Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/103

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Тунын һалып ташлаған,
Башын тырнай башлаған.
Таҙ бара ат - алырға,
Көйҙөрөлмәй йүгәнен,
Ике таҙҙы бәйләп һалған
Ниндәй батыр күгәүен.
Таҙ менгән тау башына,
Талдан ситән үрәм. тип,
Таҙ ҡысҡыра үйәм, тип,
Башыма- сейәкәй ҡуна, тип.
Таҙ бара урманға
Ҡара ерек киҫәргә,
Таҙ артынаҡ серәкәй бара
Таҙҙың ҡанын эсәргә,
Һыу йыйыла соҡорға,
Күл яһала ҡаҙҙарға,
Ямғыр яуып, серәкәй сыҡһа,
Үлем була таҙҙарға18. • * * * Сығып киттем урманға,
Сатыр-сотор йыйырға,
Килеп сыҡты Айыу дуҫ,
Минән һорай' папирос.
Мин тартмайым папирос,
һорама, зинһар, Айыу дуҫ19.

  • * *

Бара инем,, бара инем,
Осраны Яҡуп,
Ҡалдым ятып.
Ҡалмаһам ятып,
Үлтерә ине атып.
Үсекләнем Яҡуп-ҡуп,
Ҡупһаң — ҡуд, ҡупмаһаң — юҡ.
Менеп киттем ҡоймаға,
Йәбеште был быймаға.
Емерҙем мин ҡойманы,
Алып ҡалды быйманы,
Кейәм әле тигәнсә,
Бер аяғы һыйманы,
Саҡ аяғы һынманы.
Бара инем, бара инем,
Осраны Йосоп,
Ҡалдым боҫоп.
Ҡалмаһам боҫоп,
Үлтерә ине ҡыҫып,
'Менеп киттем ситәндән,
Тотоп ҡалды сәкмәндән,