0%

Сеп-сей наҙан. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сеп-сей наҙан (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1911. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.



Сеп-сей наҙан



Бер әҙәм: "Русса беләмеһең һин?" — тип
Һораны; мин әйттем: "Беләмен мин" — тип,

"Йә, һөйләп ҡара!" — тигәс ул, мин тинем:
"Знакум, я бит ничауа незнаем!"

"Шәп икәнһең руссаға, Шайҡулзадам,
Кем өйрәтте, әйтсе?" — тине ул әҙәм.

Мин был һүҙгә аптырап торҙом; ләкин
Аңланым тиҙ: ул икән сеп-сей наҙан!


1911