Алма баҡсаһы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Алма баҡсаһы



Әй соҡорҙар ҡаҙған бер әҙәмдәр
Мин төшөрҙө көтөп, сат һайын
Теләмәйем, төшһөн үҙҙәре, тип,
Этлек уйлап, башты ватмайым.
Еңеләйткән улар күпме эште,
Түгел миңә арып ҡаҙырға!
Соҡор һайын алма сәсеп сыҡтым
Үткән берәү өҙөп алырға.
Әй рәхмәттәр яуһын хаслыларға,
Алмағаслыҡ инде тирә-йүн,
Уларға ла өлөш сығарырға
Арба-арба алма тейәйем,
Көс һалғанға хаҡын түләйем.


2013


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.