Көндәшле Ай. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Көндәшле ай[edit]

(Ҡояш тотолғанда яҙылған шиғыр)

Күк Шәмесең* була алмам инде,

Һинең өсөн мин бит Ай ғына -

Ҡояшыңды төндәр ҡамағанда,

Бөтөрөнгән саҡта ҡайғынан.

Кителергә әҙер күңел генәм,

Кителәм дә торам юғалып,

Баҡсы күккә, мин бит элеп ҡуйҙым

Ҡыңғырауһыҙ алтын дуғаны.

Ҡыңғырауһыҙ ғына дуғаларым...

Ишетмә лә мине күрмә лә,

Ситтән генә моңһоу нур һибермен,

Күңелеңә инмәм үрмәләп.

Минән тоғро, минән яҡын кем бар?

Әйләнәм тик һине уралап.

...Ҡояшыңды оттом: тоттом-йоттом,

Артыҡ ере бармы, күр ана!

  • Шәм(е)с - Ҡояш