0%

Әйт инде. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әйт инде (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Әйт инде


Көтәм әйтер һүҙҙәреңде,
Ҡырын ҡараган булып.
Өндәшмәһәң, тағы ҡалам
Күңелем айҙай тулып.

Һуң нимәгә
Был тиклем дә
Йәшенмәк уйнайбыҙ беҙ?
Йөрәктәрҙе
Дер һелкеткән
Йәшендән
Туймайбыҙ беҙ?

Таңдар тыуа бер-береңде
Иркәләр, наҙлар өсөн.
Һөйөү нуры иҫтә ҡала
Ғүмергә баҙлар өсөн.

Йә, көл әле,
Ихлас бул һин,
Һөйкөмлө һөйәккәйем.
Берҙән-берең
Мин икәнде
Әйт инде, йөрәккәйем!