Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/61

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

суртан, йәйен, шамбы, бәрҙе, бағыр, алабуға, табан, ҡара балыҡ, ажау, опто, ҡыҙылғанат, ҡорман һ.б.

Балыҡтарҙы ҡаҡлағандар, киптергәндәр, бешергәндәр, ыҫлағандар, ҡыҙҙырғандар.

Ҡаҡлау өсөн ҡыҙылғанат, сабаҡ, ҡорман балыҡтары ҡулайлыраҡ. Ҡаҡлау былайыраҡ башҡарыла: балыҡтың эсен таҙартып, сей бәрәңге киҫәге батмаҫлыҡ ҡуйылыҡта әҙерләнгән тоҙлоҡҡа һалалар. Балыҡты ҙурлығына ҡарап тоҙлоҡта 10-12 сәғәттән алып, бер тәүлеккә тиклем тоталар. Бынан һуң балыҡтарҙы таҙа һалҡын һыуҙа сайҡаталар һәм күҙҙәре аша үткәрелгән сымға теҙәләр. Киптереү өсөн ҡояш төшмәгән, еләҫ урын ҡулайлы.

Ҡаҡлауҙың икенсе ысулы ла бар. Ул былай атҡарыла: балыҡты һалҡын һыуҙа һәйбәтләп йыуалар ҙа иләктә һарҡыталар. Унан һуң башын, айғолаҡтарын, тәңкәле түшен тоҙ менән ыуып, эрерәк тоҙ һибеп, быяла йәки эмаль һауытҡа тыңҡыслап тултыралар, һауыт тулғас, өҫтөнә ағас япма ябалар ҙа баҫтырғыс (ауырыраҡ әйбер) һалалар һәм һалҡынса урынға ҡуялар. 3-4 көндә балыҡ тоҙланып өлгөрөргә тейеш. Бының өсөн һауытты асып ҡарайҙар: әгәр тоҙлоҡ өҫкә сыҡһа, тимәк, эштең беренсе этабы әҙер Бынан һуң икенсе һауытҡа аҡ һеркә ҡатнашмаһы һалып (1 литр һыуға 100-150 грамм 9 процентлы һеркә) болғаталар ҙа тоҙланған балыҡты шунда йыуалар. Аҙаҡ 6-10 көн буйы ҡаҡлайҙар (элеп киптерәләр).

Киптереү. Яңы тотолған балыҡты таҙарталар, айғолаҡтарын алалар ҙа яҡшы итеп йыуалар. Унан һуң эмаль һауытҡа һалып, өҫтөнө эрерәк тоҙ һибеп, яҡшылап болғаталар ҙа 1-2 сәғәткә һалҡын урынға ҡуялар. Унан инде һәр балыҡты 60