0%

Шәфәҡ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Шәфәҡ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Шәфәҡ


Ниңә алһыуландың, болот?
Ниңә ҡыҙарҙың, шәфәҡ?
Ғүмерҙәрҙең үкенесе
Бөгөнгө көнмө фәҡәт?

Фирүзә лә күктәремдә
Ҡауырһын алһыу болот
Күренә миңә тәғәйен
Илаһи сәләм булып.