0%

Алма ла ашайбыҙ хәҙер... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Алма ла ашайбыҙ хәҙер... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 28.04.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


“ Алма ла ашамайбыҙ,
                      Хөрмә лә ашамайбыҙ,
                      Баш китерлек эш булһа ла
                      Беҙ туған ташламайбыҙ”.
                                                  (Йырҙан).

Алма ла ашайбыҙ хәҙер,
Хөрмәне лә ашайбыҙ,
Сит-яттарҙы яҡын итеп
Туғанды ла ташлайбыҙ.

Ғәйеп була ике башлы –
Тәртәлә лә, атта ла,
Туғаныңа кисермәҫлек
Юҡтыр ғәйеп-хата ла.

Олоғайған һайын аҡыл
Әллә кирегә китә?
Йәш ваҡыттар бергә үтте –
Ҡартлыҡ айырым үтә.

Үҙ туҡһаны ғына туҡһан,
Хаҡлыбыҙ һәр беребеҙ,
Эстән генә һағынышып
Үтерме ғүмеребеҙ?

Баш китерлек эш булһа ла
Инек туған ташламай, -
Аҡыл ултырмаҫтыр инде
Баштар китә башламай…