Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/38

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

халҡы өсөн, ҡаҡланған ит, ҡазы һымаҡ, баһалап бөткөһөҙ ризыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уны бар ерзә лә яһамайҙар, яһағандарын да тик аш тәмләткес булараҡ ҡына ҡулланалар. Ә бит ҡайнар һыуза иҙелгән, май, тоз, борос ҡушылған ҡорот бөгөн дә күп химик дарыуҙарҙан өҫтөнөрәк һәм ул барлыҡ сихәттәргә дауа. Тимәк, башҡорттоң ҡорот яһау оҫталығын ҡайтанан тергеҙергә кәрәк.

Ьөттән әҙерләнгән аҡ аҙыҡтарҙың береһе - һөзмә. Уны әҙерләү ысулы тураһында безгә Хәйбулла районының Подольск ауылында йәшәүсе Мәмбәтова Шәһизә Ғәли ҡызы бына ниндәй мәғлүмәттәр бирзе: "Һөҙмә - ул һыуы һарҡытылған ҡуйы ҡатыҡ. Әсе ҡатыҡтан әсе һөҙмә, сөсө ҡатыҡтан сөсө һөзмә килеп сыға. Ҡатыҡты кизе-мамыҡ йәки бер нисәгә ҡатланған марля тоҡҡа һалып, 24-30 сәғәткә һалҡынса урынға һарҡытырға аҫып ҡуялар. Бер литр ҡатыҡҡа 1 аш ҡалағы тоз өҫтәргә мөмкин. Һөҙмәне ҡаймаҡ менән туғып ашайҙар, сәй янына ултыртҡанда варенье, бал өҫтәргә мөмкин".

Ҡатыҡҡа оҡшаш йәнә бер һөт ризығы бар - ул ойотҡан. Был исем менән йәш, сөсө ҡатыҡты атайҙар. Ул былай әҙерләнә: яңы һауылған һөткә бер сынаяҡ самаһы ойотҡо, ҡаймаҡ һалып, өҫтө асыҡ килеш йылы урынға бер тәүлеккә ойоторға ҡуялар. Азаҡ уны шул килеш эсергә йәки еләк, бешкән ҡызыл сөгөлдөр өҫтәп, ҡаймаҡ туғып ашарға мөмкин.

Аҡ эремсек яһау тураһында Хәйбулла районы Уфимск ауылында йәшәүсе Күскилдина Мәзинә Миңнулла ҡызы түбәндәге мәғлүмәт бирзе: "Эремсекте айыртылған,