Азат рухлы Азат
Ҡала башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы бара. Башҡарма комитет рәйесе Азат Үтәкәев һуңғы йылда эшләнгәндәр, киләсәккә пландар тураһында телмәр тотто. Сығып һөйләүселәр йәмәғәт ойошмаһының, уның етәкселегенең төрлө яҡлы эшмәкәрлеген тағы ла тулыландырҙы, тәнҡитләүселәр ҙә булды. Алдағы осорға ҡоролтайға етәксе һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, был вазифаға бер тауыштан тағы ла Азат Нәзир улын тәҡдим иттеләр.
Үҙенең төп һөнәре менән бер рәттән ике тиҫтә йылға яҡын йәмәғәт эшмәкәрлегенә байтаҡ көсөн биргән кешегә ошондай ышаныс күрһәтеүҙән дә юғарыраҡ баһаның булыуы мөмкинме һуң?! Юҡтыр. Әүҙем йәмәғәтсе был эш менән маҡтау-данға күмелеү өсөн һәм ниндәйҙер файҙа йә табыш алыр өсөн шөғөлләнмәй. Ул башҡаса булдыра алмай. Алтынсы тиҫтәһен тултырған Азат Нәзир улы үҙенең эшендә лә танылған белгес — 2002 йылдан Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Маҡтаулы исемде лә юҡҡа ғына бирмәйҙәр. Һөнәрҙәштәре араһында ихтирамлы, Нефтекамала ғына түгел, күрше райондарҙа ла халыҡ уны тик маҡтап телгә ала. Хеҙмәт ветераны Зилара апай Ғарипова бер нисә йыл элек ҡала гәзитендә табип Үтәкәевте «үҙ эшенең ысын оҫтаһы» тип юҡҡа ғына атамағандыр.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан ихтирамлы кешеләр Камилә менән Нәзир Үтәкәевтәрҙең төпсөк балалары Азаттың үҫмер сағы һәм мәктәп йылдары тиҫтерҙәренекенән айырылмай. Ауылдағы барыһы кеүек, эшкә өйрәнеп буй еткерә, йорт-ҡура тирәһендәге бөтә эштә ата-әсәһенә ярҙамсы була.
Кеше бала һәм үҫмер сағында хислерәк була, тиҙәр. Шул ваҡытта күргән-кисергәндәр күңелдә ныҡлы урын алып ҡына ҡалмай, артабанғы тормошҡа ла йүнәлеш бирә.
— Беҙҙең Ташбулатта элек-электән участка дауаханаһы булды. Әсәйемдең әхирәте шунда эшләне, уның янына барып йөрөй инем. Ә баш табиптың малайҙары менән ныҡлап дуҫлашып алғас, күп ваҡыт дауаханала үтте. Табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер булыуын күреп йөрөнөм, — тип хәтерләй ул. — Аҡ халатлыларҙың эше, хатта үҙҙәре лә нисектер серле булып тойола ине. Шуға ла мәктәпте тамамлауға «табип булам» тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Ҡайһы бер йәштәштәре араһында үҙ яҡтарында оло хөрмәттә булған таусы һәм тимерсе шөғөлдәрен дә, ата-әсәһе эшләгән элемтә тармағын да үҙ итмәй Азат. Маҡсатына тоғро ҡалып, 1976 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлап, терапевт һөнәрен ала. Уҡыу йылдарында ғүмерлек тормош юлдашын — шулай уҡ буласаҡ табип Нәфисә Хәй ҡыҙын — осрата. Татыу, берҙәм ғаилә ҡороп, Үтәкәевтәр ике ул үҫтерә, бөгөн өс ейәне шатландыра үҙҙәрен.
— Ҙур үҫешкә яңы аяҡ баҫҡан Нефтекамаға юллама менән эшкә килеү яҙмыш бүләге булғандыр, — тип хәтерләүен дауам итә олпат уҙаман. — Быйыл 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ҡала удар комсомол төҙөлөштәре менән республикала ғына түгел, бөтә илдә билдәлелек яулағайны. Автомобиль заводы, яһалма күн етештереү берекмәһе, Ҡарман ГРЭС-ы кеүек предприятиелар күҙ алдымда гөрләп эш башланы. Бөгөн иһә ҡаланы танырлыҡ түгел.
Йәш белгес тәүге көндәрҙән дәртләнеп эшкә сума. Үҙәк дауаханала терапевт, туғыҙ йыл Нефтекама автозаводында цех табибы була. 1-се поликлиниканың баш табибы дәрәжәһендә уның бинаһын төҙөп бөтөрөп, тейешле ҡоролма һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә төп бурысты башҡара. Азат Нәзир улы өс йыл баш табип урынбаҫары булып эшләп ала, ә һуңынан ике тиҫтә йылдан ашыу икенсе поликлиниканы етәкләй. Бында ла һынатмай етерлек тәжрибә туплап өлгөргән һәм ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгән белгес. Уңышлы хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһаны — республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы исемен — шул осорҙа ала. Халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендә яуаплы бурыстарҙы бөгөн дә, һәр ваҡыттағыса, ең һыҙғанып башҡарыуын дауам итә ул.
Уңғандың бар эше лә уңа тигәндәй, Азат Үтәкәев — ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе лә. “Халҡым”, “милләтем” тип янып йөрөгән йәмәғәтсе балалар баҡсаһында һәм мәктәптә туған телде уҡытыуҙы индереүҙән башлап, башҡорт гимназияһы менән филармония асыу кеүек оло ваҡиғаларҙың уртаһында торҙо. Йола буйынса йыл һайын үткәрелеп килгән башҡорт мәҙәниәте айлығы, ҡала көндәрендәге һәм күрше төбәк һабантуйҙарындағы махсус программалар, шәжәрә байрамдары, төрлө осрашыу һәм кисәләр — ҡоролтай етәкселегенең, уның әүҙем ағзаларының тырышлығы һөҙөмтәһе.
Буш ваҡытын арнаған шөғөлдәре тураһында әйтмәһәң, уның тураһында һөйләү тулы булмаҫ кеүек. Тәү ҡарашҡа әҙәбиәттән, шиғриәттән йыраҡ торған һөнәр вәкиленең китап уҡырға әүәҫлеге бер кемде лә аптыратмаҫ, моғайын. Ә инде уның Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын, Леонид Филатовтың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итеү менән мауығыуына, бәлки, ышанмаусылар ҙа табылыр. Үтәкәев нумизматика менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла яҡшы таныш. Йылдың иң бай һәм тирә-яҡтың төрлө матур төҫтәргә буялған мәлендә — сентябрҙә — тыуғанғамы, Азат Нәзир улы тәбиғәтте үҙ итә. Балыҡ тотоу тиһеңме, «тыныс һунар»ға сығыу булһынмы – ул нисек тә ваҡыт табырға тырыша. Ә инде хоккейға килгәндә, «Салауат Юлаев» командаһының уйындарын башлыса телевизорҙан ҡараһа ла, «Торос»тың үҙ боҙондағы алыштарының береһен дә ҡалдырмай.
Тормош юлынан шулай ныҡлы һәм ышаныслы аҙымдар менән атлап килә оҫта табип һәм әүҙем йәмәғәтсе, халҡыбыҙҙың ябай, шул уҡ ваҡытта олпат, күренекле бер вәкиле Азат Үтәкәев.
Ансар Нуретдинов.