— Ҡара әле, Гөлфиә апай, ҡурсағым йоҡоһонан уянған, — тине Гөлшат, китап ҡарап ултырған еренән тороп.
— Минеке лә уянған.
— Бәпестәребеҙҙе һөйөп, иркәләп алайыҡ әле улайһа.
— Мин нисек яратырға беләм. Өләсәйем ошолай тип өйрәткәйне, — тине лә Гөлфиә һамаҡлап та ебәрҙе:
Һәтес-һәтес-һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә,
Кем ҡарамаҫ, кем һоҡланмаҫ
Бының кеүек йәтешкә!
һоп-һоп, һоп итер,
Тәгәрәп үҫеп китер!
— Мин дә ҡурсағымды иркәләй беләм, — тине Гөлшат. — Бына ошолай тип:
Ҡыҙым, ҡыҙым — ҡыҙ кеше:
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.
Йөҙ кешенең араһынан
Алып китер бер кеше.
Тьфү-тьфү, остоҡ,
Кипкән сөрөк бер тоҡ!
Ҡыҙҙар һамаҡтар әйтеште, йырлашты.
Үҙҙәренә лә күңелле ине.