Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/50

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ҡайһы бер райондарҙа әле лә осрай. Ҡоймаҡтың да бер нисә төрө бар: әсе ҡоймаҡ, сөсө ҡоймаҡ, ыуыҙ ҡоймағы. Ыуыҙ ҡоймағын йола ризығы тип әйтергә мөмкин, сөнки уны һыйыр быҙаулағас та ыуыҙ һөтөнән әҙерләгәндәр һәм туған- тыумасаларҙы һыйлағандар. Улар һыйырҙың һөтлө, йорттоң ҡотло булыуын теләгәндәр.

Ҡамырҙан бешерелгән байрам аҙыҡтары ла байтаҡ: сәксәк, сумса, бәлеш, ҡош теле һ.б. Бешереү ысулы менән сәксәк бауырһаҡҡа яҡын. Әммә уның ҡамырына күп итеп йомортҡа ҡушҡандар һәм ул вағыраҡ итеп, квадрат формаһында киҫелгән. Шулай уҡ ҡайнап торған майҙа бешерелгән. Табынға уны осло итеп өйөп, өҫтөнә бал ҡойоп биргәндәр. Ул йола ризығы ла. Туй өсөн 40 йомортҡаға баҫылған ҡамырҙан яһалған махсус сәксәк бешергәндәр. Ҡунаҡтар ҙа яңы ҡауышҡан йәштәр өсөн күстәнәскә ошо аҙыҡты килтергәндәр. Ҡайһы бер төбәктәрҙә сәксәк йыйыу тигән йола һаҡланған. Ҡыҙ оҙатыр алдынан төп ҡоҙағый, ауылдаштарын саҡырып, ошо ризыҡ менән һыйлаған.

Элек-электән иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға ҡош теле бешергәндәр. Ул былай әҙерләнгән: күп итеп йомортҡа ҡушылған ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйгәндәр һәм өсмөйөш йәки ромб формаһында киҫкеләп, ҡаршы яҡ остарын бергә тоташтырғандар ҙа ҡайнап торған майҙа ҡурғандар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, Дим буйы бассейнында, ҡош теле үҙенең күп төрлө формалары (ҡош теле, төрлө урамалар, сәскә һ.б.) менән айырыла.

Башҡорттарҙа ҡамыр төрлө бәлештәр бешереү өсөн дә ҡулланылған. Ғаилә табынына йыш ҡына ҙур итле бәлеш ҡуйылған. Уны, ғәҙәттә, аш бешергән саҡта һалалар. Сөнки,