Айыуҙан һис ҡурҡмайым. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Айыуҙан һис ҡурҡмайым



Айыуҙан һис ҡурҡмайым ул,
Янында торам ғына,
Балаларға теймә тиеп
Ҡолағын борам ғына.
Өҫтөнә менеп атландым,
Ултыра һис ҡымшанмай,
Йоҙроҡ менән төрткәндә лә
Бер яҡҡа ла тайшанмай.
Бөгөн мин шундай батырмын,
Бөгөн мин шундай ҡыйыу,
Түҙә инде, ҡайҙа барһын
Ағастан юнған айыу!


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.