"Ҡунаҡ" ҡуян(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

"Ҡунаҡ" ҡуян ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


"Ҡунаҡ" ҡуян


 
 1
Бер нисә көн инде Ғәзиздең әсәһе Зәкиә апай дауаханала ята. Ҡапыл ғына ауырыны ла китте. Ул өйҙә булмағас, бигерәк күңелһеҙ. Тиҙерәк һауығып ҡына ҡайтһын. Ғәзиз әсәһенең әйткәндәрен гел генә тыңлар ине.
Көн һайын дауаханаға барып, Ғәзиздең атаһы уның хәлен белеп тора, күстәнәстәр ташый.
Ишбулды ағай ял көндө улын да әсәһе эргәһенә алып барырға вәғәҙә итте.
Ашҡынып көттө Ғәзиз был көндө. Әсәһе бысраҡ йөрөйһөң тип көйөнмәһен өсөн йыуылған күлдәген кейҙе, курткаһының төшкән төймәһен таҡты. Бүләк тә әҙерләне. Тик был хаҡта бер кемгә лә әйтмәне.
Атаһы менән улар автобуста ҡаланың ситенә елдерҙеләр. Бигерәк тә алыҫ икән был дауахана тигәндәре. Автобус тәҙрәһенән шау-гөр килгән урамды күҙәтеп ултырып, Ғәзиздең күҙе талды. Әллә ҡайҙа елдергән машиналар ҙа, бейек-бейек өйҙәр ҙә, урам тулы кешеләр ҙә уға ҡыҙыҡ түгел ине. Әсәһе эргәһенә ҡасан ғына барып етерҙәр икән?
Автобустан төшкәс, ҡала ситендәге аҡлан буйлап йәйәү атланылар. Ғәзиз әсәһенә тип яңы ҡалҡҡан бәпембә сәскәләрен йыйҙы.
Әсәһе осрашыу бүлмәһендә улын ҡосаҡлап Һөйҙө. Ғәзиздең бәпембә сәскәләрен күргәс, ҡыуанысынан йылмайып ебәрҙе:
— Хәҙер һыуға ултыртып ҡуйырмын. Яҙҙың тәүге сәскәләре ҡалай матур. Йәһәтерәк сәләмәтләнһәм, бергә урманға барып, ағастарҙың япраҡ ярғанын ҡарар инек.
Әсәһенең бәпембәне күреп ҡыуаныуына Ғәзиз бик һөйөндө. Бүләгемде бирергә онотоп ҡуймайым тип, куртка кеҫәһенән тәтәй — бәләкәс кенә аҡ Ҡуян сығарып, әсәһенә һондо.
— Рәхмәт, улым, рәхмәт, һине һағынғанда, ошо матур Ҡуянға күҙҙәрем талғансы ҡарармын...
Зәкиә апай усма гөлләмәне, стаканға ултыртып, тумбочкаға Ҡуян эргәһенә ҡуйҙы. Карауатында ятҡанда, ул тәтәйҙән күҙен ала алманы. Усҡа һыймалы ғына ап-аҡ Ҡуян. Ҡара күҙҙәре түп-түңәрәк. Оҙон ҡолаҡтары ирмәк кенә.
Зәкиә апай күҙҙәрен йомоп ята-ята ла тәтәйгә ҡарап йылмайып ҡуя. Хатта үҙен һауыҡҡандай итеп тоя. Уның Ғәзизе ниндәй иғтибарлы!
2
Зәкиә апай төнөн кемдеңдер шыңшып илағанына уянып китте.
— Э-э-э-э, дуҫтарымды һағындым.
Зәкиә апай һағайып ҡуйҙы: Ҡуян илай ҙа баһа!
Бәпембәләр, быш-быш килеп, тәтәйҙе йыуата:
— Илама, йүләркәй. Бына беҙ ошо стаканда ултырыуыбыҙға шатланабыҙ ғына. Ни өсөн
тигәндә, ауырыу Зәкиә апайҙың, беҙҙе күргәс, күңеле күтәрелде.
Ҡуян уның һайын һыҡтаны:
— Мин тик ултырып өйрәнмәгәнмен шул. Тегендә, балалар баҡсаһында, мине кескәй малайҙар, ҡыҙҙар күңелдәре булғансы уйната торғайны. Миңә күңелле ине.
Бәпембәләр Ҡуянға асыуланды:
— Нишләп бында килдең һуң, улай булғас? Зәкиә апай һиңә ҡарап ҡыуанған булды бит әле.
— Ғәзиз минән һорап торманы шул. Кеҫәһенә Һалып алып ҡайтты ла китте.
Зәкиә апайҙың йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. «Бәй- бәй, улым, әсәйемде шатландырайым тип Ҡуянды балалар баҡсаһынан сәлдергән түгелме? Бына һиңә бүләк!»
Зәкиә апайҙың кәйефе төштө. Ҡуян шыңшып- шыңшып йоҡлап китте. Бәпембәләр ҙә тәмле йоҡоға талды.
З
Зәкиә апай, һауығып, дауахананан сыҡты. Ҡуянды өйгә алып ҡайтты.
— Әсәкәйем, һине бик-бик һағындым, — тип, Ғәзиз Зәкиә апайҙың алдына ултырҙы.
— Мин дә, улым, һине күрер көндө көтөп алдым. — Зәкиә апай Ҡуянға күрһәтте. — Тәтәйең дә балалар баҡсаһын һағынған.
Ҡуян, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, шатлығынан, мыйығын тырпайтып, күҙҙәрен селт-селт йомдо.
Ғәзиз иртәгеһен уны балалар баҡсаһына илтеп ҡуйҙы.
Уйынсыҡтар — Тейен, Бүре, Айыу Ҡуянды күреү менән, ҡысҡырып ебәрҙе:
— һине юғалттыҡ, ҡайҙа йөрөнөң шулай оҙаҡ?
— Мин дауаханала булдым, — тине Ҡуян эре генә.
— Унда ни эшләнең? — тип шаҡ ҡатты уйынсыҡтар.
— Ғәзиздең әсәһе бик ауыр хәлдә ине, уның кәйефен күтәрҙем. — Ҡуян дауаханаға нисек барып юлыҡҡанын да, төндә иптәштәрен юҡһынып илағанын да һөйләп торманы. Сер биргеһе килмәне.
Ғәзиз балалар баҡсаһынан өйҙәренә атлығып ҡайтты.
— Әсәй, Ҡуян, ысынлап та, дуҫтарын һағынған, — тине ул, ишектән инер-инмәҫ.


2009 йыл