Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/110

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ь

Был мәжлес урыҫтарҙың "поминка"һын хәтерләтә, әммә бында эске булмай.

Вафаттың ҡырҡы еткәс, йәнә бер оло мәжлес уҙғарыла. Бында иң әүәл мулла аят уҡый, доға ҡыла, табынға аш-һыу килгәнсе вәғәздәр һөйләй.

Табынға иң тәүҙә итле аш бирелә. Ә сәй янына "ҡырҡ йәймә" ("ҡырҡата") ҡуйыла. Ҡырҡата - ул майза бешерелгән йәймә (пышка). Исеме үк әйтеүенсә, ул ҡырҡ дана була һәм үлгән кешенең ҡырҡ яҡын туғанына таратыла. Бында ла вафатты яҡшы яҡтан иҫкә алалар һәм йәненең йәннәттә (ожмахта) булыуын теләйҙәр.

Әйтеп үтеүебеҙсә, ислам дине йоғонтоһонда тыуған йола-байрамдар башҡорттар араһында ла шаҡтай киң таралған. Уларҙың барыһына ла туҡталып тормай, үрзә әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: бындай йолаларҙа ла аш-һыузар, мәжлес иң төп ритуалдарҙың береһе булған. Шуға күрә уны әҙерләүгә, ойоштороуға халыҡ зур иғтибар биргән . Шулай итеп, башҡорт халҡының байрам-йолаларын киңерәк планда тикшергәндән һуң ошондай конкрет һығымталарға килергә мөмкин:

1. Башҡорттарҙа борондан килгән традицион йола- байрамдар бай һәм күп төрлө. Уларҙың олоһо ла, кесеһе лә йәмғиәттә мөһим ижтимағи һәм социаль роль уйнаған. Традицион йола байрамдарының һәр береһе тәрбиәүи функция йөрөтә. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй, ойоштора, бер-береһенә яҡынайта, олоно оло итеп, кесене кесе итеп таный белергә өйрәтә.