0%

Ba/Тамсы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тамсы (Шиғыр)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Тамсы


Күр әле, күр, ҡарасы:
Ҡыйыҡтан тамды тамсы!
Үҙе бәләкәс кенә,
Үҙе көләкәс кенә.
Тишкеләп бөттө ҡарҙы,
Гөрләүеккә юл ярҙы.
Ҡаңғылдашалар ҡаҙҙар,
Башлана, тиҙәр, яҙҙар.
Ҡыҙыҡ итте шат тамсы,
Ҡоҙоҡҡа инеп ҡасты.
 
 


1996 йыл