0%

Алдаҡсы йондоҙҙар(хикәйә). Фәрит Иҫәнғолов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Алдаҡсы йондоҙҙар ( хикәйә )
автор Фәрит Иҫәнғолов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Алдаҡсы йондоҙҙар


 Ҡояш болот аҫтына инде. Яй ғына ҡар яуа башланы.
Хәлимә, ҡыуанып: ,
— Хәлим, ҡара әле, күктән йондоҙҙар төшә. Бына — бейәләйемдә! — тине.
Хәлим ҡараны. Ысынлап та, күҙгә саҡ ҡына күренерлек аҡ йондоҙҙар бар ине.
— Йондоҙҙарҙы әсәйемә индереп күрһәтәйем әле! — тип Хәлимә өйгә йүгереп инеп китте.
— Әсәй, бына йондоҙ тоттом, — тип ҡысҡырҙы, ишектән ингәс тә.
— Ниндәй йондоҙ ул?
— Бына!
Хәлимә аптырап китте. Ҡараһа, бейәләй һыртындағы йондоҙҙар юҡ.
— Әсәйемә барыбер индереп күрһәтермен. Хәлим, ишекте ас. Мин тиҙ генә инермен. Ҡасырға өлгөрә алмаһындар.
Улар тағы өйгә инделәр. Тик барыбер йондоҙҙар күҙ асып йомған арала юғалалар ҙа ҡуялар.

 


1988 йыл