Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/142

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

киңдең - ҡаҙаны киң”, “Ҡунаҡ килһә ит бешә, ит бешмәһә, бит бешә”, “Ҡунаҡ килһә таптырыр, ат урынына саптырыр”, “Ҡунаҡ ҡәҙерле булһа, ҡаҙан тиҙ ҡайнай”, “Килгәнсе ҡунаҡ ояла, ҡунаҡ килгәс, хужа ояла”, “Бәхетленең ҡунағы бергә”, “Аштың бәрәкәте ҡунаҡ менән” һ.б.

Күреүебеҙсә, башҡорттар өсөн ҡунаҡ йортҡа ҡот, йәм килтереүсе ҡәҙерле кеше. Шуға күрә һәр кем ҡунаҡҡа ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға тейеш.

Шулай уҡ ҡунаҡтың үҙенә ҡарата ла байтаҡ мәҡәлдәр тыуған. Уларҙа ҡунаҡҡа килгән кешенең үҙен нисек тоторға тейешлеге хаҡында әйтелә, йәғни әҙәп ҡағиҙәләре һеңдерелә. Мәҫәлән, “Ҡунаҡ булһлң, тыйнаҡ бул”, “һыйлы ҡунаҡ һыйында, һыйы бөткәс өйөндә”, “Алдыңа килде тип тығынма - ҡоҫорһоң”, “Ҡунаҡ ҡәҙере өс көн, дүртенсеһе үҙ башына”, “Ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар тип, йоҙроҡлап оҙатҡанды көтмә”, “Үҙең бешермәгән ашҡа бешереүсенән алда ҡашыҡ тыҡма”, “Кеше ҡапҡаһын асып керһәң, ябып та сыға бел”, “Ашаған тамаҡҡа ни бармаҫ” (самалабыраҡ аша), “Ашҡа барһаң - ашап бар, туйға барһаң - туйып бар” (йәғни табында саманы бел), “Бер ҡунаҡ - шатлыҡ, ике ҡунаҡ артыҡ, өс ҡунаҡ - йөк”, “Ашҡа килһәң, элек кил, үҙ ҡәҙереңде белеп кил” һ.б.

Шулай ҙа халыҡ иҫкәртә: ҡунаҡҡа йөрөү нисек кенә күңелле булмаһын, кешеләрҙе мәлһеҙ борсоуҙан, мәшәҡәтләүҙән тыйыл. Әгәр ҡунаҡҡа барғанһың икән, ҡаршы саҡырыу кәрәклеген дә онотма. Түбәндәге мәҡәлдәрҙә тап ошо фекер әйтелә: “Кешегә барып ҡаҙы ашағансы, өйөңә ҡайтып һыу эс”, “Кешелә ашаған аш тупһанан сыҡҡансы”, “Кеше ризығына нәфсеңде һуҙма, үҙ ризығың үҙеңдән”, “Берәүҙең