Алтын туй. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Алтын туй


Эй рәхәт ҡунаҡта,
Килгәнбеҙ күп яҡтан:
Апайым – Мәскәүҙән,
Ағайым – төнъяҡтан.
Өҫтәлдә - бауырһаҡ,
Аш, ҡоймаҡ һәм ҡаймаҡ.
Йыйылған табынға
Ауылдан бар аймаҡ.
Олатай, өләсәй
Алтын туй үткәрә.
Уларҙы маҡтайҙар
Өлгө тип күптәргә.
Алты ҡыҙ, дүрт малай
Үҫкәндәр был йортта.
Өләсәй усағы
Һәммәһен йылыта.
Ейәндәр, бүләләр,
Тыуалар хатта бар.
Һәммәһе эшлекле,
Һәммәһе – малтабар.
Бер ауыл булабыҙ
Йыйылһаҡ бөтәбеҙ.
Ҡунаҡҡа килегеҙ –
Һеҙҙе лә көтәбеҙ.


2012


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.