0%

Яратырға уны яраймы? Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яратырға уны яраймы? (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Яратырға уны яраймы?


«Яратырға уны яраймы?» — тип
Һораным мин күктән,
«һорауҙарың инде һуңлаған, — ти,
Һин һөйәһең күптән».

Салҡан ятып йөҙҙөм тулҡындарҙа,
Мин, ҡояш — күҙгә-күҙ.
Ни әйтергә уның теләгәнен
Төшөндөм һүҙмә-һүҙ.

Алсаҡланып йылмайҙы ла ҡояш,
Болоттарға ҡасты.
«Көлөрһөң дә, иларһың да, — тине,
Һөйөүҙәрең ҡаты».

Яңағымда ҡалды ике буй эҙ,
Нур һәм тулҡын эҙе.
Сикәм яна тиһәм, яна икән
Мөхәббәтем үҙе.