Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/44

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

взбалтывался особыми мешалками (бешкәк), и через 3-4 дня он был уже готов для питья" (19. 130) С. Руденко "ҡымыз яһау ысулы барыһына ла билдә ле", тип язһа ла тик ҡымыз яһау оҫталары ғына белгән үз серҙәре, үҙенсәлектәре бар. Ул серзәр сит-ят күззәрзән ныҡ һаҡланған. Ҡымыз яһау оҫталығы тик нәҫелдән- нәҫелгә генә бирелгән. Бөгөн дә тота килеп һәр кем ҡымыҙсы булып китә алмай. Бының өсөн тәбиғәтте өйрәнергә, йылҡы тормошон һәм холҡон аңларға, уны тәрбиәләү, һауыу практикаһын үҙләштерергә, һөттө әсетеү процесын белергә кәрәк. Шулай уҡ был эш тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, түҙемлек, сафлыҡ кеүек кешелек сифаттарын талап итә. Шунһыҙ тәмле һәм шифалы ҡымыз я^ап булмай. Ә ҡымыззың шифаһы хаҡында һөйләп бөтөрлөк түгел. Уны күптән белгәндәр һәм уның менән дауаланырға тип ете ят ерзән дә килгәндәр. А.П. Чеховтың, Л.Н. Толстойзың Башҡортостанға килеүе тап шул маҡсатта булған.

Белгестәр әйтеүенсә, ҡымыз, әсетеү ваҡытына (һуҙымына) ҡарап, өс төргә бүленә:

1) йыуаш ҡымыз - 5-6 сәғәт әсегән һөт;

2) урта әселектәге ҡымыз - 1 тәүлек әсегән һөт;

3) әсе (көслө) ҡымыҙ - 2-3 тәүлек әсегән һөт.

Әсе ҡымыз башҡа сыға һәм быуындарҙы йомшартып, еңелсә иҫертә. Шуға күрә, уны башлыса табындарҙа, ҡунаҡтар йыйылған ерзә әсәләр. Ғөмүмән, башҡорт ҡымыҙына еткән туҡлыҡлы, шифалы, һыуһын ҡандырғыс эсемлек әле уйлап табылмаған. Ҡымыз - ғүмер баҡый