«Тәҙрә уйыусы»ларға «тар ярыҡтан» ҡараш, йәки Ябай башҡорт уҙаманының уйланыуҙары. Рөстәм Нурыев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

«Тәҙрә уйыусы»ларға «тар ярыҡтан» ҡараш, йәки Ябай башҡорт уҙаманының уйланыуҙары. (Мәҡәлә)
автор Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһы хакимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Ижад итеү ваҡыты: 2008. Нәшер ителгән: "Башҡортостан" гәзите, 5 февраль 2008 йыл, №22 (25072). Сығанаҡ: Рөстәм Нурыев яҙмалары. «Тәҙрә уйыусы»ларға «тар ярыҡтан» ҡараш, йәки Ябай башҡорт уҙаманының уйланыуҙары.



* * *



Тел ғалимы, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың «Ватандаш» журналында баҫылған «Тәҙрә уйыусы» исемле әҫәре күңелемдәге булған тыуған телем – башҡорт теле – тураһындағы уйланыуҙарымды яңынан ҡуҙғатып ебәрҙе. Яҙыусы әҫәрендә тәүге башҡорт алфавитын төҙөүсе, телсе-врач, күренекле дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтхан Ҡулаевтың тормош юлын һүрәтләй. Әҫәрҙең төп ораны итеп «Халыҡҡа яҙыу тәҡдим итеү – ул бит яңылыҡҡа, яҡтылыҡҡа күҙен асыу, тәҙрә уйыу» фекере ҡулланыла.

Башҡорт халҡының өйрәнелмәгән, күп кешегә билдәле булмаған тарих биттәре бихисап. Был йәһәттән «Тәҙрә уйыусы», әҙәби әҫәр булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө һәм киләсәк быуын эҙләнеүселәре өсөн йүнәлеш биреүсе сығанаҡ булараҡ иғтибарымды йәлеп итте. Мине лә башҡорт халҡы һәм башҡорт теле тураһындағы уйланыуҙар, бала саҡта аңыбыҙға һеңдерелгән тәғлимәттәрҙең ҡайһы берҙәре ысынбарлыҡҡа тап килмәүенә шикләнеүҙәр борсой.

XX быуат мәктәбендә Ҡарасай инҡилабы (Октябрь революцияһы) «ҡырағай» башҡорт халҡына үҙ әлифбәһен булдырырға мөмкинлек биргән, уны «наҙанлыҡтан» ҡотҡарған» тип уҡыттылар. Әммә, 1940 йылда индерелгән урыҫ һыҙмаһындағы (кирилица) әлифбәгә тиклем, латын һыҙмаһындағы (латиница) әлифбә булыуын, унан да алда Рәсәйҙең төрки телле халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар, ғәрәп һыҙмаһын (арабица) ҡулланыуҙары тураһында өндәшмәнеләр. Бөгөн дә бының тураһында белеүселәр һирәк, сөнки өсөнсе-дүртенсе быуын башҡорттар урыҫ һыҙмаһындағы әлифбә ҡулланып белем ала. Бер-бер артлы яңы әлифбә индереп тотош халыҡтарҙы яһалма рәүештә «наҙан» һәм «ҡырағай» яһағандар, унан һуң «наҙанлыҡтан» «ҡотҡарғандар» булып сыға түгелме? 1917 йылғы инҡилабҡа тиклем быҫтырылған сығанаҡтар менән танышҡас, шикләнеүҙәремдең урынлы булыуына төшөндөм.

Ерле хакимиәт (земство) идаралығы 1913 йылда Өфө вилайәтендәге (губерния) мосолман белем биреү усаҡтарын махсус рәүештә өйрәнгән. Был эштең һөҙөмтәһен, идаралыҡтың мәғәриф бүлегендә эшләгән, М.Обухов «Өфө вилайәте мәктәптәре» [Мектебе Уфимской губернии, Уфа, 1915] исемле әҫәрендә тасуирлай. Вилайәт биләмәһендә 1912-1913 уҡыу йылында 1579 мосолман (башҡорт һәм татар) мәктәбе булған, унда 90936 бала белем алған. Мәктәптәрҙән башҡа, өйҙә белем биреү усаҡтары 1045 урында теркәлгән. 285 мәктәптә (1579-ҙың 18,1 проценты) тик дини белем биреү, ә ҡалған мәктәптәрҙә (81,9 проценты), дини белем менән бер рәттән, төрлө фәндәр уҡытылыуы асыҡланған. Мосолман мәктәптәре хөкүмәт йәки ерле хакимиәт ҡаҙнаһынан аҡса алмауҙарын, тик урындағы халыҡ иҫәбенә генә көн күреүҙәрен М.Обухов айырым әйтеп үтә. Шул уҡ ваҡытта, ерле хакимиәт ойошторған башланғыс мәктәптәрҙәге уҡыусылар (1915 йылдың 1 ғинуарына – 101537 кеше) иҫәбенең 68,5% – урыҫ, 14,5% – башҡорт һәм татар, 17% – башҡа милләт вәкилдәре булыуын күрһәтеп, Обухов Рәсәй хөкүмәтенең милли сәйәсәтен тәңҡитләй, вилайәт етәкселеген урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға өндәй. Алдынғы ҡарашлы белгес был мәҡәләһе өсөн вилайәт хакиме (губернатор) Башилов тарафынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була. Мәсәләнең сәйәси яғын ситкә ҡуйып, ерле хакимиәттең башланғыс (14723 бала) һәм башҡорт, татар мәктәптәрендәге (90936 бала) мосолман уҡыусыларының дөйөм һанын (105659 бала) иғтибарға алып үтәйек.

XX быуат башында Санкт-Петербургтан килгән ғалим, сәйәхәтсе һәм яҙыусы М.Круковский ғилми эҙләнеүҙәр менән Көньяҡ Урал биләмәләрендә, башлыса тау һәм ялан башҡорттары йәшәгән ауылдарҙа, йөрөгән. Күргән-белгәндәрен, тәьҫораттарын «Көньяҡ Урал» китабында яҙып ҡалдырған. М.Круковский яҙырға һәм уҡырға белмәгән бер генә башҡортты ла осратмауын, бының сәбәбе бөтә ауылдарҙа дин әһелдәренең мөғәлимлек менән дә шөғөлләнеүҙәрендә икәнен асыҡ әйтә.

Тағы ла башҡорт яҙыусыларының, XIX быуат аҙағы – XX быуат башын сағылдырған әҫәрҙәренә иғтибар итәйек. Ниндәй генә әҫәрҙе алмайыҡ, шул иҫәптән «Тәҙрә уйыусы»ла ла бер үк күренеш: баллалар үҙ ауылдарында муллаларҙан «әлепте таяҡтан айырырға», йәки, ғилми төшөнсәләр менән әйткәндә, ғәрәп һыҙмаһын ҡулланып яҙырға һәм уҡырға өйрәнәләр.

Был сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр халҡыбыҙҙың белемгә ҡарата алдынғы ҡарашта булыуына, яҡтылыҡҡа ынтылыуҙарына һәм был ынтылышты үҙаллы хәл итә алыуҙарына төплө дәлил булып тора. Шулай итеп, башҡорт халыҡның тарихи, мәҙәни, ғилми үҙенсәлектәргә бай, милли үҙаңы юғары кимәлдә булыуына тағы бер тапҡыр инандым һәм ғорурландым. Үҙемде борсоған бер һорауға төплө яуап тапҡан һымаҡмын.

Әммә ни өсөн башҡорт халҡын, дөйөм алғанда төрки телле халыҡтарҙы, урыҫ һыҙмаһына (кирилицаға) күсереүҙәренә аңлайышлы һәм ҡәнәғәтләнерлек яуап таба алмайым әле. Моғайын шулай кәрәк булғандыр!? Урыҫ һыҙмаһында әлифбә индереү «оло ағайыбыҙ» туплаған ғилем үрҙәренә үрләргә, бөйөк Пушкин, Лермонтов һәм башҡа урыҫ яҙыусыларының әҫәрҙәрен еңел үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе. Был миҙалдың бер яғы, ә икенсе яғында нимә бар икән?...

...Яңыраҡ ҡулыма бик боронғо фоторәсем килеп юлыҡты. «Был рәсем һинең тыуған ауылыңда XX быуат башында төшөрөлгән, унда ата-бабаларың да бар. Нәҫелегеҙ уҡымышлы булған, ишан дәрәжәһендәге Сисәнбай бабайың Ҡазанда һәм Ҡәһирәлә табиплыҡҡа уҡып ҡайтҡан», – тип Марат ағай Ғафаров биргәйне. Был ваҡиғанан һуң Сисәнбай бабайымдың ҡайһы бер ҡуляҙмаларын да эҙләп таба алдым. Әммә, боронғоса яҙыу танымағас, рәсемдәгә исем-шәрифтәрҙе һәм ҡуляҙмаларҙы әлегә уҡый алмайым. Ауылда дини йолаларҙы атҡарып йөрөгән Әхәт бабайым ғәрәп һыҙмаһын өйрәтә башлағайны заманында, шулай ҙа «ишек ҡашындағы тал сыбығы» һымаҡ көслө дәлил етмәгән малай кешегә…

… Миҙалдың икенсе яғын ипләберәк ҡараһаҡ, борондан килгән үҙ мәҙәниәтебеҙҙән, үҙ әҙәбиәтебеҙҙән айырып алғандары ярылып ята. Бөгөнгө көндә ата-бабаларыбыҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы, көнсығыш илдәренең ғилем сығанаҡтарын өйрәнеүҙән мәхрүмбеҙ. Был мәҡәләлә Обухов, Круковскийҙы миҫалға алыубыҙ ҙа ошо мәхрүмлектән килә. Күпме бөйөк әҫәрҙәр уҡылмаған, күпме бөйөк яҙыусылыр онотолған, күпме тарих биттәре юйылған!? Хәҙер ябай ауыл малайҙарына Ҡәһирәлә уҡыу тәтемәй. Рәсәйҙәге уҡыу йорттарының ишектәре лә төрки телле халыҡтар өсөн киң итеп асылмаған. Бик ныҡ тырышҡандар ғына сират күперен үтә ала. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре был күренеште яҡты сағылдыра. Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, 15 йәштән өлкәнерәк 1000 кеше иҫәбәнә, урыҫтарҙа 194 кеше юғары белемле, татарҙарҙа – 127, сыуаштарҙа – 100, башҡорттарҙа – 95 кеше. Нисек кенә өгөтләһәләр ҙә, «башҡорттың уҡырға теләге юҡ» тигән фекергә ышанмайым.

Э-эх, һеҙ, көнбатышҡа «тәҙрә уйыусы»лар һәм «тәҙрә уйҙыртыусы»лар, ни өсөн Көнсығышҡа ҡараған «тәҙрә»не томаланығыҙ икән, ике «тәҙрә»ле өй эсе тағы ла яҡтыраҡ булыр ине. Моғайын, көнсығышҡа ҡарағаны «ҡарындыҡлы тәҙрә» түгел, ә «гәлсәр быялалы ҙур бүлмә ишегелер»!? «Ишектән» сығып китерҙәр тип ҡурҡтығыҙмы? Рәсәйҙең дәүләт тамғаһындағы сәмреғош бер башы менән Көнбайышҡа, икенсеһе менән Көнсығышҡа ҡарап тора. Әммә ләкин, Көнбайышта күргәндәрен беҙҙең аңыбыҙға нығыраҡ һеңдерергә тырыша, сөнки Көнсығышҡа ҡараған күҙҙәре насар күрә.

«Кем ғәйепле?» булыуын асыҡлауға тырышыу файҙаһыҙ. Ә бына «Нимә эшләргә?» икәнен кисектермәй хәл итергә кәрәк.
Беренсенән, Көнбайышҡа ҡараған «тәҙрә»нән «ел өрөүен» туҡтатырға, йәғни урынлы-урынһыҙ сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметергә. Башҡортса биш һүҙлек һөйләм дә төҙөй алмайбыҙ бит. Был йәһәттән, сит телдәрҙән ингән һүҙҙәргә башҡорт ялғауҙары ҡушып һүҙлектәр, әсбәптәр баҫтырған белгестәрҙе тәңҡитләмәй түҙә алмайым. «Сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр тәржемә ителмәй» – тигән ҡанунды оноторға ваҡыт! Халҡымды көсләп телһеҙ итәһегеҙ бит!

Икенсенән, «өй эсендә» лә ҡайһы бер яңы тәртиптәр урынлаштырыу хилаф булмаҫ. «Беҙ правительствоның милли политикаһын ныҡ поддерживать итәбеҙ», йәки «һамауыр тиклем һөгөлдөр үҫтерәбеҙ», тип һөйләшкәндәрҙән халыҡ көлә бит. Мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу йорттарында башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен, башҡорт мәҙәниәтен уҡытыуҙың сифатын күтәрергә, бының өсөн фән уҡытыусыларына өҫтәмә эш хаҡы түләргә. Татарстандағы һымаҡ.

Өсөнсөнән, Көнсығышҡа ҡараған «тәҙрә»не кире асырға. Юғары уҡыу йорттарында, мөмкин булһа мәктәптәрҙә лә, ғәрәп һыҙмаһы буйынса белгестәрҙе күпләп уҡытыуҙы ойошторорға. Боронға әлиф белгән белгестәрҙе, әле юғалмаған ҡомартҡыларҙы өйрәнеү һәм башҡаларға еткереү маҡсатынан, фәнни эҙләнеүҙәргә йәлеп итергә. Белгестәрҙе махсус дәртләндереү тәжрибәһен киң ҡулланырға.

Дүртенсенән, башҡорт зыялыларына, алда әйтелгән тәҡдимдәр үтәлер әле, тип көтөп ятмаҫҡа. Милләтебеҙ өсөн эшләнәһе эштәр, беҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй. Башҡорт халҡының йәшәйешкә, ғилемгә булған ҡарашын, үҙаңын артабан камилаштырыуҙы бойомға ашырырға кәрәк. Алтын Урҙа заманында беҙҙең менән күрше йәшәгән болғарҙар, хазарҙар, ғуздар тарих саңына әйләнеп юҡҡа сыҡҡан ваҡытта, башҡорттарҙың халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалырлыҡ көслө ихтиярлы булыуын хәтерҙән сығармайыҡ.

Һүҙемде Рауил Бикбаевтың «Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!» исемле шиғырынан өҙөк менән тамамлайым:

Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу,
Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу,
Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу,
Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!


2008