0%

Uz/Анабыҙ һауа

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Анабыҙ һауа ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Анабыҙ һауа


 Аллаһы Тәғәлә үҙенең фәрештәләренә Әҙәм пәйғәмбәрҙең уларҙан күберәк нәмәне белгәнен аңлатырға теләгән. Ерҙә йәшәгән йәнлек һәм ҡош-ҡорттарҙы килтереп:
— Исемдәрен әйтеп сығығыҙ! — тигән.
— һин — изге. һин беҙгә өйрәткән ғилемдән башҡа белемебеҙ юҡ! — тип яуап биргән улар.
Хоҙай тәғәлә әҙәмгә:
— Ә хәҙер һиңә сират! — тигән.
Әҙәм Раббы күрһәткән йәнлек, ҡош-ҡорттарҙың исемдәрен әйтеп сыҡҡан. Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде ожмахҡа индергән. Әҙәм ожмах емештәре ашап, ожмах йылғаларынан һыу эсеп йәшәгән. Ләкин уға күңелһеҙ икән. Сөнки аралашыр бер кеше лә юҡ. Аллаһы Тәғәлә, Әҙәмде йәлләп, уға иш яралтҡан.
Шулай бер ваҡыт Әҙәм йоҡонан уянып китһә, эргәһендә бер ҡатын ултыра икән.
— һин кем? Исемең нисек? — тип аптырап һораған унан Әҙәм.
— Мин — ҡатын. Тик исемемде белмәйем шул.
Әҙәм, ҡыуанып:
— һин — һауа! — тигән.
Әҙәм менән һауа йәннәттә бәхетле йәшәп алып киткән.
Хоҙай Тәғәлә уларға бөтөн ағастарҙың емештәрен ашарға рөхсәт иткән. Ләкин берәүһенекен тыйған. Шулай итеп уларҙың ихтыяр көсөн нығытҡан.
Раббы Әҙәм менән һауаны былай тип иҫкәртеп ҡуйған:
— И, Әҙәм! Иблис — һинең хас дошманың, һауаның да дошманы, хас дошманы. Уның һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ!
Көндәрҙең береһендә Иблис Әҙәмгә:
— Теләһәң, мин һине Мәңгелек ағасы янына алып барам! — тип, Хоҙай Тәғәлә емешен ашауҙы тыйған ағасҡа күрһәткән.
Әҙәм уны тыңлап та тормаған.
— Раббы һеҙҙең фәрештә йәки башҡа мәңгелек йән эйәләре булып ҡуйыуығыҙҙан ҡурҡып, ул ағасҡа яҡын ебәрмәй! — тип ҡотортҡан Иблис.
Әҙәм уның һүҙен ҡолағына ла элмәгән.
Аптыраған Иблис Аллаһы Тәғәлә исеме менән ант иткән. Әҙәм менән һауа шунда ғына: «Был дөрөҫтө һөйләй», — тип уйлаған да Раббы рөхсәт итмәгән ағастың емешен ашаған.
Емеште ҡабып йотоуҙары булған, үҙҙәренең сыр яланғас ҡалғандарын күргәндәр. Оялыштарынан тәндәрен ҙур банан япраҡтары менән ҡаплағандар. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, баштары һуҡҡан яҡҡа йүгерергә тотонғандар. Шул ваҡыт бөтәһен дә күреп торған Раббы:
— Минән ҡасаһыңмы ни, и Әҙәм? — тип һораған.
— Юҡ, Раббым, ояттан ҡасам, — тигән Әҙәм.
— Мин һиңә ожмах бирҙем. Мин һиңә йәнең теләгән бөтә нәмәне бирҙем. Шулар етмәй инеме ни һиңә?
— Эй Раббым! Кемдеңдер һинең исемең менән ант итеп алдашыуын башыма ла килтермәгәйнем.
— Хәҙер инде ергә төшөргә һәм үҙ көсөң менән үҙеңә аҙыҡ табырға бойорам.
Хоҙай Тәғәлә, Әҙәм, һауа һәм Иблискә өндәшеп:
— һеҙ бер-берегеҙҙең мәңгелек дошманы буласаҡһығыҙ, — тигән.
Әҙәм үкһеп иларға тотонған. Хоҙай Тәғәлә уны:
— Кисер мине, Раббым! Раббым, кисер мине! — тип әйтергә өйрәткән.
Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде йәлләп ғәфү иткән.

 


2009 йыл