Jump to content

Алтын тамсы (әкиәт)

From Wikisource

Алтын тамсы


Әкиәттең башы бар, аҙағы бар, әммә ул ҡасан тыуған, ҡасан үләсәк, уныһын бер кем белмәй. Был әкиәт тә – бик боронғо. Уны олатайымдың атаһы Аҡъюл олатайға, ул оләсәйенә һөйләгән. Ә миңә атайымдың әсәһе Һылыуҡай оләсәй һөйләне.

Борон-борон, Уралда әле кеше аяҡ баҫмаған урмандар булған саҡта, Янһары тигән бер кеше булған, ти. Ул мал аҫырап, ете ерҙә йәйләп, биш ерҙә ҡышлап йөрөгән. Бик тырыш булған Янһары – көн тимәгән, төн тимәгән – эшләгән дә эшләгән. Шуға күрә ул бер нәмәгә интекмәй, етеш көн иткән, ҡайғы белмәгән.

Ниндәй ҡаты имән дә ҡорой, кеше лә үлә бит. Берҙән-бер көн Янһары үлгән дә киткән. Ялбыр исемле маҡтансыҡ бер малайы тороп ҡалған. Күп ашаған, күп йоҡлаған, ҡулына эш тотмаған был малай. Донъя үҙенә ҡалғас, Ялбыр иркенләп йәшәй башлай. Көн дә ҡунаҡ йыя был, ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр бының тирмәһенән өҙөлмәйҙәр. Барыһы дуҫ-иш, ауыҙ һыуҙары ҡороп, Ялбырҙы маҡтайҙар. Эй ҡуҡырая Ялбыр, эй ҡуҡырая. Маҡтап бер һүҙ әйткәнгә – бер ат, көй сығарғанға – ике ат тоттора ла ебәрә был. Бара торғас, бары бер аты, бер һыйыры ғына ҡалған малайҙың. Ә ул уйлап та бирмәй, һаман эшләмәй, ашай ҙа йоҡлай, ашай ҙа йоҡлай.

Атаһының дуҫы Малбай ҡарт, тәгәрмәстең ҡайҙа табан тәгәрәгәнен күреп, әйтеп ҡарай быға: «Ялбыр ҡустым, малыңды самалабыраҡ тот, ҡара уны, бөлөрһөң!..» Ә ул: «Эй, тинтәк, һин нимә беләһең! Яҙ һайын бейә ҡолонлай, һыйыр быҙаулап тора. Мал бөтһә, мал табылыр. Малдан дуҫ-иш ҡыйбат. Күрәһең бит, минең дуҫтарым ҡайһылай күп!» – ти, көлә генә.Ауыҙы салыш булһа ла, бай балаһы һөйләһен тигәндәй, уныҡы – дөрөҫ, үҙе – баш, үҙе – түш бит. сенәРЅ тына Малбай. Ҡыланһын әйҙә, алйоттоң да үҙ аҡылы бар, ауыҙы бешкәс, өрөп эсер әле... Күп тә үтмәй, Ялбыр шыпа бөлгән дә ҡуйған, мал да юҡ, дуҫ-иштәр ҙә юҡ. Терһәкте тешләр ине лә, инде һуң шул, буй етмәй.

Аптырағас был, кәңәш һорар өсөн, йөҙ туҡһан йәшлек Тарауыл ҡартты саҡырта. Килә ҡарт. «Тарауыл олатай,–ти уға Ялбыр,– әйт әле, донъяла бер ҙә бөтмәй торған ниндәй байлыҡ бар, мин шуны йыйыр инем». Ҡарт ни, оҙаҡ уйлап тормай, тота ла: «Донъяла бер ҙә бөтмәй торған байлыҡ – тир ул, – ти. – Тирҙең бер тамсыһы – бер алтын». Малай быға ышанмай: «Алдайһың, Тарауыл ҡарт!» – ти.

Тарауыл ҡарт:

— Мин алдашырға малай түгел. Ерҙә йөҙ туҡһан йыл торамын, дөрөҫлөктән юлым борманым. Белеклегә бер һүҙ ҙә күп, белекһеҙгә суҡмар ҙа сүп! – тип ҡайта ла китә.

Шунан һуң аҙмылыр-күпмелер ваҡыт үтә, аҡтыҡ атын да һуйып ашай Ялбыр. Дуҫтар күптән ҡасып бөткәндәр, бер әмәл юҡ, асыға башлай был. Аслыҡ бик үҙәгенә үткәс: «Туҡта әле, – ти Ялбыр, – бәлки, был алйот ҡарттың һүҙендә дөрөҫлөк барҙыр, тир йыйып ҡарайым әле...» Шунан ул, ҡат-ҡат тун кейеп, сәй эсергә ултыра. Шыбырҙап тир аға бының битенән, ул һаман сәй эсә, ә үҙе, таҫтамал менән тирен һөртөп алып, сынаяҡ аҫтына һығып ултыра. Бер самауыр сәй эсеп бөткәнсе, ике сынаяҡ тир һығып йыя Ялбыр. Бына ул тир бөртөктәренең алтынға әйләнеүҙәрен көтә башлай. Көн буйы ҡарай, ятыр алдынан тағы ҡарай, юҡ, тир һаман, һыу кеүек, үҙгәрмәй тик тора ла тора. Аптырағас, малай, бармағын тиргә манып, тәмен татып ҡарай – әсе! «Их, алйот ҡарт, алдаған!» – ти ҙә сынаяҡты тире-ние менән сатнатҡансы ергә атып бәрә.

Аслыҡ атай түгел – башынан һыйпамай, ә туғыҙға бөгә Ялбырҙы. Ул, бик аптырағас, берәй төрлө аҙыҡ тапмаммы тип, урманға сығып китә. Эй йөрөй, эй йөрөй был ҡыҙырынып, әммә бер нәмә лә тапмай. Хәлдән яҙып, бер ағасҡа һөйәлеп туҡталһа, ҡайҙалыр балта туҡылдаған тауыш ишетелә уға. Яҡында кеше барлығын белгәс, эсенә йылы кереп китә егеттең, шул тауыш килгән яҡҡа табан ыңғайлап атлай башлай. Барып етһә, ни күҙе менән күрһен, йөҙ туҡһан йәшлек Тарауыл ҡарт, тирләп-бешеп, урман ҡырҡып йөрөй. «Эй олатай, олатай,– ти уға Ялбыр,– алдағанһың мине, күпме тир йыйып ҡараным, бер тамсыһы ла алтынға әйләнмәне».

– Нишләттең һуң ул тирҙе? – тип һорай унан ҡарт.

– Сынаяғы менән атып бәрҙем, түктем!– ти Ялбыр.

– Их иҫәр, иҫәр!–ти Тарауыл ҡарт, көлөп.– Тирҙе гамсылап-тамсылап түгәләр уны, шунан ғына алтынға әйләнә ул. Мә, тот балтаны, ҡырҡып йыҡ ошо тирәкте.

Ялбыр, аҡтыҡ көсөн йыйып, тирәкте ҡырҡырға тотона. Маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тирҙәре тама бының. Тирен еңе менән һыпыра ла балтаһына тотона был. Тырыша торғас, тирәкте ҡырҡып йыға ла ҡарт эргәһенә килеп ултыра егет. «Мә,– ти уға Тарауыл ҡарт, ҡуйынынан ҡатҡан икмәк киҫәге сығарып,– тамағыңды ялға». Ялбыр тирле ҡулы менән икмәкте ашап бөтә.

– Тәмле булдымы? – тип һорай ҡарт.

– Бик тәмле!

– Ә һуң тир тәмлеме?

– Юҡ, әсе.

– Их иҫәр!– ти Тарауыл. – Икмәгеңә лә тир тейҙе бит, бер ҙә әсе булманы. Бына мин бөтә ғүмеремә шулай, һинең атайың Янһары һымаҡ, тир түгеп ашайым. шуға күрә икмәгем гел тәмле була минең. Алтын тамсы ана шул инде!