0%

Йондоҙ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йондоҙ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Йондоҙ


Һин ҡараңғы йондоҙ яҙмышымда,
Йәнемдәге шәмәхә бер тимгел.
Йылытмайһың, яҡтыртмайһың да һин,
Ә шулай ҙа һине, йондоҙ, тим гел.

Һулҡ-һулҡ итеп һыҙланалыр шулай
Емелдәгән саҡта күк есеме,
Тик үҙе юҡ — гүйә ҡырау һуҡҡан
Еләктәрҙең буп-буш күкһел семе —

Яҡты тажы алыҫ-алыҫтарҙа:
Уйнаҡлайҙар көләс нәжәғәйҙәр.
Булмағандай ерҙә һис бер бәлә,
Тормағандай ҡармап фажиғәләр.