0%

Ҡайҙа һуң ул тыуған ил?(хикәйә). Йыһат Солтанов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡайҙа һуң ул тыуған ил? (хикәйә)
автор Йыһат Солтанов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡайҙа һуң ул тыуған ил?


  Уралда бер ауыл бар. Урал тигән малай шунда йәшәй. Ул бөтәһен дә белмәй әле. Бер көн өйҙә ултырғанда:
— Их, Тыуған илде күргем килә! — тине атаһына.
— Бәй, улым, һин уны көн дә күрәһең бит.
— Ҡайҙа һуң ул?
Харис ағай улын иҙән уртаһына баҫтырҙы:
— Ипләп кенә яҡ-яғыңа күҙ һал әле, улым. Унда нимәләр бар икән?
Урал өй эсен байҡап сыҡты:
— Бер нәмә лә юҡ та.
— Яҡшыраҡ ҡара. Ҡайҙа баҫып тораһың?
— Иҙәндә.
— Артабан?
— Ана, асыҡ ишектән әсәйем күренеп тора. Алғы өйҙә ул беҙгә сәй ҡайната. Эргәһендә бесәйебеҙ Мыяубикә битен йыуып ултыра, ҡолаҡ арты ҡап- ҡара... Тупһала ҡартатайым ҡаҡҡан даға...
— Эйе, ҡартатайың һыбайлы яугир ине. Кавалерист. Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңеп
ҡайтҡас, яу толпарының дағаһын тупһаға ҡаҡты. Тыуған илгә ҡот итеп.
— Ҡайҙа һуң ул Тыуған ил?
— Тап ошо һин торған, көн дә күргән атай нигеҙенән, өй эсенән — тыуған тупһанан Тыуған илебеҙ башлана, улым.
— Ә ҡалған яғы ҡайҙа?
— Дауамы уның тышта.
Улар етәкләшеп ишек алдына сыҡтылар. Урамға сығып, ауыл осондағы убаға менделәр. Бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Баҫыуҙарҙа — иген, болондарҙа үлән елгә тулҡына. Көмөш таҫмалай йылға аға. Тау битендә көтөү йөрөй. Тракторҙар, машиналар гөрләй. Ә кешеләр төрлө яҡҡа эштәренә ашыға. Алыҫта бейек Һаҡтау күгәреп күренә. Унда оҙон юл һуҙылған.
— Бына ошолар барыһы ла Тыуған ил була инде, — тине Харис ағай.
— Ә Һаҡтау артында нимә?
— Беҙҙең Тыуған илебеҙ шундай матур, иркен, ҙур ул. Ул Һаҡтау артында ла дауам итә.

 


1988 йыл