0%

Изгелек(шиғыр). Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Изгелек (шиғыр )
автор Тамара Искәндәриә
Ижад итеү ваҡыты: 2006 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Изгелек


— Ниңә үҫә был яланда Сәскәләр?
— Матурлыҡты, изгелекте
Сәсәләр.
— Матурлыҡты күрәм, әсәй,
Иң элек.
Нимә була ул һин әйткән
Изгелек?
— Изгелек ул — һинең йылы
Ҡарашың.
Изгелек ул — яҡты бөтә
Тарафың.
Һине азат, көслө итә
Изгелек.
Игелекле, бай, ҙур итә
Изгелек.