Алырмы? Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *


Аҡсаға торлаҡ алырһың, йортоң була алырмы?
Аҡсаға сәғәт алырһың, ваҡыт өҫтәй алырмы?
Затлы яҫтыҡтар алырһың, йоҡо бирә алырмы?
Затлы китаптар алырһың, аҡыл өҫтәй алырмы?
Аҡсаға табиб табырһың, һаулыҡ бирә алырмы?
Аҡсаға вазифа тапһаң, абруй бирә алырмы?
Алтын-көмөштәр алырһың - ғүмер өҫтәй алырмы?
Алтын һәйкәлдәр ҡуйырҙар - ожмах бирә алырмы?


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.