"Ҡайғылы әсә" мемориалындағы тәржемә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


" Ҡайғылы әсә "мемориалындағы тәржемә


Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса “ҡара” хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

Өфө ҡалаһындағы " Ҡайғылы әсә "мемориалындағы тәржемә


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.