Jump to content

Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы

From Wikisource
Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы
автор Эльза Мөхәмәҙиева
Ижад итеү ваҡыты: 2015. Нәшер ителгән: 2015. Сығанаҡ: Эльза Мөхәмәҙиева. Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы // «Башҡортостан» гәзите, 2018, 30 ноябрь, № 138


Урындағы башланғыстар

Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы

Бының өсөн үҙҙәре күп көс һала

Бөгөн барыһы ла лайыҡлы, уңайлы тормошта йәшәргә, балалар үҫтерергә тырыша. Был йәһәттән ҡала халҡы ғына түгел, ауылдыҡылар ҙа берҙәй әүҙемлек күрһәтә. Күңелендә ғәме, сәме булғандар үҙҙәренең мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай, ә ауылға ҡағылышлы дөйөм проблемалар уртаһында ҡайнап йәшәй. Уларға уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө дәүләт программалары ярҙамға килә.

Быйыл Белорет районының Абҙаҡ ауылы биләмәһе лә «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» республика программаһына ҡушылды. Тәүге тапҡыр булһа ла, ауылдаштар һынатманы һәм уртаҡ ҡарарға килеп, тағылмалары менән «МТЗ 82.1» тракторы һатып алыуға өлгәште. Техника бер миллион 700 мең һумға төштө. Уның 230 меңен ауыл халҡы үҙе, 270 меңен бағыусылар йыйһа, бер миллион һумы — республика, 200 мең һумы район бюджетынан бүленде.

Абҙаҡтар был мөһим ваҡиға­ны байрам ойоштороп билдәләп үтте. Ҡунаҡтарҙы тышта, төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән трактор янында ҡаршы алғас, барыһы ла клубҡа ағылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев ҡыҫҡаса дөйөм мәсьәләләр менән таныш­тырғас, тракторға аҡса йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаш­тарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм артабан да кәңәшләшеп, бергәләп эшләргә саҡырҙы.

Хакимиәт башлығы киләһе йылда ла дәүләт программаһында ҡатнашып, ауылда балалар майҙансығы эшләргә тәҡдим итте. Халыҡтан төрлө фекерҙәр ишетелде. Кемдер ауылда йәйәүлеләр һуҡмағы булды­райыҡ тиһә, икенсе берәүҙәр балаларҙың ғына түгел, оло­ларҙың да дөйөм ҡулланы­лыштағы әйберҙәргә һаҡсыл булмауын белдерҙе.

Балалар майҙансығы төҙөү өсөн кәмендә 800 мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Йыйылышҡа килгән халыҡ ҡиммәтерәк хаҡҡа яҡшыраҡ, сифатлыраҡ майҙан­сыҡ эшләргә тәҡдим итте. Ауылдаштарҙың был теләге бер тауыштан хупланып нығытылды һәм, эште оҙаҡҡа һуҙмай, шунда уҡ инициативалы төркөм тө­ҙөлдө. Хакимиәт ошо көндәрҙә ауылда бер миллион һумлыҡ балалар майҙансығы төҙөү буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләй баш­лая­саҡ.

Программа талаптарына ярашлы, ғәҙәттәгесә, сумманың бер өлөшөн халыҡ һәм бағыу­сылар йыйһа, икенсе өлөшө республика һәм район ҡаҙнаһынан бүленәсәк. Конкурсты уңышлы үтеп, ниәттәр тормошҡа ашһа, ауыл амбулаторияһы һәм хоккей майҙансығы янындағы участкала заманса балалар майҙансығы сафҡа индереләсәк. Был урын балалар майҙансығы төҙөү өсөн рәсмиләштерелгән дә инде.

Абҙаҡтарҙы тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр көтә: быйыл ауылда 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла төҙөлә башлаясаҡ. Кескәйҙәр учреж­дениеһы «Башҡортостан Респуб­ликаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһына ярашлы төҙөләсәк. 96 миллион һумға иҫәпләнгән төҙөлөштө бер йылда тамамлау планлаштырыла. Балалар өсөн шундай уңайлыҡтар булдырылғанда, йәштәр ҙә һынатмаҫ, демография мәсьәләһе лә ыңғай, ауыл киләсәге лә яҡты булыр тигән ышаныс арта.


Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА


Белорет районы