Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/86

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ауыҙыңа май булыр!

(2. 197)

Ямғыр теләүҙең башҡа төрлө һамаҡтары ла бар. Төрлө урында уны төрлөсә әйтәләр. Ҡайһы бер яҡтарҙа һыуы бушаған ҡаҙанды түңкәргәндәр. Шул ямғыр яуҙыра тип ышанғандар. Был йола халыҡтың мәжүсилек дәүерҙәренән килгән ышанысын, тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен сағылдыра.

Кәкүк сәйе - икенсе язғы байрам. Исеменән үк аңлашылыуынса, ул тәүге кәкүк ҡысҡырыуы ишетелгәс тә атҡарыла. Байрамға сығыр алдынан бала-саға өй беренсә йөрөп ризыҡ йыя. Һөт ризыҡтарына, йәғни "аҡҡа" өҫтөнлөк бирелә. Йоланың эстәлеге - кәкүк ҡоштоң күңелен күреү. Шуға ҡырға матур кейемдәр кейеп сыҡҡандар, кәкүкте маҡтап йырзар йырлағандар, һамаҡтар әйткәндәр, күңелле уйындар ҡорғандар. Ашап- эскәс, кәкүк ҡунған ағас төбөнә аҡ ризыҡтар: һөт, ҡатыҡ, эремсек, ҡорот, ҡаймаҡ ҡойғандар. “Аҡ“ менән һыйлау халыҡта элек-электән ҡот, изгелек теләү ритуалы булып һаналған. Шулай иткәндә кәкүктең күңеле йомшара, бәлә- ҡаза саҡырмаясаҡ тип ышанғандар. Ә бит халыҡта кәкүккә шомланып, шикләнеп ҡарау бар. "Өй башына ултырып ҡысҡырһа, йортҡа ҡайғы килә", "Ауылға осоп килһә, аслыҡ була", - тип юрағандар. Шуға күрә, был байрамда кәкүккә арнап ошондайыраҡ йырзар йырлағандар: