Jump to content

Ай донъя!.. М.Аҡмулла

From Wikisource
Ай донъя!..
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Ай донъя!..


Ҡаҙаҡты һайлау тигән електәрҙе,
Бер бәлә ил эсенә килеп керҙе:
Фытырға мыҫҡал хәйер бирмәй торған
Байҙарҙы таштан ҡаты иреттерҙе.
Бирмәһә хоҙа насип, баһаң китер,
Шул саҡта дуҫың булһа, дошман итер.
Йәштә ҡылған яҡшылыҡ зарар итһә,
Бойҙай иккән ереңә баһа бөтөр.
Ай, донъя! Ҡыуҙым һине ун йәшемдән,
Яраным шул ваҡыттан юлдашыңа.
Мәхрүм ташлап китәрең белмәгәнмен,
Юламай китмәҫ инем моңдашыңа.
Бер көндә донъя ҡыуҙыҡ, аттай тартып,
Был көндә тәүбә ҡылдыҡ, хаҡтан ҡурҡып,
Егетлек тәрбиәһен үткәрҙек беҙ,
Кейектәй урмандағы юртып-юртып.
Бер үлем мосолманға — ҙурлыҡ ҡылһа,
Тиңлек бар мосолманға — хурлыҡ ҡылһа.
Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла
Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа.
Аҡмулла күпте күреп һырғалаған,
Һәр ерҙә наҙандарҙы ҡуҙғалаған.
Һәр кемдең хәл ҡәҙәре бер аңы бар,
Бесәй ҙә, сысҡан күрһә, юрғалаған.
Арғы атам Хәнәфиә, Хорасанлыҡ,
Сулаҡлыҡты туралыҡтан күреп ҡалдыҡ.
Барыһы ғалимдәрҙең күсеп китте,
Наҙандар йүн белмәгән бында ҡалдыҡ.