Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/33

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һурпала бер аз кишер, картуф бешерелә. Һалма һалынғас, туралған һуған, тәмләткестәр өҫтәлә. Аш әзер булғас, ит турала һәм табынға һалмаһы, һурпаһы, ите менән бергә бирелә.

Айырым төбәктәрҙә, мәҫәлән, Ишембай, Стәрлебаш райондарында, "өс таған" бешерелә. Ул былай әҙерләнә: таҙартылған, йыуылған ҡош итен талғын утта бешерәләр. Ит бешкәнсе сөсө ҡамырҙан һалма әҙерләнә. Уны тоз һалынған һыуза айырым бешереп алалар. Итле һурпала эре килеш картуф, кишер бешерелә. Барыһы ла бешеп сыҡҡас, тәрилкәгә иң әүәл һалма, шунан ит һалына, сеүәтә тирәләй картуф, кишер киҫәктәре ҡуйыла, һуған һалына. Быларҙың өҫтөнә эҫе һурпа ҡуйыла. Был ашамлыҡты элегерәк өс таған өҫтөнә ултыртылған суйын ҡаҙанда бешергәндәр. Исеме, күрәһең, шунан киткән.

Иттән һәм эсәк-ҡарындан йәнә төрлө бәлештәр (самбуса, сумса, ҡыҫтыбый һ.б.) әҙерләнгән һәм әле лә улар башҡорттарҙың көндәлек туҡланыу рационында ярайһы зур урын алып тора. Улар тураһында һүз алдараҡ булыр.

Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ит аҙыҡтары башҡорттарҙың төп туҡланыу ризығы булған, йәғни башҡорт итһез көн итмәгән. Ит ҡунаҡ табынының иң түрендә булған.

ҺӨТ... _А3ЫҠТАРЫ.. Борон-борондан малсылыҡ менән кәсеп иткән башҡорт халҡы һыйыр малын башлыса һөт аҙыҡтары әҙерләү өсөн тотҡан. Һыйырҙы башҡорттар бик 32