0%

Айырма. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Айырма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.01.2014.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың
Холҡонда ни айырма?
(Әлбиттә, бар ҙур айырма,
Нисек кенә ҡайырма!)

Ир-ат менән аңлашыла:
Ағы-аҡ, ҡара – ҡара,
Улар бер һайлаған юлдан
Туп-тура алға бара.

Ҡатын-ҡыҙға ҡара төҫтөң
Тиҫтәләрсә төрө бар,
Маҡсатына етеү бурыс –
Булһын әйҙә һуҡмаҡ тар!

Ҡатын-ҡыҙҙың был донъяға
Талаптары юғары,
Шуға күбеһенә таныш
Яңғыҙлыҡтың аһ-зары.

Ир-егеттәр күпкә ябай
Көслө булғанға күрә,
Еңелерәк хаталана,
Еңелерәк кисерә…

Төймә ҙурлыҡ мәсьәләнән
Дөйә яһай ҡатын-ҡыҙ.
Ир-ат ҡатмарлы эште лә
Башҡарып ҡуя өнһөҙ.

Ир-егеткә эш булһын да,
Булһын ризыҡ ниғмәтле,
Янында һөйгәне булһа,
Тулыһынса бәхетле!

Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ
Мәшәҡәте ҡатындың:
Бөтәһен дә ул ҡайғырта,
Шунһыҙ нисек йән тынһын?

Хоҙай үҙе белеп беҙҙе
Төрлө итеп яратҡан:
Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы –
Бер-береһенә йән атҡан.

Бергә тормоштоң арбаһын
Ир-ҡатын еңел тартыр,
Аҡлы-ҡаралы донъялар
Йәйғор төҫөндә балҡыр…