Йәйғор төҫтәре. Шәмәхә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Шәмәхә


Шәмәхә - миләүшә,
Шәмәхә - күксиндәр
Ҡыҙыл һәм күк төҫтәр
Сәскәгә күскәндәр.
Ике төҫ бергәләп
Булғандар шәмәхә,
Күҙҙәрем ҡамаша –
Үәт матур тамаша!


2012