"Һәнәк" йылмайыуҙары

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

"Һәнәк" йылмайыуҙары (сатирик шиғыр )
автор Мар. Сәлим
.Нәшер ителгән: 2008 18 декабрь. Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите


«Һәнәк» йылмайыуҙары


Вилы.JPG

 Һәр саҡ һеҙгә көлә-көлә
Килә «Һәнәк» дуҫығыҙ.
Уның менән күрешергә
Ҡысып торһон усығыҙ.

«Һәнәк»те асып ҡараһаң,
Мөмкин түгел көлмәҫкә.
Көлөп үткән ғүмерҙәрҙең
Ник ҡәҙерен белмәҫкә!

Әйҙәгеҙ, бергә көләйек –
Ябылмаһын ауыҙҙар.
Көлгән кешене яратмай
Тик ямандар, яуыздар.

«Һәнәк»те лә бөтәһе лә
Һөйөп тормай арҡанан.
Күреү менән ҡурҡып ҡаса
Фәхишә, бур, наркоман.

Сатирикты күрә алмай:
Шешә төбөн ялаусы,
Тыштан ялтыраҡ ялағай,
Аҫтан киҫеп ямаусы.

Тура әйткәнде оҡшатмай
Түмәрләнгән түрәләр.
Ундайҙар тәнҡитте түгел,
Маҡтауҙы хуп күрәләр.

Ә бит «Һәнәк» – көслө ҡорал,
Ғәҙеллеккә терәк тә.
Көлдөрә лә, көйҙөрә лә –
Беҙгә шулай кәрәк тә!

Тормошобоҙға йәм бирә
Фәҡәт көлкө туйҙары.
Күңелебеҙҙе йылыта
«Һәнәк» йылмайыуҙары.

Көлөп кенә алып бара
Ул яҡты киләсәккә.
Тормоштан артта ҡалмағыҙ,
Яҙылмайынса «Һәнәк»кә!

Ат хаҡы түгел – тора ул
Туҡһан туғыҙ һум ғына,
Көлөп кенә йәшәрһегеҙ
Хет ярты йыл буйына!


2008 йыл