Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/96

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

сыбыртҡы суҡтарына аҡса бәйләй. Аҡса бәйләмәйенсә, сыбыртҡысы уны "ҡамсылауҙан" туҡтамай.

Йыйылған аҡсаны сыбыртҡысы ҡыз яғы еңгәләренә, аш бешереүселәргә бирә. Тегеләр, йәнәһе, шул хаҡҡа хуш ашы, сыбыртҡы ите индерәләр. Ғәҙәттә, хуш итенә бер нисә аяҡ (ҡазан) бишбармаҡ әҙерләнгән була. Уларзы ашап бөткәс, хужалар хушлашыу һүззәрен әйтә. Хуш аяғына барыһына ла аҡ (һөт, ҡымыз, бу за) бирелә. Ҡунаҡтарҙы йырлап, бейеп, таҡмаҡлап, һамаҡлап оҙаталар.

Ҡоҙаларҙы оҙатҡас, "серге ҡағыу" йолаһы уҙғарыла. Ҡыззың туғандары, мәжлес үткәреүселәр кире өйгә инеп, ҡалған һыйзы ашап-эсеп күңел асалар, именлек, бәхет теләшәләр. Еңгәләр аяҡ аҫтына түшәлгән кейез- балаҫтарзы сығарып ҡағалар, уларзы һуғып-һуғып, әр һүззәре әйтәләр, йәнәһе, ен ҡыуалар. Ошоно "серге ҡағыу" тизәр. Төп ҡоза уларға тәңкә өләшә.

Өйгә "серге ҡағыу" һыйына ингәндә олораҡ ҡатындар ағас юнысҡылары, тап-һап тотоп инеп, уларзы мейестә янған утҡа яға. "Оҙатҡас, буш ҡул менән ут янына килергә ярамай, юғиһә киткән кеше менән ҡот китә", тигән борондан килгән ышаныу ята бында.

Ҡоҙаларҙы оҙатҡандың икенсе көнөндә "ҡарта ашы" уҙғарыла. Был мәжлескә йәш-елкенсәк, ҡыз-ҡырҡын, килендәр генә саҡырыла. Килгән ҡунаҡтар ҡызға ҡашмау, һаҡал яһау өсөн тәңкә, мәрйен, уның бикәстәренә бүләккә йөзөк, балдаҡтар килтерәләр. Бүләк итә торған әйберзәрен еңгәләр, ҡарынға, ҡартаға ҡушып, ҡалаҡҡа һалып