Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/4

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ә хәҙер, ҡәҙерле укыусым, китаптың сираттағы биттәрен асып, рәхим ит күңелемдән мәңге юйылмаҫ бала сағыңдың уйын- көлкө .мәжЛесенә, мауыҡтырғыс сихри балалар донъяһына! Яҡ¬ шы китап һүҙе — йән аҙығы. Унда нигеҙендә халҡыбыҙҙың үткә¬ не, тормош-көнкүреше ятҡан һәм бер ҡасан да иҫкермәгән ба¬ лалар фольклорының ынйылары тупланған. Һин уларҙы һис шикһеҙ ихлас уҡырһың, күңелеңә һеңдерерһең һәм башҡаларға ла өйрәтерһең, тип уйлайбыҙ. Сөнки һауаһыҙ йәшәп булмағандай, тормошоңдо уйындарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уйын һинең өсөн тормош мәктәбе, хеҙмәткә әҙерләнеү сараһы һәм халҡыңдың изге ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәйбәт тәрбиә алыуҙың аҫыл сығанағы. Халыҡ ижады һуты менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була. Нисек матур у.йнаһаң, ҙурайғас, шулай матур йәшәйәсәкһең дә. Шуның өсөн һине, йәш дуҫым, халыҡ ижады шиғриәтенең баҙыҡ «туҡымаһы.» сабый саҡтан уҡ биләп алһын һәм бер ҡасан да ташламаһын. Хәйерле һәм изге юл һиңә, кескәй уҡыусым!

Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов