Мәк орлоғо. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мәк орлоғо



Мәк орлоғо, мәк орлоғо,
Бәләкәс кенә орлоҡ,
Энә күҙәүенән үтә,
Бына ул ниндәй ҙурлыҡ!
Ә яҙын түтәлгә сәсһәң,
Үҫә лә китә бит ул,
Буйы менән хатта мине
Ҡыуа ла етә бит ул.
Нисек шул бәләкәс орлоҡ
Д-дәү булып үҫә икән,
Уға нисек, ағас түгел,
Мәк булыу күсә икән?!
Борос һауытындай башы
Тыңҡыслап орлоҡ тулы,
Берәүһен ҡойоп алғайным,
Өймәкәй булды ҡулым.
Бер емештән күпме емеш,
Түтәл тулы гөл-сәскә,
Мөғжизә кеүек ҡарайым
Баҡсамда үҫкән мәккә.
Энә күҙәүендәй орлоҡ,
Ә сере ниндәй оло.
Мәк тә Хоҙайға буйһона,
Ул да бит Аллаһ ҡоло.




2012