0%

Артыҡбикә(әкиәт). Т.Даянова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Артыҡбикә (әкиәт)
автор Т.Даянова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Артыҡбикә


 Бынан күп кенә йылдар элек йәшәгән, ти, Дәүләтбай исемле бер крәҫтиән.
Үҙе «дәүләт», үҙе «бай» тигән исем йөрөтһә лә, бай булмаған ул. Бөтә байлығы — һигеҙ ҡыҙы, ти. Дәүләтбайҙың эсе бошҡан, йөрәге янған. Ҡыҙҙар үҫеп етер, туй яһап, ҡурсаҡтай кейендереп, бүләк биреп оҙата алмаҫ ул балаларын...
Арлы-бирле көн күреп ятҡанда, туғыҙынсы ҡыҙы ла донъяға килгән. Шул ғына етмәгәйне Дәүләтбайға!
Ҡыҙ тыуыуға бер кем дә һөйөнмәгән, бәпес туйы булмаған. Балаға Артыҡбикә тип исем биргәндәр. Ҡыҙыҡай шат, көләс йөҙлө сәләмәт бала булып үҫкән. Апалары уны һис тә яратмаған, сәңгелдәктә бәүетмәгән. Әсәһе
бесәнгә, ураҡҡа китһә, Артыҡбикәнең илап һыны ҡатҡан. Төҫкә лә йәмһеҙ генә, ти, етмәһә...
Шулай итеп, был ҡыҙ баланы тормош бәләкәйҙән үк ҡыйырһыта башлай.
Әсәй кеше генә ҡыҙын яратҡан, йәлләп үҙәге өҙөлгән.
Тәпәй баҫҡас, бала үҙ йүнен үҙе күреп уйнай башлай, һәр таш, һәр үлән уға уйынсыҡ була. Төҫкә йәмһеҙ икәнен дә төшөнмәй әле, яҡты көнгә һөйөнөүен генә белә.
Ә күршелә Артыҡбикә менән бер көндө тыуған Һөйөндөк исемле малай үҫә икән.
Ике бала татыу ғына уйнай, ярышып үҫә, ти. Һөйөндөк бик теремек, матур малай була.
Артыҡбикә, ата-әсәһенең ҡул араһына тиҙ инеп, өй эштәрен башҡара, ә ҡырға сыҡһа, унан уңған, унан етеҙ ҡыҙ булмай, ти. Апаларының йомош ҡушыуына ла асыуланмай, эшләүен генә белә.
Көҙ көнө Дәүләтбай баҙарға бесән һатырға барған, ти. Бөтә ҡыҙҙарына ла күлдәклек, ә Артыҡбикәгә бүләккә бик матур төймәле муйынса ала. Ҡыҙҙар бүләктәргә ҡыуана, ә ҡыҙыл төймәле муйынсаға бөтәһенең дә күҙе ҡыҙа. Һылыубикә тигән уртансы ҡыҙ төҫкә лә матурыраҡ, холҡо ла һауалыраҡ булған. Бына шул ҡыҙ көнсөллөктән нимә эшләргә лә белмәй, ти.
— Муйынсаны миңә бир, Артыҡ! Әллә нәмә тағып йөрөһәң дә матур булмаҫһың барыбер, шул мунса төнлөгө һымаҡ булып ҡалырһың инде,— ти.
Артыҡбикә илай-илай сығып йүгерә, һыу буйына барып ултыра. Талғын аҡҡан тәрән һыуҙа сағылған йөҙөнә күҙ һала. Эйе, ысынлап та, матур түгел икән үҙе: йөҙө мунса ташы кеүек ҡап-ҡара, ти.
Шул көндән башлап ҡыҙ кешеләр күҙенә күренмәҫкә ҡарар итә. Бөтә эштәрҙе лә төндә эшләй.
Ен-пәрейҙән дә ҡурҡмай. Төндәрен һыу ташый, бесән саба, утын яра. Яҙ еткәс, бөтә тирә-яҡты тултырып гөлдәр ултырта.
Күрше егет Һөйөндөк йөрәген яндыра ҡыҙҙың, ләкин ара ҡот осҡос йыраҡ шул. Һөйөндөк ауылда беренсе егет. Уның кеүек һылыу, булдыҡлы егет тирә-яҡта юҡ, ти.
Ҡыҙ бөтә ярһыуын эшкә һала. Егет баҫҡан эҙҙәргә гөл ултырта. Төндәр буйы ташып, һыу һибә. Гөлдәр гөрләп үҫә.
Бер көн, таң һарғайған мәлдә, ҡыҙ һыуҙан ҡайтып килгәндә, ат эсерергә килгән Һөйөндөк менән осраша. Уйламаған ерҙән осратҡас, егет Артыҡбикәне ен ҡыҙы тип уйлай.
— Тфү, тфү, бар кит, күҙемдән юғал,— тип әйткәнен һиҙмәй ҡала. Һуңынан балалыҡ
дуҫын танып:— Ә, һин икәнһең, Артыҡ, ен ҡыҙы тип торам,— ти.
Егеттең уйламай ғына әйткән һүҙе Артыҡбикәне ғазаптарға һала. Бер кемгә лә әйтмәй, үлергә ҡарар итә ул.
Төн еткәс, йоҡлап ятҡан әсәһе менән шым ғына хушлаша ла сығып китә.
Йәйге төн иҫ киткес матур, моңло була! Иҫәпһеҙ йондоҙҙар, яңы тыуған ураҡ ай нур һибә. Ҡыҙ ултыртҡан гөлдәр хуш еҫ тарата... Был гүзәл донъяны ташлап киткеһе килмәй ҡыҙҙың. Ни бары ун алтынсы йәш кенә шул Артыҡбикәгә! Ҡыҙ бала, үҙәге өҙөлөүгә түҙә алмай, үкһеп-үкһеп илай башлай:
— Ай, изгелекле, киң күңелле Айбикә,— тип үтенә ул.— Һин бөтәһенә нурыңды тигеҙ һибәһең. Был — йәмһеҙ, тегеһе — сибәр, тип тормайһың. Ал мине үҙеңә, Зөһрә ҡыҙҙы алғанһың бит!
Алыҫтан әкрен, һалмаҡ ҡына тауыш килә: — Артыҡбикә ҡыҙым, һине үҙемә алып бәхетле итә алмам шул. Бәхетең ерҙә һинең. Мин һиңә нурҙарымды бүлеп бирәм, сөнки һин быға лайыҡ, һин сибәр ҡыҙға әйләнерһең. Һинең саф күңелле, эшһөйәр ҡыҙ икәнеңде күптән күреп торам. Мә, ал нурымды, бәхетле бул.
Айҙан бер көлтә нур шәлкеме осоп килеп ҡыҙҙы солғап ала. Ҡыҙ аптырап торған арала йәнә үтә яғымлы, нәфис тауыш ишетелә.
— Артыҡбикә һылыу! Беҙ һин ултыртҡан, төнөн сәскә ата торған гөлдәр. Керпектәребеҙҙе төнөн асабыҙ ҙа хуш еҫ һибәбеҙ. Беҙ төҫкә үтә матур түгел, ләкин еҫ менән кешеләрҙе әсир итәбеҙ. Күптәр беҙҙе ултыртып та бармай, ә һин беҙгә йәшәү бирҙең. Шуның өсөн һиңә хуш еҫ бүләк итәбеҙ. Кил бында!
Ҡыҙ гөлдәр өҫтөнә эйелә, сәскәләрҙең хуш еҫе ҡыҙ күкрәгенә тула.
Ә иртә менән уянып киткән әсә, ҡыҙының һаман ҡайтмағанлығын абайлап, ҡурҡып китә. Үҙе лә аңғармаҫтан, аяҡтары уны шишмә буйына килтерә.
Һыу ситендәге таш өҫтөндә һылыуҙан- һылыу ҡыҙ ултыра, болот-сәстәре арҡаһын япҡан. Үҙенән ниндәйҙер серле нур бөркөлгән төҫлө. Был ҡыҙ Артыҡбикәгә лә оҡшаған һымаҡ, ти. Бына ҡыҙ гүзәл йөҙөн әсәһенә бора ла:
— Әсәй, әсәкәйем,-— тип ҡысҡырып, әсәһенә килеп һыйына.
Әсә ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫа ла:
— Балам, мин шулай килеп сығасағын күптән һиҙенә инем инде,—-ти.
Бәхетле ҡыҙ менән әсә өйҙәренә ҡайтып китә. Ә артабанғы ваҡиғалар тап әкиәттәгесә тамамлана инде.
Шулай бит ул, күңелең матур булһа, уны ҡасан да бер күрерҙәр һәм баһаларҙар.


1996 йыл