотоп эләктерергә нимә ҡама-сауланы?
– Ҡурҡыу. Йәшлек дыуамаллығы менән миңә өйләнер ҙә, бөтә яҡындары, туғандары кәмһетә, “суҡый” башлағас, һыуыныр, тинем.
– Ә улар һине кәмһетә инеме?
– Этем белһен, танышып өлгөрмәнем. Әммә яҙмышым шундай булғас, ҡайҙа ҡасаһың? Мин бит үҙемде белә-белгәне кәмһенеп үҫтем. Аҙаҡ, кейәүгә сыҡҡас та, шул уҡ хәл ҡабатланды. Сәғитович ғаиләһе менән дә барыбер шулай булыр ине.
– Һинең кәмһенгәнеңде электән һиҙә торғайным, тик сәбәбен аңлай ал-майым. Һин – бына тигән кешеһең. Булдыҡлыһың, һәләтлеһең, намыҫлыһың... Төҫөңдө әйтеп тә тормайым – бар яҡтан килгән икәнде үҙең дә белә-күрәһеңдер...
– Күрәм, беләм, әммә тоймайым. Мин бөгөнгө көнгә тиклем үҙемде тик Артыҡбикә исеме аҫтында ғына тойҙом. Ни бары Артыҡбикә итеп... Быйыл килеп ул исемде миңә ата-әсәйем биргән икәнен белдем. Ныҡ ауыр булды кисереүе...
– Кисерҙеңме?
– Әлләсе... Кисерҙем, ғәфү иттем һымаҡ. Тик барыбер асыу килә. Ярай, исем – исем инде. Әллә ниндәй холоҡ, әллә ниндәй темперамент биргәндәр бит. Ваҡытында аҡыллы кәңәш итә белмәгәндәр. Шунда уҡыуыма, артыма тибеп булһа ла, ҡабат ебәрһәләрсе?!
– Һаман шул уйҙар менән йәшәгәс, тимәк, кисермәгәнһең. Шулай ҙа һинең уларға үпкәләрлек урының юҡ. Хәҙер дәлилләйем. Һине иң беренсе күргәс тә тәүҙә бик ҡупшы, һомғол буй-һыныңа иғтибар иттем. Аҙаҡ камил, нәзәкәтле йөҙөң иғтибарҙы тартты. Был бит һиңә – атай-әсәйең бүләге. Үҙ-ара әллә күпме ризаһыҙлыҡтары булһа ла, һине донъяға яралтҡанда улар һөйөү йәлләмәгән. Ә кәмһенеүеңдең сәбәбе – тирә-яҡ мөхиттә, әйтергә яраһа, провинция холҡонда. Юҡ, бүлдермә, һинең ауылың матур, кешеләре һәйбәт икәнен, яҡламаһаң да, аңлап торам. Һинең кеүек бер һоҡланғыс затты биргәндәр икән, әлбиттә, ул – иҫ киткес төбәк, бәхәсһеҙ. Әммә минең мәҙәни кимәл хаҡында һүҙ йөрөткөм килә. Мин, һинең телмәр ҡеүәңә ҡарап, кәм тигәндә аспирантура тамамлағандыр, тигән фекерҙә инем. Һин һәр өлкәлә лә мәғлүмәтле, фекер даирәң киң. Һин меццо-сопрано тауышты колоратураһыҙынан да айыраһың. Линотипия менән линог-равюраны бутамайһың. Вольтер менән Вальтерҙы ла, Стендаль менән Сталь айырмаһын да... Һин үҙ мөхитеңдә йәшәһәң, эргәңдәге барыһын да интеллектуаль кимәлең, эрудицияң менән генә түгел, фекер оригиналлеге менән дә һоҡландырыр инең. Ә ауыл-провинцияла аҡыл башҡа үлсәмдәрҙә үлсәнә. Һинең “Онегин”ды ятҡа һөйләүең уларҙа көлкө генә тыуҙыра. Сөнки унда һыйыр тотоу-тотмауың, бесән әҙерләү-әҙерләмәүең, көҙөн ит йыйыусыларға булдыра алған тиклем юғарыраҡ хаҡ менән һата алыуың мөһимерәк. Донъя көтөү, етеш йәшәү кимәлеңә ҡарап, һинең аҡыл ҡеүәң хаҡында фекер йөрөтәләр. Әгәр һин, нәфис буй-һының сәбәпле, салғы, һәнәк-тырма тотмайһың икән, боҙло һыуҙа малдың эсәк-ҡарынын сайҡап йыумайһың икән, һин – йыбытҡы, бер нәмәгә лә эшкинмәйһең. Шулай түгелме ни? Һин, әлбиттә, ауыл ҡатындары өлөшөнә төшкән бар эште лә эшләйһең, шикләнмәйем. Тик һин уға ғына риза түгел. Башҡа бисә-сәсә менән кем нимәне, ни хаҡҡа алған, кем кем менән талашҡан, кем туҡмасты нисә йомортҡаға баҫа, кемдең ҡоймағы йоҡараҡ, кемдең самогоны ҡатыраҡ һ.б. шуның һымаҡ тормоштоң ваҡ-төйәге хаҡында мөһим мәсьәләләр хәл иткәндәй ҡиәфәт менән гәпләшеп ултыра алмайһың. Әлбиттә, улар ҙа быны тоя. Тимәк, һин үҙеңде уларҙан өҫтөн тояһың, тәкәбберһең! Тиҙҙән барыһы ла һине мөрхәтһенмәүен йәшермәй. Эргәләгеләр ситкә типкәс, әлбиттә, һин, аҡыллы кеше булараҡ, сәбәпте үҙеңдән эҙләйһең. Һәм күпселектең фекере өҫтөнгә сыға – шулар күҙлегенән сығып, үҙеңде эшкинмәгән һәм етешмәгән тип уйлай баш-лайһың. Уй ул шундай көслө, – үҙ-үҙеңде тотошоң уйға буйһона. Башҡалар инде һинең тап шундай йүнһеҙ булыуыңа шикләнмәй. Быны, беләһеңме, нимә менән сағыштырып була? Күҙ алдыңа килтер: мәҫәлән, торнаны. Улар үҙ мөхитендә, тәбиғәттә бейеһен – иҫ киткес гүзәл, һоҡланғыс күренеш! Ә ауылға, һарайға килтереп япһаң, нимә була? Ни ашарға ите юҡ, ни мендәргә йөнө юҡ! Көн һайын йомортҡа һалған тауыҡ ул ғорур ҡоштан мең ҡат артыҡ һәм файҙалы! Бына һин дә шулай – үҙ мөхитеңдә булмағас, үҙеңдең ысын баһаңды аңламай-һың. Ябай кешегә көмөш менән алюминийҙың бер айырмаһы ла күренмәй. Ҡиммәтле металдың һиммәтен оҫта ювелир ғына айыра. Ауыл кешеһенә ҡара аҡыл, хәйләкәрлек килешә. Ә һиңә үҙ мәнфәғәтеңде яҡлау хас түгел.
Сәғитович менән булған хәлде генә ал. Һин бит уның менән осрашыуҙан үҙеңә әллә күпме файҙа һыға алыр инең. Уның бер шылтыратыуы етер ине – һине эштән сығарыу түгел, хужаның йомшаҡ креслоһына ҡәҙерләп ултыртып ҡуйырҙар ине. Ә һин бөтә ауылдың киләсәген уйланың да үҙеңде оноттоң. Әгәр һеҙҙе көслө хистәр бәйләмәгән булһа, һин, ике лә уйламай, унан бағымсы яһар инең. Тик был уй һинең башыңа инеп тә сыҡмай. Юҡ, алйот булғаның өсөн түгел. Һин – ныҡ, бөтөн шәхес. Берҙән-бер мөхәббәтеңдең һөйәркәһенә әйләнеү – үҙеңде, үҙ хистәреңде ваҡлау, китекләү булыр ине. Уның тормош юлдашы булып, кисерәсәк шатлыҡтарын ғына түгел, бәлә-ҡазаларын да уртаҡлаша алмағас, һирәк-мирәк түшәк кенә бүлешеүгә һин бер ҡасан да риза булмаясаҡһың. Ризалашыр булһаң, иреңдең вафатына биш йыл тулғанын көтөп тормаҫ инең, күптән инде донъя көтөргә аҙ-маҙ файҙаһы тейерҙәй ир-егетте йортҡа керетер инең. Эсеү яғына йомшаҡ, тип берәүһен ҡыуып сығарыр ҙа икенсеһенә, өсөнсөһөнә барыр инең. Ә һин по рукам китмәгәнһең, китмәҫһең дә. Сөнки, һәр шәхескә хас булғанса, һин кеше фекеренә түгел, үҙ намыҫың тауышына ғына ҡолаҡ һалаһың. Һиңә Хоҙай Тәғәлә ысынлап та күп һынау биргән. Алда тағы ла зәһәрерәктәре булыр. Әммә мин һинең намыҫыңа хыянат итмәҫеңә ышанам. Ул һынауҙы ла үтһәң, мотлаҡ бәхетең асыласаҡ! Шәрифә апайың күпте күргән, ышан. Һинең өйөң яныуына ҡайғырыу түгел, хатта шатланам да. Белгең килһә, ул һинең ситлегең ине. Өйөм, донъям тип, тирә-яҡҡа күҙ ҙә һалмай башлағайның. Ә хәҙер һин ирекле, бер ни ҙә бәйләп тормай – ос та кит, ҡанаттарыңды йәйеп. Үҙ юлыңды тапҡас, аяҡҡа баҫҡас, ҡайтырһың төйәгеңә. Башыңды ғорур тотоп ҡайтырһың!
...Автобустағы ике сәғәт башта ҡайнаған уйҙарҙы рәткә һалырға маташып үтте. “Ирекле”, имеш... Әсәй унда сираттағы тәпене әҙерләп ҡуйҙы бит инде. Тыңламаһаң, дошман булаһың, барыр ер ҙә юҡ. Сығып китһәм, тик мәркәзде генә һайлар инем, ә ул бик ҡиммәтле ҡала. Эш, торлаҡ табыу... Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн күпме аҡса кәрәк! Ә минең бит әле тамаҡтарын туйҙырырға, өҫтәрен бөтәйтергә ике улым бар. Уларҙы кемгә ышанып ҡалдырайым? Ҡалаға уҡырға биреү хаҡында уйлайһы ла түгел. Исмаһам, фатирлы туғандар булһасы... Шулай ҙа Шәрифә апай бер нәмәлә хаҡлы: тыуған яҡтан, нәҫелдән бөтөнләйгә күңелем ҡайтмаҫ элек, китергә кәрәк. Беҙҙә талантлы кешеләр күп тыуа. Әммә уларға кәмһетеүле ҡараш йәшәп килә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: берәү бөтә тапҡан-таянғанын хәмер эсеүгә бөтөрә икән, был нормаль хәл итеп ҡабул ителә. Ауылда ундайҙар аҙым һайын, иҫ тә китмәй. Ә кемдер бөтә тапҡан аҡсаһын үҙе уйлап тапҡан вертолет өсөн запчастар табыуға бөтөрә икән, уға бөтә ғәләм аптырай һәм “иҫәр”ҙән һалдыра... Ҡайҙа ул ғәҙеллек? Бөтә ғүмереңде үҙ-үҙеңде юҡ итеүгә, түбән тәгәрәүгә йүнәлтһәң – ғәҙәти хәл. Ә үҙеңде камиллаштырырға, һәләттәреңде асырға тырышаһың икән, хыялдарыңа хыянат итмәйһең икән – һин ахмаҡ һәм кәмһетелеүгә дусарһың! Минең бер апайым бар. Тауыш мөмкинлектәре иҫ киткес – дүрт октава! Йырсы юлынан китһә, бығаса опера примадоннаһы булып, сит илдәрҙә балҡып йөрөр ине. Ҡатлы-ҡатлы регалиялары, дан исемдәре булыр ине. Әммә уны ла патриотизм харап иткән. Ул ябай ғына балалар баҡсаһы йыйыштырыусыһы булып эшләй. Ситтә уҙған конкурстарҙа дипломдар яулап ҡайта. Ә үҙебеҙҙә... Ни өсөндөр сәхнәне “һайт-туйт тәритә, тас-биҙрә-кәритә” көйөнә арлы-бирле һупалаған уртаҡул ғына һәләтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре биләп ала... Бына шулай. Апайым хәҙер ҡайҙалыр ҡатнашырға үҙе лә ынтылмай. Уның ҡанаттарын семтей-семтей, ҡаурыйҙарын берәмләп йолҡоп, осмаҫҡа мәжбүр иттеләр. Ул хәҙер ағас башында һандуғас булып һайрамай, моңһоҙ тауыҡтар төнәгенән юғарыраҡ күтәрелмәҫкә дусар. Кемгә фай-ҙа? Кеше – барыбер ҡаты бәғерле йән эйәһе. Минең ҡәйнәне генә ал. Әллә ҡайҙағы ҡыш булмаған йылы илдә йәшәгән, оло-ҡара йорт хужабикәһенең берәй йәп-йәш егеткә мөхәббәтенең башҡалар тарафынан аңлап ҡабул ителмәүенә, “бахыр”ҙың кисергән “ауырлыҡтары”на ах та ух килеп ҡайғырып, бөтөнләй таныш түгел бәндәләрҙе йәлләп, бөткөһөҙ сериалдарға текләп илап ултыра. Ә эргәһендә генә үҙ ейәндәре атайһыҙ, йортһоҙ, әйтһәм әйтәйем инде, хатта бала саҡһыҙ (!) тороп ҡалһын – иҫе лә китмәҫ. Ярҙам итеү түгел, етемдәрҙең ауыҙынан йолҡоп тигәндәй алыуын белә. Йорт өсөн күпме судлашырға тура килде, малды әйтәһе түгел – улының етеһен уҡытыр-уҡытмаҫ ҡыуып алып ҡайтты. Ә ауылда бер кем дә уның битенән алмай, оялтырға маташмай. Сөнки “килен кеше – кәм кеше, алабайға тиң кеше”. Бөгөн ире үлгән икән, ҡырҡын да үткәрмәйенсә икенсегә барасаҡ һәм теттереп йәшәүен дауам итәсәк. Рәсим йыйған донъяны икенсе берәү итектәре менән тапаясаҡ, мөлкәтенән файҙаланасаҡ. Әсә улын юғалтҡанда, килендең рәхәт йәшәргә ни хаҡы бар? Балаһының донъяһының бер өлөшөн генә булһа ла кире ҡайтарырға маташа икән, кем әсәне хөкөм итә ала? Әсәйҙең улын юғалтыу ҡайғыһы менән бер ни ҙә ярыша алмай! Барыһы ла шул позицияла тора һәм ҡәйнәнең ҡылығын аҡлай, яҡлай. Мин гел отошһоҙ яҡта, гел! Ҡайҙа ул ғәҙеллек?
Әлеге ситуацияны ал. Әсәй, үҙенсә миңә изгелек теләп, арыу ғына кешегә бирмәксе. Бер яҡтан, ул хаҡлы: йортһоҙ-йыһазһыҙ, эшһеҙ-килемһеҙ ике балалы бисәне өс-дүрт бүлмәле йорто, урындағы биле ныҡ эшҡыуарға биреү насармы? Етмәһә, ситкә алимент түләмәгән, башҡа вариҫтары булмаған бәндәгә? Ә мин, үҙемдең бахыр хәлемдә, шул тиклем отошло урындан баш тартам. Әсәһенең изге-легенә рәхмәтһеҙлек менән яуап биреүсе ҡыҙҙы нимә тип әйтәһең? Йә-мәғәтселек – тәбиғи – әсәне яҡлаясаҡ, мине аш менән атҡанға таш менән бәреүсе тип ҡәһәрләйәсәк. Тағы ла отошһоҙ яҡта ҡалам. Беренсе тапҡыр, кеше һүҙенән ҡурҡып, алйотлоҡ эшләгәндә – Рәсимгә кейәүгә сыҡҡанда мин үҙ бәхетем алдында ғына яуаплы инем. Йәшлегемә барып хата эшләнем. Әммә әле, ун йылдан һуң тырмама ҡабат баҫмаясаҡмын – яратмаған кешегә бармаясаҡмын. Был ғәҙел булмаясаҡ, ул әҙәмгә ҡарата ғәҙел булмаясаҡ. Ниңә ул үҙ көсөн, байлығын, ғүмерен сит балаларға, үҙен бер ҡасан да яратмаҫ ҡатынға арнарға тейеш? Был да ғәҙелһеҙлек тәһә. Ә, икенсе яҡтан, мин ниңә ярыҡ ялғаш янында ҡалырға тейешмен? Ниндәй гонаһтарым өсөн? Рәсимгә хыянат итеп, типтереп йөрөмәнем, ғәйбәт сәйнәп кеше араһын бутаманым, кеше әйберенә ҡул һуҙманым, ыҙа-михнәттәремде хәмергә батырманым... Уф, баштар ҡатты. Алтын башлы ғалим-философтар ҙа был донъяны төшөнмәгәнде, мин генә асыҡлап бөтә алмам. Йәшәргә кәрәк, бары шул ғына.
Оло-оло пакеттар тотоп ҡайтып төшкәс, ишеткән хәбәргә иларға ла, көлөргә лә белмәнем. Бер кемгә әйтмәй-нитмәй ҡапыл сығып киткәс, өйҙә юҡлығымды ла белмәйенсә, кейәүләргә килгәндәр, бәй. Һүҙҙең айышын аңлағас та, ике улым ике яҡтан “кейәү балаҡай”ға ташланғандар: “Беҙҙең әсәй йәш, матур, ә һин ҡарт, уны һиңә бирмәйбеҙ, белдеңме!” Теге бахыр, “уландары бигерәк уҫал, дүрт-биш йылдан үҙеңде туҡмарға ла ҡарап тормаҫтар” тип шикләнепме, ҡойро-ғон һыртҡа һалған.
Бығаса “бәпкәләрем” тип яратҡан балаларымды хәҙер “бөркөттәрем” тип маҡтаным. Яҡлаусым юҡ, тип юҡҡа көйәм – ана бит, бер түгел, ике яҡлаусым, быуынға ла ултырмайынса, мине бәләнән йолорға эшкингәндәр, вәт, әй! Әсәй, әлбиттә, ниәтенән ҡайтмағандыр, әммә бер нисә ай тыныслыҡ булыр. Шул арала берәй ҡарарға килергә кәрәк.
Яҙмыш тигән нәмә арты менән тороп арып китте, буғай, – миңә йөҙө менән боролдо. Йөҙө, нисек кенә сәйер булмаһын, ҡәйнәм төҫөндә булып сыҡты. Биш-алты йыллап аяҡ баҫмаған тупһаны, мәңге булмағанса, күстәнәстәр, бүләктәр тотоп аша атланы. Тәүҙә һөйләшеү көсәнеү аша барҙы. Йүнле һүҙ ишетеп өйрәнмәгәс, мин ныҡ һағайҙым. Ә уға выждан борсоуы тәбиғи һөйләшергә ҡамасаулай ине. Йылдар буйы күтәрелгән нығытманы бер сәғәттә һүтеп бөтөүе мөмкин дә түгел. Шулай ҙа уртаҡ ҡайғыртыу – балаларҙың киләсәген уйлау аңла-шыуға юл асты.
– Ҡаҡтым, ҡыйырһыттым, килен, бер һүҙең дә булманы, рәхмәт. Һинең алдағы ғәйептәремде кисер. Бала ҡайғыларын күрһәтмәһен үҙеңә. Зиһенем томаланып, нахаҡҡа ла ҡыйырһыттым. Рәнйегән булһаң да, сал сәстәремде хөрмәтләнең – яуап итеп рәнйетмәнең. Рәсимдең рухын мыҫҡыл итмәнең, балаларҙы ситтәрҙән ҡаҡтырманың. Барыһы өсөн дә рәхмәт. Инде хәҙер тормошҡа сығырға, урынлашырға уйлаһаң – беҙҙән фатиха. Бәхетле бул, балаларыңдың изгелеген күр, тәүфиғыңдан яҙма. Һинән ризабыҙ, фатихабыҙҙы бирәбеҙ. Хоҙай Тә-ғәлә тәүфиғыңды биргән, инде килеп бәхетеңде лә бирһен...
Өҫтөмдән тау-тау йөктәр ишелеп төштөмө ни... Ҡәйнәмде ҡосаҡлап иларҙай булдым. Фатиха! Бына нимә етмәгән миңә! Бына нимә етмәүе бәйләп тора ата йортона. Мин уларҙан үҙ тормошом менән йәшәргә фатиха, фатиха көтәм...
Яҡшы хәбәрҙәр бының менән генә бөтмәне әле. Ҡәйнәмдең апаһының улы ҡайтып төшкән. Уны мин белмәйем – ул беҙҙең туйға ла ҡайтмағайны, хәрби кеше. Балаларым менән осрашырға, танышырға теләк белдергән.
– Үҙ ваҡытында Рәсимгә ярҙам итмәнем, исмаһам, балаларына ҡулдан килгәнен эшләйем, – ти.
– Төшөргәндәрме әллә?
– Эйе, хәҙер министрлыҡта түгел, ниндәйҙер бер гимназиямы-нәмәме директоры, ти.
Рәсим ағаһына бик рәнйей торғайны. Берәүгә килешкән хәрби тормош икенсегә һәләкәтле булыуы мөмкин. Бер нәҫел балалары шулай айырылыр, тип кем уйлаған. Береһе, ана, полковник, икенсеһе иһә, әрменән алып ҡайтҡан күңел яраларына түҙә алмай, үҙенә ҡул һала... Ярар, ғәйебен юйырға теләгән кешегә мөмкинлек бирергә кәрәк. Осрашһындар әйҙә. Өләсәйҙәре бүләк итеп алып килгән кейемдәрҙе шатланып кейеп сығып йүгерҙе ҡолонсаҡтарым. Атай яҡлап ту-ғандарҙың ситләтеүенә үҙҙәрен бик мәхрүм тоялар ине, һәйбәт булды. Әсәйемдең дә йөҙө бермә-бер асылды. Бер ауылда йәшәп, берен-бере ҡунаҡҡа, сәйгә саҡырышып, гәпләшеп йөрөмәү рәхәт тиһеңме ни ҡоҙағый булған кешеләргә...
Бабайҙары менән танышыуға бик ҡәнәғәт булды балалар.
 – Әсәй, уҡырға шунда барабыҙ! – тип ҡайттылар.
Киләһе ай документтар юллап үтте. Малайҙарҙың өлгәшеү күрһәткестәре артынан йөрөйһө, комиссия үткәрәһе һ.б. Ҡайнаға ихлас, шәфҡәтле кешегә оҡшаған. Бәғзе берәүҙәрҙе вазифаһынан төшөрһәң, кешегә оҡшап ҡала…
Әсәй башҡаса кейәүгә сығыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатып бәғеремде телмәй. Уҡыу йортон ҡарап, документтар тапшырып ҡайтҡас, хатта:
– Ярай, бәлки, улдарың янына үҙең дә сығып китерһең әле. Ҡалала эш табыла, ите-бәрәңгеһе менән беҙ ҙә, ҡоҙағый ҙа ярҙам итә ала… – тип ысҡындырҙы.
Үҙем дә был турала ныҡлап уйлай башлағайным инде. Тик минең мәркәз тарафына ғына юлланғым килә шул. Яҙмышым мәркәздә селпәрәмә килгәйне, шунда бөтәйһә, ғәҙелерәк булмаҫ инеме ни? Мәшәҡәттәрҙең күплеге менән Рушаннаға ла шылтыратҡан юҡ. Әгәр ул эш белешә торһа, танышлыҡтарын эшкә екһә…
Ҡотто осороп телефон шылтыраны: Рушанна. Тауышы ҡалтырап сыға. Ауыры төштө микән әллә?
– Юҡ, миңә бер ни ҙә булманы… Балалар ҙа имен-аман… Өлкәрем аварияға эләкте… Бер йылһыҙ аяғына ла баҫа алмаҫ, тинеләр. Әллә күпме операция кәрәк. Һөйәге селпәрәмә килгән, ти… Ни генә эшләйем икән, Тамара? Баш ҡатҡан. Ныҡ ҙур кредит алғайныҡ…
– Хужабикәң ярҙам итә алмаймы? Мөнәсәбәтегеҙ яҡшы ине бит.
– Ул бизнесты һатып, Мәскәүгә күсте. Миңә бында эште почти с нуля башлайһы бар. Уныһына түҙер инем… Өлкәрем бәрелгән машина ниндәйҙер крутой шишканыҡы булып сыҡҡан. Армайҙары өҫкә менеп килә, үҙе менән һөйләшеп килешеп булмай… Минең бәйләнештәр ярҙам итерлек түгел. Тамара, ни эшләйем икән? Әллә ауырымды төшөрәйемме икән? Өлкәрҙе лә, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк, аҡса табыу минең генә елкәлә була бит хәҙер?..
– Ул турала ауыҙ ҙа асма, Рушанна. Бала үҙ ризығы менән тыуа. Етмәһә, аборт ваҡыты уҙҙы бит һинең. Төшөрәм тип, үҙеңдең зәғифләнеүең бар. Аллам һаҡлаһын. Моғайын, берәй сара табылыр. Туғандарың беләме?
– Уныҡылар белә, ҡәйнә сеңләп-шыңшып нервыны бөтөрҙө инде. Минекеләр белмәй, һин дә әйтмә, йәме. Үҙең беләһең, минекеләр һуңғы һыйырына тиклем һуясаҡ, һуңғы ыштаны ҡалғансы бөтә нәмәне һатып бөтәсәк, әммә миңә ярҙам итмәй ҡалмаясаҡ. Ә минең бурыс ҙур. Уларҙыҡы менән генә йырып сығырлыҡ түгел…
– Уф, Рушанна… Исмаһам, минең дә хәлдәр мөшкөл… Тороп тор… Әле бер нәмә иҫкә төшөп тора, Рушанна, һин, давай, танау төшөрмә. Нисек тә һиңә ярҙам итергә тырышырмын, иҫән булһам.
Үҙем өсөн тигәндә уйҙарҙың осона сыға алмаһам да, Рушанна тигәндә башым компьютер урынына иҫәп-хисапҡа тотондо. Минең дә мал самалы-самалыһын… Килер керем дә күренмәй. Һыйыр менән башмаҡты, берәйһе менән килешеп, һатып ебәргәндә? Әле ит ваҡыты түгел, хаҡы юғары… Туҡта, ә делянка? Өй һала алмаҫым билдәле. Ирҙәр һымаҡ, бура һатып аҡса эшләй алмайым. Әммә… Әммә ағас эше менән аҡса һуға белгән кешеләрҙе беләм түгелме ни? Бығаса уйлап та бирмәгән диләнкәне юллап алдым. Милицияларҙың ипләп аңла-тыуы ярап ҡалды. Тейешле нәмәне ниңә юлламаҫҡа? Етмәһә – бушлай. Эшҡыуар менән генә оҙаҡ сыйышырға тура килде. Күҙен дә йоммай:
– Илле мең бирәм. – ти.
– Йөҙ илле! – тинем, тыныс һәм ҡаты итеп. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, уртаҡ фекергә киленде. Әллә ни күп тә аҡса түгел икән ул. Кескәй сумочкама һыйып тора. Исмаһам, тышы ла ҡабармай…
Ҡапыл ғына туғанлыҡ хистәре уянған ҡайнаға ярҙамы менән малайҙарҙы уҡырға урынлаштырғас, шул ыңғайҙан Рушанна янына барырға автобусҡа ултырҙым. Балалар өсөн йөрәк һыҙлай. Ят ер, ят кешеләр, ят мөхит… Ни эшләрҙәр, өйрәнерҙәрме? Йонсоһалар, ни эшләрмен? Кире алып ҡайтырға үҙемдең дә баш тығыр ерем юҡ. Булған аҡсама бәләкәс йорт ала алыр инем, әлбиттә… Тәҡдим ителгәненә күңелем ятмай, оҡшарҙайына – кеҫә һайыраҡ. Хәйер, иң яҡын әхирәтем ут йотҡанда, минең дә тамағыма аш бармай шул.
– Уф,Тамара, әл дә килдең! – Бәпес йыуатҡандай, Рушаннаның сәсен һыйпап ҡосаҡлап торам. Бөтөнләй төҫө ҡасҡан бисараның. Эсе саҡ ҡына ҡалҡа башлаған. Күҙ төптәре күгелйем. Ни ашай алмай, ни йоҡлай алмай сабауыллап тик йөрөйҙөр инде. Хәлдәрен һорашам.
– Бурысҡа алыр ерҙән алып бөттөм. Ике операция булды. Реабилитация тигәне бик оҙаҡҡа һуҙылыр, тиҙәр. Ҡайнымдар, шыңшый-шыңшый булһа ла, машиналарын һатты. Теге бәндәгә ярты бурысты түләнем. Тик бына кредитты ҡапларға ғына хәлдән килмәй.
– Ниндәй кредит һуң ул? Фатирыңды әйтәһеңме?
– Юҡ, фатирға түләп бөтә яҙғайныҡ инде. Эй, Тамара, һиңә һөйләмәнемме ни? Хужабикә бит бизнесты… миңә һатты! Әҙерәк йыйған аҡса бар ине. Фатирҙы залогҡа һалып, кредитҡа аҡса алдыҡ банктан. Өлкәрҙе, үҙең беләһең, ике ерҙә аҡсаны ҡайырып эшләне, шуға икеләнмәнем дә. Хәҙер килеп– шундай фажиғә… Фатирһыҙ ҙа, бизнесһыҙ ҙа ҡалам бит. Тамара! Ней Өлкәрем шундай хәлдә…
Бына һиңә мә! Миңә ярҙам итә алған берҙән-бер кешем ни хәлгә тороп ҡалған!
– Бизнесың таралып төшмәгән, ниңә ҡайғыраһың? Бығаса уңышлы эшләгәнде, дауам итә алмам тиһеңме ни?
– Әйттем бит, теге шишкаға тағы йөҙ мең түләйһе бар. Йәнә Өлкәрҙе дауалауға буйтым аҡса оса. Зәғиф ҡалдыра алмайым да инде мин уны? Авария арҡаһында банкка иғәнә түләүҙе кисектергәйнем, хәҙер улары миңә йыртҡыстай ташланды. Ҡыҫҡаһы, бизнестың доходы бинаны арендалауға, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡына, косметик материалдар алыуға, банкка иғәнә ҡайтарыуға саҡ етә. Теге хайуан көндән-көн сумманы арттыра бара, әйкәйем. Ә миңә ғаиләне аҫырарға кәрәк, мәктәп тә хәҙер ике балаға аҡса һура башлаясаҡ. Әле мин шундай ситуацияла, Тамара, ҡыл өҫтөндә генә торам. Әгәр аренда хаҡын, йә косметик материалдар хаҡын, йә электр хаҡын арттырһалар – бөттөм, тәгәрәйем аҫҡа. Унда инде эш хаҡын тотҡарлаясаҡмын. Оҫталарым конкуренттарға берәм-берәм ҡаса башлаясаҡ. Үҙҙәре артынан клиенттарҙы переманить итәсәктәр. Унда инде банкка процент түләй алмаясаҡмын, улар фатирҙы тартып аласаҡ…
Ҡот осҡос. Рушанна – минең сибәр, аҡыллы, һәйбәт әхирәтем – өс бала, зәғиф ир менән урам буйында тороп ҡаласаҡ! Ҡот осҡос! Дуҫыма түгел, дошманыма ла ундай яҙмыш теләмәҫ инем мин. Был ситуацияла мин килтергән аҡса – батып барған кешегә һалам бөртөгө ырғытҡан һымаҡ ҡына инде. Исмаһам, теге шишкаһына бурыс биреп бөтөрлөк булһасы.
– Беләһеңме, Тамара… Һиңә ярҙам кәрәккәндә, булған аҡсаларымды бирмәгән өсөн Хоҙай язаланы микән әллә мине? Өйөң янғас, уйланып та ултырғайным, Өлкәр менән дә кәңәшләштем. Ул: ”Улай ярҙам иткең килгәс, лутсы бизнесыңа компаньон итеп ал. Мохтажлыҡтан да тартып сығарырһың. Үҙеңә лә, декретҡа киткәс, ышаныслы кеше кәрәк буласаҡ”, – тине. Балыҡ биргәнсе ҡармаҡ бирһәң, арыуыраҡ түгелме ни? Уйлап ҡараным, килештем. Һиңә сюрприз әҙерләй инем, ә ул бына ниндәй сюрприз килеп сыҡты… Мин һине өйлө итә ала инем, ә хәҙер үҙем өйһөҙ ҡалыу ҡурҡынысында. Тамара, йә әйт әле берәй һүҙ, йә тот та әрлә.
 – Әрләргә башҡа ла килмәнесе. Ярар, өй алып бирер инең, ти. Һиңә бурысты нисек ҡайтарырға тип, ҡара ҡайғыларға батҡан булыр инем. Ни арыу аҡса килерлек эш юҡ, ни бай ирем юҡ, тигәндәй… Юҡ, Рушанна, Өлкәр шәп кәңәш биргән. Балығы кәрәкмәй, лутсы ҡармаҡ эшләргә өйрәт.
– Тимәк, мин яңылышмағанмын, тип уйлайһың?
– Моғайын. Мин дә хаталанмайымдыр… – Уға пачка-пачка аҡса тотторҙом. – Ғәфү ит, ошонан башҡаһы юҡ.
Хәҙер инде Рушаннаның күҙе шаҡмаҡ.
– Һин нимә, бетеңде һатып байыныңмы әллә, урларға ҡулыңдан килмәй-килеүен…
Ҡыҫҡаса ғына аҡсаның айышын һөйләп бирҙем.
 – Тормош килтереп терәһә, һин дә өҙгөс кенә икәнһең, Тамара, маладис. Минең өсөн күҙ терәп торған нәмәңдән дә яҙғас, былай итәбеҙ…
Шулай итеп, уйламағанда-көтмәгәндә, мин матурлыҡ салонының ад-министраторы булып киттем. Башта эш хаҡы хаҡында уйларға ла мөмкин түгел ине, әлбиттә. Нисек тә конкуренция диңгеҙендә батмаҫҡа, “кәмә”не һаҡлап ҡалырға кәрәк. Өлкәрҙе йорт тәрбиәһенә ҡайтарғансы, Рушаннала йәшәп торам, тип хәл иттек. Минең аҡсалар теге “крутой”ҙың кеҫәһенә кереп ятты. Тәгәрмәс эсендәге тейен кеүек йүгергеләп, шау-шыулы ҡала тормошонда әйләнсекләүгә, ауылдан мине таптыра башланылар. Юҡ ваҡытты бар итеп, ауыл яғына ың-ғайларға тура килде. Бер ай. Ни бары бер ай, ә минең тормош аҫты өҫкә килде. Өҙөлөп һөйгән тауҙарымдан, урмандарымдан ҡутарылып сыҡтым да киттем. Ҡанатымды йәйеп, ҡурсалап торған улдарымды әллә ҡайҙа ебәрҙем. Дөрөҫ эшләнемме икән? Белмәйем. Ауылда ни, ҡалала ни – барыбер кеше тупһаһында йөрөү, барыбер бурыс ҡапларға аҡса еткерә алмау. Айырма юҡ та һымаҡ, бер яҡтан. Икенсе яҡтан… Икенсе яҡтан, үҙемде бик кәрәкле кеше итеп тойоуым, бер ни тиклем ҡотҡарыусы ролендә йөрөүем күңелгә рәхәтлек бирә. Ял көндәрен күрелмәһә лә, элекке шикелле бойоғоп, тынғы тапмай йөрәкһеүем юҡ. Рәхәтләнеп йоҡлайым, яҡшы ашайым, кәйефем һәр саҡ күтәренке… Рушаннаға ла төшөнкөлөккә бирелергә ирек ҡуймайым. Ҡайһы саҡ көлөп тә ала: “Беҙ ролдәребеҙҙе алмаштыҡ, буғай. Элек мин һине тартҡылай торғайным. Хәҙер һин – мине…”
Өйҙәгеләр менән бер-бер хәл булдымы икән, тип борсолһам, силсәүит эҙләтә булып сыҡты. Райондағы ниндәйҙер контора таптыра, ти. Ғәжәпләндем, шулай ҙа биргән адрес буйынса эҙләп киттем. Нотариус булып сыҡты. Барлы-юҡлы гонаһтарымды барлап сыҡтым. Мираҫ мәсьәләһе буйынса ҡайны-ҡәйнәләр менән хәлдәр асыҡланып бөткәйне, буғай. Инде янған өйҙөң хаҡын түләтмәксе микән әллә берәй әкрәбәләре, тәүбә-тәүбә… Ләкин ишетәһеләрем уйлағандан да шаҡ ҡа-тырғыс ине. Баҡтиһәң, мин… апаруҡ ҡына милек хужаһы икәнмен! Миллионерша!
  Күктән төшкән байлыҡты миңә… Мөнөй әбейем ҡалдырған булып сыҡты. Юғары пенсия алалыр, тип фараз иткәйнем-итеүен… тик ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалынған булыуын?! Нисек итеп ул төпкөлдә ятҡан әбейҙең илдең байтаҡ өлөшөн төп башына ултыртҡан “ваучер” тигән нәмәне ваҡытында дөрөҫ файҙалана белгәненә ышанырға? Ул бит нотариусты ла саҡыртып, кәрәкле документтар эшләтә белгән!!! Миңә инселәнгән конверт эсендә бер генә һөйләм: “Һин үҙең – бәхет!” Башҡа ҡапыл ишелеп төшкән информациянан шаңҡып, ауылға ҡайт-тым. Әсәй ҡарсыҡ минең бер баҡса бәрәңгемде лә ҡаҙҙырып ҡуйған.
– Сығып китеүең ошомо, әллә ҡайттыңмы? – ти.
– Һин ҡайһыһын теләр инең? – Һорауға һорау менән яуапланым.
– Кеше булған кешелә
мең кешенең эше бар.
Кеше булмаған кешелә
кешенең ни эше бар?
Әсәйемдең фәлсәфәүи шиғырҙар белеүен бөтөнләй ишеткәнем юҡ ине, хатта аҙап ҡалдым. Шуның һөҙөмтәһендәлерме, үҙемдән дә туҙға яҙмаған һорау ысҡынды:
 – Әсәй, ә һин теге ваучер тигән нәмәләрҙе нимә эшләттең ул?
 – Эй-й, аны… Шул “Восток” тигәндәре алданы лаһа ярты ауылды… Әй, туҡта… Һинекен бит Мөнөй инәй инәлеп-ялбарып һорап алды, буғай. Әллә, ҙурайғас үҙенә бирәм, тинеме… Нимәлер әйтте, онотҡанмын.
Аһ, Мөнөй әбей!.. Эх, Мөнөй әбей. Баш китерлек эштәр ҡылырлыҡ йөрәк тә булған үҙеңдә! Йөрәк тә булған, баш та! Әрәм генә иткәнһең ғүмереңде… Әллә кем булып, ил инәһе булып йөрөргә лайыҡ кеше булғанһың һин! Тик үҙең генә ваҡытында аңламағанһың… Бәлки, мин дә ҙур-ҙур эштәр атҡарыр өсөн тыуғанмындыр, тик үҙем һаман аңламайымдыр? Нимә тине әле Шәрифә апай: “Ҡанатыңды бар мөмкинлегенә йәйеп ҡағырлыҡ иркенлеккә сыҡмағанһың, шуға үҙеңде килбәтһеҙ өйрәк бәпкәһе кеүек тояһың…”
Шулай ҙа нимә эшләргә миңә? Был күктән төшкән байлыҡ бит бөтә проблемаларымды хәл итә. Янған нигеҙемә яңы йорт күтәреп, акцияларҙың процентына ай һайын зарплата алыусыларҙан күберәк аҡса алып, типтереп йәшәй алам… Улдарыма ялдарын өйгә ҡайтып уҙғарырға мөмкин. Әсәй ҡырына, йорт йылыһына һыйынып… Әлеге кеүек кеше мәрхәмәтенә күҙ төртөп йәшәү түгел инде. Бер туған апаһының улы Рәсимгә ярҙам итмәгән әҙәм уның улдарын ҡанат аҫ-тына оҙаҡҡа һыйындыра алырмы? Ай-һай, шикле. Яндарына күстәнәстәр тейәп барып килергә кәрәк… Әгәр ҙә етемәктәремде ул-был йәберләүҙәре тойолһа, алып ҡайтырға! Хәҙер инде әҙәм бахыры булып йәшәргә түгел, мөмкинлектәр бар…
Кесе ҡолонсағым нескәрәк күңелле, хислерәк шулай ҙа. Күҙҙәре шәмәреп тора һымаҡ. Олоһо ҡатҡыл. Ҡустыһына ла ебеп төшөргә ирек бирмәй. “Барыһы ла яҡшы, әсәй,” – тип кенә тора. “Һағынмайһығыҙмы, ҡайтҡығыҙ килмәйме?” – тиеүемә:
 – Түҙәбеҙ, түҙәсәкбеҙ. Беҙҙең ҡайтыуҙан үҙебеҙгә лә, ауылыбыҙға ла бер файҙа юҡ. Беҙ үҫкәс, һөнәр алғас ҡына ҡайтабыҙ. Ауылыбыҙҙы матурларға, байытырға ҡайтырбыҙ. Һин, әсәй, беҙҙең өсөн борсолма. Һиңә ҡыйын булһа, беҙгә лә ҡыйын. Һиңә рәхәт булһа, беҙ ҙә шат, – тип яуапланы.
 Әсәйҙең һүҙҙәрен фатиха итеп ҡабулларға була, улымдыҡын да. Улдарым эргәһенән туп-тура тағы мәркәзгә юлландым. Мин булмаған өс көн эсендә бында – мәхшәр. Рушаннаны дауаханаға һалып ҡуйғандар. Артыҡ көсөргәнештән ауыры түбәнәйгән. Башланғыста уҡыған ике ҡыҙ бала фатирҙа япа-яңғыҙ ҡалған. Икеһе ике яҡтан ҡосағыма һырылды. Ҡурҡышып бөткәндәр, бисараҡайҙарым. Улар миңә үҙемдеке һымаҡ. Инде нисәнсе тапҡыр Рушаннаға көнләшеп ҡуям. Минең дә ошондай ҡыҙым булһа, наҙларға өйрәнгән булыр инем, моғайын. Ана бит, әхирәтемдекеләр өсөн генә лә борсолоп йөрәгем сығып бара. Хәлемдән килһә бөтә килер бәләләрҙән дә ҡурсалап торор инем.
 Әлдә бер көнгә һуңыраҡ килмәгәнмен. Ике оҫтабыҙ эштән сығырға ғариза биргән. Осто-осҡа саҡ ялғаған мәлдән файҙаланып, конкуренттар юғары хаҡҡа әүрәтә башлаған икән. Белгестәрҙең яҡшылары ғына йыйылғайны шул салонда. Урынлашҡан урыны ла уңайлы – үҙәктә. Бина хужалары аренда хаҡын күтәргән, етмәһә. Бер проблема килһә, ҡапҡаңды киңерәк ас, әтеү сираттағылары емереп ҡуйыр. Минең алдыма тағы еңел булмаған һайлау килеп баҫ-ты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ниңә миңә ошо предприятиеға көс һалырға? Уның хужаһы түгелмен, уға мохтажлыҡ та юҡ хәҙер. Ҡулда аҡса бар, әйҙә, йорт һатып ал да үҙең теләгәнсә йәшә. Шәхси тормошто яйға һалыуҙы уйлаһаң да гонаһ түгел. Йәш бит әле мин. Ғүмер буйы үҙ хыялдарымдың боғаҙына баҫып йәшәнем дә һуң? Инде хәҙер теләгәнемде кейеп, теләгәнемде ашап, үҙ көйөмә йәшәргә хаҡым юҡмы ни? Әхирәтемә ярҙам ҡулы һуҙҙым, һуҙманым түгел. Әле бизнесы та-ралып төшмәҫ элек, берәйһенә һатып ебәрһә, ирен дауаларға ла, балаһы тыуғансы йәшәргә лә аҡсаһы була. Тимәк, уның алдында ла йөҙөм яҡты – мохтажлыҡта ташлап китмәйем. Ниңә тызырайырға, борсолорға, нервы бөтөрөргә?
Ә икенсе яҡтан… Рушаннаның ғүмер буйы хыял иткәне ине бит ул – шәхси салон. Уны һатып алыр өсөн ал-ял белмәй эшләне. Ире ике ерҙә тир түкте. Авариянан һуң Өлкәре инвалид булып ҡалһа? Тәүбә-тәүбә! Рушанна тағы сит кеше фирмаһы өсөн бил бөкһөн, ирҙең хәйерсе пенсияһына ике ҡыҙ баланы ҡараһынмы? Ә фатирһыҙ ҡалһалар? Күҙ алдыма Рушаннаның мохтажлыҡтан, хәсрәттән башы сыҡмаған тормошо, арып-талсығыуҙан ҡартайған йөҙө килеп баҫты. Ә ҡанаттары һынған ҡошсоҡтай мәхрүм ҡалған ҡыҙыҡайҙар! Был күренеш шул тиклем ап-асыҡ, ысын һымаҡ һынланды – мин хатта тетрәнеп киттем. Ә бит ике ай элек кенә барыһы ла башҡаса ине. Рушаннаның йөҙөнән бәхет балҡып тора, тыуасаҡ балаһы бер өмөт булып йөрәк аҫтында яралған. Шундай һөйкөмлө, бәхетле…
Теште ҡыҫтым. Нисауа, бирешмәбеҙ! Минең мираҫ был проблеманы хәл итергә генә етә ул. Оҫталарҙы ризалатабыҙ. Бинаны һаҡлап ҡалабыҙ. Эш ҡоралдарын яңыртабыҙ, яңы имидж булдырып, косметик ремонт үткәрәбеҙ. Рекламаға ла йәлләмәҫкә кәрәк. Берәй ярты йылдан әлеге проблемалар онотолоп та бөтөр әле. Клиенттарҙы һаҡларға, “үрсетергә” генә кәрәк… Ә үҙем? Ярай, үҙемә ни… Эшкә рәхәтләнеп барам, оҡшай, ниһайәт, үҙ урынымды таптым һымаҡ. Ә шәхси тормошҡа килгәндә… Мин барыбер Искәндәрҙе генә уйлап, уны ғына һағынып йәшәйәсәкмен. Ниндәйҙер яңы роман эҙләү файҙаһыҙ. Ниңә юҡҡа тыпырсынырға? Быға тиклем нисек хәтирәләргә бәйле рәхәтлеккә риза булып йәшәнем, шулай йәшәрмен әле. Шәрифә апай юҡты һөйләмәй – бүленә алмайым мин. Яраттым берәүҙе, һәм вәссәләм. Булһа – тик ул, булмаһа – бер кем дә. Мин башҡаға риза түгел.
Был ай миңә һынау айы булды, буғай. Ике баланы мәктәпкә әҙерләп ебәрәм, ике дауаханаға ризыҡ-маҙар, дарыу-фәлән ташыйым. Төшкә лә кермәгән ҙур-ҙур суммалар менән эш итәм. Коллектив эсендәге конфликттарҙы ла, клиенттарҙың дәғүәләрен дә юлға һалам. Юриспруденция, психология, мода буйынса даими уҡып барыуым бына ҡасан кәрәкте. Былар миңә нимәгә инде, тип үҙемде битәрләй торғайным заманында. Баҡтиһәң, алған ғилем бер ҡасан да ҡамасау-ламай икән. Ашарға һорамай, иҫкермәй, күгәрмәй тигәндәй… Тормоштоң был темпынан сәсәп йығылырға тейеш инем һымаҡ. Юҡ бит әй, йоҡларға ғына йығылам. Бер ниндәй төш күрмәй, баҫлыҡмай иҙерәп йоҡлайым да хәл йыйып уянам. Нисектер, Искәндәр тип тә, улдарым тип тә һыҙланмайым һымаҡ. Үҙ әрнеүҙәрем менән йәшәргә ваҡыт юҡ.
… Рушаннаны ай тигәндә сығарҙылар. Өлкәрҙең шәбәйеүе оҙаҡҡа һуҙылды. Эскән-тартҡан кеше түгел, йәш, сәләмәт организм. Нишләп улай ҡатмарлылыр хәлдәре – аптыраҡ. Дилбегәне Рушанна ҡулына тапшырғас, бер-ике көн ял алдым. Улдарыма ла барып әйләнергә кәрәк, ауылды күргәндә лә яҙыҡ булмаҫ. Килеүемә Рушаннаның ике күҙе дүрт булған:
– Тамара, мин ғәйбәткә ышанмай торған әҙәм, үҙең беләһең. Ләкин эштәрҙең торошо шуға мәжбүр итә…
– Ниндәй ғәйбәт, ниндәй торош?
– Коллектив һинең алда ниңә өлтөрәп тора тиһең?
– Өлтөрәйҙәрме ни әле? Бәлки, профессионаллегем өсөндөр?
– Шаярыуға борма. Ирония ла урынһыҙ. Улар бит тәүҙә һине, провинциалка, томана тип, бик мөрхәтһенмәне. Әле ни ишетәм? “Всемогущая” тип ҡушамат биргәндәр. Бик үрҙә ныҡ йөнтәҫ ҡуллы “папигы” бар, тиҙәр. Килгәс тә ишетеп көлгән булдым. Әммә бөтә эштәрҙең яйға һалыныуын, бурыстарҙың бөткәнен күреп, иҫем-аҡылым китте. Тамара, һин минән әллә бер нәмәңде йәшерҙеңме? Әллә Искәндәрең менән аралар яйлымы? Юҡ, насар тип әйтмәйем, Алла һаҡлаһын, юҡ! Киреһенсә, конкуренттарҙың ниңә ҡойроҡ болғай башлауҙары ла аңлашыла. Бығаса ашап баралар ине барыһы ла, бөтә яҡтан да… Әммә… Мин һинең ышанысыңдан сыҡтыммы ни? Ни өсөн сер йәшерә башланың?
Рушаннаны артабан да ҡайғыртмаҫҡа була, мираҫ тарихын ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем.
 – Ох, Тамараҡай… Һин бит, минең намыҫыма ышанып, үҙеңдең хәсрәтһеҙ киләсәгеңде минең киләсәгем өсөн ҡорбан иткәнһең…
Мин яурын ғына һелктем… Башҡа төрлө була алмайым инде, ни хәл итәһең. Ярым-йорто түгелмен. Яратһам – бар йөрәктән, тамсыһына тиклем һығып бирәм. Яратмаһам – тағы шулай…
Икенсе кереүемә Рушанна тынысланған. Берәй ҡарарға килгәндер. Нимә хәл итһә лә, насарға булмаҫ.
Артабан эштәр һәүетемсә тәгәрәне. Ҡуртымға фатир таптым. Ҡыйбатын ҡыйбат, уның ҡарауы, эшкә йәйәү йөрөйөм, төшкөлөккә лә ҡайтып ашарға мөмкин. Ул мөмкинлек менән һирәк файҙаланам: аралашырға кеше күп. Йә эштәге коллегалар менән сәй эсәбеҙ, йә берәй үҙ иткән клиентка менән кафеға керәбеҙ. Ниңәлер күптәр мине үҙҙәренең “аһ-зарҙарын һыйҙырыусы” итеп һайлай. Ҡайһы саҡ йүнле кәңәш бирә алмаһам да, рәхмәтле булып китәләр. Ниндәй генә тарихтар ишетелмәне! Хет китап яҙ. Ғәләмәт инде ул кеше тигән зат. Үҙҙәренең эстәрен бушаталар, бушаталар… Ә минең ниҙәр кисергәнемде, исмаһам, берәйһе һораһа, ҡыҙыҡһынһа?! Ә бит күптәренең проблемалары, минеке менән сағыштырғанда, уйын ғына… Ярай, Тамара, кешеләргә артыҡ талапсан булма. Әгәр һәр кем фәрештә булһа, улар ерҙә лә йәшәмәҫ ине.
Ямғырҙар менән башланһа ла, ҡыш – ҡыш инде. Яңы йылға яҡынлашҡан һайын донъя ағара башланы.
Яңы йыл. Бөтә кешеләрҙең дә көткән байрамылыр был. Ниңә икән? Миңә ҡалһа, кеше Яңы йылды түгел, үҙенең уға бағлаған өмөттәрен ярата. Кешегә үҙ хистәрен, үҙ кисерештәрен яратыу хас. Байрамға ҡаршы беҙҙең салондың эше икеләтә, өсләтә артты. Оҫталарыбыҙ алһыҙ-ялһыҙ эшләй. һәр береһенең минутына тиклем клиенттары билдәле. Ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың байрамға матурланғыһы, йәшәргеһе килмәһен? Һис һүҙһеҙ, Яңы йылға – яңыса! Ҡайҙа ҡарама – байрам-са күтәренке кәйеф, матурлыҡ, йәнлелек һәм сағыу ялтыр донъя.
Рушанна, хужа булараҡ, декрет ялында түгел. Тулғаҡ башланғансы эшләргә иҫәбе. Өлкәренең хәлендә алға китеш бар. Яңы йылды тулы ғаилә менән ҡаршыларға кәрәк, тип ныҡлы инанғандар. Ваҡыттың тығыҙлығына ҡарамаҫтан, барыһы ла корпоратив кисәне уҙғарыу яҡлы. Йола – йола инде. Быға тиклем билдәләгәс, власть алмашынды тип кенә, байрамдан баш тартып булмай. Ғүмеремдә икенсе тапҡыр киске күлдәк һатып алдым. Был юлы кемделер әүрәтер, оҡшар өсөн түгел – үҙем өсөн. Ниһайәт, ҡупшы туфлиҙар ҙа үҙемдеке, үтескә алын-маған. Яңы йылды кем менән, ҡайҙа ҡаршылау тураһында уйланмайым. Хоҙай яҙғаны булыр.
Ҡабалан ғына Шәрифә апай шылтыратты.
 – Матурлыҡ индустрияһында һин – минең иң хөрмәтле блатым, – тигән була. – Ҡауырһындарҙың ҡалған-боҫҡанын булһа ла рәткә килтерергә ине.
– Һеҙҙең өсөн иң оҫталарҙың оҫтаһын да бушатырбыҙ инде, – тим.
– Какая деловая, ой, маладис. Шулай, сублимация энергии – великая вещь. Элек булһа, ултырыр инең шыңшып. Үҙеңде йәлләп, яҙмышыңды әрләп. Әле, ана, деловая дама. Энергияң шыңшыуға түгел, эшкә китә. Гел шулай бул.
Ғәҙәтемсә, мәсеткә хәйер һалырға киттем. Йыш уҡ булмаһа ла, керергә тырышам. Бында бит Хоҙай ҡаршыһында исемле иттеләр. Миңә насип бәхет өлөшөмдө татый башланым да, буғай. Бәлки, берәй заман ишем дә осрар. Яңғыҙлыҡ Хоҙайҙың үҙенә генә килешә, моғайын, миңә кеше яҙмышы яҙылғандыр. Ултырған һындар яғына ҡарамай ғына иҫәнләштем дә хәйеремде һалырға йәшниккә боролдом.
– Эй-й, бынау баланан нурҙар һирпелеп тора лаһа! – Тауышҡа һиҫкәнеп, нурлы баланы күрергә була, тирә-яғымды байҡайым. Бала-сағалы әҙәм заты күренмәйсе. Ғөмүмән, бындағы кеше араһында иң йәштәре – мин үә хәйергә доға ҡылып ултырыусы шәкерт.
 – Ҡана, яҡынданыраҡ күрәйем әле үҙен, – тарамыш ҡына ҡулдар ап-аҡ ҡына (Рушаннаның зауығы!) дубленкам еңенән тотоп ала. Бәй-бәй, “нурлы бала” мин булдыммы ни ул? Әбейгә, ниһайәт, боролоп ҡарайым һәм саҡ һуштан яҙмайым.
 – Мөнөй әбейем!
 – И-и-и, балаҡайым-бәбекәйем, әллә минең ауылданмы һин? – Ул бөтөнләй мин аяҡ баҫмаған районды атай. – Ҡушаматымды беләһең. Миңә бит бында мулла ҡушҡан исемем менән генә Миңниә инәй тип өндәшәләр…
Шулай итеп, үҙемә өләсәй таптым. Миңниә инәй мәрхүмә Мөнөй әбейҙән апаруҡ йәш. Холҡо ла башҡасараҡ: ихлас, һүҙсән, кеше ярата. Өлкәнәйгәнсе ауылда йәшәгән. Балалары күп. Барыһын да уҡытҡан. Ҡартайған көнөндә балалары мәркәздә фатир алып биреп, күсереп алғандар. Эстән уйлап ултырам: улай фатир алырлыҡ булғас, бик ҙур урындаларҙыр инде. Әбекәй үҙе лә йонсоп йәшәүсегә оҡшамай: өҫтөндә кәттә генә кейем, ҡулдарында алтын да көмөш… “Алтын” һүҙен былай ғына ҡушам инде, балдаҡ-беләҙектәре ҡатлы-ҡатлы, күп булғанға. Былай барыһы ла – буталлы көмөш биҙәүестәр. Яңы танышҡан кешеһен алып ҡайтып сәй эсерергә лә ҡурҡмай икән. Ваҡытым самалы булһа ла, ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк – киттем артынан. Ысынлап, яҡын йәшәй. Сүп-сар, төпсөк һибелгән подъезд түгел – таҙа, көҙгө кеүек ялтырап ята, йәм-йәшел ағас, гөлдәр үҫеп ултыра... Мәркәздә лә бындай йорттар бар икән, тип ғәжәп иттем. Кон-сьержка тигән әҙәмде кинола ғына күргән бар ине. Дә-ә, әбейең ысынлап ябай әбей түгел, былай булғас. Ана бит, хатта прихожкаһы Рушаннаның фатиры ҙурлыҡ, ай-бай. Балалары нисек ҡурҡмай, әбейҙе яңғыҙын йәшәтә икән? Улай һәр яңы танышын да сәйгә саҡыра башлаһа…
 – Ошо йәшкә етеп, яман уйлы бәндәне изге күңеллеһенән айыра алмаһаң, оҙаҡ йәшәүеңә, күпте күреүеңә ни һан?!
Һорауымды ҡысҡырып әйтмәгән инемсе.
 – Балаларҙан айырым йәшәһәм дә, улар тарафынан ташланған түгелмен бит. Теге ишек төбөндә ултырған әҙәм ейәнемә ошаҡлап тора. Әле лә хәбәр иткәндер: оҙаҡламай ейәнем йә үҙе килеп сығыр, йә шылтыратыр. Уныһы мине ныҡ ҡурсып тора. Йәшерәк сағында “һин – минең идеал” ти торғайны, эй-й…
 – Идеал эҙләп, өйләнмәне лә ҡуйҙымы?
– Юҡ, өйләнде. Килен бик сибәр, белемле. Яҡшы нәҫелдән. Барыһы ла уҡымышлы, урында ултыралар. Миңә лә мөнәсәбәте әйбәт ине. Һүҙем юҡ. Тик… Тик артыҡ тиң булып сыҡтылар, ахыры…
– Бәй, нисек инде артыҡ тиң? “Тиң түгел“ тигәнде ишеткән бар, тигәндәй…
– Нисек аңлатайым инде… Ейәнем үтә ҡатмарлы кеше. Ҡылыҡтарын да тоҫмаллап булмай. Нимә теләгәнен дә аңламаҫһың. Башҡаларҙан күпте талап итә, ә үҙе тойғоға һаран. Ҡыҫҡаһы, ейәнемде аңламайым, әммә ныҡ яратам. Ә киленгә килгәндә… Уның улыҡайымды яратып, уның тормошо менән генә йәшәргә, уны ғына көйләргә, уны ҡояш һымаҡ күрергә теләге лә, халәте лә юҡ ине. Яратырға, ә бигерәк тә минең ейән кеүекте яратырға, бер нәмәгә ҡарамай унан күңелең ҡайтмаҫҡа бик күп көс кәрәк, бик күп. Ә килен эште һайланы. Эш ме-нән анһатыраҡ.
 – Айырылыштылармы?
 – Минең ҡарашҡа, улар ысын мәғәнәһендә ҡауышманылар ҙа… Нимә инде ул паспортҡа мисәт баҫтырып, туй эшләү? Ҡыҙҙары бар, шуныһы йәл. Килен эше буйынса сит илгә төпләнде. Бала ейәнемдә ҡалды. Ир кеше – ил кешеһе, эшенән ҡайтып кермәй. Ҡыҙы шул өй ҡараусылар ҡулында. Берәй 15 – 20 йәшкә йәшерәк булһамсы, тип йәнем үртәлә. Үҙем бағыр инем.
 – Ә үҙенең өләсәй-олатайҙары?
 – Э-эй-й, уларҙы… Улары ла эшкә туймай. Әллә ниндәй исемдәр, дәрәжәләр алып бөттөләр, тағы ни кәрәктер… Фән кешеһенә һүҙ әйтеп булмай. Быуын-быуын уҡыусылар, өйрәнсектәр үҫтерҙеләр, ә бер бәләкәс кенә ейәнсәргә ваҡыттары йәл… Әлләсе, беҙ күмәк бала инек. Береһенән-береһе ыуаҡ. Ата-әсәй эштә, шул өләсәй ҡулында үҫтек инде. Итәктән төштөк тә эшкә йәбештек. Уйланып, буҙлап ултырырға ваҡыт булманы.
Был ниңә ейәнен артыҡ күп сурыта әле? Кәләш эҙләй, тимәк. Мине лә юҡҡа ғына алып ҡайтмағандыр, үҙенсә һынамаҡтыр. Артыҡ ҡабаланмайһыңмы, әбекәй? Мин бит ейәнең кеүек ҡалын кеҫәле нәҫел балаһы түгел, тыштан оҡшаһам да. Затлы кейемде ошо йәшкә етеп саҡ кейгәнмен, унда ла әхирәтем яурынынан һыпырылып төшкәнен генә… Кеше психологияһы минең өсөн билдәһеҙ нәмә түгел ул. Тәүҙә, улың буйҙаҡ булғанда, ниндәй ҙә булһа килен теләйһең. Аҙаҡ, киленең булғас, күҙ асыла: сибәр булһа – уңған түгел, егәрле булһа – төҫө юҡ. Нәҫеле затлы түгел йә туйҙа ҡоҙалар бүләкте һаран һалған, быныһы ҡәйнә йортона ҡорған элмәгән, таҫтамал ҡуймаған. Бик булмаһа, ашҡа һуғанды ваҡлап турамай, һаламлап турай… Баштан үткән инде. Әле, ауыҙымды йомоп йылмайып ҡына сәй эскәндә, минән дә ҡулайлыһы юҡ һымаҡ күренер ҙә ул… Юҡ инде, әбекәй, үҙеңде өләсәй итергә ризамын, әммә ейәнең менән танышыу – юҡ. Кемдеңдер ҡыҙын үҫтерәм тип кенә, үҙ улдарымды үгәй атайҙан ҡаҡтырайыммы? Димләп-фәлән ауыҙ асһа, шунда уҡ кире ҡағасаҡмын, танышмаясаҡ-мын. Ирһеҙ йәшәп өйрәнелде. Быны бөгөн үк әйтеп ҡуйырға кәрәк, әле үк. Аслан, килен итергә ине ошоно тип ымһынып, өмөтләнеп ҡуймаһын. Кешенең өмөтөн ҡырыуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр. Минең өмөттәремде күп киҫтеләр, ауырлығын кисереп беләм. Үҙем ундай юлға бармам, тип үҙ-үҙемә биргән һүҙем дә бар.
Ҡабат килергә һүҙ биреп, сығып ысҡындым. Рәхмәтлемен тәҡдиремә, тигән уй һуҡты ҡапыл. Һуңғы айҙарҙа күпме этелергә-төртөлөргә, һүҙ ишетергә, көсһөҙлөгөмдән ғажиз булырға тура килгән мәлдәр булды. Мөнөй әбей рухына һығындым, уйҙарымда кәңәш һорап ялбарҙым… Бирҙе бит! Ҡайтарҙы ла бирҙе әбейемде. Миңлекәй, Миңниә… Моғайын, күп һанлы туғандарының береһелер. Үҙенең быуыны ла нығынмаған, кимерсәк кенә кәүҙәһенә ошо Миңниәне лә йөкмәп йөрөгәндер… Ипләп кенә һорашырмын әле, белермен. Теләге булһа, Мөнөй әбейҙең яҙмышын бәйән итермен…
Берәй ярты сәғәткә генә иртәрәк сығаһым булған – тығын. Һүҙ ишетермен, тип ҡурҡҡан юҡ та… Берәй клиент менән аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, унда булғаның яҡшы. Рушаннаға артыҡ борсолоу кәрәкмәй. Ярай, тығындар шуныһы менән яҡшы: уйланырға форсат тәтей. Шулай ҙа шикселлегем артҡан. Бынау инәй ейәнен һөйләй, тип әллә ниндәй уйҙар уйлап бөттөм. Уның, бәлки, димләү уйында ла юҡтыр. Былай ғына, эсен бушатыр өсөн генә әйтәлер. Ә мин әллә нәмәләргә барып еттем. Ә ҡыҙыҡай өсөн үҙәгем өҙөлдө – уныһы хаҡ. Уның нимә кисергәнен күрәм, тоям һымаҡ. Ул хатта минең үҙем һымаҡ. Ата-әсәһенә кәрәкмәгән бер оронсоҡ. Артыҡбикә. Иҫәпкә бар – һанға юҡ. Бала тип һаналаһың, ә ғәмәлдә барыһы өсөн дә һин – бушлыҡ. Ул өй йыйыштырыусыһы өсөн иһә – өҫтөн алыштырырға, тамағын туйҙырырға мәжбүр итеүсе өҫтәлмә эш. Артыҡ мәшәҡәт. Биш йәшлек, тинеме? Ә бит минең ҡыҙым шул хәтлем булыр ине… Йөрә-гем һыҙып китте. Ҡуй, тыныслан, Тамара, әйтте бит Мөнөй әбейем, эргәңдә ҡыҙ бала күрәм, тине. Ниндәй әле? Аҡһыл сәсле, ҡап-ҡара күҙле, тигәйнеме? Мин дә уны күрәм һымаҡ. Бигерәк матур, нурлы, һөйкөмлө ҡыҙсыҡ итеп күрәм. Ул миңә оҡшамаған. Кемгә оҡшаған һуң? Бик таныш йөҙ бит! Эйе, ул… Искәндәргә оҡшаған… Ирекһеҙҙән күҙҙәремдән йәш ҡойолдо. Аһ, был күңел! Ниңә һаман булмаҫтайҙы көҫәй? Ниңә бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫ хыялдар өйрөлә был йөрәктә?! Нимә-нимә, ә Искәндәр бисә айыра торған кеше түгел. Ул бит айырым бер ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ә уның бөтә нәҫеленә, был никах килтергән престижға, карьераһына өҫтәләсәк таяуҙарына, тағы әллә ниндәй өҫтөнлөктәренә бергә ҡушып өйләнә! Кәм тигәндә ике вуз бөткән, күркәм холоҡло, үҙ баһаһының юғарылығын бик яҡшы белгән ыҫпай ханым итеп күҙ алдыма килтерәм мин уны. Искәндәр яңылыш помадаға буялып ҡайтһа, тыныс ҡына:
– Ҡәҙерлем, был затлы кейемдән помада эҙен бөтөрөүе ауыр, шуға күрә, ҡыйын булһа ла, сисенгәнсе түҙһен инде, аңлат, – тип кенә ҡуялыр. Ә минең тәрбиә кимәлем түбән: Искәндәргә берәйһе ҡағылып китһә лә, боғаҙын сәйнәрҙәй булып енләнер инем. Бына шулай. Бүлешә алмайым. Аҡсаны, ана, йөҙәр меңләп тә сығарып “һиптем”, ә Искәндәрҙе – юҡ. Бәлки, тап шуның өсөн дә ул минеке түгелдер… Килһен ине бер заман шундай көн! «Һин – бәхетем!» – тип ҡабат-лаһын ине! Унда мин үҙемдең бәхет икәнемде аңлар инем. Ә былай… Әйтте, Мөнөй әбей, әйтте… “Һин үҙең – бәхет” тине, ә мин барыбер аңламайым шуны. Минең уйымса, Рушанна барыбер мең тапҡыр бәхетлерәк, сөнки ул яратҡан кешеһенән балалар таба. Ҡатын-ҡыҙлыҡ бурысыңды һөйөклө кешеңә бағышлау – иң ҙур бәхеттер. Балаңды үҙ балаң булған өсөн генә түгел, һөйгәнеңдең ҡаны, уның бер киҫәге булған өсөн тағы ла нығыраҡ яратаһыңдыр… Әллә Искәндәрҙән балаға уҙырға? Иҫәр уйҙарыма көлкө килде. Ҡасандыр тап шунан ҡурҡып, му-йынды боғалаҡҡа тыға яҙҙым түгелме? Ә әле тот та яҙмышты кирегә борорға тызырай, имеш… Юҡ инде, никахһыҙ баланың бәхете булмай, ә кемде-кемдең, Искәндәр сабыйының бәхетенә ҡул һуҙмаҫ инем барыбер. Үҙ ярама ниңә тоҙ һибәм икән мин? Бығаса бер Искәндәр тип кенә һары һағыштарға бата инем. Ә әле… Ә әле унан тыумаған балаларым өсөн дә йәнем һыҙлай… Нимә ти әле Шәрифә апай: “Уж климакс близится, а Германа все нет”… Ҡатын-ҡыҙ булмышымды онотоп йәшәүемә алты йыл булып килә. Һаулыҡҡа зыян, тиҙәр. Топ-тойоҡтан балауыҙ һығып ултырыуым шул психика ҡаҡшауҙанмы икән әллә?
Ҡуйсы әле, Тамара, үҙ-үҙеңде алдауҙан тыйыл! Башҡалар бер ни һиҙмәһә лә, үҙең бит бик яҡшы беләһең хәҡиҡәтте! Булмай һинең башҡаса үҙ сабыйың, булмай. Ҡыҙ ҙа тыумай, ул да тыумай! Һыу буйына барып та теләктәр теләнем, хәйерҙәр бирҙем, йөккә ҡалғас. Барыбер файҙаһы теймәне. Йән кермәҫ элек үк буйымда сереп йөрөгән. Аптыраным да шул, эсем ерле ҙураймай, тип. Ул акушер-каһын әйтер инем инде… Ҡаралырға барып торам, тикшереләм. Баланың йөрәк тибешен тыңлай. “Тибә” тип яҙып ҡуя картаға. Аҙаҡ беленде: бер айлыҡта уҡ үлгән булған… Мин өс ай буйы ҡыҫыр өмөттәр йөкмәп йөрөгәнмен. Ҡурсаҡтай матур, һөйкөмлө ҡыҙ балам булырға тейешле мәйет киҫәктәрен минән һалҡын, аяуһыҙ тимер-томорҙар менән ҡырып сығарҙылар… Шунда артыҡ тырышып ташлағандарҙырмы, балам менән бергә аналығым да серей башлағанмы, белмәйем. Әммә врачтарҙың хөкөмө: башҡаса әсә булыу яҙмаясаҡ… Ул ваҡытта миңә был мөһим түгел ине. Үҙемдең нимәнән мәхрүм ҡалғанымды уйлап, ҡайғы бәпләп ултыра алмай инем. Өрлөгө һынған нигеҙемде бөтәйтергә, улдарыма ҡалҡан булырға, бөткөһөҙ бурыстарҙан ҡотолорға, яҙмыштың һынауынан бөгөлөп алғанда ла һынмаҫҡа кәрәк ине. Минең яҙмыш китабымдың иң ауыр, иң ҡара биттәре ине ул көндәр. Шөкөр, үтте. Хәҙер бына, ниһайәт, иларға ла мөмкинлек булды, һәм мин илайым. Йәш кенә башым менән тамуҡ ғазаптары аша үткәнем өсөн дә, тыумаған бәләкәсемде һағынып та, әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған теге биш йәшлек ҡыҙыҡайҙы йәлләп тә, тағы әллә нәмәләр өсөн дә…
Ә Мөнөй әбей юраған ҡыҙ бала ҡайҙа? Үлем төҫө кергәс, ағинәйҙең яңылыша башлауы ла ихтимал. Юҡ, юҡ… тәне генә бәлйегәйне, ә иҫе ап-асыҡ, зиһене яҡты ине. Минең уның яңылышыу мөмкинлегенә шикләнергә хаҡым юҡ хатта! Ул миңә үҙ-үҙемде эҙләргә мәжбүр итте, хатта арттан этеп тә ебәрҙе. Нәфсем кескәйерәк булһа, ул ҡалдырған аҡсаға өй күтәреп, ауылда тыныс ҡына йәшәп ятыуымды дауам итер инем. Ә Мөнөй әбейем минән күберәкте талап итте, ул рух көсөм барлығына инанды. Һәм әбейем хаҡлы булып сыҡты бит! Кемгәлер йылдар, тиҫтәләрсә йылдар өйрәнеү талап ителгән эшкә төшөнөргә миңә нисәлер ай ғына кәрәк булды. Рәсми рәүештә салон минеке булмаһа ла, барыһы ла миңә хужа, етәксе итеп ҡарай. Шәхсән Рушанна ла. Ә күпме файҙалы танышлыҡтар, күпме яҡлаусы-таяуҙар булдырҙым? Хәҙерге тәжрибәм, мөмкинлектәрем менән мин юғалмаясаҡмын. Заманында бысраҡҡа иҙергә маташҡандар алдымда ҡойроҡ болғарға рөхсәт һорап инәләсәк әле. Ауылыма ла еңеүсе сү-рәтендә ҡайтасаҡмын – эш урыны эҙләп түгел, башҡаларға хеҙмәт итергә һәм эш хаҡы алырға мөмкинлек биргән берәй фирма асырлыҡ булғас. Улдарым да берәҙәк булып йөрөмәҫ. Аталарының нигеҙен улар өсөн һаҡлаясаҡмын. Нисә йыл үтер былар өсөн – белмәйем, әммә барыһы ла минеңсә буласаҡ. Хәҙер инде мин үҙемде әһәмиәтһеҙ генә бер зат – Артыҡбикә итеп тоймайым. Бар көсөм, бар, һиҙәм мин уны. Бының өсөн Мөнөй әбейемә бурыслымын. Тик бына ҡыҙ бала… Юҡ, яҙмышыма Мөнөй әбейгә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш кеше юҡҡа ғы-на килеп кермәгәндер. Барырға, асыҡларға кәрәк – туғанмы улар? Әгәр туған икән, тимәк, Миңниә әбейҙең бүләсәре – Мөнөй әбейемдең дә нәҫеле, ҡаны. “Үҙең бәхет бул!” – тине бит ул ҡат-ҡат. Юҡҡа түгелдер. Минең өсөн биш йәштә иң ҙур бәхет – әсәй үҙе ине. Шул тиклем уны юғалтыуҙан ҡурҡа инем, шул тиклем! Ҡайһы берҙә ул серем итеп алырға уйлаһа ла, минең ҡотом оса ине. Эргәһенән китә алмайым. Саҡ ҡына тын алмай торһа, “үлде“ тигән ҡурҡыштан уға килеп йәбешәм. Керпектәренән тартып, күҙҙәрен астырам. Ул уяна ла туҙҙырып мине әрләй, сәпәп тә ебәрә. Таң атыр-атмаҫтан аяҡ өҫтө бер туҡтауһыҙ эш менән йөрөп арый, саҡ ҡына ял итәм тип ятһа, мин маҙаһыҙлайым. “Ниндәй бала булды был! – тип йәне көйә. – Бер ял бирмәй йонсотоп үлтерергә итәгеҙ мәллә,” – тип ғәйепләргә тотона. Мин, бахыр, әсәйемә әйтергә теләгән бер йылы һүҙемде лә әйтә алмай, ҡатып ҡалам. Һүҙем етмәгәнен ҡосаҡлап булһа ла аңлатмаҡ булам, унда ла, сирҡанған кеүек, мине үҙенән ситкә этеп ебәрә. Бына шулай. Ә хәҙер үҙе улдарымдың мине ҡосаҡлап үбеүҙәренә күҙе ҡыҙа. “Мине яратмай-һығыҙ,” – тип барыбыҙҙы ла ғәйепләп, тағы йөрәкте яралай. Һө-йөүөмде үҙе ҡабул итмәгәс, ни эшләйем? Улым уллы булмайынса, ҡыҙым ҡыҙлы булмайынса аңламаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Ҡыҙлы булырға яҙманы, бәлки, шуға әсәйҙе аңларға ла яҙмағандыр?
Әгәр Яңы йылға тиклем Миңниә инәй мине онотмаһа, ҡыҙсыҡ менән танышам, тип юрап ҡуям. Әгәр ул Мөнөй әбейҙең нәҫеле булып сыға ҡалһа, уға әсәй наҙы бирергә тырышасаҡмын. Бының өсөн кем булырға тура килһә лә. Өй йыйыштырыусымы, бала ҡараусымы, тәрбиәсеме… Ниндәй сифатта ҡыҙсыҡ янында була алам – шул вазифаға риза буласаҡмын. Әлбиттә, әгәр тап шул ҡыҙыҡайҙы Мөнөй әбей минең янда итеп күргән икән… Етен сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле матурҡай. Уны таныр өсөн был билдәләр етерме? Етмәһә, тағы берәй билдә булыр. Тик бына һүҙемдә тора алырмынмы? Бөтөнләй ят бауырҙы ҡабул итерменме? Ярай, ул тиклем уйламай торайым. Тәүҙә бер шарт тормошҡа ашһын: Миңниә әбей вәғәҙәһендә торһон. Шылтыратам, тине бит. Ҡөрьән ашы уҙҙырырға ярҙамлашырһың, тине. Балаларҙың үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан, борсоғом килмәй, тине. Эш минең дә муйындан, әммә осрашыу тетрәнешенән айнымаған инем, шундуҡ ризалаштым. Ә хәҙер ултырам пландарымды барлап. Бер-ике осрашыуҙы күсерергә кәрәк булыр... Зыян юҡ, күсерербеҙ.
Йөрәгем ҡапыл, сыҙай алмай, ярһый башланы. Былтыр Искәндәр менән осрашыр алдынан кеүек. Унда, әлбиттә, уның менән күрешерҙе белмәй инем, миңә һалынған яуаплылыҡты аңлауҙан күңел ярһый ине. Хәйер, әле лә үҙемә бик оло нәҙер ала түгелме? Тулҡынланмаҫ ерҙән тулҡынланырһың.
Егерме бише етте. Көнө буйы шылтыратыу көтөп йөрөнөм. Кисенә кө-сөргәнештән ятып иланым. Шылтыратманы әбейем! Әллә ниндәй пландар ҡороп бөткәнемә үҙемә асыуым килә. Кем инде һин ул тиклем? Ул әбей һинһеҙ әллә күпме йәшәгән, һинһеҙ ҙә бына тигән йәшәр! Ул биш йәшлек ҡыҙыҡай ҙа, дөрөҫөн әйткәндә, балда-майҙа ғына йөҙә. Өшөмәй ҙә, асыҡмай ҙа, бысраҡ-туҙандың хатта ни икәнен дә белмәй. Һинең уларға кәрәккенәң юҡ, бушҡа күңелеңде ярһытма!
Әлдә корпоратив кисә үткәреүҙе үҙ иңемә алғанмын. Сценарий уйлау, ролдәр бүлеү, көлкөлө бейеүҙәр ҡуйыу, залды биҙәү эштәренә күмелеп, ҡайғымды онотоп торҙом. Байрам барыһына ла оҡшаны. Коллектив, ғөмүмән, башлыса ижади, креатив кешеләрҙән торғас, күңел асыуҙы ойоштороу әллә ни ҡыйын булманы. Бүләктәрҙе Рушанна үҙе генә әҙерләгән. Ҡулыма ҡалын ғына ҙур конверт тот-торғас, аңланым: минең тулы хоҡуҡлы компаньон икәнем хаҡында до-кументтар. Шәп сюрприз. Хәйер, бөтөнләй көтөлмәгән, тип булмай. Дөрөҫ эшләй Рушанна, киләсәген ҡайғырта. Салондың яртыһы минеке икән, тимәк, мин бер ҡайҙа ла китә алмайым. Киреһенсә, бизнестың киңәйеүенә, тотороҡлоғона бар көсөмдө һаласаҡмын. Эш ышаныслы кеше ҡулында булғас, Рушанна ла рәхәтләнеп бәпесен табып, ялда ята аласаҡ. Сөнки йөктө икебеҙ өсөн дә мин тарта торасаҡмын.
Байрамдан ҡайтҡас, йылға йомғаҡ яһап ултырҙым. Быйыл нимәгә өлгәштем, нимә тороп ҡалды? Ғөмүмән, бәхетле йыл булдымы, уңышһыҙмы? Был һорауҙы хәл итеү бик ҡатмарлы булып сыҡты. Йортһоҙ ҡалдым, балаҡайҙарым үҙемдән йыраҡ. Үҙем иһә тыуған төбәгемдән алыҫайҙым. Ә ҡасандыр унан башҡа ерҙә тормош юҡ һымаҡ ине. Һаман ишем юҡҡа ҡаңғырам. Кеше тупһаларына морон төрткән булдым. Ғүмерлек булмаһа ярар ине. Бына шулай.
Ә ыңғай яҡтары? Үҙем дә, балалар ҙа, әсәйем дә иҫән-һау. Ниһайәт, эш бәхетен дә татып ҡарарға насип булды. Ул ғынамы – ҙур ғына бизнес хужаһымын. Тыуған ерем кеүек ҡәҙерле булған баш ҡалала йәшәп ятҡан булам. Мөнөй әбейҙәр кеүек кешеләргә осрауым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҡәйнә яҡтарынан фатиха алдым, улдарымдың яҡындары ике тапҡыр күбәйҙе, ярҙам итә башланылар. Ғөмүмән, фатихалы йыл булды. Атай йортона ҡайтып киткән арала, мөнәсәбәттәрҙең элеккесә түгел, нисектер, байтаҡ йылыраҡ икәнен тоям. Әсәйем менән күберәк һөйләшә, серләшә башланыҡ, ул минең менән ғорурлана, буғай. Был хәл минең һуңғы ун йыл кисергән ғазаптарымдың барыһын да ҡапланы. Үткәндәргә рәнйемәй башланым. Үҙемде хаталарым өсөн ҡәһәрләүҙән туҡтаным. Ғөмүмән, тыуғаныма үкенмәй башлауымды йылдың иң төп ваҡиғаһы тип атарға кәрәктер. Миңниә инәйҙең Ҡөрьән мәжлесенә саҡырмауына ныҡ көйгәнемде иҫәпкә алмаһаң.
Утыҙ беренсе декабрҙә, “Яңы йылды үҙ-үҙем менән генә ҡаршыларға“ тигән ҡарарға килеп, барыһының да саҡырыуҙарын кире ҡаҡтым. Теләгәнде кейеп, үҙеңә оҡшаған ниғмәтте генә әҙерләп, яратҡан көйҙәреңде генә тыңлап, башҡалар түгел, үҙ ыңғайыңа ғына тороуҙан да яҡшыраҡ нимә булыр тиһең?
Пландарҙы телефон боҙҙо. Миңниә инәйем! Ул саҡырғас, барыһын да оноттом. Такси ҡиммәтлеге лә һыуындырманы, төнгә ҡарай сыҡ та кит.
 – Онотманым, ҡыҙым, онотманым. Балалар үпкәләнеләр ҙә киттеләр. Беҙ бар саҡта нишләп ете ят кешенән ярҙам һорайһың, тип ғәрләнгән булалар. Бөгөн оҙон көн буйы барыһын да тиерлек урап сыҡтым, кискә саҡ ҡайттым. Ҡал да ҡал, тиҙәр ине, юҡ, мәйтәм. Көн буйы һеҙҙең күңелде күрҙем, хәҙер үҙемдең күңелде күрәйем, тинем. Бына, бүләсәремде генә алып ҡайттым.
Ул һөйләнә-һөйләнә миңә фотоһүрәт һуҙа. Ҡараным да шаҡ ҡаттым. Принцесса кейемендә биш йәштәрҙәге ҡыҙ бала. Сәстәре һарыҡай бөҙрә. Йөҙө аҡ ҡына. Ә ҡаштары ҡыйылып торған ҡап-ҡара. Ә күҙҙәре… Ә ҡап-ҡара күҙҙәренә мөлдөрәмә һағыш тулған. Үҙе бигерәк һөйкөмлө, бигерәк бәләкәй! Йөрәгемде ниҙер телеп үткән кеүек булды. Шундай сабый ғынаға шул хәтле моңһоулыҡ, шул хәтле һағыш нисек һыймаҡ кәрәк? Ҡыҫып-ҡыҫып яратҡым, наҙҙарым менән бөтә ҡайғыларын иретеп таратҡым килде шул баланың!
– Исеме Әйшә, – тип яуапланы әбейем һорауыма. Тетрәнеп киттем. Был нимә, тағы бер билдәме? Үҙемдең Аллаһ ҡаршыһындағы исемем Миңлеғәйшә бит. Әйшә – Миңлеғәйшә… Ҡыҙҙарға исемде әсәһенә оҡшатып ҡушыу бар инде. Яйлап һүҙҙе Мөнөй әбейгә борам. Миңниә инәй башын сайҡап, уйланып тора.
 – Төшөмә өләсәйем керҙе. Төҫөн дә онотоп бөткәйнем инде, бер кергәне юҡ ине. Анауы аҡ торна апайыңдан хәбәр килтергән, тот шуны, ысҡындырма, – ти. Уянып киттем дә, хәйерлегә булһын, тип уйланып ятам. Бынауы ҡалала аҡ торна түгел, һоро торна ла юҡ, тим. Өләсәйем минән хәйер теләйҙер тип, мәсеткә киттем. Бәй, бер заман ҡараһам, артымдан ап-аҡ торна килеп керҙе. Өләсәйем ҡушҡас ни, барҙым да тоттом инде, – тип кеткелдәп көлә. Уға ҡушылып мин дә көләм. Ҡыҙыҡ инде был донъя. Берәүҙәр һине ғүмер буйы “торна муйын”, “торна бот” тип үсекләй, кәмһетә. Ә кем өсөндөр һин – изге ҡош, тотем, көтөлгән, көҫәлгән… Кеше – шул тиклем һуҡыр зат. Ул йыш ҡына үҙ-үҙенең ысын йөҙөн дә күрмәй-танымай.
Ә һин һуң, Тамара-Миңлеғәйшә, үҙ-үҙеңде таныйһыңмы? Үҙ-үҙеңә баһаны нимәгә ҡарап ҡуяһың? Был донъяла тотҡан урыныңа ҡарапмы, әллә алда өлгәшәсәк мөмкинлектәреңә, көсөңә ҡарапмы? Ниңә берәүҙәр һине әйләнгән һайын суҡырға, кәмһетергә, рәнйетергә генә тора, икенселәр тәү ҡараштан үҙ итә, баш әйләнерлек һүҙҙәр менән бүләкләй, йылыта, өмөт бағлай?..
Был – минең һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң бәхетле Яңы йылым. Ир тигәндәре, ауыр тупрағы еңел булһын, бөтә байрамдарҙан ваз кистереп бөткәйне инде. Көнө буйы арманһыҙ булып бешереп-төшөрөп әҙерләнәһең дә, бөтөн хеҙмәттәрең өсөн бүләк бер – лаяҡыл иҫереп, хәшәрәт ҡиәфәткә кергән хәләл ефет йәки иҫереп, “хәләл афәт“, кем әйтмешләй. Шәм яҡтыһында табын ҡороп, моңло көйгә талғын ғына парлап бейеп, сөкөрҙәшеп кенә байрам итке килмәгән тиһеңме ни минең дә? Бәхетеңә яҙмағас, киноларға ғына ҡарап булһа ла йыуанаһың.
Төнгө ҡала уттарын йылы, нурлы йортта хөрмәт иткән, яҡын күргән аҡыллы, сабыр, матур инәй менән серләшеп күҙәтеп ултырыуы ниндәй күңелле!
Үҙемдең тормошто ҡыҫҡаса ғына һөйләп ташланым. Искәндәрҙе ҡыҫ-тырманым. Уны кем тип аңлатайым? Мөхәббәтем типме? Мөхәббәт ул уртаҡ була. Ә Искәндәрҙең миңә ҡарата нимә тойғанын белмәнем һәм әле лә белмәйем. Яҙмышыммы? Улай икән, ниңә ул янымда түгел? Ҡәһәремме? Ә ниңә уның менән бергә булған мәлдәр хаҡында хәтирәләрҙе иң ҡәҙерле нәмәләй кеүек барлайым, һаҡлайым?..
– Зарлана торғандарҙан түгел, тип уйлағайным да мин һине. – Әбейемдең тауышында ҡәнәғәтлек ишетәм. – Һин, кем әйтмешләй, “халява” көтмәйһең тормоштан. Халява ул бушҡа килгән була. Бушҡа килгән, – тимәк, осһоҙло. Ә һиңә арзан нәмә кәрәкмәй, һин иң яҡшыһына лайыҡ. Ябай ғына алмазды иң затлы аҫылташҡа әйләндерер өсөн түҙемле, осҡор оҫта, оҙайлы хеҙмәт кәрәк. Ә һиңә оҫта кәрәкмәй – һин үҙеңде-үҙең шымартаһың, үҙеңде-үҙең камиллаштыраһың. Бер заман мең-мең нурҙар сәсеп ялтырап асылырға һиңә бер генә нәмә етмәй – лайыҡлы тирәс. Көмөш, алтын – барыһы ла арзан. Һиңә тик аҡ алтын ғына бара. Аҡ алтын – ул бик ҡиммәтле нәмә һәм бик ҡаты ла. Уны үҙең теләгәнсә бөгөргә ныҡ ҡайнар йөрәк кәрәк. Ҡайҙа бора, тип аптырайһыңдыр инде. Бәлки, апты-рамайһыңдыр ҙа, һиҙәһеңдер. Эйе, ейәнемде һөйләйем. Холҡо ауыр, тигәйнем инде. Ул үҙ-үҙенә, башҡаларға, хатта тормошҡа ла көс еткеһеҙ талаптар ҡуя. Ул буй етмәҫлек камиллыҡҡа ынтыла. Ынтылышының фәтеүәһе булмауын аңлауҙан һыҙлана. Ул һиңә күңелен тиҙ генә асмаясаҡ. Хатта яратҡан осраҡта ла, һине ете ҡат боҙло мәкегә сумырып, ете ҡат утҡа ташлап һынаясаҡ. Ул аяуһыҙ. Һинең ғазаптарың, кисерештәрең уға барыбер. Әммә уның һынауҙарын үтһәң, һинең һәр ғазап сиккән секундың йөҙләтә бәхет булып кире ҡайтасаҡ. Ул һине алтын тәхеттәргә күтәрәсәк, ел-ямғыр түгел, башҡаларҙың ҡырын күҙенән дә һаҡлаясаҡ. Кәрәк икән, хатта ғүмерен дә һинең аяҡ аҫтыңа ырғытасаҡ. Бына шундай кеше ул. Уның һынауҙарын үтеү миңә нимәгә кәрәк инде, тиһеңме… Яңғыҙ башың – тыныс ҡолағың. Улдарың бар, эш-шөғөлөң бар. Уныһы шулай, эйе, ауыртмаған башына кем үҙе теләп тимер таяҡ алғыһы килһен. Әммә был һынауҙарға һин күнәсәкһең һәм үтеп сығасаҡһың. Беҙ был турала икебеҙ ҙә беләбеҙ, шулай бит. Мин бит бая юҡҡа ғына ҡулыңа фото тотторманым. Ул баланы күреү менән төҫөң дә үҙгәреп китте бит һинең. Шул ҡыҙсыҡтың күҙендәге һағышты юҡ итер өсөн һин минең ейәнем һынауҙарын түгел, тамуҡ ғазаптарын да йырып сығасаҡһың. Һиндә көс бар. Рух көсө. Һинең әле бер нисә айҙа өлгәшкәндәрең, мөмкинлектәрең менән сағыштырғанда, бер ни ҙә тормай. Һиңә улар уйын ғына булды, шулай түгелме ни? Һине алда күпкә юғарыраҡ үрҙәр, ауырыраҡ йөктәр, олораҡ яуаплылыҡтар көтә.
Сәғәт ун икене һуҡты. Тышта бер-бер артлы фейерверктар аттыра баш-ланылар. Миңниә инәйҙең телефоны “шартлай” яҙҙы. Һәр балаһы ҡотлап шылтырата.
 – Әйттем инде, төн уртаһында шылтыратып йонсотмағыҙ, йоҡларға ятам, тип, юҡ, тыңламайҙар. – Әбейем балаларын ҡәнәғәт тауыш менән орошоп алды, һәр береһенә Аллаһы Тәғәләнең рәхиме төшөүен теләне. Мин үҙ уйҙарыма “баттым”. Бер аҙна элек Миңниә инәй ейәненә димләп ауыҙ асһа, бында башҡа аяҡ та баҫмаҫ инем. Ә әле… Ә әле тормошома өр-яңы мәғәнә өҫтәлергә тора. Күҙ алдыма ҡыҙҙарының ебәктәй сәстәрен төрлөсә үреп, наҙлыҡайҙарын яратып, иркәләп ултырған Рушанна килә. Матур әсәй, һөйкөмлө балалар, көнләшерлек татыулыҡ һәм аңлау… Уларға һоҡланып ултырғанда нимәлер йөрәгемде сәнсеп-сәнсеп ала ине. Ул “нимәлер” – һуңғы балам шәүләһе булғандыр. Иң үкенеслеһе. Ни тиһәң дә, иң беренсеһе төшкәндә, миндә әле әсәлек хистәре уянып та өлгөрмәгәйне, үҙем дә бала ғына инем. Ә быныһында бәпес танһыҡлауҙың ни икәнен яҡшы белә инем. Көтә инем. Һәм мә һиңә – минең иң күп өмөттәр менән көткән йән эйәһе үҙе менән ҡабат әсәй булырға мөмкинлектәремде лә алып китте.
Аллаһы Тәғәләнең рәхиме төшһөн бәләкәсемә. Нишләп һиңә, гонаһһыҙ фәрештәгә, рәнйеп ҡалғанмын икән? Әле ысҡындырҙы. Иҫләгәндә беренсе тапҡыр һыҙланыу тоймайым. Уйҙарым тағы Миңниә инәй тауышына өҙөлә.
– Өләсәйем бахыр әйткән булыр ине. Яҡуп пәйғәмбәребеҙҙең улы Ибне Әмин кеүек ҡыландым, балаларыма Көс, Мал, Төҫ, Сәм, Хис тип исем ҡушып, ҡабул иттем, тип. Көс тигәненең көсө күп тә, тик тормошта ауырлыҡ еңергә генә белә, еңеллек килгәндә нишләргә белмәй. Мал тигәне гел маллы-түлле булды, әммә мал кеүек әрпеш, таҙаны бысраҡтан айырмаҫ булды. Төҫ тигәнем аяуһыҙ һылыу, ҡарап туйғыһыҙ ҙа, ташҡурсаҡ кеүек йәнһеҙ. Сәм тигәнем тынғы белмәй донъя артынан ҡыуалай, арттағына ҡарап шөкөр итмәй. Хис тигәнем бигерәк кеше йәнле. Башҡаларҙың зарын тыңлап, донъя көтөүҙән артта ҡала.
Был тарихты тыңлап, өнһөҙ ҡалдым. Байтаҡ шым ултырғас ҡына, Миңниә инәйҙән һорай ҡуйҙым:
– Ә ниңә өләсәйегеҙ һәр балаһына бәхет кенә теләмәне икән?
– Һәр кеше лә балаға бәхет теләй. Тик бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Өләсәй ҙә һәр балаһы тыуғанда үҙенә бәхет өсөн нимә етмәй торған – шуны балаға һораған. Йәғни хәле етмәй, тормош ауырлығын күтәрә алмай йонсоғанда үҙенә ярҙамға Көс теләгән. Тапҡан-таянғаны тамаҡ аҫырарға етмәгәндә, булғанын ишәйтергә Мал һораған. Төҫкә матурҙарға йәшәүе еңелерәк икән, тип сибәрҙәргә көнләшкәндә, балаһына төҫ теләгән. Кешенән кәм булмаҫҡа серәшкән сағында, үҙенән-үҙе сәм тыуған. Башҡалар үҫеп, үҙ юлы менән киткәс, үҙенең әрнеүҙәрен, һағыштарын аңларға, сер бүлешергә Хис кәрәк булған. Миңлекәй апайым өсөн ғүмер буйы үртәлде өләсәйем. “Бөтә көсөм шунда киткән”, – тиер ине. Башҡаса кеше дауалау менән шөғөлләнмәне. Көсөм юҡ, тине лә ҡуйҙы. Ә күрәҙәлеге ҡалды. “Һәләтемде Миңлекәйгә ҡалдырыр инем, бәғере ҡаты булып сыҡты. Миңниәгә ҡалдырыр инем, йомшаҡ бәғерле, – тип ҡайғырҙы ла ултырҙы. Инде апайымдың бер ҡайтып күренеренә өмөт өҙгәс: Былай булғас, беҙ көтөп ала алманыҡ. Хоҙай Тәғәләнән Миңлекәйемә оҙон ғүмер теләнем. Оҙаҡ йәшәһә, аҡылына килер, әжәл алдында булһа ла хатаһын таныр, тинем. Шул саҡта һиңә хәбәр ебәрергә илсе табыр. Тере саҡта күрешә алмаһағыҙ, фатихам – Миңлекәйгә. Өлгөрмәһәгеҙ, бар рәхмәт – сәләм килтерәсәк балаға төшөр. Һин, Миңниә, уны яныңдан ебәрмәҫһең, ул нәҫелебеҙгә төҫ бирәсәк”, – тине.
 – Ә беҙ осрашмаған булһаҡ? Ярты йыл элек минең мәркәзгә килерем дә билдәһеҙ ине. Унда нимә булыр ине?
 – Тәҡдиргә яҙылғас, барыбер килер ине был көн. Әллә минең бөтә йәшлегем, көсөм ҡалған ауылымдан киткем килгән тиһеңме? Һәр ташына тирем тамған үҙем ҡорған нигеҙемдән айырылғым килгәнме? Тәүҙә ҡарыштым балаларға, китмәйем, ошонда үләм, тинем. Улар һаман ныҡышҡас, хафаға төштөм. Хоҙай Тәғәләнең әмере микән әллә был күсеү, тип икеләндем. Яҙмышымды яҙлыҡтырмайым тип, риза булдым. Бына бит, ҡылған доғаларым бушҡа китмәне. Апайымдың хәбәрен алдым. Өләсәйемдең дә рухы тынысланғандыр, шәт. Әгәр шун-да, тәки серәшеп, ауылымда ҡалһам, бығаса, бәлки, әхирәткә лә күскән булыр инем, ә бурысым, үтәлмәй, берәй балама йөк булып тороп ҡалыр ине. Ә йөк – ул сир. Тәҡдир ҡушҡанын үтәмәү һәр ваҡыт ауыр сиргә һабыштыра. Сирләгән сағымда гел Аллаһы Тәғәләнән хаҡ юл күрһәтеүен һораным һәм һәр ваҡыт терелдем. Әйшә ҡыҙымдың яҙмышын ышаныслы кешегә тапшырһам, башҡа ғүмер һорамам. Күп йәшәнем, матур йәшәнем, үкенерлек түгел. Балаларым, минән бигерәк, илгә хеҙмәт итте. Ейәндәрем дә ил яҙмышын үҙенекенән өҫтөн ҡуя. Ир кеше шулай булырға тейеш. Ә беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, ир яҙмышы тапшы-рылған. Эйе, иргә бәхет булырға тейеш беҙ. Ирҙәрҙең йүнлеһе самаһыҙ ғорур була. Мин дим-яр иткәне бигерәк тә. Быны нимәгә әйтәм: әгәр әле берәй үкенесең булһа, асыҡлап, хәл ҡылып ҡуй. Аҙаҡ, ейәнем “тырнағы“на эләккәс, башҡаны уйлап йөрөүеңде һиҙһә, ғәфү итмәҫ. Әйшә ҡыҙым һине үҙ итер, шикләнмәйем. Әммә атаһы, ҡыҙыма әсәй кәрәк, тип туҡтап ҡалмаҫ. Үҙенең һинең өсөн донъяла берәү генә түгел икәнен белеү менән, арағыҙҙы өҙәсәк. Иртәгә, тиһәм, бөгөн инде, төштөн һуң, улар икәүләп бында киләсәк. Шуға әйтәм: һүҙ әйтәһе кешең бар икән, әле шылтырат һәм аңлаш. Яңы йыл төнөндә нимә ҡыланһаң да, нимә һөйләһәң дә килешә ул, тартынма. Ҡояш ҡалҡҡанда яңы тормош башларлыҡ булһын!
Буйһондом. Кейендем дә төн уртаһында уттары балҡып торған ҡалаға сығып киттем. Бер нисә тапҡыр телефондан Искәндәрҙең номерын яттан йыйҙым. Әммә сигналға баҫырға йөрәк етмәне. Нимә тота мине? Ҡурҡыу. Мин ныҡ итеп ҡурҡам. Искәндәрҙәнме? Юҡ, унан түгел. Үҙем… үҙемдән ҡурҡам. Уның тауышын ишетеү менән, йөҙөн күреү менән һушһыҙ йығылырмын һымаҡ. Ун йылдан артыҡ ваҡыт буйына Искәндәргә ҡарата булған хисем, һыҙланыуым тәнемә, йөрәгемә, ҡан тамырҙарыма ҡушылып үҫкән бит инде. Уны нисек әрнеүһеҙ генә йолҡоп алырға? Ул бит инде – минең бер өлөшөм, итем… Ул бит тән-дәге шешек ҙурлыҡ ҡына нәмә түгел хәҙер, наркоз менәнме-юҡмы ҡырҡып ырғытырлыҡ. Ул – минең йөрәгем, бауырым, үпкәм… Иртәгәнән башлап Искәндәрҙе тормошомдан һыҙып ташлау… Ул бит минең үҙемде һыҙып ташлау менән бер иш була түгелме ни?! Ни эшләргә миңә, Хоҙайым?! Ни ҡылырға, Мөнөй әбейем?!
Тороп тор, Тамара. Һин хәҙер, бизнес кешеһе булараҡ, рациональ аҡыл менән уйлап ҡара, хискә бирелмәй генә. Киләсәк тормошҡа маҡсаттарҙы билдәләп, үткәндәргә йомғаҡ яһап ултырғаныңда ниндәй өлкәләрҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш тип билдәләгәйнең әле? Эйе, дөрөҫ: ғаилә ҡороу, ҡыҙ бала бағыу. Эш бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ, уны йырып сыға алаһың. Ә бына әле, йәш ҡатын сағыңда, теләгең һәм мөмкинлегең барында ғаилә усағын тоҡандырыу – фарыз ғәмәл. Яңғыҙ ҡалыу – ул тәбиғәтеңә һәм хатта дингә лә ҡаршы төшөү буласаҡ. Һин бер тапҡыр ҡурҡаҡлығың арҡаһында Искәндәрһеҙ ҡалған инең. Ә әле шул уҡ ҡурҡыу арҡаһында үҙ маҡсаттарыңдан баш тартырға уйлайһыңмы? Әгәр Искәндәр һиңә кәрәккәнде бирә алмай икән, ниңә уның үҙенән баш тартмаҫҡа? Ниңә маҡсатыңдан баш тартырға? Миңниә инәй “үткәндә үкенесең булһа” тине… Нимә ул минең үкенесем? Искәндәрме? Дөрөҫөн әйткәндә – юҡ. Ул мине ярата инеме шул ваҡыт, әллә уйнай инеме? Бына шуны асыҡламауым үкенес. Әгәр яратҡан булһа, “минең тәүге мөхәббәтем” тип хәтерләр инем һәм үкенес ҡалмаҫ ине. Әгәр уйнаған ғына булһа, “минең алданыуым” тип баһалар инем дә, шулай уҡ үкенес ҡалмаҫ ине. Үкенесте ниндәй хәтирәгә әйләндерергә? Был яуапты тик Искәндәр генә бирә ала. Тимәк, Миңниә инәйем тағы хаҡлы: мин ысынлап та шылтыратырға, асыҡларға тейеш. Таң атыуға мин “ниһайәт, Искәндәрҙе ғәфү итергә һәм үҙемдән ысҡындырырға” тейеш. Ун йылдан артыҡ ғазапланыуыма сик ҡуйырға тейешме мин, юҡмы?
Асыу менән телефон төймәһенә баҫам. Төнгө сәғәт бишенсе киткән. Ис-кәндәрҙең йоҡлаған булыуы ла мөмкин, телефонын да һүндереп ҡуя ала. Юҡ, һүндермәгән, гудок китте. Тимәк, аңлашыу – тәҡдиремә яҙылған. Теге оста Искәндәрҙең тауышын ишетәм. Ә телем аңҡауға йәбештереп ҡуйылғанмы ни, бер ни ҙә яуап бирә алмайым. Ул бер нисә тапҡыр “Кем был?” тине лә тымды. Тағы күпмелер ваҡыт үтте. Ныҡ итеп Искәндәрҙең трубканы һалыуынан ҡурҡам, ә үҙем уны туҡтатырға һүҙ әйтә алмай баҙап тик торам.
– Һин ҡайҙа? – Уның шулай тип һорағаны саҡ башыма барып етеп, тирә-яғыма ҡарайым. Уйланып байтаҡ ер киткәнмен икән. Яҡындағы бер бинанан ижекләп тигәндәй урамдың атамаһын, йорт һанын уҡып сығам.
 – Шунда ғына тор, ун минуттан барып етәм.
Ун минуттан? Ун минуттан Искәндәр бында буласаҡмы? Ҡасырға! Хет ҡайҙа булһа ла! Миңниә инәйгә кире йүгерергә! Күккә ашырға! Ер тишегенә кереп ятырға! Ҡайҙа булһа ла ҡасырға! Бөтә тәнем дер-дер ҡалтырай башланы. Ҡышҡы төн бит, тәбиғи. Тик беләм: ҡалтырауым өшөүҙән түгел, ҡурҡыштан. Нисек кисерергә был осрашыуҙы? Нисек һөйләшергә? Күрешеүҙе кисерә алһам, айырылышыуҙы кисерергә көсөм булырмы?
Яҡында ғына ҡара “БМВ” туҡтаны. Унан төшкән кеше, шәп-шәп атлап, миңә ҡаршы йүнәлде. Ҡасандан бирле ҡоторған кеүек дөпөлдәгән йөрәгем, ниһайәт, ситлегенән сығып ҡасырға булды, ахырыһы, – өҙөлөп төштө лә Искәндәрҙең аяҡ аҫтына тәгәрәне. Ана, хәҙер иҙгәнсе тапап китәсәк бит, иҙәсәк! Мин иҫтән яҙҙым...