0%

Һин иркәләп мине наҙлағанда. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һин иркәләп мине наҙлағанда (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һин иркәләп мине наҙлағанда


Һин иркәләп мине наҙлағанда
Кемдер торҙо төҫлө арала.
И хоҙайым,
Яттар яғылыуҙан,
Хыянатлы хистән арала!

Күрәһеңме, беҙҙең ҡараштарҙан
Ниндәй яҡты нурҙар тарала?
Эй һөйөклөм,
Йөрәк төптәремдә
Һиңә тигән йырым
Ярала.

Ярала ла, тағы
Яралана,
Ярһыу йөрәгемде
Зар ала.
Тарһындыңмы минең яратыуҙы?
Кемдер
Тора
Беҙҙең
Арала.